Яйыҡ
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март , 15:55

Вәсүәсәләргә әүрәп...

Бер Учалы ҡатыны  ҡиммәтле металдарға инвестиция яһарға тәүәкәлләй. Йәнәһе лә, алтынға хаҡ бер саҡ төшмәҫ.

Вәсүәсәләргә әүрәп...
Вәсүәсәләргә әүрәп...

Яҡташтарыбыҙ  мутлашыусыларҙың “һунар табышына” әйләнеүҙән һис тә туҡтамай. Бер Учалы ҡатыны, алдаҡсыларҙың вәсүәсәләренә әүрәп, ҡиммәтле металдарға инвестиция яһарға тәүәкәлләй. Йәнәһе лә, алтынға хаҡ бер саҡ төшмәҫ. Киләсәктә тауҙай килемдәр алырға хыялланып, тап әле 1 миллион 500 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡты. Ә 62 йәшлек яҡташыбыҙҙы әлеге лә баяғы “кемдер һеҙҙең исемдән кредит алып маташа” алдығы менән ҡурҡытып,  шулай уҡ 1,5 миллион һум күсерттереп урлайҙар. Ялған бурыстан ҡотолам тип ысын бурысҡа батҡан, был хәжәтте оҙаҡ түләргә тура киләсәк әле.... Тағын да бер Учалы ҡатынынан 750 мең һумын күсерттерәләр, йәнәһе лә “хәүефһеҙ счетҡа”. Ярар ҙа был осраҡта үҙенең аҡсаһы, кредит юллап өлгөргмәй, иртәрәк аҡылына килә.

  БР буйынса Эске эштәр министрлығының аферистар тураһында сводкаларында Учалы ҡалаһы һәм районы саманан тыш йыш күренә. Саҡ ҡына булһа ла аҡылға киләйексе, яҡташтар!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: