Яйыҡ
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март , 13:17

Бөгөн - мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө

Район хакимиәте башлығы Р.Ғ.Ғиләзетдиновтың  ҡотлауы: "Барлыҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә һәм тармаҡ ветерандарына юғары һөнәри оҫталығығыҙ һәм эшегеҙгә ихлас тоғролоғоғоҙ өсөн бар йөрәктән рәхмәт белдерәм!"

Бөгөн - мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө
Бөгөн - мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө

Рухи байлыҡ өләшеп, күңелдәрҙе күтәреп
Хөрмәтле мәҙәниәт тармағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Ихлас күңелдән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Рәсәйҙең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡайнар ҡотлайым!
Учалы районы элек-электән таланттарға – бейеүселәргә, йырсыларға, музыканттарға - бай булды. Уларҙың байтағы ысын мәҙәниәт оҫталары булып танылды һәм республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә киң билдәлелек яуланы.
Бөгөн мәҙәни мираҫ һаҡлана һәм үҫешә бара. Музыка, театр, хореография коллективтарының, һүрәт төшөрөү сәнғәте, кинопарк, музейҙар, клубтар, китапханалар хеҙмәткәрҙәренең сағыу ижады һәм көндәлек фиҙаҡәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә район саралары сағыу төҫ ала һәм оҙайлы осорға хәтеребеҙҙә уйылып ҡала. Республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында, фестивалдәрҙә сағыу еңеүҙәр менән һөйөндөрәләр.
Был көндө беҙ мәҙәниәтте үҙенең һөнәре итеүселәрҙе тәбрикләйбеҙ һәм эскерһеҙ хөрмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең емешле хеҙмәтегеҙ һәм ижади эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә районыбыҙҙың бай мәҙәни мираҫы һаҡлана һәм үҫешә.
Барлыҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә һәм тармаҡ ветерандарына юғары һөнәри оҫталығығыҙ һәм эшегеҙгә ихлас тоғролоғоғоҙ өсөн бар йөрәктән рәхмәт белдерәм. Ныҡлы һаулыҡ, илһам, бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт, ижади уңыштар һәм яңы маҡсаттарға артылыуығыҙҙы теләйем.
Руслан ҒИЛӘЗЕТДИНОВ,
район хакимиәте башлығы.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: