Яйыҡ
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март , 09:15

“Ирәмәл” - II дәрәжә лауреаты

Учалылар ике бейеү менән сәхнәлә балҡый: “Ҡулъяулығым бүләгем” һәм “Когда мы были на войне” тигән казак бейеүе. Педагогтары -  Фәнис Кәримов һәм Гөлиә Кәримова.

“Ирәмәл” - II дәрәжә лауреаты
“Ирәмәл” - II дәрәжә лауреаты

22 март Учалы филармонияһында “Яҙ һулышы” тип аталған балалар халыҡ хореографияһының Асыҡ республика фестивале үтте.

Сара Ғаилә йылына бағышлана, БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ярҙамы менән ойошторола. Учалы, Әбйәлил, Белорет, Бөрйән райондарынан, Межгорье ҡалаһынан, Силәбе өлкәһенең ҡала-райондарынан 12-16 йәшлек бейеүселәр яңғыҙы һәм ансамблдәр составында көс һынаштылар.

Ҡатнашыусылар икешәр бейеү күрһәтә, береһе мотлаҡ башҡорт халыҡ бейеүе булырға тейеш ине.

Сығыштарҙы олпат жюри баһалай: Ғәскаров исемендәге халыҡ бейеүҙәренең академия ансамбле ветераны, БР атҡаҙанған артисы Урал Мортазин,  халыҡ бейеүҙәрен һаҡлау һәм үҫештереү ойошмаһы директоры, “Дарман” өлгөлө ансамбле етәксеһе,  БР атҡаҙанған артисы Роберт Хәмиҙуллин,  «Гузель дэнс» ансамбле етәксеһе Гүзәл Исламғолова, Республика халыҡ ижады үҙәгенең әйҙәүсе белгесе Нәзифә Нурмөхәмәтова.

Учалы районын “Ирәмәл” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле вәкилләне һәм II дәрәжә лауреаттары булдылыр (парлы ансамблдәр номинацияһында, өлгөлө коллективтар категорияһында).

“Ирәмәл” ике бейеү менән сәхнәлә балҡый: “Ҡулъяулығым бүләгем” һәм “Когда мы были на войне” тигән казак бейеүе. Педагогтары -  Фәнис Кәримов һәм Гөлиә Кәримова. Аңлашыла, беренсе йә икенсе ҡаҙаныштары түгел, күптән дан тоталар.

-“Ирәмәл” ансамбле 23 март көнө республиканың иң яҡшы өс  йәш бейеүселәр коллективтары  иҫәбендә баш ҡалабыҙға, “Өфө ынйылары” конкурсының Гала-концертына ла саҡырылғайны, тик бына Мәскәүҙәге фажиғә, матәм иғлан ителеү сәбәпле был сара кисектерелде, -ти Уральск ҡасабаһындағы “Ирәмәл” ижад үҙәге директоры  Динара Мөжәүирова.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: