Яйыҡ
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Март , 13:13

Йәш ҡотҡарыусылар ярҙамға әҙер

Дөрөҫөн генә әйткәндә, үҙҙәрен аҡыллы, тәжрибәле тип һанаған оло кешеләрҙең бик һирәге беренсе ярҙам күрһәтеү йә ниндәйҙер һәләкәткә тарыған кешене ҡотҡарыу тәртибен аныҡ итеп  күҙ алдына килтерә.

Йәш ҡотҡарыусылар ярҙамға әҙер
Йәш ҡотҡарыусылар ярҙамға әҙер

 

Учалының йәш ирекмәндәре «Ҡотҡарыу эштәре” компетенцияһында “Профессионалдар” республика конкурсында уңышлы сығыш яһаны.  “ Туризм, экскурсиялар һәм төбәкте өйрәнеү үҙәге” өҫтәмә белем биреү учреждениеһында шөғөлләнгән ҡыҙ-егеттәр командаһының (Артем Гатин, Тимур Ғөбәйҙуллин, Камилла Мөхәмәтшина, Динис Нәбиуллин, Эмиль Шәрәфетдинов) етәкселәре - методист Гөлнур Лукьянова, команданың эксперт-остазы – Эльза Исхакова. Ярыш Белорет ҡалаһының Туризм үҙәге базаһында барҙы.

Конкурс этаптарын атап сығыу үҙе генә лә, ниндәй етди һәм кәрәкле һөнәр үҙләштереүҙәрен дәлилләй: “Лабиринт” тренажеры ( ишелгән тоҡом аҫтында күмелеүсене ҡотҡарыу); аҫмалы күпер урынлаштырыу һәм уның аша бәләгә ҡалған кешене күсереү; юл-транспорт һәләкәте урынында авария-ҡотҡарыу эштәре; автоцистерна ҡорамалдары менән янғын һүндереү һыҙатын үтеү; альпинист ҡорамалдарын файҙаланып текә үргә менеү һәм төшөү; ҡотҡарыу эштәрендә ҡулланылған төйөн һәм элмәктәрҙе  дөрөҫ һәм йылғыр рәүештә бәйләү. Бәләгә ҡалыусыларға тәү медицина ярҙамы күрһәтеү, шул уҡ ваҡытта конкурсанттарҙың үҙҙәренең хәүефһеҙлек техникаһын теүәл күҙәтеүҙәре ҡәтғи талап итеп ҡуйыла.

 Учалы командаһын әҙерләгәндә  янғын һүндереү часы һәм ирекле янғын командаһы ихлас булышлыҡ иткән.

 Мәҡәлә яҙылғанда  ярыш һөҙөмтәләре билдәле түгел ине әле. Ә тәптән ҡарағанда, уларҙың әллә ни әһәмиәте лә юҡ был осраҡта. Иң мөһиме – йәштәрҙең шундай кәрәкле, файҙалы белем-оҫталыҡ алыуҙары. Дөрөҫөн генә әйткәндә, үҙҙәрен аҡыллы, тәжрибәле тип һанаған оло кешеләрҙең бик һирәге беренсе ярҙам күрһәтеү йә ниндәйҙер һәләкәткә тарыған кешене ҡотҡарыу тәртибен аныҡ итеп  күҙ алдына килтерә.  Ә бит был белеү-белмәүенә ҡайһы саҡ кеше ғүмере тураға бәйле ҡалыуы мөмкин. Беҙҙең ҡарамаҡҡа, һәр төр спорт та файҙалы, әммә әлеге дәүерҙәрҙә фәҡәт спорттың ҡулланма төрҙәренә күберәк иғтибар бирергә кәрәк ине!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: