Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын яҡшы күрһәткестәр менән ҡаршылай.
Көҙгө баҫыу эштәре тамамланғас, районда йыл да ауыл хужалығы эшсәндәрен хөрмәтләү, уларҙың хеҙмәтен баһалау ойошторола.
Ошо йолаға тоғро ҡалып, быйыл да Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәр-ҙәре көнө билдәләнә. Ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Арслан Шәһәретдинов районыбыҙҙың ал-ял белмәй эшләгән ауыл эшсәндәре - механизаторҙар, һауынсылар, малсылар, ғөмүмән, ауыл хужалығында эшләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе, ауыл уңғандарын, ветерандарҙы һөнәри байрамдары - Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы, еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләне.
Быйылғы миҙгел ер эшсәндәрен иркәләмәне. Ҡышҡы, йәйге һалҡындар хеҙмәтсәндәрҙе тағы сабырлыҡҡа һы-наны. Шулай ҙа ныҡышмалы хеҙмәт ярайһы күрһәткестәргә өлгәшергә ярҙам итте.
Районда дүрт ауыл хужалығы предприятиеһы эшләп килә, уларҙың икәүһе малсылыҡ продукцияһын етештереү менән шөғөлләнә, 151 крәҫтиән-фермер хужалығы һәм 14 меңдән ашыу шәхси хужалыҡ иҫәпләнә.
Районда 24143 баш һыйыр малы бар, уның 2818 башы - ауыл хужалығы предприятиеларында, 1599 баш - крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында һәм 19739 баш - шәхси хужалыҡтарҙа. Йылҡы һаны - 5910. Урып-йыйыу эштәре ваҡытында тамамланды, культуралар ҡырҙа ятып ҡалманы. Игенселәргә, афариндан башҡа әйтерлек һүҙ юҡ. Йүғиһә, аграрийҙар комбайндары менән һуғырға төшһә, йә ямғыр яуып ыҙалата, йә ваҡытһыҙ ҡар төшөп, игенде юҡҡа сығара торған ине.
Быйыл көҙ яҡшы тора, сөнки алдағы йылдарҙа октябрь айында уҡ ҡар ятты бит. Былтыр, мәҫәлән, был мәлдә ҡар яуып, ҡаты һыуыҡтар башланғайны. Әле аграрийҙар, форсаты менән файҙаланып, ерҙәрен туңға һөрөүҙе дауам итә, баҫыуҙарын таҙартыу менән мәшғүлдәр.
10463 гектар майҙандан 16258 тонна ашлыҡ һуғып алынған. Йәшелсә баҫыуҙарына килгәндә, 2592 тонна картуф, егерме биш тонна кәбеҫтә, етмеш тонна сөгөлдөр, йөҙ тонна кишер, биш тонна һуған йыйып алынған.
Мал аҙығы ла етерлек әҙерләнгән, 9636 тонна бесән өйөлгән, 23450 тонна - сенаж, 3099 тонна силос һалынған. Ҡышты яҡшы сығыр өсөн малға 31 центнер аҙыҡ берәмеге кәрәк. Әлеге мәлдә уртаса бер башҡа, фураждан тыш, 25,1 центнер тура килә.
Уңыш, былтырғы менән сағыштырғанда, маҡтанырлыҡ түгел. Бойҙай гектарынан - 13,4 цн, арпа - 16,8 цн, һоло - 18 цн, ҡарабойҙай 10 центнер биргән. Төрлө хужалыҡтарҙа уңыш төрлөсә. Шулай ҙа баҫыуҙарынан ярайһы ғына уңыш алған хужалыҡтар бар. Ергә яҡшы мөнәсәбәт булған, бар эштәр технологияны күҙәтеп, уңайлы агротехник мөҙҙәттә үтәлгән урындарҙа, әлбиттә, уңыш та юғары.
Улар араһында «Аҡтамаҡ» хужалығы, Ахундан «Оҡсон» крәҫтиән-фермер хужалығы, Уральскиҙан «Дин» КФХ-һы, Илсенән Булат Кәримовың «Ҡурҡас» хужалығы, Аҡҡужанан Азат Сабировтың КФХ-һы, Фәнил Кәримовтың, Фазыльян Садиҡовтың, Илшат Ҡотлобаевтың ҡайһы бер культуралары яҡшы уңыш биргән. Шуға ла һауа торошо уңайлы булмаһа ла, технологияларҙы теүәл үтәгәндә, мул ғына уңыш йыйып алырға мөмкин, ти ауыл хужалығы бүлеге белгестәре. Мәҫәлән, баҫыуҙарынан яҡшы уңыш алған аграрийҙар көҙҙән үк буласаҡ уңыштарына нигеҙ һалып ҡуйырға тырыша. Баҫыуҙа иген культураларын алмаштырып сәсеү системаһын ҡулланыу ҙа ыңғай һөҙөмтә биреүе күптән билдәле.
Район хужалыҡтары быйыл тәүләп май культураларын һынап ҡараны. Улар араһында «Черновское» кооперативы, «Юлдаш» йәмғиәте, «Урал аръяғы Агро» МТС-ы, Илшат Бирғәлин, Булат Кәримовтың хужалыҡтары бар. Ике мең утыҙ гектарҙа рапс, етен, сурепица сәселгән. 1118 тонна иген һуғып алынған, өс культураны алғанда, уртаса уңыш гектарынан 5,5 центнер.
Техник культуралар нигеҙ-ҙә һыуыҡтар арҡаһында зы-ян күрҙе. Рапс гектарынан - 6 цн, етен менән сурепица 7 цн уңыш биргән. Шуға ҡара-маҫтан, был иген культураларына хаҡ һәр ваҡыттағыса юғары ҡала. Әлеге көндә уның килограмын егерме һумдан да кәм ҡабул итмәйҙәр. Тәүге ҡоймаҡ төйөр менән тиҙәр, шуға ла артыҡ ныҡ көйөп китергә ярамай. Май үҫемлектәрен үҫтереү технологияларына ентекле төшөнгәндә аграрийҙарыбыҙға яҡшы уңыш алырға мөмкинлек бар.
Йыл да май культураларын үҫтереү отошло буласаҡ. Ни өсөн тигәндә, уларҙы яғыулыҡ, буяу изделиялары эшләгәндә файҙаланалар. Ошо рәүешле техник үҫемлектәр һәр ваҡыт ҙур һорау менән ҡулланасаҡ, хаҡтары ла юғары буласаҡ. Мәҫәлән, рапс быға тиклем дә 19-20 һум булды, әле лә ошо хаҡ менән ҡабул ителә. Ә ҡасандыр 20-25 һум торған ҡарабойҙай бөгөн килеп - 5 һум, айырма һиҙелерлек. Ужым культуралары 690 гектарҙа сәселгән. Өс мең гетар майҙанды парға ҡалдырғандар. Малсылыҡ тармағына килгәндә, быйылғы мөһим эштәрҙең береһе, йорт хайуандарын тамғалау дауам итә. Ул «БР ауыл хужалығы хайуандарын көтөүҙә, ҡыуыуҙа тәртип булдырыу» тураһындағы
404-се Законға таянып башҡарылыуы мәғлүм.
Районда йәшәгән халыҡ малын мотлаҡ тамғалатырға бурыслы. Биркалар һәр мал өсөн айырым кодлы. Унда мал аҫралған ил, төбәк, район, ауыл Советы һәм малдың үҙенең номеры күрһәтелә. Тамғалау тәртибен боҙған өсөн ғәмәлдәге законға ярашлы, яуаплылыҡ ҡаралған. Районда берәҙәк малдар күп, хужа-лары көтөүгә ҡыумай, ҡайҙа теләйҙәр, шунда йөрөйҙәр. Уларҙың иҫәбе лә алып ба-рылмай. Берәҙәк малдар ар-ҡаһында күпме баҫыулыҡтар зыян күрә, һәләкәттәр булып тора. Хужаһы кем икәнен белмәгәс, яуапҡа тарттырып бул-май. Шуға күрә хәҙер малдар-ҙы биркалау, тамға һуғыу, чип ҡуйыу етди контролгә алынды. Берәй хәл була-ҡалһа, малдың хужаһы яуап бирәсәк. Быйыл иһә ошо рәүешле, ҡарауһыҙ йөрөгән малдарҙың хужаларына акттар төҙөлгән, байтаҡ штрафтар һалынған. Киләсәктә был йүнәлештә эштең тағы ла ҡатыланыуы көтөлә. Тамға һуғыуҙың икенсе этабында йылҡы малына чип ҡуйылыу көтөлә.
Ауыл хужалығы етештереүселәрен дәүләт тә ярҙамынан ташламай. Мәҫәлән, «Ғаилә малсылыҡ фермаһы» маҡсатлы программаһы сиктәрендә Учалы ауылынан фермер-эшҡыуар Альбина Махиянова, Тунғатарҙан Рөстәм Фазылов, Уральскиҙан Вил Шәйәхмәтов грант алған.
«Башҡортостанда яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам» программаһына ярашлы, Ҡораманан Айгөл Әхмәҙиева, Ахундан Әмир Вилданов, Наурыҙҙан Минзилә Ҡотлобаева ярҙам алыуға ирешкән.