Яйыҡ
+18 °С
Облачно
Новости
13 Ноября 2019, 13:30

Ең һыҙғанып эшләйҙәр

"Урал аръяғы - Агро” МТС-ының директоры Ғәлимйән Хилажев бәйән итеүенсә, йәштәрҙең дә өлкәндәр менән бер рәттә ер эше, тип яныуҙары ҡыуандыра. “Тракторист-механизаторҙарҙың иң-иңдәре беҙҙең хужалыҡта. Мал аҙығы әҙерләү осоронда баҫыуҙан ҡайтып инмәнеләр, ең һыҙғанып эшләнеләр. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, тәжрибәле, уңған хеҙмәткәрҙәрҙең береһе - Тайфур Фәттәхов. Нәҡ уның кеүек коллективта ҙур абруй ҡаҙанған кешеләр - хужалыҡтың төп терәге", - ти Ғәлимйән Ғабдуллажан улы.

Мал ҡышлатыу осороноң нисек үтеүе, ғәҙәттә, әҙерләнгән мал аҙығының күләменә, сифатына бәйле. “Урал аръяғы-Агро МТС”-ының Учалы филиалында мал аҙығы мул булһын өсөн ҡыҙыу осорҙа эшсәндәр ҙур тырышлыҡ һала. Күпләп бесән-һалам ташып өйөлгән, иген урылған. Бының өсөн егеттәр йәй буйы алһыҙ-ялһыҙ тир түккән.
"Урал аръяғы - Агро” МТС-ының директоры Ғәлимйән Хилажев бәйән итеүенсә, йәштәрҙең дә өлкәндәр менән бер рәттә ер эше, тип яныуҙары ҡыуандыра. “Тракторист-механизаторҙарҙың иң-иңдәре беҙҙең хужалыҡта. Мал аҙығы әҙерләү осоронда баҫыуҙан ҡайтып инмәнеләр, ең һыҙғанып эшләнеләр”, - ти ул.
Мәҫәлән, Марсель Табакаев ҡала егете. Учалы ауыл хужалығы колледжын тамамлаған. Былтыр комбайнда ярҙамсы булып йөрөгән, быйыл иһә үҙе руль артында. Быйыл 8,500 центнерҙан ашыу иген йыйып, районда алдынғы комбайнсылар иҫәбенә сыҡҡан.
- Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, тәжрибәле, уңған хеҙмәткәрҙәрҙең береһе шулай уҡ - Тайфур Фәттәхов. Нәҡ уның кеүек коллективта ҙур абруй ҡаҙанған кешеләр - хужалыҡтың төп терәге, - ти Ғәлимйән Ғабдуллажан улы.
Тайфур Салауат улы - Ахун ауылы егете. Һөнәрселек училищеһын тамамлағас, 2004-2006 йылдарҙа Владивостокта хәрби бурысын үтәй. Ер эше бала саҡтан яҡын булғас, ҡайтыу менән үҙҙәренең “Ҡыҙыл партизан” колхозына эшкә килә.
- Дүрт йыл эшләгәс, күпселек йәштәр кеүек үк, “оҙон” аҡса эҙләп, мин дә Себер тарафтарына сығып киттем. Ләкин оҙаҡ эшләргә яҙманы, ҡыҫҡартылыуға эләгеп, кире тыуған яҡтарыма ҡайтып төштөм, - ти Тайфур.
Техника “ене” ҡағылған егеткә йыш ҡына дуҫ-иштәре, машиналарының берәй ере ватылһа, ярҙам һорап уға мөрәжәғәт итә. Тора-бара, ауылда СТО асып ебәрә Тайфур. Өс йыл тимер-томор менән булышҡас, Краснодар крайына контракт менән хеҙмәт итергә барырға ниәтләй. Бер йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, "Урал аръяғы - Агро” МТС-ына эшкә урынлаша. Әлеге көндә шулай уҡ “Урал таштары” йәмғиәтендә слесарь булып та йөрөй. Ғаиләле, өс бала атаһы.
Үҙ бурыстарына яуаплы ҡараған, тәжрибәле эшселәр тупланғанға күрә хужалыҡтың эштәре лә уңышлы бара. "Урал аръяғы - Агро” МТС-ы бөгөнгө көндә тотороҡло эшләп килгән хужалыҡтарҙың береһе. Иген сәсеүҙән тыш, үҙҙәренең сығымдарын ҡапларға мал һимертеп тә һалалар. Уларға аҙығын да етерлек әҙерләгәндәр. Һауа торошоноң көйһөҙлөгөнә ҡарамаҫтан, 1137 ц бесән өйөлгән, 1700 цн сенаж соҡорға һалынған. Ҡышты туҡ сығасаҡтар. Иген культураларына килгәндә 1135 га бойҙай, 590 га арпа, 450 га һоло сәскән булғандар. 25800 цн уңыш һуғып алғандар. Район хужалыҡтары былтырҙан башлап баҫыуҙарында техник культуралар үҫтереп ҡараны. Уҙған йыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, артыҡ уңыш алып булманы. Шуға ла быйыл әҙ генә сәстеләр. “Урал аръяғы - Агро” МТС-ы 366 гектар етен ултыртты. Гектарынан 7 цн уңыш һуғып алдылар.
Читайте нас