Үҙ йортоңда йәшәү - оло бәхет. Торлаҡлы булыу күптәр өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Бөгөнгө көндә үҙеңдең хәләл көсөңә генә йорт һалып инеүе йәки фатир һатып алыуы бик ауыр. Шулай ҙа республикабыҙҙа мохтаждарға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ярҙам йөҙөнән төрлө программалар эшләп килә. "Торлаҡ" һәм "Демография" милли проекттары сиктәрендә район хакимиәтендә «Башҡортостан Республикаһында ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә торлаҡ сертификаттары тапшырыу тантанаһы үтте. Яңы йыл алдынан ошондай ҙур бүләккә эйә булдылар яҡташтарыбыҙ. Был программа буйынса социаль түләүҙәр ауылдарҙа йәшәүсе һәм эшләүсе йәш ғаиләләргә һәм белгестәргә бирелә. Бәхетле исемлеккә эләккәндәр араһында төрлө һөнәр эйәләре, күп балалы, ярҙамға мохтаж ғаиләләр бар. - Был программа буйынса сират ҙур, әммә тап бөгөн, Яңы йыл алдынан һеҙгә бындай бә¬хет йылмайыуы икеләтә ҡыуаныслы. Йорттарығыҙҙы тиҙерәк төҙөп бөтөп күсерергә яҙһын. Яратып ҡорған ояғыҙ ныҡлы, балаларығыҙ – ишле, үҙегеҙ татыу һәм өлгөлө булы¬ғыҙ! Дәүләт ярҙамының мәнфәғә¬тен күреп, тырышып донъя көтөгөҙ, - тине район хакимиәте башлығы урынбаҫары Алик Сәләхетдинов йәштәрҙе тәбрикләп. Торлаҡ сертификатына Исхаҡовтар, Ғилметдиновтар, Фәйезовтар, Лоҡмановтар, Кусобаевтар һәм Шакировтар ғаиләләре эйә булды. Сертификаттарға эйә булыусыларҙың күбеһе мәғариф өлкәһендә эшләй. Субсидияларҙың күләме, ғаиләләрҙәге кеше һанына ҡарап, төрлөсә билдәләнгән. Йәғни балалар күберәк булған һайын субсидияның күләме лә артасаҡ. Учалы ауылынан Илнур һәм Елена Исхаҡовтар өс ҡыҙ үҫтерә. Ғаилә башлығы Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында водитель, Елена декрет ялына тиклем балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләгән. Программаға сиратҡа 2014 йылда торғандар, социаль түләүҙе өйҙәрен төҙөп бөтөүгә йүнәлтәсәктәр. Уральск ауылынан Шакировтар ҙа шатлығы менән уртаҡлашты. Улар ҙа сертификат аҡсаһына тиҙерәк йорттарын төҙөп бөтөргә ниәтләй. Луиза Шакирова йәш ғаиләләр исеменән республика һәм район етәкселегенә ихлас рәхмәт белдерҙе. - Сиратҡа 2015 йылда торғайныҡ, былай тиҙ алырбыҙ тип уйламағайнык. Дәүләттең йәш ғаиләләр тормошон яҡшыртырға ынтылыуын тойоп торабыҙ. Был беҙҙе рухландыра, - тине ул. Әйткәндәй, 2017-2018 йылдарҙа федераль программа ярҙамында ошо программа буйынса 23 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан, быйыл 27 ғаилә сертификат алып ҡыуанған. Программаға эләгеү өсөн йәш ғаиләләргә, белгестәргә тәү сиратта ғариза менән район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әгәр ҙә мохтаж, тип танылһалар, уларҙы категориялар буйынса сиратҡа ҡуясаҡтар. Әлеге программа, үрҙә телгә алыуыбыҙса, ауылда йәшәгән һәм эшләгән ғаиләләргә тәғәйенләнгән. Бөгөнгө көндә ҡала-районыбыҙҙа 1500 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сиратта тора. «Башҡортостан Республикаһында ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» программаһы буйынса - 60 ғаилә. Ауылда эшләүселәрҙең дәүләттән ярҙам алыуға мөмкинлектәре ни тиһәң дә күберәк. Әлиә ДАУЫТОВА.