Яйыҡ
+12 °С
Ясно
Новости
17 Января 2020, 08:35

Класс етәкселәренә 7773 һум өҫтәлә

Башҡортостанда 2020 йылдың 1 сентябренән уҡытыусыларға класс менән етәкселек иткән өсөн өҫтәмә түләүҙәр индерелә. Федераль бюджеттан 5750 һум өҫтәмә түләү ҡаралһа, бығаса булған түләүҙәрҙе ҡушҡанда, айына яҡынса 7773 һум килеп сыға.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда 2020 йылдың 1 сентябренән уҡытыусыларға класс менән етәкселек иткән өсөн өҫтәмә түләүҙәр индерелә.
Әйткәндәй, әлегә тиклем булған өҫтәмә түләүҙәр ҙә һаҡлана. Шулай итеп, федераль бюджеттан 5750 һум өҫтәмә түләү ҡаралһа, бығаса булған түләүҙәрҙе ҡушҡанда, айына яҡынса 7773 һум килеп сыға.
БР Хөкүмәтенең вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров билдәләүенсә, 2019 йылда республикала 24020 класс етәксеһе иҫәпләнгән. Уларға айына һәр уҡыусы өсөн 80 һум күләмендә өҫтәмә аҡса түләнгән. Уртаса алғанда, бөтәһе айына 1983 һум килеп сыға. Ошо маҡсатҡа республика бюджетынан йылына 496,8 млн һум аҡса бүленә.
2020 йылдың 1 сентябренән федераль бюджеттан 733,4 млн һум аҡса бүленеү күҙаллана, 2021 йылда иһә был сумманың 2,2 млрд һумдан ашыуыраҡ булыуы көтөлә.
Ошоға бәйле 2021 йылда класс етәкселәренең 470 уҡытыусыға күберәк булыуы күҙаллана.
"Йәшлек" гәзите
Читайте нас