“Демография” милли проектының “Башҡортостанда граждандарҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү системаһын формалаштырыу, шул иҫәптән сәләмәт туҡланыу һәм зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу” төбәк проектына ярашлы, Сибайҙа “Һөт кухняһы” асыла. Ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов үҙ сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе еткерә: “Сибайҙа яҙ Чайковский, 13 адресы буйынса һөт фабрика-кухняһы асыласаҡ. Бында һөт ризыҡтары килтереләсәк, ҡаптарға тултырыласаҡ. Әле бина төҙөлә, коммуникациялар үткәрелә. Киләһе аҙнала аҙ тәьмин ителгән, шулай уҡ күп балалы ғаиләләр Маяковский урамы, 26 адресы буйынса кефир, йогурт, аҡ эремсек һәм башҡа һөт ризыҡтарын бушлай алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Улар Белорет ҡалаһынан килтерелә. Ә ҡоро ҡатышмалар һәм бутҡаларҙы Ленин урамы, 44 адресы буйынса урынлашҡан 127-се дарыухананан алырға була..." Һөт кухняһы ризыҡтары менән уртаса килеме йәшәү минимумынан кәм тәшкил иткән ғаиләләрҙә үҫкән алты айҙан өс йәшкә тиклемге балалар бушлай тәьмин ителәсәк. Социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү - “Демография” милли проектының мөһим йүнәлеше. "Башҡортостан".Фото Рөстәм Афзаловтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.