Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2020, 16:05

Батырлығы өсөн орден тапшырҙылар

Межгорье ҡалаһында йәшәүсе ҡыйыу йөрәкле почтальон Эльвира Шәйәхмәтоваға генерал Шайморатов ордены тапшырылды

Ҡыйыу йөрәкле почтальон Эльвира Шәйәхмәтоваға генерал Шайморатов ордены тапшырылды. Ул Межгорье ҡалаһында йәшәй. Быйыл 6 ғинуарҙа ҡатын ғәҙәти эшен башҡарырға тип ҡала урамдарына сыға. Ҡаланың Дудоров урамындағы күп фатирлы йорттарҙың береһенә килеп еткәс, бында янғын башланғанын тойоп ҡала. Йорттоң беренсе ҡатында төтөн күренә, янғындың икенсе ҡатҡа менеп барғанын да тиҙ генә аңғара ул. Эльвира Шәйәхмәтова ығы-зығыға бирелмәй, йортто ҡуйы төтөн ялмап алһа ла, йүгереп эскә инеп китә. Дежур караул килгәнсе, ул кешеләрҙе хәүефле урындан эвакуациялауға өлгәшә.
Ул йүгереп йөрөп һәр фатирҙың ишеген ҡаҡҡан һәм янғын башланыуын хәбәр итеп, тиҙ арала тышҡа сығырға ҡушҡан. Был йортта ятып сирләгән оло йәштәге апайҙың дә йәшәгәнен белгән ул. Уға шылтыратып йыйынырға ҡушҡан. Йортта йәшәгәндәр менән бергәләп электр утын һүндергәндән һуң был апайға ла тышҡа сығырға ярҙам иткән.
Эльвира Шәйәхмәтованың ҡыйыу һәм ышаныслы аҙымдары арҡаһында янған йорттан ваҡытында егерме кеше сығарылған. Әйткәндәй, уларҙың араһында ете бала һәм бер ауыр сирләп ятҡан пенсионер ҙа булған.
Читайте нас: