Рәсәйҙә йөҙйәшәрҙәр һаны аталған. Вице-премьер Ольга Голодец әйтеүенсә, беҙҙең илдә ете меңдән ашыу кеше бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән. Киләсәктә оҙон ғүмерлеләр һаны артыуы көтөлә. Быға тиклем йөҙйәшәрҙәр тиҫтәләп кенә иҫәпләнгән. Әле беҙҙең илдә уртаса ғүмер оҙонлоғон 73 йәш, Башҡортостанда 71 йәш ярым.