Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Февраль 2020, 18:45

13 мең кешегә кәмегәнбеҙ

Статистика мәғлүмәттәре бер йылда республика халҡының 13 мең кешегә кәмеүе хаҡында һөйләй.

Йыл башына Башҡортостанда даими халыҡ һаны 4037,8 мең кеше тәшкил иткән. 2019 йылдың 1 ғинуары менән сағыштырғанда ул 13,2 мең кешегә кәмегән, тип хәбәр иттеләр Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенән. Эксперттар билдәләүенсә, уҙған йылдың ғинуар-декабрендә демографик хәл республикала яңы тыуған сабыйҙар һәм вафат булыусылар һанының кәмеүе менән айырылып тора. «Отчет осоронда халыҡтың тәбиғи кәмеүе күҙәтелә», — тип белдерҙе улар. Әйтәйек, 2019 йылда Башҡортостанда 41 меңдән саҡ ҡына ашыуыраҡ кеше тыуған (2018 йылда – 47 мең). Һәм, киреһенсә, былтыр республикала 49,2 мең кеше яҡты донъя менән хушлашҡан. 2018 йылда улар күберәк булған – 50,4 меңдән ашыу. «Уҙған йылда республикала мең кешегә 10,4 яңы тыуған сабый һәм 12,2 үлгән кеше тура килгән», — тип өҫтәне статистиктар.
"Башинформ".
Читайте нас: