Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март 2020, 11:02

Үлтерер алдынан тикшерер кәрәк!

Эттең ҡотороуынан ҡурҡып, учалылар был хаҡта онота

Илсе ауылында эт хужаһын тешләй. Был кеше этте үлтерә лә (ҡоторған, тип хәүефләнә), кәүҙәһен ветеринар станцияға килтерә. Хәтерләп ҡуйығыҙ: мәйет буйынса ғына ҡотороу вирустары булыу-булмауын ышаныслы рәүештә асыҡлау мөмкин түгел! Эйе, был эттең былтыр 25 ноябрь ҡотороуға ҡаршы вакцина алыуы теүәл асыҡланған, әммә был ғына именлеккә 100 процент гарантия бирә алмай. Сөнки ҡотороу үтә ҡурҡыныс сир бит ул, организмға эләгеп, аҙып өлгөрһә, дауаларлыҡ түгел. Шуға ла эт хужаһына тулы курс уколдар алырға тура килә.
Оҡшаш хәл яңыраҡ Ахун ауылында ла булды: эт хужаһының бәләкәй малайын тешләй. Ветстанцияға эттең үле кәүҙәһе генә килтерелә. Был йыртҡыстың да вакцинация үткәнлеге мәғлүм, әммә сабый сәләмтлеге тураһында һүҙ барғанда, тәүәкәллек һис тә урынһыҙ. Эт бәйгә ҡуйылып, ветеринарҙар 10 көн күҙәтеү алып барһа, ҡоторғанмы-юҡмы икәнлеге теүәл асыҡланыр ине.
Ә февраль айында Вознесенка ауылы урамында уйнап йөрөгән малайҙы ла эт тешләй. Берәҙәк эт ҡайҙалыр ғәйеп булғас, бәләһенән баш-аяҡ тип, малайға тулы курс уколдар алырға тура килгән.
Ошо ваҡиғалар тураһында бәйән иткән Учалы ветстанцияһы етәксеһе Радис Таһиров гәзит уҡыусыларға еткереүҙе һораны: ҡотороу тәңгәлендә ниндәйҙер һорауҙар булһа, 6-12-56 телефоны аша ветстанцияға ашығыс шылтыратығыҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ – былтыр Ҡолош һәм Ҡалҡан ауылдарында һыйыр малына ҡотороу сире йоғоу асыҡланғайны. Оператив саралар күреү арҡаһында ғына бәлә таралыуға юл ҡуйылманы.
Бар донъя ҡурҡҡан короновирус, шөкөр, әлегә ситтә йөрөй. Ә бына унан күпкә үлемеслерәк ҡотороу вирустары күршеңдең йә үҙеңдең этеңдең һеләгәйендә булыуы бар бит, уяу булайыҡ!
Читайте нас: