Яйыҡ
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 10:56

Күнекмәләр үтте

Кемдер иҫәпкә бар, һанға юҡ.

Ауыл ултыраҡтарының башлыҡтары һәм хәрби иҫәп башҡарыуға яуаплы хеҙмәткәрҙәре менән күрһәтмә уҡыу (показное занятие) үткәрҙе районыбыҙҙың хәрби комиссариаты.
-Бик күңелһеҙ күренеш, былтыр – көҙгө, быйыл – яҙғы саҡырылыш кампанияларында алдыбыҙға ҡуйылған планды үтәй алманыҡ (был хаҡта гәзитебеҙҙә яҙғайныҡ инде) , Өфҡлә аңлатмалар бирергә тура килде, - тип инеш һүҙе менән сығыш яһаны хәрби комиссар Вадим Виноградов.- Был, башҡаһынан тыш, иҫәп эшенең аҡһауына ла бәйле. Әйтәйек, йәш егет районыбыҙҙа исем өсөн генә пропискала тороп, даими Силәбелә йәшәй икән, тап унда хәрби иҫәпкә ҡуйылыуына ирешеү маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Наряд (план) фәҡәт сроклы хәрби хеҙмәт үтергә ваҡыты еткән граждандар һанына ҡарап бирелә бит, бик ябай арифметика килеп сыға. Йә, әйтәйек, кемдең сәләмәтлеге ирек бирмәй икән, мотлаҡ хеҙмәт итергә тейеш тимәйбеҙ бит, законға ярашлы, документаль рәсмиләштереп дөйөм исемлектән төшөрөү зарур. Ә былай, бөтә мобилизация сараларын тейешле күләмдә үтәй киләбеҙ.
Иманғол ауыл ултырағы хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәтйәнов кәңәшмәгә килеүселәрҙе сәләмләне, биләмәләре менән таныштырҙы. Ә урындағы хакимиәттең хәрби иҫәп буйынса белгесе Алмира Юнысова эше тураһында ентекләп һөйләне.
Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре ауыл ултыраҡтары эшмәкәрлегенә ҡыҫҡаса анализ яһаны, бурыстар ҡуйҙы, үҙ даирәләрендәге яңылыҡтар менән таныштырҙылар. Күнекмә эшлекле мөхиттә үтте. Корноваристан һаҡланыу саралары ла онотолманы: барыһы ла битлек кейеп йөрөнө, һәр килгән кеше теркәлгән саҡта ҡулдарын дезинфекция шыйыҡсаһы менән һөрттөрҙөләр.
Ә кеше байтаҡ йыйылды.Ураҙ ауыл Советы хакимиәтенең хәрби иҫәп белгесе Лена Йомағужинанан тәъҫораттары менән уртаҡлашыуын һораныҡ:
-Ауылдарыбыҙҙа һәммәһе биш йөҙләп хәрби бурыслы кеше иҫәпләнә. Ауыл кешеһе был бурысҡа яуаплы ҡарай торған, шуға ла әллә ниндәй ҙур проблемалар йыш сыға, тип әйтә алмайым. Шул ғына хәлде бер аҙ ҡатмарлаштырғандай булды – элек кешеләр пропискаға ауыл Советтарында теркәләләр ине, хәҙер – күп функциялы үҙәк (МФЦ) аша. Кемделер күрмәй ҡалмаҫ өсөн диҡҡәтте арттырырға тура килә. Бәғзе кешеләрҙең бер урында теркәлеп тә, икенсе ерҙә йәшәүҙәре буталсыҡлыҡ индереүе мөмкин. Хәйер, ниндәй генә һорау пәйҙә булмаһын, хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер генә торалар.
Мәҡәләнең тулы варианты – гәзиттә баҫылды
Читайте нас: