Яйыҡ
+11 °С
Облачно
Новости
11 Декабря 2020, 13:33

Бергә булдыҡ - бергә ҡалайыҡ

Мәғлүмәт даирәһе таҙалығы мөһим мәсьәлә

Өрә белмәү
нисек була?
Башҡорт халыҡ мәҡәлдәренә һалынған тәрән аҡылға әленән-әле иҫ китә. Әйтәйек, “Өрә белмәгән эт йортона яу килтерә”. Тәү ҡарашҡа сәйерерәк тә яңғырай – нисек инде эт өрә белмәһен? Әллә гелән өнһөҙ ҡалған маһмай күҙ уңында тотоламы? Әллә инде, эт өрөүе генә киләгән яуҙы кире бормаҫтыр! Беҙҙең фекергә, “ өрә белмәгән эт” – туҡтауһыҙ лауылдаған, кәрккәндә лә, кәркмәгәндә лә барыһын бимазалаған мәхлүк.
Ә бит һуңғы дәүерҙә донъяла барған хәл-ваҡиғалар был боронғо хәҡиҡәттең хаҡлығын раҫлай! Украина, Сирия, Ливан, Беларусь һәм башҡа күп илдәрҙә “төҫлө революциялар” бер үк сценарий буйынса башҡарылды. Тәүҙә халыҡты тормоштоң тик кире яҡтарын ғына күрә башларға өйрәтәләр, урындағы мәғлүмәт даирәһендә тик тәнҡитселек хөкөм һөрә башлай. Аҙағынан ни, хөсөткә бирелгән, күсәренән ысҡындырылған кешеләрҙе урамға, янъял ҡуптарырға сығарыу бер ни тормаясаҡ. Иң аянысы, күреп торабыҙ бит, бындай бола-сыуалыштарҙан халыҡтың хәле хөртәйә генә. Шул уҡ Украинала башта йүнһеҙ Януковичты ришүәтселектә ғәйепләп кинәнһәләр, хәҙер илдәре асыҡтан-асыҡ, ваҡлап та, күмәртәләп тә сауҙаға ҡуйылды, ә халыҡ элеккенән күпкә ярлыраҡ йәшәй. Иң фажиғәле миҫал – Ливан булалыр, ундағы социаль гарантияларға беҙ, Рәсәй халҡы ла , көнләшә инек, ә “өйрә белмәгән эттәр яу килтергәс” дәүләттең “д” хәрефе лә ҡалманы, күпселек кешеләргә эш тә, эш хаҡтары ла ғәйеп булды, хатта, урта быуаттарҙағы һымаҡ ҡол һатып кәсеп итеүселәр ишәйгән ти..... Миҫал артынан улай йыраҡ йөрөйһө лә түгел инде, Советтар Союзы тарҡалыр алдынан үҙебеҙҙә лә тап шулай булды инде... Тик 90-сы йылдар менән сағыштырғанда хөсөтселәргә эш итеү күпкә уңайлыраҡ хәҙер: интернетта мәғлүмәт һә тигшәнсе тарала, кемдең яла яғыуын күп осраҡта аҙағынан белеп тә булмай.
Һәр кемдең үҙ
маҡсаты
Аңлашыла, барыһына ла мөйөш артына йәшеренеп тәнҡит уты яуҙырған, башҡаларҙы шелтәләүҙән тормош йәме тапҡан яҡташтарыбыҙ “төҫлө революциялар” тураһында уйлап та бирмәйҙер. Улар, беренсенән, үҙҙәренең шәхес әһәмиәтен ошо рәүештә раҫларға ынтыла. Икенсенән, ниндәйҙер маҡсатҡа ирешергә тырышалар. Әйтәйек, берәй китапхана мөдире интернетта йыш тәнҡитләнһә, урынына үҙемде (ҡатынымды, ҡоҙасамды) ошо вазифаға алмаҫтармы, тип өмөт итәләр. Ә өсөнсөнән, насар хәбәр сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә тиҙерәк тарала. Йүнһеҙ хәбәреңде күберәк кеше ҡарай икән, сайт ( гәзит) аша аҡса эшләү мөмкинлектәре апаруҡ киңәйә. Быныһы, әлбиттә, төп сәбәп. Әйтәйек, “Ейәне өлсәсәһен ҡәҙерләп тәрбиәләй” тигән баш һүҙ менән яңылыҡ күптәрҙе битараф ҡалдырһа, “Ейән өлсәһенең башын уя һуҡҡан” тигәнде барыһы ла асып ҡараясаҡ! Ә ул “ейән” фәлән-фәлән түрәнең үгәй улы, тип тә яҙһалар, йәшен тиҙлегендә таралыр. Бына шулай, һәр әрһеҙ бәндә үҙ яғын ҡайыра, ә һөҙөмтәлә бөтә йәмғиәтебеҙҙең рух мөхите, мәғлүмәт даирәһе бысрана бара.
Эшлекле тәнҡиткә
афарин
Мәғлүмәт даирәһенең паҡлығы, ысынбарлыҡты теүәл сағылдырыуы - тәнде, йәшәгән йортто һәм төбәкте таҙа тоторға тырышыу кеүек үк мөһим мәсьәлә.
Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов урындағы журналистар менән осрашҡанда, конструктив тәнҡиттең кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Тик маҡтап-хуптап ҡына торһалар, иң яҡшы башланғыстар ҙа һөрһөй башлауы мөмкин. Әммә дәғүә-талап ҡуйыу үҙмаҡсатҡа әйләнмәһен ине! Руслан Ғәлиәйн улы миҫал килтерҙе. Бер ауылда халыҡ йыйыла, Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса хоккей корты төҙөргә ҡарар итәләр. Күпселек тауыш менән! Ә һуңынан, был йыйылышты һанға һуғып килмәгән, яҡташтары алдында икенсе тәҡдимен әйтеп, дәлилдәр килтермәгән кеше интернет селтәрендә ғауға ҡуптара – йәнәһе лә, беҙгә корт түгел, икенсе объект кәрәк ине. Демократия булғас шулай инде – ниндәй вариантты күпселек (күпселек!) рәсми рәүештә хуплай, шул тәҡдимгә өҫтөнлөк бирелә.
Ә кемдер тырнаҡ аҫтында кер эҙләүҙән ләззәт таба, сәлешләнеп юҡҡа-барға бәйләнәләр, хатта, бортаҡ һүҙҙәр менән бәрешәләр. Хәйер, ундайҙарҙы “банить” итергә, йәғни айырым сайт-төркөмгә яҙыу хоҡуғынан мәхрүм итеү мөмкинлеге бар интеретта. Әйткәндәй, Руслан Ғәлийән улы ундай бәндәләрҙән һис тә ҡурҡмай интернетта шәхси сәхифәһен даими алып бара, тәҡдимдәргә яуап бирә һәм ошоно уҡ ҡул аҫтында эшләгән башҡа етәкселәрҙән талап итә. Мөмкин тиклем күберәк граждандар менән тура бәйләнештә торғанда ғына урындағы власть органдары эффектлы эшләй ала, заманы шул. Имеш-мимештәргә һалынмай, туранан-тура аңлашыуға ни етһен инде!
“Яйыҡ” гәзитен алдырған хөрмәтле ағай-апайҙар, интернет менән файҙалана белмәйгеҙ икән, көймәгеҙ. Берәй һорауығыҙ булып, мөхәрририәт исеменә хат менән ебәрһәгеҙ, беҙ үҙебеҙ уны түкмәй-сәмәй адресатҡа еткерербеҙ!
Гәзиттәргә яҙылыу
тураһында
Эйе, был беҙҙе, гәзит хеҙмәткәрҙәрен генә борсоған проблема түгел. Тәбиғәт бушлыҡты яратмай бит ул: үҙ һүҙе өсөн кеше алдында ла, закон алдында ла яуап тоторға күнеккән, хәленән килгәнсә дөрөҫлөккә ынтылған матбуғат саралары бөтә икән, ғәйбәт һатыу, хөсөт таратыу менән тамаҡ аҫраусылар халыҡҡа төп мәғлүмәт сығанағына әйләнәсәк.....
Кемдең нисек хәленән килә, “Яйыҡ” менән “Учалинская газета” баҫмаларына подписканы уңышлы тамамларға булышлыҡ итегеҙ инде, ҡәҙерле яҡташтар! Хәйер, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер изге күңелле кешеләр табылып тора. Беҙ улар тураһында яҙҙыҡ һәм киләсәктә лә яҙырбыҙ әле.
Быйыл Башҡорт теле йылы икәнлеген дә онотмайыҡ! Был һөйләшеүҙә Руслан Ғиләзетдиновтың Учалы телевидениеһына күрһәтмәһе лә күңелгә хуш килде: ауыл кешеләрен , башҡортса тапшырыуҙарҙы йышыраҡ күрһәтергә. “Яйыҡ”ҡа биргән бер кәңәшен дә ҡолаҡҡа элдек - гәзитте башлыса оло кешеләр уҡыуын иҫәптә тотоп, төбәгебеҙҙең тарихы тураһында күберәк яҙырға. Оҙаҡҡа һуҙмайыҡ. Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар, хәтерегеҙҙәлер, “Иҫке фотография тарихы” тигән рубрика сыға торғайны? Һуңынан, яҙырға теләүселәр кәмегәс, башланғыс һүрелеп ҡалды. Әйҙәгеҙ, ошо алымды тергеҙәйек, борон заман фотографияларын ебәрегеҙ (электрон ҡиәфәттә интернет аша ла мөмкин), бер-ике һөйләм аңлатма ла етә, күберәк булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Тәүге уҡытыусы, колхозда бесән өмәһе, Империалистик һуғыштан ҡайтҡан олатай, 40-50 йыл элек ҡалабыҙ ни ҡиәфәттә булған һәм башҡа – барыһы ла ярай, фотонан күреп танырлыҡ булһа, шул еткән.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, гәзитебеҙгә яҙылырға онотмағыҙ!
Илфат ЯНБАЕВ
Читайте нас