Яйыҡ
+13 °С
Ясно
Новости
12 Января 2021, 05:10
Биктимерова Лилиә Рафаил ҡыҙы
Йырсыны тыуған көнө менән!
Добавить в предпочтительные источники Google
Биктимерова Лилиә Рафаил ҡыҙы
(
12 ғинуар
1981 йыл
) — йырсы. 2001 йылдан
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы
солист-вокалсыһы.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы
(2012).
Лилиә Рафаил ҡыҙы Биктимерова 1981 йылдың 12 ғинуарында
Башҡорт АССР-ы
Яңауыл
ҡалаһында тыуған. 10 йәшенән алып
Пермь өлкәһе
Барҙы районы
Барҙы
ауылында инәһе тәрбиәһендә үҫә. Барҙы гимназияһында, баян класы буйынса музыка мәктәбендә уҡый.
2001 йылда ҡыҙыл дипломға
Өфө сәнғәт училищеһын
тамамлай, ситтән тороп
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында
белем ала. Уҡыу йылдарында төрлө фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа ҡатнаша: «Туған тел» фестивалендә (
Өфө
) 1-се урын ала «Яғымлы яҙ» (
Ҡазан
) һәм «Дуҫлыҡ моңо» (
Нефтекама
) конкурстарында еңеү яулай.
2001 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы.
Башҡортостандың халыҡ артисы
Фәдис Ғәниев
етәкселегендәге эстрада төркөмө ағзаһы
[1]
.
Башҡортостандан
тыш,
Рәсәй Федерацияһының
башҡа субъекттарында,
Төркиәлә
,
Эстонияла
гастролдәр менән сығыш яһай. Башҡорт һәм татар телдәрендә лирик йырҙар башҡара. Тәүге музыкаль альбомы — «Мин икән».
2004 йылдан Фәдис Ғәниев менән ижади тандемы (дуэты) Башҡортостан Республикаһында киң танылыу ала, улар бергәләп «Любовный треугольник», «Яҙмышмы, әллә яңылышмы...» һәм башҡа театрлаштырылған шоу-программалар әҙерләй.
Ире — Ғәниев Фәдис Рәхимйән улы, Башҡортостандың халыҡ артисы.Ҡыҙы — Асаева Гөлназ Рөстәм ҡыҙы, йырсы. Улы- Ғәниев Кәрим Фәдис улы. Мәғлүмәттәр Башҡорт Википедияһынан алынды.
Читайте нас
telegram
вк
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"