Яйыҡ
+18 °С
Облачно
Новости
18 Января 2021, 08:50

Афарин, яҡташыбыҙ, юғалып ҡалмаған!

13 декабрь Учалы ҡалаһының Некрасов урамында шәхси йортта янғын сыға. Был ваҡыт өйҙә 16 һәм 11 йәшлек ике ҡыҙ, шулай уҡ 40 йәшлек ир өйҙә булған.

Добавить в предпочтительные источники Google
13 декабрь Учалы ҡалаһының Некрасов урамында шәхси йортта янғын сыға. Был ваҡыт өйҙә 16 һәм 11 йәшлек ике ҡыҙ, шулай уҡ 40 йәшлек ир өйҙә булған. Баҡтиһәң, ир мейес яҡҡанда утынға тиҙ тоҡана торған шыйыҡлыҡ һипкән. Ҡыҙ һеңлеһенә һәм ут сығыуға сәбәпсе булған әсәһенең өйҙәш иренә янғын ялмап алған йорттан сығырға ярҙам итә.

Үҫмер ҡыҙ көслө тауышты ишеткәс, ирҙең ҡулдарына һәм өҫ кейеменә ут ҡапҡанын күргә. Мейес алдындағы иҙән дә яна башлаған. шул ваҡыт юғалып ҡалмай, ир шаңҡып торған арала, уның ут ялмаған кейемен һүндерә башлай һәм бүлмәнән сығыу юлын эҙләй. Ахырҙа, тәртешкә менән тәҙрәне ватып, һеңлеһен сығара, шунан күршеләренә янғын хаҡында хәбәр итә.

Ҡыҙ ОБЖ дәрестәрендә нисек өйрәттеләр, шулай эшәлнем, ти.
Афарин, батыр ҡыҙ!

Читайте нас