Ҡысытмаған урынды тырнау тап шул булалыр инде! Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Санкт-Петербургта Әхмәтзәки Вәлиди бюсын алып ташлауҙы талап итеү тураһында мәғлүмәт баҫылып сығыуға бәйле прокуратураға һәм Санкт-Петербург дәүләт университетына рәсми хаттар яҙҙы. Эш ниҙә һуң? «47news» баҫмаһы хәбәр итеүенсә, беренсе курс студентының әсәһе мөрәжәғәте буйынса прокуратура тикшереү үткәрә, бюсҡа нацизм билдәләре хас тигән һығымтаға киләләр. «Nation News» мәғлүмәте буйынса, Санкт-Петербург дәүләт университетында прокуратураның талабына ҡаршы килмәҫкә һәм бюсты алып ташларға хәл иткәндәр. Ҡоролтай хатында яҙыла - Санкт-Петербург дәүләт университеты биләмәһендә урынлашҡан бюст Әхмәтзәки Вәлидиҙең фәнни ҡаҙаныштарын таныу йөҙөнән ҡуйылған һәм уны донъяның фәнни йәмәғәтселегендә абруй ҡаҙанған ғалим-төркиәтсе булараҡ һынландыра. Бюст 2008 йылдың йәйендә университеттың филология факультеты биләмәһендә
ҡуйылған. Авторы — Өфө скульпторы Владимир Дворник. Бюст менән бер үк ваҡытта Санкт-Петербург университетында фәҡәт Әхмәтзәки Вәлиди исемендә Төрки тикшеренеүҙәр үҙәге асылған, ти. Ә Әхмәтзәки Вәлиди фашист түгел икәнлеген теүәл аҡыллы кешеләргә аңлатып тороуҙың һис тә кәрәге юҡтыр!