Баҡалы районынан 51 йәшлек ир етенсе класс уҡыусыһының сәләмәтлегенә еңелсә зыян килтереүҙә ғәйепләнде, ошо көндәрҙә суд уға ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы.
Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, хәл былай була. Иҫке Ҡорос ауылы мәктәбе уҡытыусыһы иренә уҡыусының дәрестә тыңламауы һәм уға дәрес үҙғарырға ҡамасаулауы тураһында ҡайтып һөйләй. Уҙған йылдың октябрендә ир үҫмерҙе урамда осрата һәм маңлайына һуға, үҫмерҙең һаулығына еңелсә зыян килтергән.
Әйткәндәй ир енәйәт ҡылыуҙа ғәйебен таныған. Суд уҡытыусының ирен 240 сәғәтлек мәжбүри эштәргә хөкөм итте. Ирҙең суд ҡарарына ялыу биреү өсөн 10 тәүлеге бар.