Яйыҡ
+18 °С
Облачно
Новости
8 Февраля 2021, 05:39

Учалы районында юл-транспорт һәләкәте

Биш кеше имгәнде

Добавить в предпочтительные источники Google
6 февраль сәғәт өс тирәләрендә төбәгебеҙҙә юл һәләкәте теркәлде, тип хәбәр итте беҙгә ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова.
Белорет-Учалы-Мейәс автоюлының 142-се километрында “Газель” һәм "Nissan Murano" автомобилдәре маңлайға-маңлай бәреләләр. “Газель” менән 44 йәшлек Свердловск кешеһе идара итһә, “"Nissan" руле артында 42 йәшлек беҙгә яҡташ ҡатын ултырған була.
Ҡаты бәрелеш һөҙөмтәһендә ике водитель, шулай уҡ еңел автомобиль пассажирҙары ( водитель ҡатындың ире, 10 һәм 14 йәшлек улдары) дауаханаға һалыналар.
Юлда һаҡ булығыҙ, яҡташтар, хәрәкәт ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!
Фотографиялар – ЮХХДИ инспекцияһыныҡы.
Читайте нас