Шөкөр итә белмәй тик кешеләр...
Яңы йылға тиклем ҡар яуманы,
Бейек-бейек көрттәр күрмәнегеҙ;
Ҡар юҡ, тип һеҙ, эй, ныҡ мыжынығыҙ,
Ҡар күмгәйне - тағы әрләнегеҙ.
Ҡарҙар яуһа - күктең төбө төшкән,
Аяҙ булһа - ниңә яумай икән?
Кеше ниңә ошо гүзәл ерҙә
Риза ғына булып тормай икән?
Яҙ һуңлаһа,тағы әрләрһегеҙ,
Иртәләһә,тағы көйөрһөгөҙ;
Яҙҙар иртә килһә,йәй һыуыҡтар
Кәрәктәрҙе бирер,тейерһегеҙ.
Барыһы ла - Аллаһ ҡөҙрәтендә,
Кәрәгенсә генә көндәр үтә,
Шөкөрҙәрҙе белмәй тик кешеләр,
Шулай мыжый-мыжый донъя көтә.