Яйыҡ
+12 °С
Ясно
Новости
8 Марта 2021, 04:43

Фархшатова Луиза Азамат ҡыҙы

Билдәле яҡташыбыҙҙың тыуған көнө

Добавить в предпочтительные источники Google
Фархшатова Луиза Азамат ҡыҙы (8 март 1953 йыл) — радио һәм телевидение ветераны, журналист, сценарийҙар һәм телевизион фильмдар авторы, Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының «Тамыр» балалар студияһын ойоштороусы. Рәсәй Федерацияһының Кинематографистар союзы ағзаһы[1]. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994). Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2012)[2].

Луиза Азамат ҡыҙы Фархшатова (ҡыҙ фамилияһы - Әхмәҙиева) 1953 йылдың 8 мартында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Урта белемде Уральск мәктәбендә ала.
1978 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-урыҫ бүлеген тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡорт АССР‑ының Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында башлай. Ошо йылдың 1 сентябренән Башҡортостан радиоһының музыкаль мөхәррире була.
1983 йылдың сентябренән — Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының кадрҙар бүлегендә өлкән инспектор, 1990 йылдың ғинуарынан — хаттар бүлеге комментаторы.
1992 йылдың февралендә Луиза Фархшатоваға 1991 йылда яңыртылған Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы составында «Тамыр» балалар студияһын ойоштороу буйынса мөһим бурыстар йөкмәтелә: ул «Тамыр»ҙың художество етәксеһенән уның директорына тиклем хеҙмәт юлы үтә.
Артабан 2000 йылдың октябренән 2006 йылғаса Луиза Фархшатова «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директор урынбаҫары һәм телевидение студияһы директоры булып эшләй.

Китаптары

  • Ләйсән — Беҙҙең байрам. Хәтирәләр китабы-альбом (2016)[3]
  • Тәҡдир. Ғофран мәсетенең имам хатибы Ғәли Хәсәнов тураһында китап-альбом (2011)
  • Йәшәмеш (ике телдә; 2009)
  • Абдулла. Абдулла Солтанов ижады һәм тормошона арналған китап-альбом (-2008)
  • Йәшәмеш аҡыл йыя (2007)
  • Йәшәмеш ағай булды. «Аҡбуҙат» журналы китабы. (2003)
  • Йәшәмеш ағай, имеш. (2002)
  • Йәшәмеш үҫә. (2000)
  • Мәғлүмәттәр Башҡорт Википедияһынан алынды.
  • Читайте нас