#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Уҙған йылда коронавирус арҡаһында туҡтап ҡалған диспансеризация кампанияһы яңынан башлана. Быйыл 2003, 2000, 1997, 1994, 1991, 1988, 1985, 1982 йылда тыуғандар һәм 40 йәштән өлкән барлыҡ граждандар медицина тикшереүе үтергә тейеш.
Коронавирусҡа бәйле быйыл был сара алдан яҙылыу буйынса ойошторола, шуға күрә кешеләр сәғәттәр буйы сиратта, бер коридорҙа баҫып тормаясаҡ. Бының өсөн үҙеңдең поликлиникаңдың регистратураһында, 13-01 телефоны буйынса, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы йәки «Табипҡа» мобиль ҡушымтаһы аша яҙылырға мөмкин. Быйылғы йылдың тағы бер яңылығы – санитар талаптарҙы үтәү. Пациенттар өсөн битлек кейеү һәм метр ярымға тиң социаль араны һаҡлау мотлаҡ.
Билдәләнгән көндә һеҙ үҙегеҙҙең поликлиникағыҙға барып, медицина иҫкәртеү бүлмәһенә мөрәжәғәт итәһегеҙ ҙә маршрут ҡағыҙы алып, барлыҡ табиптарға күренәһегеҙ. Иң аҙаҡтан терапевт ҡарай һәм кәрәк тип тапһа, икенсе этапҡа йүнәлтмә бирә. Был осраҡта инде проблемалы ағзаларҙы ныҡлабыраҡ тикшерәсәктәр.
Халыҡтың сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлек күреү, төрлө сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлау, уларҙы иҫкәртеү буйынса саралар күреү ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ҡуйған төп бурыстар иҫәбендә.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/auli-ibi-i-yarti-i--ebe--n-tora-714397/