

18 йәштән өлкән, суд тарафынан эшкә яраҡһыҙ тип танылмаған һәм холоҡ төҙәтеү колонияһында ултырмаған Рәсәй Федерацияһы граждандары.
Үҙеңдең һайлау участкаңды нисек табырға:
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының цифрлы сервисы аша;
Дәүләт хеҙмәттәре порталында – «Һайлауҙар» баннеры буйынса;
8-800-200-00-20 телефоны буйынса шылтыратып.
Кандидаттар тураһында мәғлүмәт менән ҡайҙа танышырға мөмкин: Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы сайттарында, шулай уҡ тауыш биреү өсөн тәғәйенләнгән биналарҙағы мәғлүмәт стендтарында.
Айырым категория граждандар өсөн өйҙә тауыш биреү мөмкинлеге бар (өлкәндәр, инвалидлығы булған кешеләр һәм башҡа етди сәбәптәр булғанда). Бының өсөн үҙегеҙҙең участка комиссияһына ғаризаны 20 сентябрҙән дә һуң түгел көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем яҙма рәүештә йәки телефондан шылтыратып ебәрергә кәрәк. Учалы территориаль һайлау комиссияһы телефоны: 8(34791) 6-02-92.
Һайлауҙар буйынса һорауҙарығыҙ булһа, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының ҡыҙыу линияһына мөрәжәғәт итегеҙ: 8-800-347-54-54.
Сығанаҡ - Учалы район хакимиәте