Яйыҡ
+13 °С
Ясно
Новости
18 Сентября , 11:20

ҺАЙЛАУҘАР-2026

Учалы районында Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына туғыҙынсы саҡырылыш депутаттарын, Учалы ҡала биләмәһе Советына, Миндәк һәм Туңғатар ауыл Советтарына өҫтәмә депутаттар һайлау старт алды. Һайлау участкалары учалылар өсөн иртәнге сәғәт 8-ҙә ишектәрен асты. Беренселәрҙән булып тауыш биреүселәр араһында — Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов.

Добавить в предпочтительные источники Google
ҺАЙЛАУҘАР-2026ҺАЙЛАУҘАР-2026
ҺАЙЛАУҘАР-2026

18, 19, 20 сентябрҙә барлыҡ участка һайлау комиссиялары иртәнге 8.00-ҙән киске 20.00-гә тиклем эшләйәсәк. Участкаға килергә мөмкинлеге булмаған граждандар үҙҙәренең участка һайлау комиссияһына шылтыратып, өйҙәрендә тауыш биреү өсөн комиссия ағзаларын саҡыра ала.

Үҙегеҙҙең һайлау участкаһын РФ Үҙәк һайлау комиссияһы порталындағы «Һайлау комиссиялары һәм референдум комиссиялары тураһында мәғлүмәт» сервисы ярҙамында табырға мөмкин. Йәшәгән адресығыҙҙы эҙләү юлына индереү етә — система яуап итеп тейешле участка комиссияһының номерын, уның адресын һәм телефондарын бирәсәк. www.cikrf.ru/digital-se...

Үҙеңдең УИК-ты шулай уҡ Учалы территориаль һайлау комиссияһынан да белергә мөмкин: 8(34791) 6-02-92.

Әгәр тағы ла һорауҙарығыҙ булһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының «Ҡыҙыу линия» телефоны: 8-800 347 54 54 Рәсми сайт: bashkortostan.izbirkom.ru

 

Һайлаусыларҙы әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ!

ҺАЙЛАУҘАР-2026
ҺАЙЛАУҘАР-2026
ҺАЙЛАУҘАР-2026
Автор:Алия Даутова
Читайте нас