Яйыҡ
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
30 Июль 2021, 10:14

Фатима Алтынбекова бүләкләнде

Сираттағы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Фатима Алтынбекова бүләкләнде
Фатима Алтынбекова бүләкләнде

Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов интернеттағы сәхифәһендә яҡташыбыҙ Фатима Алтынбекованы ҡотланы. Баҡһаң, компьютерҙа эш итеү оҫталығы буйынса дистанцион республика конкурсында награда менән билдәләнгән икән. Быға тиклем дә пенсионерҙар араһында байтаҡ республика, Рәсәй конкурстарында ҡатнашҡан, еңгән. Бындай ханымдарға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Заман технололияларын тик компьютерҙа уйнап ултырған байтаҡ йәштәргә ҡарағанда яҡшыраҡ белә торғандар. Ғөмүмән, кеше ҡыҙыҡһына, яңыға ынтыла икән - ул нисә йәштә лә йәш булып ҡала!

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: