Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
21 Февраль 2020, 11:55
Победа 1945-2020

Тәүге «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы» миҙалдары тапшырылды

19 февралдә район Советы сессияһы үҙенсәлекле башланды - төбәгебеҙҙең дүрт хөрмәтле ветеранына тәүге «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыл-лығы» миҙалдары тапшырылды.

19 февралдә район Советы сессияһы үҙенсәлекле башланды - төбәгебеҙҙең дүрт хөрмәтле ветеранына тәүге «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы» миҙалдары тапшырылды.
Бына улар, яңы миҙалды беренсе булып алыусылар: Әхмәт Хажи улы Вәлиев (15.08.1927 йыл), өлкән сержант. Япондар менән алыша. Петр Иванович Пирожок (03.09.1927 йыл), өлкән лейтенант, элемтәсе. Япондар менән алыша. Фәрит Вәлиәхмәт улы Хәмитов (10.08.1925 йыл), сержант. 1-се Украина фронты сотавында немец илбаҫарҙарына ҡаршы алыша. Өс яугир ҙа байтаҡ орден-миҙалдар кавалерҙары.
Тыл ветерандары ла онотолманы. Маһиямал Зөбәйер ҡы-ҙы Хәмитованың (1929 йылғы) күкрәгенә лә миҙал тағылды.
Был миҙал 2019 йылдың 13 июнендә РФ Президенты Указы менән булдырыла. Тәүге дүрт миҙалды быйыл ғинуар айында Владимир Путин үҙе Санкт-Петербургта ветерандар менән осрашҡанда тапшырҙы.
Читайте нас: