Яйыҡ
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Декабрь 2019, 18:05

«Башҡортостан саҡыра!» беренсе инвестиция форумы асылды

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Башҡортостан саҡыра!» беренсе инвестиция форумы асылды.

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Башҡортостан саҡыра!» беренсе инвестиция форумы асылды.
Форумдың төп бурысы — республика биләмәһендә эшләгән һәм яңы инвесторҙар менән «сәғәттең дөрөҫлөгөн тикшереү». Илдең стратегик инвесторҙары менән төбәктең һөҙөмтәле сәйәсәтен формалаштырыу мәсьәләләрен ткшереү ҙә мөһим.
Инвест-диалог өсөн Башҡортостандың баш ҡалаһына федераль башҡарма власть органдары, Рәсәйҙең тура инвестициялар, Сәнәғәтте үҫтереү, Моноҡалаларҙы үҫтереү фондтары вәкилдәре, шулай уҡ Азиянан һәм Европанан 500-ҙән ашыу ҡатнашыусы, яҡынса 300 компания, 120 киң мәғлүмәт сараһы вәкиле, 25 спикер килде.
Хеҙмәттәшлек тураһында алты килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана.
Көндөң тәүге яртыһында «Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы» союзы советының ултырышы асыла, бер нисә секция үҙ эшен башлай. Улар араһында — «Бизнесҡа ярҙам күрһәтеү инфраструктураһы: индустриаль парктар, иҡтисади зоналар, үҫеш институттары», «Бизнес яҡлау аҫтында» һәм «Һанлы донъя. Киләсәккә инвестициялар».
Көндөң икенсе яртыһында «Башҡортостан саҡыра!» республика презентацияһы, «Башҡортостан — файҙалы инвестициялар биләмәһе» пленар ултырышы була, уның модераторы булып Рәсәй журналисы һәм телевидение алып барыусыһы Владимир Познер сығыш яһай.
Бынан тыш, «Алға, Башҡортостан!» әүҙем инвесторҙар клубының ултырышын үткәреү күҙаллана.
«Башҡортостан саҡыра!» форумы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте бында алырға мөмкин.
Форумды ойоштороусылар — Башҡортостан Хөкүмәте, Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы, Башҡортостандың Конгресс-бюроһы, «Эшлекле Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.
"Башинформ".
Читайте нас: