Яйыҡ
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Декабрь 2019, 11:50

Киләсәкте булдырабыҙ, девизы аҫтында

2020 йылда ҙур сара - Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (БРХИ-2020) үтәсәк. Ул “Киләсәкте булдырабыҙ!” девизы аҫтында ойоштороласаҡ.

Актуаль
Киләсәкте булдырабыҙ, девизы аҫтында
2020 йылда ҙур сара - Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (БРХИ-2020) үтәсәк. Ул “Киләсәкте булдырабыҙ!” девизы аҫтында ойоштороласаҡ. Сараға әҙерлек 2018 йылда уҡ башланды. 2019 йылдың 1 октябрендә халыҡ араһында мәғлүмәт-аңлатыу эшен йәйелдереү тураһында рәсми иғлан ителде. Ҡала-районыбыҙҙа ла был йәһәттән эш әүҙем бара.
Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерлек буйынса “Башҡортостанстат” белгестәре вебинар уҙғарҙы. Һәр кешегә киләһе йылда үтәсәк халыҡ иҫәбен алыуҙың үҙенсәлектәрен белеү мөһим. Әйтәйек, 2020 йылда әлегәсә ҡулланылған традицион ысулдарҙан тыш, халыҡ иҫәбен алыу тәүге тапҡыр интернет ярҙамында ойоштороласаҡ, һәр теләгән кеше һорауҙарға яуапты «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында тултыра аласаҡ.
Халыҡты бөгөнгө тыныс булмаған заманда иҫәп алыусыны мутлашыусыларҙан нисек айырырға, тигән һорау ҡаралды. Иҫәп алыусылар махсус кейемдә буласаҡ һәм уларға иҫәп алыу ваҡытына таныҡлыҡ биреләсәк. Таныҡлыҡта фото булмағанлыҡтан, ул паспорт күрһәткәндә генә ғәмәлдә тип иҫәпләнә. Шулай уҡ иҫәп алыусыны йортона индерергә теләмәүселәр өсөн махсус иҫәп алыу участкалары эшләйәсәк.
Иҫәп алыуҙа ҡатнашыу – ирекле. Унан баш тартыу өсөн бер ниндәй яза ла, штраф та юҡ. Бөтөн мәғлүмәт яуап биреүсенең һүҙе нигеҙендә тултырыла. Шул уҡ ваҡытта кеше ниндәйҙер һорауға яуап биреүҙән баш тартырға ла хоҡуҡлы.
Иҫәп алыуҙа өс төрлө бланк файҙаланыла: «Л» формаһы төп бланк булып тора һәм уға социаль-демографик характеристика (йәш, енес), гражданлыҡ, милләт, телдәр белеү һәм уларҙы ҡулланыу, йәшәү шарттары, миграция, белем, мәшғүллек һәм йәшәү сығанаҡтары тураһында 23 һорау индерелгән. Ул Рәсәй территорияһында даими йәшәгән һәр кешегә (бәләкәй балаларға ла) айырым тултырыла. «П» формаһы торлаҡ һәм санитар-гигиеник шарттар тураһында мәғлүмәт йыйһа, «В» формаһы илдә ваҡытлыса булыусылар өсөн тултырыла. Һорауҙарға күсер алдынан иҫәп алыусы йортта даими йәшәгән йәки ваҡытлыса булыусыларҙың барыһын да атауҙы һораясаҡ. Әммә иҫәп ҡағыҙына уларҙың номеры ғына индерелә. Исемлек кемделер ике тапҡыр иҫәпкә алмау йәки кемделер төшөрөп ҡалдырмау өсөн генә кәрәк.
Мәғлүмәттәрҙе анализлау һәм үҙгәрештәрҙе күҙәтеү өсөн элекке иҫәп алыу анкеталарындағы һорауҙарҙың күсеп йөрөүе лә мөһим. Шуға күрә традицион һорауҙар (енес, тыуыу датаһы, гражданлыҡ, туған тел, милләт һ.б.) үҙгәрмәй. Әммә заман менән бергә атлау өсөн заманса мәғлүмәт ихтыяжы яңылыҡтар индереүҙе лә талап итә. Мәҫәлән, халыҡтың мәшғүллеге тураһында тулы, ентекле картинаны күҙ алдына баҫтырыу һәм социаль-демографик сәйәсәтте камиллаштырыу өсөн йәшәү сығанаҡтары саралары тураһындағы һорауға “эш хаҡы”, “эшҡыуарлыҡ килеме, үҙмәшғүллек”, “шәхси ҡулланыу өсөн тауар етештереү” кеүек ярҙамсы аңлатмалар өҫтәлгән.
Мәшғүллек һәм эшһеҙлек буйынса ла һорауҙар блогы яңыртылған. Хеҙмәт миграцияһын өйрәнеү маҡсатында “Төп эш урынығыҙ ҡайҙа урынлашҡан?” тигән һорау аныҡлаштырылған. Бынан тыш, элек йәшәгән урын тураһында һорау индерелгән, ул һуңғы ваҡытта ғына түгел, һуңғы 10 йылдағы миграцияны иҫәпкә алырға ярҙам итәсәк. Иҫәп алыу ваҡытында рус теле йәки башҡа телдәрҙе белеүегеҙ менән генә ҡыҙыҡһынып ҡалмаясаҡтар, уларҙы көндәлек тормошта нисек ҡулланыуығыҙҙы ла асыҡлаясаҡтар. Ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәр арҡаһында мәғариф тураһындағы һорауҙар ҙа үҙгәрә. Мәҫәлән, “мәктәпкәсә белем биреү” графаһы өҫтәлгән, ә “урта һөнәри белем” графаһы ике подпунктҡа бүленгән – “квалификациялы хеҙмәткәр” һәм “урта звено белгесе”.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың тәүге һөҙөмтәләре - 2020 йылдың декабрендә, яҡынса йомғаҡ - 2021 йылдың февралендә, аныҡ һөҙөмтә 2021-2022 йылдар дауамында билдәле буласаҡ.
Лариса ИШМӨХӘМӘТОВА,
иҫәп алыу буйынса уполномоченный.
Читайте нас: