Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙҙең хаттар
14 Сентябрь 2018, 16:37

Бер-береһенә пар килгәндәр

Рәсүл ауылында барыһына ла өлгө булырҙай бик матур һәм уңған ғаилә йәшәй. Улар - Ғәзимә Сабретдин ҡыҙы менән Марс Хәбир улы Ишмөхәмәтовтар. Күркәм ғаиләнең иңгә-иң терәшеп йәшәүҙәренә инде 57 йыл. Тиҙҙән олпат - 80 йәшлек ғүмер байрамдарын туйларға йыйына икән улар. Ҡотлайбыҙ!

Рәсүл ауылында бары-һына ла өлгө булырҙай бик матур һәм уңған ғаилә йәшәй. Улар - Ғәзимә Сабретдин ҡыҙы менән Марс Хәбир улы Ишмөхәмәтовтар. Күркәм ғаиләнең иңгә-иң терәшеп йәшәүҙәренә инде 57 йыл. Тиҙҙән олпат - 80 йәшлек ғүмер байрамдарын туйларға йыйына икән улар. Ҡотлайбыҙ!

Йәшлек юлдары

күркәм

Марс ағай ишле ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килә. 7-се кластан һуң колхоз эшенә егелә. Тракторсы булып хеҙмәт юлын башлаһа ла, һуңынан үҙен механик, бригадир вазифаларына тиклем үрләтәләр.

Ғәзимә апай күрше Ҡоҙаш ауылы ҡыҙы. 7-се кластан һуң Белорет педагогия училищеһын тамамлап, үҙ ауылына эшкә ҡайта. Унда бер йыл эшләгәндән һуң, Рәсүл мәктәбенә күсә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, утыҙ өс йыл ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлай.

Балалары - йәшәү

мәғәнәһе

Тырыш ғаиләлә үҙҙәре кеүек аҡыллы, эшһөйәр өс бала үҫә - ике малай һәм бер ҡыҙ. Әлеге ваҡытта балалары үҙ тормоштары ме-нән йәшәй. Оло улдары Илгиз Хабаровск крайында хәрби булған. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, тыуған яғы - Учалыға ҡайтып, хәрби комиссариатҡа эшкә урынлаша. Тормош иптәше менән ике балаға ғүмер бүләк итәләр, уларҙы тәрбиәләп үҫтереп, юғары белем алырға ярҙамлашалар.

Уртансы Илдус улдары себер тарафтарында эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Хеҙмәт юлын әле лә дауам итә. Ҡатыны менән бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтергәндәр. Балалары юғары белемле.

Ләйлә ҡыҙҙары әсәһенең юлын һайлаған. Ул байтаҡ йылдар инде Учалы ҡалаһында математика фәне-нән балаларға белем бирә. Раят исемле бер ул тәрбиәләп үҫтергән. Ул Өфө дәүләт авиация университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, магистратурала ла белем алды.

Ауылдаштар хөрмәт

итәләр

Бәхетле олатай менән өләсәй балаларының, биш ейән-ейәнсәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәй. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡура тултырып ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса тултырып йәшелсә-емеш, сәскә үҫтерәләр. Алсаҡ һәм уңған хужа менән хужабикә һәр кемгә ихлас һәм ярҙамсыл. Шуға ла уларҙы бар ауылдаштары ла хөрмәт итә, үҙ итеп ярата.

Татыу, йылы һәм ихлас мөнәсәбәттәре лә иғтибарға лайыҡ. Сөкөрләшеп, кәңәшләшеп йәшәй улар. Тирә-яҡтағыларға нур өләшеүҙән йәм табалар.

Арабыҙҙа шундай тырыш, өлгө алырҙай ғаиләләр күберәк булһа, киләсәгебеҙ ҙә яҡты һәм өмөтлө буласаҡ!

Гүзәлиә ДИНМӨХӘМӘТОВА,

Рәсүл ауылы.
Читайте нас: