Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙҙең хаттар
18 Сентябрь 2018, 14:54

Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр тиҙәр

«Ерҙе тәбиғәт биҙәй. Уны яратҡан кеше бәхетле», - тип әйткән билдәле бер аҡыл эйәһе.

«Ерҙе тәбиғәт биҙәй. Уны яратҡан кеше бәхетле», - тип әйткән билдәле бер аҡыл эйәһе.

Эйе, тәбиғәткә бағышлап шағирҙар шиғырҙар яҙа, композиторҙар йыр ижад итә, рәссамдар һүрәт яһай. Ә Ислам динендә былай тиелгән: «Сөләймән пәйғәмбәргә (с.ғ.с.) Аллаһы Тәғәлә иң ҙур вазифа биргән - батшалыҡ, байлыҡ... Ул ҡоштар һәм йәнлектәр телен аңлай белгән. Бер ваҡыт ғәскәре менән ул юлға сыға. Шул мәлдә инә ҡырмыҫҡа, иптәштәрен ҡотҡарып ҡалыр өсөн, ҡысҡырып уҡына башлай: «Ҡасығыҙ, йәшенегеҙ, тапап китмәһендәр!» - тип өндәшә. Аллаһы Тәғәлә ҡабул итә ҡырмыҫҡаның теләген һәм Сөләймәнде ғәскәре менән кире бора.

Икенсе тапҡыр ҡара ҡырмыҫҡа Аллаһҡа ямғыр һорап мөрәжәғәт итә: «Ҡабул ит теләгемде, беҙ ҙә һинең мәхлүктәрең бит», - ти.

Шул уҡ ваҡытта Сөләймән пәйғәмбәр ҙә (с.ғ.с.) ғәскәре менән юлға сығып, Аллаһы Тәғәләнән ямғыр һорай, тик теләге ҡабул ителмәй. Шундай яуап ала ул: «Һиңә тиклем доға уҡылған инде». Ғәскәр тағы кире борола. Ҡойоп ямғыр яуырға тотона.

Эйе, бөтә рәнйетелгәндәрҙе Аллаһы Тәғәлә күреп тора һәм уларҙы яҡлай. Дини юлда булмағандарҙы ла, теләктәре изге һәм ихлас булғанда, яҡлай һәм ярлыҡай.

Быйыл беҙҙең Туңғатар ауылында муйыл бик уңды. Ағастар аҡ күлдәктәрен кейеп, тирә-яҡҡа хуш еҫтәрен бөрктө. Мин дә бер нисә тапҡыр тәмле емештәрҙе йыйырға барҙым. Әлбиттә, шар эсен ҡуйы үлән, ҡороған ағастар, кесерткән баҫҡан. Йырып атланым. Бер ыңғайы ҡомалаҡ йыйып алып ҡайтырға ла булдым. Шул мәлдә ҡот осҡос хәлде күреп, йөрәгем әрнене - күпләп муйыл ағастары бысылған, йығылтылған ине. Ниндәй вәхшиҙәр быны эшләне икән?! Ҡот осҡос күренеш!

Ата-бабаларыбыҙ беҙгә тәбиғәтте һаҡларға ҡушты, васыят итеп тапшырҙы бит. Урмандарҙа элек-электән ҡоштар һайрай, йәнлектәр йәшәй. Хәҙер килеп беҙ уларҙың барыһына ла ҡәбәхәтлек күрһәтәбеҙ. Элек ололар әйтә торғайны: «Ағастарҙы юҡҡа сығармағыҙ, ҡулығыҙ ҡорор!» - тип. Хәҙер халыҡ урманға барғанда бер ҡулына силәк, икенсеһенә балта тотоп йөрөй. Шул рәүешле ҡыланһаҡ, бар ағаслыҡтар юҡҡа сығып бөтөр инде! Тәбиғәттән ни ҡала!

Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙең ошо ҡылмыштарына яуап итеп язаһын да бирә бит - ҡышын - ҡар, йәйен ямғыр яумай. Йәй бик һуңлап килә, ә әҙәми зат барыбер аңламай, тәүбәгә килмәй. Тәбиғәт кешеһеҙ йәшәй ала, ә кеше унһыҙ йәшәй алырмы һуң?

«...Урман шаулап үҫә,

Тормош дауам итә», - тип йырлағанда күҙҙәрҙән йәштәр тәгәрәп ағыр инде...

Эй, кешеләр! Телһеҙ тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл һәм уяу булайыҡ! Бер көн менән генә йәшәмәйек, иртәгәһе көнөбөҙҙө алдан ҡайғыртайыҡ!

Таңһылыу ЯНБАЕВА,

Туңғатар ауылы.
Читайте нас: