Яйыҡ
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙҙең хаттар
16 Октябрь 2018, 10:43

Изге башланғыстар ихтирамға лайыҡ

Һәр бер ауылдың легендаларға, риүәйәттәргә торошло шәхестәре булған. Берәүҙәр, Ватанын һаҡлап, иле, халҡы өсөн ғүмерен биргән.

Һәр бер ауылдың легендаларға, риүәйәттәргә торошло шәхестәре булған. Берәүҙәр, Ватанын һаҡлап, иле, халҡы өсөн ғүмерен биргән.

Икенселәр, тыуған ерендә изге эштәр башҡарып, исеме халыҡ хәтеренә мәңгелеккә инеп ҡалған. Бөгөнгө көндә әллә күпме ауылдарҙа теге йәки был кеше исеменә бәйле шишмәләр, күперҙәр, быуалар бар. Мәҫәлән, минең тыуған ауылымда, Рысайҙа, Гөлбикә исемле апай, үҙенең ҡарап ҡына торған һуңғы һыйырын һуйып, әҙәм үтмәҫлек һаҙлыҡ аша күпер һалдыра. Ауылдаштары уға ғүмер буйы рәхмәт уҡый.

Инде ул күпер бик күп тапҡыр яңыртылды. Урыны ла саҡ ҡына ситкәрәк күсерелде. Әммә «Гөлбикә күпере» исеме халыҡ хәтеренә оло хөрмәт менән мәңгелеккә яҙып ҡуйылды.

Рысай ауылы Аҡбулат аймағының өлкән апай-ағайҙары һоҡланырлыҡ изге эш башҡарҙылар. Үҙ иҫәптәренә Рауил Фәйзуллин (81 йәш), Менәүрә Зарипова (87 йәш), Сәлиха Фәйзуллина (79 йәш), Мәрйәм Зарипова (78 йәш), Нәфисә Абдуллина (70 йәш) апайҙар Яйыҡ йылғаһы аша һалынған күпергә йәм өрҙөләр. Көндәр ни тиклем һыуыҡ, йонсоу булыуына ҡарамаҫтан, ошо күперҙең иҫке буяуын ҡырып, таҙартып, яңы буяуҙар һатып алып, күҙҙең яуын алырҙай итеп буянылар. Кәрәкле урындарын ағарттылар.

Эш һуңында ауылдың абыстайы, Мәрйәм апай Зарипова, тиҫтәләгән юлсыларға изге теләктәр теләп, аят уҡыны.

Эйе, бындай ваҡиға кемдәргәлер сәйер ҙә кеүек күренгәндер. Әммә йәш быуын өсөн был - өлгө булырҙай ҙур эш. Бәлки был традицияны рысайҙар башлап ебәрһә, бүтәндәр күтәреп алыр. Юғиһә, беҙ күп нәмәне кемдәндер көтөп өйрәндек түгелме?

Рәмилә СОЛТАНОВА,

Илсе урта мәктәбе

уҡытыусыһы.


Читайте нас: