Зыярат ул изге урындарҙың береһе. Ваҡытыбыҙ еткәс барыбыҙ ҙа шунда күсәсәкбеҙ.
Шуның өсөн был фани донъяла ваҡытлыса йәшәгән йорттарыбыҙҙы нисек таҙа, тәртиптә тотабыҙ, мәңгелеккә күсә торған йортобоҙ ҙа йыйнаҡ булырға тейеш.
Был йәһәттән Малай Муйнаҡ ауылы халҡы бик әүҙем. Төҙөкләндереү сараларында бик әүҙем ҡатнашалар. 2012 йылдан бирле июлдең беренсе аҙнаһының ял көнөндә үлгәндәрҙе иҫкә алыу көнө үткәрәбеҙ. Сарала барлыҡ ауылдаштар, ситтә йәшәгәндәр ҙә бик теләп ҡатнаша. Бында беҙ зыяратты сүп-сарҙан таҙартабыҙ, туғандарыбыҙ ҡәберҙәрен ипләйбеҙ. Был сарала мәктәп уҡыусылары ла ҡатнаша. Шуныһы бик тә ҡыуаныслы.
Мансур ауылы биләмәһе башлығы Әдип Ҡарамышев эшләй башлау менән беҙ зы-яратҡа капиталь ремонт яһарға аҡса бүлеүҙәрен һораныҡ. Ул беҙгә урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашырға тәҡдим итте. 30 октябрҙә ауылыбыҙҙа үткән йыйылышта бер тауыштан ошо тәҡдимде хупланыҡ.
Ауылыбыҙҙа шулай уҡ янғын хәүефһеҙлегенән ут һүндереү һыу ятҡыллығы юҡ ине. Депутатыбыҙ, Башҡорт алтын табыу кампанияһының директоры Ирек Ғиззәтуллин быйыл шул быуаны рәткә килтерҙе. Уға бик рәхмәтлебеҙ.
Биләмә башлығы Әдип Әҙһәм улы эшләй башлау менән ауылыбыҙҙа төҙөк-ләндереү эштәре алға китте. Газ үткәреү өсөн торбалар һалдылар, урамдарыбыҙ төнөн электр лампочкалары яҡтыһынан балҡып тора.
Килеп тыуған мәсьәләләрҙе һәр ваҡыт ыңғай яҡҡа хәл итеп, ярҙам ҡулы һуҙып тороусы башлығыбыҙға рәх-мәттәребеҙ сикһеҙ.
Шулай уҡ хужаһыҙ ҡалған йорттарҙы ла йәнләндереү-селәр табылды. Мәҫәлән, Йәшелбаева Рәйсә шул йорт-тарҙың береһен һатып алып бик матур ремонт эшләй, Бузыкаев Әхмәт тыуған төйә-генә ҡайтып ата-әсә нигеҙен рәткә килтереү менән мәшғүл, Бузыкаева Дидә апайҙың да балалары ҡайтып йорт тирә-һен рәткә килтереп киттеләр, Хәлитова Тәнзиә йорт һалып сыҡты. Ауылыбыҙға ҡот кереп ҡалды. Ҡалған буш ултырған өйҙәрҙе лә шулай тәртипкә килтерһәләр бигерәк тә һәйбәт булыр ине.