Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙҙең хаттар
9 Ноябрь 2018, 13:49

Ысын милиционер ине

Полиция хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы мин, Исрафилова Мөнирә Сиражетдин ҡыҙы үҙемдең тормош иптәшем Исрафилов Сәйәф Мансур улы тураһында бәйән иткем килә.

Полиция хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы мин, Исрафилова Мөнирә Сиражетдин ҡыҙы үҙемдең тормош иптәшем Исрафилов Сәйәф Мансур улы тураһында бәйән иткем килә.

Наурыҙ ауылы гете Сәйәф менән беҙ 1971 йылда оло мөхәббәт менән сәстәребеҙҙе сәскә бәйләнек. Ул йылдарҙа Сәйәф Сәфәр ауылында участка инспекторы булып эшләй ине. Мин, Өфө ҡалаһында махсус курстар бөтөп ҡайтып клубта, китапханала эшләнем. Бында беҙҙең ике ҡыҙыбыҙ донъяға килде. Сәфәрҙә дүрт йыл йәшәгәндән һуң 1975 йылдың но-ябрендә уны Учалы ауылына участка инспекторы итеп күсерҙеләр. Мин балалар китапханаһында эшләнем. Бында беҙҙең төпсөк улыбыҙ Илнур тыуҙы. 1985 йылда беҙгә ҡаланан фатир бирҙеләр. Һәм минең тормош иптәшем Сәйәф Мансур улы эске эштәр бүлегенең дежур часына эшкә күсте. Мин ҡала балалар китапханаһына китапханасы булып күстем һәм хаҡлы ялға тиклем шунда тырышып эшләнем.

Тормош иптәшемдең эше бик ауыр ине. Ул эшен бик яратып башҡарҙы һәм үҙенә йөкмәтелгән бурысҡа бик яуаплы ҡарай ине. Эшен һәр ваҡыт беренсе урынға ҡуйҙы. Сәфәр, Кирәбе, Первомай, Илсе, Рысай, Өргөн ауылдары участковыйы булып эшләне. Эшендә кешелек-ле, кеселекле булғаны өсөн бик абруйлы булды. Шулай уҡ тормошта ла ул тоғро ир, яратҡан атай, туғандарына өлгөлө ағай, әсәһенә яҡшы ул ине. Ситтән тороп педагогик институтты тамамланы. Милицияның дежур часында дежурный булып эш башлаһа, штаб начальнигы вазифаһына тиклем үрләне.

Йәмәғәт эштәрендә лә бик әүҙем, бер спорт ярыштарын да ҡалдырмай ҡатнаша торғайны. Саңғы ярыштарында тик призлы урындар яулар ине.

1995 йылда уға подполковник дәрәжәһе бирҙеләр. Шулай уҡ министрлыҡтан хеҙ-мәткә (за добросовестное отношение к исполнению долга) тигән маҡтау ҡағыҙҙары, эске эштәр бүлегендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.Хеҙмәттәштәре онотмай, йыл һайын полиция хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған байрамға саҡырып торҙолар. Унда ла икәүләшеп бара торған инек.

Хаҡлы ялға сыҡҡас та бер ҙә буш ятманы. Һаҡта эшләне. Тик ғүмере бик ҡыҫҡа булды. Малайыбыҙҙы уҡы-тып, башлы-күҙле итеүебеҙгә йөрәк ауырыу үҙенекен итте, арабыҙҙан китеп барҙы.

Мөнирә ИСРАФИЛОВА,

Учалы ҡалаһы.
Читайте нас: