Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙҙең хаттар
4 Ғинуар 2019, 17:33

Быйма

Мейес йылыһына саҡ иҙерәп йоҡлап киткән Гөлниса атаһының ҡысҡырып әсәһен әрләгән тауышҡа ҡурҡып уянды. Әсәһен яҡлаша алмағанына, атаһы алдында көсһөҙлөгөнән йөрәге әрнеп ауыртырға кереште... Үҙенән кесе ике ҡустыһы эргәләге карауатта бер нимә белмәй иҙерәп йоҡлайҙар.

Мейес йылыһына саҡ иҙерәп йоҡлап киткән Гөлниса атаһының ҡысҡырып әсәһен әрләгән тауышҡа ҡурҡып уянды. Әсәһен яҡлаша алмағанына, атаһы алдында көсһөҙлөгөнән йөрәге әрнеп ауыртырға кереште... Үҙенән кесе ике ҡустыһы эргәләге карауатта бер нимә белмәй иҙерәп йоҡлайҙар.
“Атай бая ғына өйҙәгеләргә екеренеп йоҡлап киткәйне, тағы уянған”. Атаһы балаларҙың арып йоҡоға талғандарын да, инде төн уртаһы еткәнендә иҫәпкә алмай, һаман шашыныуын белде генә.
“Мин бит һиңә араҡы алып ҡуйырға ҡуштым түгелме, тауыҡ баш”, –тип екеренде. Ҡатыны Нәсимә балалары тауышҡа уянып ҡуймаһындар тип, Бәкерҙе тынысландырырға маташты. “Мин аҙыҡ-түлек алдым, ҡалған аҡсаға Гөлнисаға быймалар”, - тине ҡалтыранған тауыш менән. “Мин һиңә нимә ҡушҡанды аңламаныңмы ни, араҡы ҡайҙа”, - тип ҡатынға килтереп тондороп та ебәрҙе. Уныһы тәгәрәп барып та төштө. Шашынған ир, ҡорбанына ташланырға ынтылған януарҙай, тағы Нәсимәгә һуғырға ынтылды. Шулш мәл төпкө бүлмәнән Гөлниса йүгереп килеп сығып атаһының ҡулына аҫылынды. “Атай, атай, теймә әсәйгә, һуҡма”, тип ҡысҡырҙы.
Шашыныуынан һәм асыуынан шартлар сиккә еткән Бәкер Гөлнисаға бер килке ҡарап торҙо ла: “Ә-ә-ә, быйма кәрәк инеме һиңә, ҡайҙа килтер әле быймаларыңды”, - тип аҡырҙы. Гөлниса әсәһе алып ҡайтҡан быймаларҙы бөгөн әллә нисәмә тапҡыр кейеп ҡарап, уларҙың матурлығына һоҡланып пары менән бергә ҡәҙерләп ултыртып ҡуйған урындарынан барып алды ла, ҡурҡып ҡына атаһының ҡулына килтереп тотторҙо.
“Кем ҡушты һиңә ошо уймаҡтай әйбер өсөн аҡса әрәм итергә”, - тип тағы ҡатынына екерә башланы. Нәсимә ҡурҡыуын еңеп: ”Аяғында бөтөнләй бер нимә лә ҡалмаған бит баланың, шуға ғына алдым”, - тине үҙен-үҙе аҡлағандай.
“Хәҙер күрһәтәм мин һиңә күрмәгәнеңде, икенселәй аҡса туҙҙырып һорауһыҙ әйбер алып ҡара”, - тине лә, янып торған мейес эсенә быйманы тыға башланы. Хәлде ситтән күҙәтеп торған Гөлниса бар ҡурҡыуын онотоп, быймаларға барып йәбеште. “Атай, яҡма минең быймаларҙы утҡа, зинһар, яҡма”, - тип субырлап күҙ йәштәренә төйөлдө. Ҡыҙының был ҡылығына былай ҙа асыуынан шартларға еткән иргә етә генә ҡалды. Ул кинәт һикереп торҙо ла, ҡыҙ баланы ҡулынан тотоп һөйрәтеп тигәндәй һыуыҡ соланға сығарып ебәрҙе. “Бына хәҙер кей инде йылы быймаларыңды”, - тип екерҙе.
Ҡыҙсыҡ ҡурҡыуынан һәм һыуыҡтан һуң ҡалтырап өшөй башлағас ҡына иҫенә килде. Өшөүҙән уның теше-тешкә теймәҫ хәлгә килде, шул саҡ ҡына ул ҡулында мейескә ташланыуҙан һаҡлап алып ҡалынған быймалары барлығын иҫенә төшөрҙө һәм уларҙы һыуыҡтан бер нимә тоймаған аяҡтарына кейеп алды.
Өйгә кире инергә Гөлниса батырлыҡ итмәне, сөнки “атай” исемен йөрөткән бәғзе кеше һаман өй тултырып аҡырына ине.
Утыҙ градуслы һыуыҡта соланда күлдәксән генә тороп түҙер әмәле ҡалмаған ҡыҙ күршеләргә инергә булды. Атаһы ныҡ эсеп ҡайтып ҡотора башлаһа, йыш ҡына уларға инеп йоҡлайҙар ине. Ләкин төн уртаһында бала кешенең көсһөҙ генә итеп ҡапҡа һуғыуын да, ҡалтырап өшөүҙән тын ғына илауын да бер кем дә ишетмәне лә, күрмәне лә. Ҡапҡа төбөндә бер аҙ тапанды ла, ныҡ өшөгәс кире өйҙәренә атланы. Ул яңынан үҙҙәренең соландарына инеп ишекте шым ғына тартып ҡараны, ләкин атаһы келәне лә элеп ҡуйғайны. Гөлниса әсәһенең сыҡҡанын көтөп, ишек төбөнә сүгәләне. Бер аҙҙан йоҡоһо баҫты, өшөүе лә бөттө, киреһенсә эҫе була башланы. Йоҡо аралаш аяғындағы быймаларына күҙ һалды ла үҙ алдына йылмайҙы. “Йомшаҡҡайҙарҙы мейескә бәрҙермәй, яуыз атаһынан саҡ һалдырып алып ҡалдым бит”, - тип шатланды.
Бәкер, ҡыҙҙары Гөлнисаны бер сәбәпһеҙҙән соланға сығарып ебәргәндән һуң, балаһы артынған ынтылған ҡатынына бар асыуын төшөрҙө. Уны йоҙроғо менән төйгөсләй башланы. Ҡатын ҡаршылашырға маташты, әммә хәленән килмәне. Ашап-эсеп, бер ҡайғы-хәсрәтһеҙ үҙен генә ҡайғыртып йәшәгән ир йоратының ғифриттәй кәүҙәһе алдында бер бәләкәй генә сәпсек хәлендә ҡалды. Ир асыуын ҡандырғандан һуң, Нәсимәнең иҫһеҙ кәүҙәһен төпкө бүлмәгә һөйрәтеп сығарҙы ла, ишекте ябып ҡуйҙы. Тауышҡа карауатта йоҡлап ятҡан ике малай ҙа күптән уянғайны, юрған аҫтында шым ғына ята бирҙеләр. Аталары хырылдар йоҡлап киткәнен ишетеү менән шым ғына әсәләрен саҡыра башланылар. Шул ваҡыт апаларының да эргәләрендә юҡлығын абайланылар. Малайҙар әсәһе тауыш бирмәгәс, аяҡ осонда баҫып төпкө бүлмәгә сыҡтылар. Әсәһенең иҙәндә ятҡанын күргән алты йәшлек Марат уны һаҡ ҡына ҡуҙғатырға маташты. Эргәһендә Вәкил ҡустыһы сеңләп илап ебәрҙе. Күпмелер ваҡыттан һуң әсәләре ыңғырашып аңына килде. Ҡатын көс-хәл менән тороп ултырҙы. Башына ныҡ ҡына эләккән күрәһең, ныҡ ауырыта. Ҡулы менән һыпырғайны, бер ус сәсе йолҡоноп сыҡты. Битенә танауынан аҡҡан ҡан уҡмашып ҡатҡан. Улдары әсәләрен йәлләп ҡосаҡлап алдылар. Шул мәлдә иренең ҡыҙы Гөлнисаны тышта ҡалдырыуы иҫенә төштө. “Эй, Хоҙай! Бәләкәсемә берәй хәл була күрмәһен, туңып ҡуймаһын инде”, - тип теләнеп уҡтай тышҡа атылды. Ҡараңғы ҙур соланда бер нимә лә күренмәй. Лампочкаһы янып сыҡҡайны, алыштырырға ҡулы теймәне шул. “Гөлниса, Гөлниса!” тип тауыш бирҙе, яуап ишетелмәне. Өйгә инепе шырпы алып сыҡты, ҡалтыранған ҡулдары менән сыйырға маташты. Үс иткәндәй уныһы янмаҫҡа маташты. Ниһайәт, ҡабынды. Ҡатындың шундуҡ күҙенә соландың бер мөйөшөнә һыйынып ултырған шәүлә салынды. “Бәләкәсем, бәләкәсем”, - тип Нәсимә ҡыҙын ҡулына алды. Кескәй генә кәүҙә боҙҙай һалҡын ине, аяғындағы быймалар бәҫле иҙәнгә ҡуша туңған. Ҡыҙын күтәргән ыңғайы улары һыпырылып төшөп ҡалды. “Быймаһын ғына тағы һатып алырбыҙ, үлә генә күрмә инде, ҡыҙым”, - тип өйгә инде. Гөлниса һиҙелер-һиҙелмәҫ тын ала башланы. “Тере-тере!” Ҡатын балаһын юрғанға төрҙө лә, күршеләренә йүгерҙе. Бар көсөнә ҡапҡаларын дөбөрләтә башланы. Тәмәке тартырға сыҡҡан күршеһе тиҙ генә ҡапҡаны асты ла, сәсе башы туҙған, бите ҡанға буялған Нәсимәне тәүҙә таныманы. Ҡатын һүҙен әйтә алмай тотлоҡто: “Унда, Гөлниса, үлә”, - тип кенә әйтә алды. Күршеләре тиҙ ярҙам машинаһы саҡыртты, милицияға ла хәбәр ебәрҙеләр. Бәкерҙең ғаиләһен ыҙалатыуы тәүгә түгел. Нәсимәне полицияға хәбәр ит, йә айырыл, тип күпме өгөтләнеләр. Бөгөн килеп балаһын үлтерә яҙған ир язаһыҙ ҡалырға тейеш түгел тигән фекергә килделәр.
Гөлнисаны ваҡытында дауаханаға алып барып өлгөрҙөләр. “Тағы берәй ярты сәғәткә тышта ҡалһа, ғүмерен һаҡлап ҡалып булмаҫ ине. Аяҡтарына ярай ҙа быймаһын кейгән, туңһалар, ҡырҡырға тура килер ине”, - тине табиптар. Ҡыҙыҡай иҫенә килеү менән иң тәүҙә быймаларын һораны. Әсәһе икенсе көнөнә ғәзизенең аяҡтарын һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән йошаҡ быймаларҙы ҡәҙерләп сумкаһына һалып ҡыҙсығына килтерҙе. Гөлнисаның йөҙө ҡояштай балҡыны, тап ошо быймалар арҡаһында үҙен үлемгә дусар итә яҙғанын бала күңеле менән аңламай ҙа ине.
Бәкерҙе полицияла оҙаҡ тоттолар. Һорау артынан һорау яуҙырҙылар. Әммә ир ғәйебен танманы, мин бер нимә лә эшләмәнем, тип ҡабатлауҙан туҡтаманы. Ахырҙа штраф сәпәп, ун биш тәүлеккә ултырттылар.
Нәсимә ошо ваҡиғанан һуң үҙе өсөн барыһын да хәл итте. Бәкер менән айырылышырға ғариза яҙҙы ла, балаларын алып ҡалаға апаһы янына юлланды. Апаһы йәшәргә урын да, эшен дә табып бирҙе. Малайҙарын балалар баҡсаһына урынлаштырҙылар, Гөлниса мәктәпкә йөрөй башланы. Ире ғәфү үтенеп, кире ҡайтырға күпме генә өгөтләһә лә, ризалашманы. Апаһы ла, ҡайтмайһың, тип ныҡ торҙо. Яҙмышының ҡырҡа боролош алыуына һис үкенмәне. Күңеле тыныслыҡ тапты, балаларына хәүеф янамай, иң мөһиме шул.
Әнисә ФӘРРӘХОВА.
Читайте нас: