Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙҙең хаттар
15 Март 2019, 15:52
Күңел ҡылдарын тибрәттеләр
Һәр йылдағыса Муса ауылы ҡатын-ҡыҙҙары 8 Мартҡа ар-налған күркәм сәй табыны артында йыйылды.
Һәр йылдағыса Муса ауылы ҡатын-ҡыҙҙары 8 Мартҡа арналған күркәм сәй табыны артында йыйылды.
Клуб мөдире Гөлназ Яҡупова был юлы Яңы Байрамғолдан ҡунаҡтар ҙа саҡырғайны. Мул һыйлы табында ашап-эсеп алғандан һуң, ҡунаҡтарға һүҙ бирелде, хөрмәт күрһәтелде.
Нәсимә Мөхәмәтдинова «Һандуғас»ты яңғыратыуға барыһы ла тын ҡалды, сихри моң береһен дә битараф ҡалдырманы, һушты алды.
- Мәктәп йылдарынан алып йырлайым. Башҡорт халыҡ йырҙарының күбеһен атайым Әбдрәхим Абдразаҡовтан отоп алдым. Ҡайһы бер йырҙарҙы ишеткәс, оҙаҡ ҡына күңелемдә йөрөтәм. Тәбиғәткә сыҡҡанда, яңғыҙ ҡалғанда йырлап өйрәнәм. Һуңынан ғына халыҡҡа тәҡдим итәм, - ти Нәсимә.
2014 йылдан алып байтаҡ конкурстарҙа ла ҡатнашып, призлы урындар алырға ла өлгөргән моңло ҡунағыбыҙ.
Артабан Нәжибә Хәйруллина һүҙ алды. «Илсе Ғайса»ны башҡарҙы ул. Вәт исмаһам тауыш! «Үҙемде белә-белгәндән йырлайым», - ти Нәжибә. Был ханым да конкурстарҙа ҡатнашып, уңыштарға өлгәшә икән.
Мәҫәлән, 2013 йылда Абдулла Солтанов призына үткәрелгән конкурста III урын яулаһа, шундай уҡ конкурста 2017 йылда I урын ала. 2014 йылда Бибикамал Мәһәҙиева исемендәге төбәк конкурсында III урынға сыға. 2015 йылда М. Ямалетдиновтың юбилейына арнап үткәрелгән конкурста улар икеһе лә III урынға сығалар. 2018 йылда Баҡшайҙа уҙғарылған «Фольклорҙың бер көнө» ярышында икеһе лә II урын алалар. Күп йырҙар, таҡмаҡтар, шиғырҙар яңғыраны ҡунаҡтарыбыҙ тарафынан был көндө. Ике сәғәт ярымға һуҙылған был байрам сараһынан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды. Рәхмәт уларға.
Фәниә ЛОҠМАНОВА,
Муса ауылы.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?