Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙҙең хаттар
15 Март 2019, 12:57

Әсәйҙәрҙең изге доғалары

Зәйнәкәй ауылында дүртенсе йыл ағинәйҙәр ҡоро эшләп килә. Уны етәкләүсе Гөлсирә Исламова ҡорҙаштарына эш табып ҡына тора.

Зәйнәкәй ауылында дүртенсе йыл ағинәйҙәр ҡоро эшләп килә. Уны етәкләүсе Гөлсирә Исламова ҡорҙаштарына эш табып ҡына тора.

Төрлө сараларҙа ҡатнашалар. Йәштәр өйләнешкәндә, никахтар уҡығанда йә булмаһа йәш киленгә һыу юлы башлағанда дини башҡорт йолаларын күрһәтәләр, төрлө өгөт-нәсихәттәр һөйләйҙәр, изге теләктәр теләйҙәр. Үҙҙәре һигеҙ кешенән торған «Әхирәттәр» исемле фольклор төркөмө лә төҙөгәндәр.

Күптән түгел ағинәйҙәр ауыл китапханаһында «Әсәйҙәрҙең доғалары бәхетле һәм көслө итә» тип исемләнгән сара үткәрҙеләр. Был сараға 1-4-се класта уҡыусы балаларҙың әсәләре саҡырылғайны. Оло апайҙар йәш әсәйҙәргә балалары хаҡында төрлө һорауҙар бирҙеләр. Һәр әсә үҙ балаһына ҡарата тик яҡшы ғына мәғәләмәлә булыуҙары һәм уларға изге матур теләктәр генә теләнеләр. Ағинәйҙәр килгән ҡунаҡтарға доға һәм әсә ҡарғышы тураһында бик фәһемле хикәйәләр һөйләне:

«Бөтә донъя байрам ҡаршыларға йыйына. Ауыл ситендә бәләкәй генә бер өй тәҙрәһендә емелдәп кенә янған ут күренә. Өй эсендә яңғыҙ әсә тәҙрәнән тәҙрәгә йөрөй, ел шаҡылдатҡан тәҙрә ҡапҡастарының тауышына ла һиҫкәнеп китә, күҙҙәре нурлана. Бына хәҙер улы ҡайтып инер ҙә: «Һаумы, әсәй, бына мин ҡайттым!» - тип, йылмайып, уға ҡаршы атлар, көслө ҡулдарын һуҙыр төҫлө. Улы: «Байрамға ҡайтып етәм», - тип сәләм ебәргән. Әсәгә өйө һыуынып киткәндәй булды. Ул яңынан мейесен тоҡандырҙы, инде бешеп, һыуынып бөткән ашын яңынан йылытырға уйлап, плита өҫтөнә ҡуйҙы, һүрелә башлаған самауырына күмер өҫтәп ебәрҙе.

Балаһының бына-бына ҡайтып инеүен, ҡыуаныслы осрашыу минуттарына өмөтләнеп, ул тәҙрә алдына килеп ултырҙы. Хәлһеҙ әсәгә яңынан көс ингәндәй, йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгергәндәй булды. Оҙаҡ ултырҙы тәҙрә алдында әсә. Таң әтәстәре лә ҡысҡыра башланы. Тик улы ғына уның ҡайтманы. Яңынан хәлһеҙләнгән әсә саҡҡа барып түшәгенә ауҙы:

- Ярай, балам, тура килмәгәндер, бәлки, ваҡытың булмағандыр, шуға ҡайта алмағанһыңдыр. Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә иҫән-аман йөрө, Хоҙай һине бәхетеңдән, тәүфиғыңдан айырмаһын! -тигән һүҙҙәрҙе бышылданы уның кипкән ирендәре.

Бына шулай балаһына тик яҡшылыҡтар, изгелектәр теләп, һуңғы доғаларын уҡып, әсәнең күҙҙәре мәңгелеккә йомолдо. Балаһының бер йылы һүҙе генә әсәнең күңеленә йылылыҡ биргән, йөрәгенә көс өҫтәгән, бәлки, бер генә төнгә булһа ла ғүмерен оҙайтҡандыр. Юҡҡа ғына әсә күңеле - балала, бала күңеле - далала, тип әйтмәйҙәр бит».

Сәбилә НӘҘЕРШИНА,

Зәйнәкәй ауылы.

Читайте нас: