Иҫке Байрамғол ауылында 8 Мартҡа ҡарата йыл һайын ҡатын-ҡыҙҙар араһында хоккей уйыны уҙғарыу матур йолаға әйләнде. Быйыл был уйын бишенсе йыл рәттән уйналды. Афарин!
Тәүге йылдарҙа уйындың бағыусыһы булып Туңғатар ауыл Советы сығыш яһаһа, былтырҙан алып сараны үткәреүҙе шәхси эшҡыуар, район Советы депутаты Мозафар Харис улы Ҡадиров үҙ өҫтөнә алды.
Тәүге йылда ауыл ҡатын-ҡыҙҙары үҙ-ара ғына ярыша ине, артабан тирә-яҡтан да командалар килә башланы, был иһә сараға йәнлелек һәм сәмлелек өҫтәп ебәрҙе. Йылдан-йыл командалар һаны ла арта, уйынсыларҙың кейемдәре лә шартына килтереп байый, уйнау кимәле үҙгәрә.
Ошо ваҡыт арауығында Балбыҡ, Туңғатар, Абҙаҡ, Комсомольск, Ҡорама, Ҡарт Муйнаҡ ауылдарынан килгән хоккей һөйөүселәр Әүеш боҙонда үҙҙәрен һынап, яңы таныштар табып, күңелле ял да итеп ҡайтты. Былтырҙан был исемлеккә Сәфәр ауылы командаһы өҫтәлде.
Быйыл да, йола буйынса, ҡатын-ҡыҙҙар боҙ майҙанына йыйылды. Әүештәргә таныш Абҙаҡ, Сәфәр, Ҡарт Муйнаҡ командаларынан тыш, быйылғы йылда яңы уйынсылар - Учалы ҡалаһынан район хакимиәтенең йыйылма команда ла килгәйне.
Уйын бик сәмле барҙы. Ярыштың тәүге мәлендә үк Сәфәр командаһы уйынсылары, үҫмер уҡыусы ҡыҙҙар, үҙҙәренең ентекле әҙерлеге, уйнау ысулы менән айырылып торҙо, ысын мәғәнәһендә командалы уйынды күрһәтте. Үҙ йәштәренә хас етеҙлек менән елдереп кенә йө-рөп уйнаны улар. Тура пас бирә белеү, шайбаны оҫта йөрөтөп, еңел генә ҡапҡаға гол индереп ебәреү менән улар үҙҙәренә ҡарата ихтирам да яуланылар, ҡаршы командаларҙың сәменә лә тейҙеләр. Тырышлыҡтары бушҡа китмәне - улар беренселекте берәүгә лә бирмәне. Абҙаҡтар ҙа мах бирмәне - тырышып уйнап, икенсе урынға сыҡты. Әйтергә кәрәк, Абҙаҡ ҡатындары күбеһе бәләкәй балаларын күтәреп килеп етә ярышҡа. Улар дәртле булыуҙары менән күптәргә өлгө булырлыҡ - ойоштороусылары, клуб мөдире Зөһрә Яҡупова етәкселегендә төрлө тарафтарҙа үткән ярыштарҙа актив ҡатнашып, сәләмәт тормош алып баралар.
Әүешкүлдәр йыл һайын да беренселекте бирмәй киләләр ине. Быйыл улар башҡаларға ла еңеү тәмен татырға мөмкинлек бирҙе - өсөнсө урын менән ҡәнәғәтләнделәр. Учалы һәм Ҡарт Муйнаҡ командалары Әүеш боҙон бик һаҡлыҡ менән самалап ҡараны һәм дүртенсе-бишенсе урындарҙы үҙ-ара бүлеште. Уйын барышында һәр команданың көйәрмәндәре ҡатын-ҡыҙҙарҙы дәртләндереп, улар өсөн янып-көйҙө. Мәҙәниәт йорто директоры Рита Әбдрәхимова иһә барыһын да ҡайнар самауыр сәйе менән ихлас һыйланы.
Уйын тамамланды. Мозафар Харис улы һәм судья Алик Хәсән улы Хәйбуллин командаларға грамоталар һәм аҡсалата бүләк, ә еңеүсе Сәфәр командаһына күсмә кубок тапшырҙы. Әлбиттә, бында әйтеп китеү ҙә урынлы булыр - был хоккейсылар мәктәп уҡыусылары һәм улар 12 -18 йәшлек ҡыҙҙарҙан торған берҙән-бер йәш команда. Хәҙерге компьютер һәм интернетҡа бәйлелек артҡан ваҡытта был йәш быуын вәкилдәренең хоккей менән мауығыуы тик маҡта-уға ғына лайыҡ.
Киләһе йылдарҙа башҡа ауылдарҙа ла был командаға ҡаршы уйнарлыҡ йәштәш хоккейсылар әҙерләгәндә, бик отошло булыр ине.
Гөлшат ШАҺИЕВА,
Әүешкүл ауылы.