Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙҙең хаттар
22 Март 2019, 15:11

Бала саҡ иленә сәйәхәт

Эй, бәхетле бала саҡ! Ни арала үттең дә киттең?! Ғаиләлә беҙ һигеҙ бала үҫтек. Ағайым, мин, икенсе баламын, тимәк, ҡалғандарға апаймын.

Эй, бәхетле бала саҡ! Ни арала үттең дә киттең?! Ғаиләлә беҙ һигеҙ бала үҫтек. Ағайым, мин, икенсе баламын, тимәк, ҡалғандарға апаймын.

Һеңле-ҡустыларға күҙ-ҡолаҡ булыу, өйҙәге эштәр башлыса минең иңдә.

Ата-әсәй көнө буйы ҡырҙа, бесәндә. Ҡайтҡас, атай сумкаһынан һыуыҡ һөтлө сәй, бер киҫәк ит, икмәк телеме алып бирә - бүлешеп ашап ҡуябыҙ. Эй, тәмле!

- Был һеҙгә ҡуян күстәнәсе, - ти ул йылмайып.

Хәҙер уйлайым да, атайыбыҙ үҙ ризығын ашамайынса беҙгә тип алып ҡайтҡан булған бит, беҙҙе уйлаған.

Беренсе класҡа уҡырға барғас, бик ныҡ сирләп киттем. Атайым эштән ҡайтты ла һалҡын ғына усын маңлайыма һалды. Уның яғымлы һүҙҙәре, күңел йылылығы миңә тиҙерәк һауығып аяҡҡа баҫырға ярҙам иткәнлеге иҫемдә.

Йәйҙең бер эҫе көнө. Рияз ҡустымды алып, Фуат ағайымдарға барҙыҡ. Төш ваҡытында ағайыбыҙ ҡымыҙ алып ҡайтып, беҙҙе һыйланы. Бер стакан ҡымыҙ йәш ярымлыҡ Рияздың быуынына төшкәндер ахырыһы. Ҡайтырға тип сыҡҡайныҡ, бала ҡамыр кеүек булды ла ҡуйҙы.

- Ҡустымды үлтерҙем, - тип илап, Риязды өйгә алып ҡайтып һалдым.

Ата-әсәй эштә. Рияз ята, беҙ илап ултырабыҙ. Өс-дүрт сәғәт үтеүгә ҡустым тирләп-бешеп йоҡонан уянды.

Ике йәш тә дүрт айлыҡ Фәнүр ҡустымды алып, Сәфәр ауылына Венера апайымдарға ҡунаҡҡа барғаным иҫемдә ҡалған. Ул ваҡыттарҙа автобус та, машина ла юҡ. Йәйәүләп, күтәреп алып барҙым. Көнө буйы унда булдыҡ та ҡайтырға сыҡтыҡ. Ярты юлды үткәс, Фәнүрҙең башына ҡараһам, сепрәк фуражкаһы юҡ бит бының.

- Фуражкаң ҡайҙа? - тип һорайым унан.

- Ул тегендә төшөп ҡалды, - тип күрһәтә миңә Сәфәр яғына ымлап.

Юлдан түбәнгә төшөрөп ултырттым да фуражканы эҙләп киттем. Бер сакрым тирәһе юлды үткәс, табылды сепрәк фуражкабыҙ. Кире килеп, башына батыра кейҙереп, ҡустымды күтәреп, ҡайтып киттем.

Әсәй эшкә киткәндә, ҡолаҡ кеүек рожки бешереп ашарһығыҙ тип әйтеп китте. Аласыҡта ут яғып, табаға май һалдыҡ та рожкиҙы бешерергә ҡуйҙыҡ. Бер мәл шарт-шорт килеп табалағы рожки «ата» башланы. Һуңынан ғына әсәйҙең уны тәүҙә һыуҙа бешереп, шунан ғына майлы табаға һалғанлығы иҫкә төштө. Беҙ ҙә шулай эшләп, тамағыбыҙҙы туйҙырҙыҡ.

Яйлап беҙ ҙә йорт эштәренә өйрәндек. Кер, иҙән йыуыу - барыһы ла ҡыҙҙар иңендә булды. Кискеһен, ата-әсәй эштән ҡайтҡас, бар ғаилә бергә йыйылған ваҡытта бик күңелле ине. Уйындар уйнай, мәрәкәләшә торғайныҡ.

Күрше-тирәләге бала-саға менән мәж килә инек. Шулай, бер мәл таш, шешә ярсыҡтары йыйып алдыҡ та кем йырағыраҡ ташлай ала икән тип ярыш ойошторҙоҡ. Ләйлә һеңлем менән ярышҡанда ватыҡ шешәне бәреп ебәреүем булды, уныһы туп-тура башына тейҙе лә ҡуйҙы. Ҡан саптыра ғына! Ҡурҡышымдан мин күмелгән бәрәңге рәттәре араһына барып йәшендем. Бер аҙ ултырғыс, әсәйҙән барыбер өлөш эләгер инде тип килеп сыҡһам, Ләйлә уйнап йөрөй. Башы бәйләнгән. Әсәй әрләмәне, ипләп кенә уйнағыҙ, тип әйтте. Юҡҡа йәшенгәнмен.

Ҙурая башлағас, ағайым мотоцикл менән йөрөрлөк булғас, мине ултыртты ла икәүләп Шакир тауына йөрөргә киттек. Ул ваҡыттарҙа Ғабдрахман Ҡадиров мотокросстар еңеүсеһе булған ваҡыт ине. Ағайым да, уға оҡшарға тырышып, тауҙы уратып, мотоциклды ҡыйшайтып тороп бик оҙаҡ йөрөттө.

- Ныҡ ултыр, шәп йөрөйәсәкбеҙ, - тип иҫкәртеп тә ҡуйырға онотманы.

Нисек кенә тотоноп ултырырға тырышмайым, остоҡ бер ваҡыт икебеҙ ҙә. Етмәһә, мотоцикл минең аяҡҡа төштө. Аяҡ ауырта, ҡайтырға сыҡтыҡ, сөнки атайҙың эштән ҡайтыр сағы етеп килә бит. Өҫтәүенә бензин да бөттө. Аяҡ ауыртһа ла мотоциклды этешеп ҡайтырға тура килде. Ҡылығыбыҙҙы атай барыбер белде, ағайыма бер аҙ эләкте инде, унһыҙ булмай.

Һанай китһәң,бала саҡтағы хәл-ваҡиғалар күп, береһенән-береһе ҡыҙыҡ инде ул. Һағынып та, моңайып та иҫкә алам ул мәлдәрҙе. Һәр ваҡыт атайыбыҙҙың:

- Дуҫ булығыҙ! Бер-берегеҙгә ярҙам итегеҙ, һеҙ бит бер туғандар, - тигән кәңәше ҡолаҡта һаман булһа яңғырай. Уны васыят итеп ҡабул итеп, кәңәшенән тайпылмайбыҙ.

Земфира СОЛТАНОВА,
Илсе ауылы.

Читайте нас: