Бала саҡ. Телевизор бик һирәк кенә өйҙә бар. Видеомагнитофон, компьютерҙың әле тәүге хәрефтәре лә юҡ.
Ауылға кино килһә - үҙенә күрә бер байрам. Һинд фильмдары булһа инде ауылдың йәше-ҡарты, бала-сағаһы дәррәү генә клубҡа ағыла. Урындар етмәһә кемдер тәҙрә тупһаһына менеп ҡунаҡлай (ә тәҙрәләр ҙур - һәр береһенә биш-алты кеше һыя), кемдер аяғүрә ҡарай.
Сеанс хаҡы (1 серия) - 5 тин. Мөгәзәйҙә (магазинды ниңәлер шулай тип йөрөттөләр) таяҡлы әтәс һурғысы ла шул хаҡ. Беҙ, малайҙар, шул биш тинде янда ҡалдырыр өсөн кино ташыған машинаны дүрт күҙ менән көтәбеҙ. Кино килһә кемуҙарҙан урам буйлап, саң борхотоп киномеханик ағайҙың эргәһенә килеп тә етәбеҙ. Кино күрһәткес аппарат юғарыла, шунда баҫҡыс буйлап кинотаҫма тулы банкаларҙы мендерергә, тамаша бөткәс таҫманы кирегә урағанын көтөп, тө-шөрөргә кәрәк. Шуның өсөн Ғилмияр ағай беҙҙе бушҡа индерә киноға. Ә әсәйҙәр биргән биш тин теге таяҡ башындағы әтәскә китә.
Кино килер көндәрҙе ятлап бөткән инек. Шуға инде бындай көндәрҙә клубтан йыраҡ китмәйбеҙ. Киномеханик Ғилмияр ағай эргәһендә уралабыҙ. Ә ул беҙгә шаҡ ҡатырғыс мәҙәктәр һөйләй.
- Д-ә-ә-ә, егеттәр. Кино ул - мөғжизә, үәт! (Ҡарасы, беҙгә «егеттәр» ти. Ә беҙҙең танау аҫтынан ҡыуыҡтар осоп-осоп ҡуя). Ә мөғжизәне кемдең генә күрәһе килмәһен. Ә клубҡа инеү - түләүле. Кемдеңдер ҡайһы ваҡыт аҡсаһы булмай, ә ҡарайһы килә. Үәәт! Аҡса булмау оят түгел, кәнишнә. Ҡайһы берәүҙәр йомортҡаһын тотоп та килә.
Ә минме? Мин индерәм. Инһендәр, күрһендәр. Тик бына яға аҫтына һалып килгәндәрҙе шайтаным менән бер күрәм. Эсмәгеҙ, тип әйтәлмәйем бит инде. Эсһендәр, тик кино ҡарарға килгәс, ҡараһындар шым ғына. Халыҡ бит тамаша ҡылырға килә, килмәйҙәр бит уларға ҡарарға. Ә улар. Йә геройҙарҙы ҡыс-ҡырып тороп маҡтап-хуплайҙар, йә дошмандарҙы эттән алып, беткә һалып хурлайҙар.
Ағайыбыҙ, былар тыңлай микән, тип беҙгә күҙ йүгертә. Ә беҙҙең күҙҙәр генә юлда, ә ҡолаҡтар ҡарпайған, ауыҙҙар шарҙай асылған - һүҙҙең дауамын көтәбеҙ.
- Теге Һаҙый ағайығыҙҙы беләһегеҙме әле?
Беҙ «Эйе» тигәнде белдереп, баш ҡағабыҙ .
- Үәт шул Һаҙый тамаҡ сылатып килергә ярата бит, әй. Йә, ярай, сылатһын да ти. Тик ниңә геройҙарға билдә ҡуйып, әселе-сөсөлө ҡысҡрып ултырырға! Әйттем бит, шайтаным менән бер күрәм мин ундайҙарҙы. Теге саҡта ла һинд киноһына килгән был йомортҡаһын тотоп. Индерәһе килмәй бит әй. Күҙҙәре йымылдаған бының, күренеп тора - яға артына байтаҡ һалған. Нисек кенә үпкәләтмәй бороп ҡайтарырға, тип уйлағансы тегенең сираты ла килеп етте. Йомортҡаһын сығарып ҡулға тоттороуға «шап» иттереп башҡа хәйлә килеп төштө.
- Ҡустыҡайым, мәйтәм. Был йомортҡалар бит баҫып ултырған тауыҡ аҫтынан. Батмай былар, батмай, - тим.
Һаҙый ҡусты бер елкәһен ышҡыны, бер маңлайын. Аптырағас, алан-йолан ҡараны ла «Башҡаһы юҡ!» - тип башын эйеп, сығып китте. Һуңынан үпкәләштереп йөрөнө кәнишнә. Уның ҡарауы халыҡ тыныс ҡараны киноны. Үәәт! - тип әйтеп бөтөүгә үрҙән төшөп килгән кино машинаһы ла күренде.
- Был ваҡиғанан һуң: «Ғилмияр ағайҙың тауығы ҡышын да баҫа икән», - тигән һүҙ таралды ауылда. Был мәҙәктең башын ишеткәс, ҡалғаны беҙгә ҡыҙыҡ түгел ине инде.
Марат СӘҒИТОВ.
Рысай ауылы.