Учалы районында ауылдаштар гөрләй. Яҡташтар йыйыны күп ауылдарҙа ойошторолдо.
Йорт-ҡураның, урамдарҙың тәртипкә килеүенә ҙур өлөш индергән, шәжәрәләр төҙөүгә этәргес яһаған, быуындар күсәгилешлеген һаҡлаған, ауылдаштарҙы бер ҡорға йыйған байрам 6 июль көнө Амангилде ауылында ла матур итеп уҙғарылды.
Байрам башланғас, мәртәбәле ҡунаҡтарҙы, ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙы милли кейемдәге ағинәйҙәр, балалар йыр-моң, бейеү, ҡымыҙ, буҙа менән һыйлап ҡаршы алды. Сараға Учалы район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко ла килгәйне.
Ҡунаҡтар ауыл тарихы, ошо төйәктең данын күтәргән кешеләр менән танышты. Мәҙәниәт йорто мөдире Гүзәл Шәрипова, Гөлфиә Нәжәрова байрамды күңелле, матур итеп алып барҙылар. Ауылыбыҙҙың имамдары Юнир Фәхретдинов һәм Салауат Нәжәров доға ҡылды. Таһир Ниғмәтуллин менән Салауат Нәжәров ниәтләп ҡорбан салдылар. Уларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ул көндө Азамат Суфьянов атлы егетебеҙ әрменән ҡайтып тора ине, халыҡ менән бергәләшеп уны ҡаршы алдыҡ.
Байрам майҙаны иртәнән кискә тиклем шау-гөр килеп торҙо. Яланда тирмә ҡорҙолар, мул табын әҙерләнде. Әлбиттә, ниндәй байрам ярышһыҙ үтһен инде. Уйындарҙа йәше лә, олоһо ла ихлас ҡатнашты. Футбол типтеләр, көйәнтә менән һыу ташынылар, тоҡ менән уҙыштылар. Әйткәндәй, байрамды үҙ көсөбөҙ менән уҙғарҙыҡ, ауыл халҡы аҡсалата ярҙам итте.
Йыйында ауылыбыҙҙың иң бәләкәсе Азалия Бахтигәрәеваны, иң оло вәкилдәре Рауза Йосопова менән Ирнас Ғәлинды, алтын туйҙарын билдәләүсе Минзифа һәм Әхмәт Хатиповтарҙы, йәш ғаилә Сулпан һәм Илгизәр Нәжәровтарҙы тәбрикләп, бүләкләп үттеләр.
Ауылдаштар байрамы йыр-бейеү менән үрелеп барҙы. «Дуҫлыҡ» фольклор ансамбленең (етәксеһе Гүзәл Шәрипова) сығыштары сараға йәм өҫтәне. Алтынай Нәжәрова, Яҙгөл Нәжәрова, Динара Әхмәтова килгән ҡунаҡтарға «Батмус» бейеүен бүләк иттеләр. Уларҙың сығышы көслө алҡыштарға күмелде. Бәләкәй генә булһалар ҙа, сәхнәлә өҙҙөрә баҫып бейейҙәр. Ҡыҙҙар йырлап та ишеттерҙеләр, әртистәрҙән кәм түгелдәр. Күҙ генә тейә күрмәһен үҙҙәренә!
Байрамды ойоштороуҙа ҙур әүҙемлек күрһәткән ауылдаштарға, ауыл хакимиәте башлығы Илдар Килмөхәмәтовҡа, хеҙмәткәрҙәренә, ауылдың әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Ринат Мәхийәновҡа бик ҙур рәхмәтлебеҙ.
Йыйын яҡташтар осрашыуы менән генә түгел, ауылдарҙың төҙөкләнеп ҡалыуы, шәжәрәләр төҙөлөүе менән дә әһәмиәтле.
Мират ШӘРИПОВ.
Амангилде ауылы.