Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙҙең хаттар
9 Август 2019, 11:49

Таҙа һыу ҡәҙере

Бөйөк Ватан һуғышы башланған ваҡыттар бөгөнгөләй иҫтә. Әйтәйек, ул ваҡытта Иманғол ауылы халҡы шишмәнән алып һыу эсә ине.

Бөйөк Ватан һуғышы башланған ваҡыттар бөгөнгөләй иҫтә. Әйтәйек, ул ваҡытта Иманғол ауылы халҡы шишмәнән алып һыу эсә ине.

Тәүгеһе - «Көҙөй шишмәһе», ул ауылдың Учалы яҡтан кергән ерҙә. Икенсеһе - «Түбәнге шишмә» - Исмәғил тауы ҡуйынынан сыҡҡан төп сығанаҡ булды беҙҙең.

1941 йылдың декабрь айы бик ҡаты һалҡындар менән башланып китте. Гәзиттәрҙә яҙҙылар: 40-41 градус һыуыҡ торғас, Мәскәү янындағы немец танктарының яғыулығы туңып ҡуҙғала алмай ултыралар, һалдаттары ла өшөп үлә, беҙҙең Себерҙән килгән ғәскәр илбаҫарҙарҙы баш ҡала янынан ҡыуа, тип. Ул мәл беҙҙә лә йылғалар ҡуша туңды, бөтә ауылға бер шишмә ҡалды. Ағып сыҡҡан юлына 10 метр оҙонлоҡта улаҡ уйҙылар. 250 баш тирәһе ферма малына ла, бригада аттарына ла, ауыл малы һәм халҡына шул шишмә генә ҡалды. Хатта, көндөҙгө ваҡыт халыҡҡа һыуға килмәй торорға ҡушалар ине. Был хәл ҡыш буйына дауам итте һәм киләһе йылдың һалҡын миҙгелендә ҡабатланды. Шишмә булмаһа, тамам ауыр хәлдә ҡалыр инек.

Һуңынан айырым кешеләр үҙҙәренә ҡойо ҡаҙҙырып, урамдарға торбалар һалынып, шишмәнең кәрәге ҡалмаған кеүек булды. Хәҙер уның тирә-яғын һаҙлыҡ баҫҡан, элек буралған таштары ишелеп төшөп һыу юлдарын баҫҡан. Бер кеше лә унда һыуға йөрөмәй, ә шулай ҙа ҡышҡы һалҡындарҙа һыуы туңмай ағып, Ҡандыболаҡ йылғаһына ҡушыла.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим үҙенең тыуған Келәш ауылында үҙе иҫән саҡта шишмәне тәрбиәләтеп, тирә-яғын матурлап, таштан һыу юлдары һалдырып, үҙенең данын ҡалдырҙы. Хәҙер «Мостай шишмәһе» бөтә Башҡортостанға билдәле. Үрнәк бит!

Беҙҙең ауылда ла уңған, эшһөйәр, йүнсел кешеләр бөтмәгән бит әле. Шулар күмәкләп, ауыл Советы, халыҡ менән берлектә шул шишмәне тәрбиәләй алыр ине буғай. Гел генә торбаларҙан аҡҡан һыуға ышанып булмаҫ бит... Матур, кәрәкле эш башҡарылыр ине, йәмәғәт!

Һыу тигәндәй, 1960 йылдарға тиклем ауыл уртаһындағы түбәнге быуа булманы, ул Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты көсө менән быуылды. Шуға ҡәҙәр, Октябрь революцияһынан алда, йылғаның ауыл яҡ яры буйлап, яҙғы һыу ишмәһен өсөн 0,5 метр бейеклектә таш ҡойма була торған ине. Ул ҡойма хәҙер һыу аҫтында ҡалды, шуға ла яр буйындағы ҡайһы-бер ихаталарҙың бәрәңге баҡсалары йыуылып, күпкә кәменеләр. Үткән йыл көҙ көнө һыу туңғас ҡаланың ниндәйҙер ойошмаһынан килеп, «КамАЗ» автомашиналары 5-6 йөк ҡырсынташ ауҙарып китте, шулай ҙа эш аҙағынаса еткерелмәне. Ошо мәсьәләне лә хәл итергә кәрәк ине.



Читайте нас: