Яйыҡ
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙҙең хаттар
6 Сентябрь 2019, 13:17

Йылан үлһә лә, ағыуы ҡала

Мәҙәниәт йорто гөр килә. Бөгөн сибайҙар уйын ҡуйырға килгәндәр. Нурзилә яңғыҙы ғына мәҙәниәт йортона килеп инде. Әле концерт башланмаған. Эскәмйәгә барып ултырҙы ла тирә-яғын күҙәтә башланы. Ҡапыл күҙҙәре ситтә торған ят егет менән осрашты, уңайһыҙланып башын аҫҡа эйҙе, билет алды ла эскә үтте. Уның артынса ят егет тә эйәрҙе, янына уҡ килеп ултырҙы. - Танышайыҡ, - егет ҡыҙға йылмайып ҡараны. Нурзилә уға һынаулы ҡараны ла, өндәшмәне.

Мәҙәниәт йорто гөр килә. Бөгөн сибайҙар уйын ҡуйырға килгәндәр. Нурзилә яңғыҙы ғына мәҙәниәт йортона килеп инде. Әле концерт башланмаған. Эскәмйәгә барып ултырҙы ла тирә-яғын күҙәтә башланы. Ҡапыл күҙҙәре ситтә торған ят егет менән осрашты, уңайһыҙланып башын аҫҡа эйҙе, билет алды ла эскә үтте. Уның артынса ят егет тә эйәрҙе, янына уҡ килеп ултырҙы.

- Танышайыҡ, - егет ҡыҙға йылмайып ҡараны. Нурзилә уға һынаулы ҡараны ла, өндәшмәне. Ҡайҙан килгән был аҫыл ҡош, тип эстән генә уйлап ҡуйҙы. Ә егет ҡыйыу икән, концерттан һуң Нурзиләне өйөнәсә оҙатып ҡуйҙы. Киләһе аҙанала тағы киләсәген әйтте. Ҡыҙ көлөмһөрәп кенә ҡараны, егетем бар минең, тип алданы.

Ярата шул Нурзилә берәүҙе - Хәмитте, әммә тегеһе генә хистәре менән уйнай. Көн һайын берәй ҡыҙҙы оҙата, һуңынан янына килеп, мин һине генә яратам, тип тылҡый, йөрәген телә.

Сит егет икенсе аҙнаға ла килде. Фырт кейенгән, үҙе лә матур, ҡәһәрең. Бер ҙә тартынып тормай, ҡапҡа төбөндә күптәнге танышылай ҡаршы алды.

-Һаумы Нурзилә, сыҡмаһаң, өйөңә уҡ инергә уйлағайным. Мин Зариф булам, үткәндә яҡшылап танышып та булманы, - егет һүҙҙәрен әйтеп тә бөтөрмәне, эргәләренә ҡайҙандыр тып итеп Хәмит килеп баҫты.

- Ошомо инде һине оҙатып йөрөүсе, - тип һүҙ башлағайны ғына, артынса Хәмдиә килеп етә һалды.

- Нимә, ике кәмәнең ҡойроғон тоторға уйлағайныңмы? - тип Хәмиткә ташланды. Уныһы ыҡ-мыҡ итеп, ситкә китә һалды. Оҙаҡ аңлаштылар йәштәр. Ә Зариф иһә сәпәкәйләп ебәрҙе хатта.

- Һин миңә оҡшайһың Нурзилә, һин мине ныҡ итеп тот, мин бер ҡайҙа ла китмәҫмен, - тип күҙҙәренә ҡараны.

Шулай итеп Зариф менән йөрөй башланылар, егет аҙна һайын килде. Нурзиләгә лә оҡшай башланы ул. Хәмит бер нисә тапҡыр аңлашырға килеп ҡараны, ике кешене бер юлы яратып булмай, тип Нурзилә кире борҙо.

Күп тә үтмәй Зариф тәҡдим яһаны, ғаилә ҡороп матур итеп йәшәй башланылар. Әммә уларҙың етеш йәшәүе ҡайһы бер кешеләргә оҡшаманы. Ире эшкә шәп булды, шуның менән файҙаланып ҡалыусылар ҙа табылды. Йомоштарын йомошлатырға саҡыра башланылар. Эште бөткәс, өҫтәл артында үҙен мас килтереп һыйларға ла тартынманылар. Нурзилә күпме генә инәлеп-ялбарһа ла, тыңламаны. Баҡтиһәң, әсе теллеләр һин өйҙә булмағанда кәләшең ситкә йөрөй, тип алдағандар икән.

- Ышанма, барыһы ла ялған, ғаиләбеҙҙе емерергә теләйҙәр, - тип инәлһә лә Нурзилә, тыңламаны. Һалмыш ҡайтып, ҡатынын дөмбәҫләргә лә тартынманы. Нахаҡ һүҙҙәр менән битәрләне. Ҡайҙа ғына яңылыштым икән, тип аҙ уйламаны ҡатын. Хәҙер балалары ла ҙурайып килә. Артабан да нисек түҙеп йәшәр. Шул мәл Зарифтың йәш сағында, һин мине ныҡ тот, тигәне иҫенә төштө. Тота алманы шул ирен, йомшаҡ булды. Зарифтың эсеүҙәре кәмемәне, бер көн эштән ҡайтыуына еңгәһе менән эсеп ултырыуын күреп, бөтөнләй аптырашта ҡалды. Ағаһының ҡатыны менән ниндәй уртаҡлыҡтары бар икән быларҙың?

- Ҡайнаға ҡайҙа һуң? - тип, ахырҙа һорарға булды.

- Ә, ә-ә, һиңә ҡайнағаң кәрәкме, хәҙер күрһәтәм мин һиңә уны, - тип Зариф ултырған еренән һикереп торҙо ла, ажарланып ҡатынына ташланды. Балалары ҡурҡышып илай башланылар. Ә еңгә кеше түр башында хихылдап ултырыуын белде. Нурзилә күҙ йәштәре аша ҡатынға зәһәр итеп ҡараны. Тегеһе нимә эшләргә белмәй, һөйләнә-һөйләнә ишеккә табан йүнәлде.

Тормош дауам итте. Иреш-талашҡа, өйҙән ҡыуылып сығыуҙарға ла күнде Нурзилә. Бер көн ул манма тиргә батып уянды, йәш саҡтағы мөхәббәте Хәмит төшөнә инде. Мин һине генә яраттым, Нурзилә, тип ҡул болғай икән. Ҡатын һиҫкәнеп уянды. Был ни хикмәт? Бер нисә көндән йәшлектәге һөйгәненең вафат булыуын ишетте.

Балалары үҫеп буй еткереп ситкә таралыша башланылар. Зарифтың да эсеүе башына етә яҙҙы, ағыуланып дауаханаға эләкте. Ә инде ҡасандыр, үҙенән мыҫҡыл итеп көлгән еңгә тейешле кешенең ҡаты ауырып түшәккә ятыуын ишетте. Нурзилә үс тотманы, хәлен белешергә барҙы. Шул ваҡыт ул Нурзиләнән ғәфү үтенде.

- Күп нужа күрһәттем, ғәфү ит мине, - тине.

Нурзилә бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Йылан үлһә лә, ағыуы ҡала, тиҙәр. Күңел төбөндә барыбер ниндәйҙер бушлыҡ ҡалды...

Эй, тормош, ниңә шулай аяуһыҙһың икән?! Татыу, бер-береңдең ҡәҙерен белеп кенә йәшәр урынға ығы-зығы киләбеҙ...
Читайте нас в