Буйҙаҡтар проблемаһы барлыҡ ауылдарға ла хас. Бөгөнгө көндә ул замана афәтенә әйләнгән, тип әйтергә лә була. Улар араһында 30-40 йәшлектәре, 50-60 йәшен үткәндәр ҙә байтаҡ. Күбеһе ата-әсәләре, йәки әсәһе менән генә йәшәй, яңғыҙ донъя көтөүселәр һирәк. Берәй оҙаҡ кәләш алмай йөрөгән егетте миҫалға килтереп яҙайым әле, тип тәүҙә таныштар араһынан кәләшһеҙҙәрҙе барларға булдым. Уйымдан ғына һанай торғас, ундан ашыу йыйылып китте. Үҙемдең яҡын ғына өс ағайымдың 50 йәшкә етеп, кәләшһеҙ йәшәүҙәрен бөтөнләй башымдан сығарғанмын. Заманында уларҙы башлы-күҙле итәбеҙ тип, әҙ хитланырға тура килмәне. Ахырҙа, ыҡҡа килтерә алмағас, ҡул һелтәнек. Үҙем генә әллә нисәмә ҡатын-ҡыҙ менән таныштырып ҡараным, һөҙөмтәһе булманы. Ғәйеп атта ла бар, тәртәлә лә тигәндәй. Ағайымдарҙы яманлап ултырғы ла килмәй, һүҙ юҡ, ғәйеп уларҙа ла бар, әлбиттә, әммә хәҙерге замана ҡатын-ҡыҙҙарының буласаҡ тормош иптәштәренән күпте талап итеүҙәре, көслө затты һағайта, хатта өркөтә. Эргәңдә үтә артыҡ кәңәш бирергә яратыусы “аҡыллылар”ҙың булыуы ла хәлде киҫкеләштерә. Мәҫәлән, берәүҙе беләм. Ата-әсәләре йәшләй генә вафат, егетте апаһы тәрбиәләп үҫтерҙе. Һүҙ юҡ, уҡытты, яҡшы тәрбиә бирҙе, әммә ҡустыһының шәхси тормошона ҡыҫылырға яратты. Берәй ҡыҙ менән дуҫлаша башлаһа, шундуҡ ул ҡыҙҙың, йә ғаиләләренең кәмселектәрен табып араларына төштө. Мин белгәндән генә өс-дүрт ҡыҙ алыштырҙы, шикелле. Егет иһә әсәһе урынына ҡалған апаһына ҡаршы һүҙ әйтергә ҡурҡты. Һуңында ҡыҙҙар дуҫлашыуҙан үҙҙәре үк баш тартты. Егет ауылда төпләнеп ҡалды, эсмәй-тартмай, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Илле йәшенә яҡынлағанда иренән айырылған ҡатынды димләп ҡарағандар ине: “Ҡартайған көнөмдә кеше балаһын ҡарап ултырмаҫмын инде”, - тип кәләш алырға үҙе теләмәне. Хәҙер күптән хаҡлы ялда, апаһы һаман үҙен бала урынына ҡарай. Ир яҙмышына күптән күнгән, үҙ алдына донъяһын көтөп, һәүетемсә йәшәп ята.
Был егет апаһының һүҙенән сыҡмаһа, тағы бер танышым әсәһенең итәгенә “йәбешкән”. Әсәһе уны ирһеҙ яңғыҙ үҫтергән, берҙән-бер балаһы. Ханым бар ғүмерен ошо улына арнап йәшәй, шуға ла уны бер кем менән бүлешкеһе килмәй. Туған килешле килеп сыға беҙгә, бер нисә йыл элек үҙемдең кейәүгә сыға алмай ултырған әхирәтемде димләргә булғайным. Ҡайҙа ул, ҡырҡ йәшкә еткән әзмәүерҙәй ирҙән алда еңгәбеҙ һикереп төштө: “Нисә йәш әхирәтеңә? Һылыумы? Ниңә әлегә тиклем кейәүгә сыҡмаған? Ҡайҙа эшләй? Быға тиклем ирһеҙ ултырғас, йүнле түгелдер инде?” - һәм башҡа туҙға яҙмаған һорауҙарын яуҙыра башламаһынмы. Төкөрөгөн сәсеп, һорау алыу ойошторған зәһәр ҡатынға ҡараным да әхирәтемде уларға бирергә йәлләнем дә ҡуйҙым. Әйҙә, ҡартайып бөткән малайына үҙе идеал ҡатын эҙләһен тип. Әйткәндәй, улдарының тормошона ҡыҫылырға яратҡан әсәйҙәр хәҙерге заманда йыш осрай. Һуңынан үҙҙәре ҡартайғас: “Кәләш алманы бит улым, мин үлгәс, яңғыҙы нимә эшләр инде?” - тип балауыҙ һыға торғандар.
Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, егеттәргә лә 25-30 йәшкә тиклем күҙле-башлы булырға ашығырға кәрәк, аҙаҡ һуң булыуы ихтимал. Яңғыҙ ҡатынға ен эйәләшә ти боронғолар, ә бер үҙе йәшәгән ирҙәрҙең тора бара үҙе ише дуҫ-иштәре күбәйә башлай. Кәйеф-сафалар йышая, типһә тимер өҙөрлөк егеттәр “һынғанын” һиҙмәй ҙә ҡала.
Элек йәштәрҙе димләп өйләндергәндәр. Бөгөнгө көндә лә ошо йоланы тергеҙгәндә шәп булыр ине, моғайын. Республикала, районыбыҙҙа әүҙем эшләп килгән “Ағинәйҙәр” ойошмалары ошо юҫыҡта ла эш алып барһа, буйҙаҡтарыбыҙ ҙа кәмер ине.
Димсе диңгеҙ кисерер тиҙәр
Мәрзиә Солтанбаева, Учалы ағинәйҙәре етәксеһе:
- “Ағинәйҙәр” ойошмалары был йүнәлештә бөтөнләй эш алып бармай, тип әйтеп булмай. Хәлебеҙҙән килгәнсә яңғыҙҙарҙы парлы итергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, мин үҙем өс ир танышымды алып, Миндәк ҡасабаһында йәшәүс өс ҡатын-ҡыҙ менән таныштырып ҡараным. Сара шоуһыҙ ғына, тыныс мөхиттә үтте. Сәй табыны артында һөйләшеп ултырҙылар. Аралашыу йәнле барҙы. Әлбиттә, парлашырға яҙманы уларға, әммә үҙҙәренә оҡшаны. Тағы берәй ергә барып ошо рәүешле танышыу кисәһе ойоштороуыбыҙҙы һоранылар. Эште йәнләндерер өсөн тәү сиратта урын мәсьәләһен хәл итергә кәрәк, икенсенән ағинәйҙәр араһында телгә үткер, инициативалы, әүҙем төркөм булдырыу зарур. Был эш һәр кемдең хәленән килерлек түгел. Өсөнсөнән, яңғыҙҙарҙы өйҙән алып сығыуы ауыр, уларҙың үҙҙәренән инициатива бөркөлмәй. Уңайһыҙланалар, оялалар, ошо рәүешле йәшәү оҡшай. Әлбиттә, киләсәктә ағинәйҙәр ҙә проблеманы хәл итергә үҙ өлөшөн индермәй ҡалмаясаҡ.
Ынйы Әҙелгәрәева, Ахун ауыл хакимиәтенең эштәр менән идарасыһы:
буйҙаҡтар юҡ түгел. Улар араһында йәштәре лә, илленән уҙғандары ла бар. Күптәре
әсәләре менән көн күрә. Ир-уҙаманадырыбыҙ эсмәйҙәр, тәртиплеләр, эшкә лә
уңғандар, әммә парһыҙҙар. Тормош көтөргә тырыш, насар ҡылыҡтары булмаған уңған ҡатын-ҡыҙҙар
менән таныштырыр инек. Ир-егеттәребеҙҙең буйҙаҡ йәшәүҙәре, әлбиттә борсолдора.
Ҡыҙҙар ҡалаға китеүҙе хуп күрә, ауылға ҡайтып бармайҙар. Егеттәр иһә тыуған
еренә, ауылына тоғро халыҡ. Оя ҡороп йәшәрҙәр ине, әммә ҡыҙҙар юҡ.