Яйыҡ
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙҙең хаттар
15 Ноябрь 2019, 13:39

Боҙом бар ул донъяла

Бер төркөмдә сихыр тураһында уҡыным да үҙемдең башымдан үткәндәрҙе яҙырға булдым. Бар ул шул нәмә. Кешеләр, уға үҙегеҙ ышанмаһағыҙ, бер нәмә лә булмай, тигән була. Юҡ шул, үҙенең башынан үткәндәр генә белмәй.

Бер төркөмдә сихыр тураһында уҡыным да үҙемдең башымдан үткәндәрҙе яҙырға булдым. Бар ул шул нәмә. Кешеләр, уға үҙегеҙ ышанмаһағыҙ, бер нәмә лә булмай, тигән була. Юҡ шул, үҙенең башынан үткәндәр генә белмәй. Кешеләргә зыяным теймәй, тип уйлай торғайным, яңылышҡанмын. Һин ярлы, ауырыу, меҫкен булып йөрөгәндә генә кеше һине йәлләп ҡараған була. Ә бына эшеңдә күтәрһәләр, байып, ғаиләң менән тыныс йәшәй башлаһаң, күрәлмәгән кешеләр күбәйә. Минең дә бер ваҡыт ҡара көндәрем яҡтыға алышынды, ирем менән үҙебеҙҙең эшебеҙҙе асып, һәүетесә генә йәшәй башланыҡ. Йортло, машиналы булдыҡ, балаларҙы түләүле уҡырға индерҙек. Дуҫ-иштәр күбәйҙе, береһен дә кире ҡаҡманыҡ. Хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙамлаштыҡ үҙҙәренә. Әммә бер көн килеп үҙемдә хәлһеҙлек тоя башланым, көндән көн кибәм, һарғаям. Тамаҡҡа аш бармай. Иң тәүҙә башҡалаға юл тоттоҡ, унда ла һау-сәләмәт, тип ҡайтарҙылар. Нервыны тынысландыра торған дарыуҙар бирҙеләр, әммә хәлем яҡшырманы. Киреһенсә, насарая ғына барҙы. Яҡындарым да ныҡ хәүефләнә башланы. Ахырҙа бер көн туғаным күрәҙәсегә алып барҙым. Тәүҙә тартҡылаштым, сөнки юҡ барға ышана торған кеше түелмен. Шулай ҙа кәмәм ҡомға килеп терәлгәс, киттем эйәреп. Саҡ һөйрәлеп тиәндәй барып керҙем. оло ғына апай шырпыһын яндырып, таштарын ырғытты. Әйткәндәй, шырпыһы янмай ыҙалатты. Апайҙың йөҙө ҡараңғыланды.

- Сихырланғанһың балам, ризыҡ менән кергән һиңә был нәмә. Шуға ла тамаҡтан яҙғанһың. Яҡын танышыңдың эше, өйөгөҙгә килеп йөрөй, көнсөл әҙәм. Минең өшкөрөргә хәлемдән килмәй, көсөм етмәй, икенсенән был нәмәнең үҙемә күсеүен теләмәйем,Тиҙерәк систерә һалырға кәрәк, юғиһә аҙағы насар тамамланыуы, ихтимал, -тине.

Өйгә ҡайтҡас, аптырашып бер булдыҡ. Шул уҡ көндө мәсеткә киттек. Имамға хәлемде һөйләп бирҙек. Ул беҙгә тоҙ, сәй өшкөрөп, доғалар яҙып бирҙе. Көн дә ошо доғаларҙы ятлап, тоҙло һыу менән йыуынырға ҡушты. Сихыр систерәм, тип әллә ниндәй күрәҙәселәргә йөрөүҙе тыйҙы. Иртәгәһенә имам ҡушҡандарҙы тулыһынса үтәнем. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, тоҙ менән йыуынғандан һуң кинәт уҡшытып ебәрҙе. Тышҡа йүгереп сығып ҡоҫа башланым, әллә ниндәй һарылы-йәшелле шыйыҡса килә. Бушанғандан һуң үҙемдә еңеллек тойҙом. Бер ай доғаларымды уҡыным, көндән-көн еңеллек килә башланы. Тамағыма яйлап аш үтте. Ярты йыл тигәндә, аяҡҡа баҫтым, шөкөр. Ошо хәлдән һуң дуҫ-иштәр ҙә юғалды. Ауырып, кеше көнөнә ҡалһаң, ысын дуҫтар юғала, икән йәмәғәт. Был эштең кемдең ҡулы булыуын аңланым һуңынан. Минең менән бер һауыттан ашап-эсеп йөрөгән әхирәтем эсеп алып уртаҡ танышҡа һөйләп ысҡындырған. Әллә ошо боҙом үҙенә кире ҡайтты, күп тә үтмәй был ҡатындың тик торғандан йорто янып китте, әлдә үҙе иҫән ҡалды.Шунан һуң ире вафат булды. Бәлки осраҡлы ғыналыр, әммә мин ниңәлер үҙенең ҡылмышы үҙенә әйләнеп ҡайтыуына ышанам. Үсәмәйем, шулай ҙа Хоҙай бар. Шуға ла ошондай ҡурҡыныс аҙымға барыр алдынан алда һеҙҙе нимә көтәсәген уйлағыҙ, аҙағы бик ҡурҡыныс тамамланыуы ихтимал. Ә имамдың доғалары хәҙер һәр ваҡыт үҙем менән. Быға тиклем Аллаға ышанмай торғайным, хәҙер һәр эшемде Хоҙайыма тапшырып башҡарам. Киләсәктә намаҙға баҫырға ла уй бар. Бер үлеп терелгәндән һуң тормошҡа бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарай башлайһың икән ул.

Мәрйәм апайығыҙ.
Читайте нас: