Хәйерле көн! Аштарығыҙ тәмле, көнөгөҙ имен үтһен!
Гөлөгнә Байегетованан дөгө менән фарштан менән пирәшкиҙәр
“Дөгөнө быҡтырмайса, шул көйө йыуҙым да ҡуштым фаршҡа, фаршты һуған менән бергә үткәргән инем, ҡара борос һәм тоҙ һалдым.
Дөгө яҡшыраҡ бешһен өсөн фаршҡа бер аҙ ҡайнар һыу ҡуштым. Пирожкиларҙы эшләгәндә өҫтөндә йырыҡ ҡалдырҙым.
Ҡамыры минең "универсаль ҡамыр" ине, ул һәр ваҡыт тигәндәй һыуытҡыста әҙер ята.
Күмәстәр эшләгәс, өҫтөнә бер йомортҡа һытып һөртөп сыҡтым.
Ҡыҙыу мейестә өҫтө ҡыҙарғансы бешереп алдым. Эсендәге рисы ла бығып ҡына яҡшы булып бешкән ине, тәмле булды, ялп итеп ҡалды !
" Универсаль ҡамыр" әҙерләү рецепты! Тиҙ генә әҙер була, ҡабарғанын көтөү ҙә кәрәкмәй!
Ҡамыр баҫа торған hауытҡа 1 стакан hалҡын hыу ҡояһың да 1 сәй ҡалағы “пакмая” сүпрәһен hалып болғайһың. Икенсе hауытҡа 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо hалып, 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп болғайһың, шунан шәкәрле hыуҙы сүпрәле hыуға ҡойоп, он ҡушып әсетмә (опара) болғайhың, ныҡ ҡына итеп ябып ҡабартырға ҡуяһың, тиҙ генә ҡабара шунан, 30 минуттай ваҡытта ҡабарып та сыға. Шунан шул шыйыҡ ҡамырға 1 сәй ҡалағы тоҙ, 50-100 гр тирәhе көнбағыш майы ҡушып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫаһың, самалап, hыу ҡушмаҫҡа тырышып, артыҡ он китhә -ҡушаhың инде!
Всё, әҙер! Шунда уҡ, ҡабарып торғанын да көтөп тормай - эшләйhе айбереңде эшләп бешерергә лә ҡуяhың!
Төрлө бәлештәргә бара - пирожкилар, пицца, май икмәк, күмәс. Пирожки-майикмәк бешергәндә шыйыҡ майҙы аҙыраҡ, 50гр ҡушаһың инде, а бәлеш бешергандә күберәк 100-150г.ҡушырға була, ҡамыры тәмле була бигерәк!”