Яйыҡ
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙҙең хаттар
8 Декабрь 2019, 08:59

Мөжәүир хәҙрәт

Билдәле яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның Урал аръяғы халҡы араһында киң танылған, оло абруй яулаған арҙаҡлышәхес-әүлиә, табип, хәҙрәт Сиражетдинов Можәүир Уйылдан улына( 1 8 7 6 —1 9 6 7 ) арналған "Мөжәүир хәҙрәт" әҫәрен инде нисә көн йотлоғоп, айырыла алмай уҡыла. Китапта уны күреп-ишетеп белгән кешеләр Баймаҡ ере изгеһе, Манһыр әүлиәһе, арҙаҡлы олуғ шәхесебеҙҙең ғүмере һәм тормошо тураһында бәйән итә. Кемдәргә Лира Яҡшыбаеваның әҫәре менән яҡындан танышырға форсат теймәгән, өҙөктәрен тәҡдим итәбеҙ. Китапты мотлаҡ табып алып уҡығыҙ, бик мауыҡтырғыс. I БҮЛЕК Ямғыр яуҙырған малай Бәләкәй Мөжәүир яһил ҡатындың: — һуйылдай башы менән... ошо гибрәт... майрыгы әйләнеп, уятҡанды көтә лә ятасы. Бынан ары үҙең тор, былҡы! — тигән юҫыҡтагы көндәге әрен ишетмәҫ өсөн, арыган тәнен ял иттерергә өлгөрмәһә лә, таң һарыһынан үҙе уянырға өйрәнде. Мәрхүмә әсәһе урынына өйгә кергән үгәйгә ҡаршы өндәшеп, һүҙ көрәштереп тә тормай — уның йәберләүен, кәмләпхурлауҙарын күтәрә алмай ул. Хәҙергә ҡараһына ҡатып, йыртыҡ-мыртыҡ кейеп, аслы-туҡлы йөрөһә лә, Мөжәүир күкрәгендә ниндәйҙер илаһи көс барлыгын, рухи азатлыҡ хисен тоя. Могайын, үҙен түбәнһеттергеһе килмәүе шунандыр ҙа әле. Бөгөн дә көтөүсе малай ҡояштың тәүге нурҙары менән түшәгенән торҙо. Был өйҙә гәзиз атаһынан да, үгәй әсәһенән дә тамсы мәрхәмәт көтмәгән үкһеҙ үҫмер үҙ яйын үҙе күрҙе: көбөнән бер сеүәтә ҡатыҡ һоҫоп алып һемерҙе лә итәге-еңе теткеләнгән иҫке кәзәкейен яурынына элде, ишек төбөндәге агас сәйҙән сыбыртҡыһын алды. Ш аршау артында яңы уянып, торорга әҙерләнгән ата-әсәһенә, урындыҡ ҡаплап теҙелгән береһенән-береһе кесе тугандарына, берҙән-бер генә ҡарындашына һирпелеп күҙ һалды һәм ололарса һәлмәк баҫып, тынсыу өйҙән тышҡа атланы. Тупһанан төшкәс тә ихатанан сыгып китергә ашыҡманы, донъя күргән ҡарт бабай 8 кеүек, игтибар менән офоҡҡа текләне, икһеҙ-сикһеҙ зәпзәңгәр күк киңлеген байҡаны. Әммә тиҙ үк уйсанланды. «Исмаһам, берәй болот әҫәре күренһәсе, — тип эсе бошто. — Был ҡоролоҡ тамам үҙәктәргә үтә ләһә...» Ауыл осона, мал туплана торган ергә етеп барышлай, юл ыңгайы Ургаҙаға төшөп, турһығына айран һыулап алды. Арыраҡ барып, яңы бешеп килгән муйылды усына һыпырҙы. Ҡытлыҡ йылы муйыл уңыр, ти торғайны өләсәһе. Быйыл, ана, уңа икән. Быуыны ла ҡатып өлгөрмәгән малай өсөн башта ваҡ мал көтөү бик ауыр тойолгайны. Тиктормаҫ кәзә-һарыҡты йыйып алгамсы алйыган саҡтары булды. Тора-бара зирәк бала эштең айышына төшөндө һәм көтөү көтөшөргә әүәҫ һорлан исемле этте үҙенә ҡулайлаштырҙы. Сыбыртҡыны оҫта һелтәргә, һарыҡ-кәзә аңларлыҡ итеп һыҙгырырга өйрәнде. Малды туплау хәҙер артыҡ ҡыйын түгел. Тыңлайҙар, мәхлүктәр, Мөжәүирҙе. Бөгөн дә ул, гел һуңлап йөрөүсән үрге ос Миңниса еңгәһен көтәүелләп, малды бер килке өйөрөп торҙо ла, һелкәү ҡатын кәзәләрен килтереп ҡушҡас, сыбыртҡы осон ергә әсе иттереп шартылдата һуҡты, һыҙгырып ебәрҙе. Үҙенән бер аҙым да ҡалмаған һорланы лауылдап өрөп көтөү артынан төштө. Бөгөн ул көтөүҙе ауыл ҡаршыһындагы Иманай тауы буйына борҙо. Ҡоролоҡ булһа ла, ундағы үҙәктәрҙә, Селтербей ҡыҫыгында ваҡ малға аҙыҡ етәрлек әле. 1 8 8 7 йыл, Ҡуян йылы, көтөлмәгәнсә насар килде лә ҡуйҙы шул. Май башынан июль уртаһынаса ямгыр күҙе төшмәгән ер өҫтө ҡоролоҡтан, эҫе елдәрҙән сарсап, шаҡмаҡланып-шаҡмаҡлан ы п ярылды. Яҙ башында ҡар дымынан күтәрелгән үлән-сәскә йәй уртаһы етер-етмәҫтән шинде, бесәнлектәр таҡырланып ҡороно. Фәйзулла ауылы эргәһендәге ҡайынлыҡтан баш алып, Манһыр эргәһендә Урғаҙага ҡойған иркә ҡолонсаҡтай ирәбе холоҡло Шүрәле йылгаһы ла, ҡырыҫ йәйгә үпкәләгәндәй, тамсы һыуы ҡалмайынса ҡороно. Бары тыутан Манһырына сикһеҙ тоғролоҡ һаҡлаусы Ургаҙа гына ныҡ торҙо, гәзиз төйәген афәттән һаҡлап, һәүетемсә талғын гына ага. Яр буйҙары йәшел һыҙат булып, күҙҙе иркәләп, әллә ҡайҙарҙан күренә. Мөжәүир малдарын Иманайҙың шишмәле үҙәгенә табан әйҙәне. Ундағы селек, тубылғы, сейәлек араһында ҡылган күп була. Әрһеҙ ҡылған эҫеһенә лә, һыуығына ла бирешмәй үҫә бирә. Уны ифрат туҡлыҡлы ла тиҙәр. Йылҡы малы менән кәзә-һарыҡҡа ҡылган булһа, башҡа бер ни кәрәкмәй. Мөжәүир был гәжәйеп үҫемлекте ни яғы менәндер уттыһыуҙы кискән сал сәсле сая ҡатынга оҡшатып ҡуя. Әле лә Иманай битләүенән башланып, алыҫтағы күкһел тауҙарға тиклем йәйрәп киткән ҡылганлы далага һоҡланып та, яратып та ҡарап торҙо малай. Ҡоро йылды ҡуй һимерә, тиеүҙәре хаҡ инде.

Билдәле яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның Урал аръяғы халҡы араһында киң танылған, оло абруй яулаған арҙаҡлы
шәхес-әүлиә, табип, хәҙрәт Сиражетдинов Можәүир Уйылдан улына
( 1 8 7 6 —1 9 6 7 ) арналған "Мөжәүир хәҙрәт" әҫәрен инде нисә көн йотлоғоп, айырыла алмай уҡыла. Китапта уны күреп-ишетеп белгән кешеләр Баймаҡ ере изгеһе, Манһыр әүлиәһе, арҙаҡлы олуғ шәхесебеҙҙең ғүмере һәм тормошо тураһында бәйән итә. Кемдәргә Лира Яҡшыбаеваның әҫәре менән яҡындан танышырға форсат теймәгән, өҙөктәрен тәҡдим итәбеҙ. Китапты мотлаҡ табып алып уҡығыҙ, бик мауыҡтырғыс.
I БҮЛЕК
Ямғыр яуҙырған малай
Бәләкәй Мөжәүир яһил ҡатындың: — һуйылдай башы менән... ошо гибрәт... майрыгы әйләнеп, уятҡанды көтә лә ятасы. Бынан ары үҙең тор, былҡы! — тигән юҫыҡтагы көндәге әрен ишетмәҫ өсөн, арыган тәнен ял иттерергә өлгөрмәһә лә, таң һарыһынан үҙе уянырға өйрәнде. Мәрхүмә әсәһе урынына өйгә кергән үгәйгә ҡаршы өндәшеп, һүҙ көрәштереп тә тормай — уның йәберләүен, кәмләпхурлауҙарын күтәрә алмай ул. Хәҙергә ҡараһына ҡатып, йыртыҡ-мыртыҡ кейеп, аслы-туҡлы йөрөһә лә, Мөжәүир күкрәгендә ниндәйҙер илаһи көс барлыгын, рухи азатлыҡ хисен тоя. Могайын, үҙен түбәнһеттергеһе килмәүе шунандыр ҙа әле. Бөгөн дә көтөүсе малай ҡояштың тәүге нурҙары менән түшәгенән торҙо. Был өйҙә гәзиз атаһынан да, үгәй әсәһенән дә тамсы мәрхәмәт көтмәгән үкһеҙ үҫмер үҙ яйын үҙе күрҙе: көбөнән бер сеүәтә ҡатыҡ һоҫоп алып һемерҙе лә итәге-еңе теткеләнгән иҫке кәзәкейен яурынына элде, ишек төбөндәге агас сәйҙән сыбыртҡыһын алды. Ш аршау артында яңы уянып, торорга әҙерләнгән ата-әсәһенә, урындыҡ ҡаплап теҙелгән береһенән-береһе кесе тугандарына, берҙән-бер генә ҡарындашына һирпелеп күҙ һалды һәм ололарса һәлмәк баҫып, тынсыу өйҙән тышҡа атланы. Тупһанан төшкәс тә ихатанан сыгып китергә ашыҡманы, донъя күргән ҡарт бабай 8 кеүек, игтибар менән офоҡҡа текләне, икһеҙ-сикһеҙ зәпзәңгәр күк киңлеген байҡаны. Әммә тиҙ үк уйсанланды. «Исмаһам, берәй болот әҫәре күренһәсе, — тип эсе бошто. — Был ҡоролоҡ тамам үҙәктәргә үтә ләһә...» Ауыл осона, мал туплана торган ергә етеп барышлай, юл ыңгайы Ургаҙаға төшөп, турһығына айран һыулап алды. Арыраҡ барып, яңы бешеп килгән муйылды усына һыпырҙы. Ҡытлыҡ йылы муйыл уңыр, ти торғайны өләсәһе. Быйыл, ана, уңа икән. Быуыны ла ҡатып өлгөрмәгән малай өсөн башта ваҡ мал көтөү бик ауыр тойолгайны. Тиктормаҫ кәзә-һарыҡты йыйып алгамсы алйыган саҡтары булды. Тора-бара зирәк бала эштең айышына төшөндө һәм көтөү көтөшөргә әүәҫ һорлан исемле этте үҙенә ҡулайлаштырҙы. Сыбыртҡыны оҫта һелтәргә, һарыҡ-кәзә аңларлыҡ итеп һыҙгырырга өйрәнде. Малды туплау хәҙер артыҡ ҡыйын түгел. Тыңлайҙар, мәхлүктәр, Мөжәүирҙе. Бөгөн дә ул, гел һуңлап йөрөүсән үрге ос Миңниса еңгәһен көтәүелләп, малды бер килке өйөрөп торҙо ла, һелкәү ҡатын кәзәләрен килтереп ҡушҡас, сыбыртҡы осон ергә әсе иттереп шартылдата һуҡты, һыҙгырып ебәрҙе. Үҙенән бер аҙым да ҡалмаған һорланы лауылдап өрөп көтөү артынан төштө. Бөгөн ул көтөүҙе ауыл ҡаршыһындагы Иманай тауы буйына борҙо. Ҡоролоҡ булһа ла, ундағы үҙәктәрҙә, Селтербей ҡыҫыгында ваҡ малға аҙыҡ етәрлек әле. 1 8 8 7 йыл, Ҡуян йылы, көтөлмәгәнсә насар килде лә ҡуйҙы шул. Май башынан июль уртаһынаса ямгыр күҙе төшмәгән ер өҫтө ҡоролоҡтан, эҫе елдәрҙән сарсап, шаҡмаҡланып-шаҡмаҡлан ы п ярылды. Яҙ башында ҡар дымынан күтәрелгән үлән-сәскә йәй уртаһы етер-етмәҫтән шинде, бесәнлектәр таҡырланып ҡороно. Фәйзулла ауылы эргәһендәге ҡайынлыҡтан баш алып, Манһыр эргәһендә Урғаҙага ҡойған иркә ҡолонсаҡтай ирәбе холоҡло Шүрәле йылгаһы ла, ҡырыҫ йәйгә үпкәләгәндәй, тамсы һыуы ҡалмайынса ҡороно. Бары тыутан Манһырына сикһеҙ тоғролоҡ һаҡлаусы Ургаҙа гына ныҡ торҙо, гәзиз төйәген афәттән һаҡлап, һәүетемсә талғын гына ага. Яр буйҙары йәшел һыҙат булып, күҙҙе иркәләп, әллә ҡайҙарҙан күренә. Мөжәүир малдарын Иманайҙың шишмәле үҙәгенә табан әйҙәне. Ундағы селек, тубылғы, сейәлек араһында ҡылган күп була. Әрһеҙ ҡылған эҫеһенә лә, һыуығына ла бирешмәй үҫә бирә. Уны ифрат туҡлыҡлы ла тиҙәр. Йылҡы малы менән кәзә-һарыҡҡа ҡылган булһа, башҡа бер ни кәрәкмәй. Мөжәүир был гәжәйеп үҫемлекте ни яғы менәндер уттыһыуҙы кискән сал сәсле сая ҡатынга оҡшатып ҡуя. Әле лә Иманай битләүенән башланып, алыҫтағы күкһел тауҙарға тиклем йәйрәп киткән ҡылганлы далага һоҡланып та, яратып та ҡарап торҙо малай. Ҡоро йылды ҡуй һимерә, тиеүҙәре хаҡ инде. Ана, ваҡ мал ҡайһылай көр. Әйтерһең, күпереп үҫкән күк үлән утлайҙар. Көтөүсе тауҙың икенсе битләүендә йөрөгән һыйырҙарга ла күҙ һалды. Меҫкенкәйҙәрҙең сыҡмаган йәндәре йөрөй. Ҡаҡ һөйәккә ҡалып, ер ҡыртышын кимерә-кимерә ауыҙ-мороно ҡарайған, эсе эскә үткәшкән малдар угата йәл малайга. Бер генә ҡойоп ямғыр яуып үтһәсе! Үләндәр үҫеп, ер йәшәреп ҡалыр ине. Кешеләрҙең көнө-төнө ямғыр һорап теләк теләүенә ҡарамаҫтан, күк йөҙө шар аяҙ шул һаман. Малдарын үҙ яйына ебәреп, һорлан ҡарамағына тапшырғас, үҙәге өҙөлөп асыҡҡан Мөжәүир ҡуян кәбеҫтәһе осратмаммы тип тау битләүенән арлы-бирле йөрөштөрҙө. Мәскәй кәзә ундай татлы үләнде ҡалдырамы һуң инде? Тамаҡ ялғар тәгәм ризыҡ тапмаган малай, күңелһеҙләнеп, бер дүрткел таш өҫтөнә килеп терәлде. Эх, әсәһе тере булһасы! Ни эшләһә эшләр, балаларын асҡа тилмертмәҫ, ун йәшлек балаһын көтөү көтөргә сығармаҫ ине. Мәрхүмәкәй, алты балаһын алты етем итеп, уйламаганда китеп барҙы шул. Мөжәүир өйҙә ҡалган кескәй Мөьминәне, ҡустылары Моргаҙа, Теүәлбай, Бәхтейәр, Аллаярҙы йәлләне. Йоҡонан торғандарҙыр инде. Үгәй әсә тамаҡтарын ҡаранымы икән? Әллә, гәҙәтенсә, ыжлап та бирмәнеме? Малайҙың күҙенә йәш эркелде... Атаһы Уйылдан, ауылдың ажар ире, ҡатынын ерләп, йола үтәп ҡырҡын үткәрҙе лә, элек күҙ һалып йөрөгән, тыу бейәләй уйнаҡлап торган бер йәш бисәне алып ҡайта һалды. Балаларына әсә була алырмы, тип тә торманы. Ауыл кешеләре әйткеләштерҙе: ул әсе телле, үҙ һүҙле, үгеҙ күҙле, моңһоҙ әҙәм менән ни эшләрһең, тине. Әммә Уйылдан кеше кәңәштәренә ҡолаҡ һала торгандарҙан түгел. Күҙ йомоп, үҙенсә эшләне. Бер аҙҙан, өләсәһе мәрхүмә әйтмешләй (әсәй — ҡаҙна, атай — еҙнә, тиер ине) балаларына «еҙнә»гә әүерелде. Бисәһе ни тиһә, шул. Балалары асмы, ялангасмы, унда эше юҡ. Өләсәләре иҫән саҡта — унда, аҙаҡ ил өҫтөндә тамаҡ ялгап йөрөүҙәрен белмәмешкә һалыша. Өләсәһе барҙа еңелерәк ине. Ул да яҙын гүр эйәһе булып ҡуйҙы. Мәрхүмдәрҙе хәтерләүҙән күңеле тулган Мөжәүир күҙ йәштәре аша тау битләүенән ус төбөндәгеләй күренгән ауылына ҡараны. Ана, өләсәһенең өйө. Ҡабыҡ башлы, тауыҡ кетәгендәй генә өй етемһерәп ҡалган. Хәҙер унда берәү ҙә тормай. Яҙ етеп, күҡ умырзаялар баш ҡалҡытҡас ҡына китмәй торһа ни була инде өләсәһе?! Хәҙер бер оя етемдәрҙең илаһа йыуатыр, ҡолаһа йәлләр кешеһе ҡалманы. Мөжәүир өләсәһен фәрештәләй күрҙе. Ул ейәнен малайҙар рәнйетеүен әллә ҡайҙан белер, инә ҡарлугастай талпынып килеп тә егер ине. — Минең ҡашҡа ҡолонсагыма ҡулыгыҙ менән, телегеҙ менән дә аслан ҡагылаһы булмагыҙ. Үҫеп еткәс, ул ҙур хәлфә буласаҡ, күрерһегеҙ, — тиер ине. Ысынлап та, Мөжәүирҙең башҡаларҙан айырылып тороуын, нимәһе менәндер өҫтөнлөгөн күргән көнсөл апһындары, зитына тейергә теләп, артынан үсекләп тә ҡалгылайҙар: — Хәлфә, имеш... Ш 1Ш П 11... етем быҙау тиң, ҡолаҡҡа ягыр... Әммә әбей бирешмәй. Киткән еренән тегеләр эргәһенә кире боролоп килә, үҙенекен тыҡый. — Күрмәйһегеҙме ни, баланың йөҙө нурлы, сырайында ҡот уйнап тора. Хас та Йософ пәйгәмбәр... Ауыҙҙарын салышайтып мыҫҡыллы йылмайган апһындарына йәне көйөп, ҡулын һелтәй ҙә ары юргалай: — Хәйер, һеҙгә ни, аңшайғандарға, күренә тиһеңме ни ул?! Ейәндәрен, шулай итеп, изге күңелле өләсәйе бер кемдән рәнйеттермәне. Үгәй әсәгә лә әйтештереп, нотоҡ уҡып киткеләр ине. — Балам, етемдәрҙе рәнйетмә, ярамай. Етем илаһа, барлыҡ ер-һыу илай, ти. Уларҙы рәнйеткән өсөн Аллаһы Тәгәлә өҫтөбөҙгә ҡаза ебәрер. Аслан йәнеңә гонаһ алма. Тик бындай һүҙҙәр үгәй әсәнең бер ҡолағынан инә, икенсеһенән сыга. Ул икенсе әсәнең балаларын ярата алмай. Әллә шуга Хоҙай үҙенә бала бирмәй һаман. Өләсәһе, ни эшләптер, Мөжәүирҙе айырыуса йәлләй. Әпәүләп арҡаһынан һөйә-һөйә теләк теләй. — Ҡәҙерлемдең ҡәҙерлеһе ҡәҙерһеҙгә ҡалмаһын. Эх, исмаһам өләсәй генәһе иҫән булһасы! Ҡәҙерле кешеләрен хәтерләүҙән бәғере һыҙлап ултырган малай баш осонда сырҡылдап өйрөлгән ҡошсоҡҡа игтибар итә ҡуйҙы. Әллә, юғиһә, өләсәһенең йәне шулай осоп йөрөймө? Булыр, булыр! Хәсрәт диңгеҙенә сумган ейәнен әүерәткеһе киләлер. Могайын, өләсәһе ожмах ҡошона әүерелгәндер. Ана бит, нисек талпына, бер алдына, бер артына өлтөрәп сыга. Уның күңелен йыуатырга итәме? Ҡуй, ҡәҙерлеләренең йәнен борсоп, былай бойоғоп йөрөү ярамаҫ. Мөжәүир ултырган дүрткел таштан торҙо. Көтөүен ҡарап, унда-бында йөрөштөрөп килде. Малдары теүәл, һорлан уларҙы ышаныслы һаҡлай. Эх, асыҡтырган... Мөжәүир былтырғы ошо ваҡыттагы муллыҡты күҙ алдына килтерҙе. Аралтау үҙәктәрендә еләк-емеш йыйып бөтөргөһөҙ уңды. Кинәнеп ашай торгайнылар. Ҡағын ҡойоу ҡайҙа, йыйып киптереү ҡайҙа. Ҡыйыҡ башы тулы шул әйберҙәр ҡайҙа булып бөткәндер? Мөжәүир Аралтау яғына бойоғоп ҡараны. Быйыл унда еләк-емеш түгел, һарына ла осрамай. Бөтәһенә лә әлеге ҡоролоҡ сәбәпсе. Бөгөн ямгыр яуһа икән! Силәктән ҡойгандай ҡойһон да ҡуйһын ине. Ямгыр теләп күккә ҡараған малай ҡибла яҡта ҡолаҡсындай гына болот остоғон күреп ҡалды. Тыны менән шул болотто тартып алырҙай булып ялбарҙы: — Эй, илаһым, шул болот күлдәй булып ҡабарһын да бында йөҙөп килеп, силәкләп ҡойһон!
Малай үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Баягы болот ҡабарғандан-ҡабарҙы. Бер аҙҙан күк йөҙөн баҫып алды. Дымлы ямғыр еҫе иҫеп ебәрҙе. Бы на-бы на яуа тигәндә, Мөжәүирҙе үлтерә яҙып йоҡо баҫты. Үҙенән-үҙе күҙҙәре йомола. Малай ҙур булмаған оҙонса ташты яҫтап, ваҡ ҡырсынға ятып торорға итте, иҫке кәзәкейен төрөп эргәһенә ҡәҙерләп һалды. Таң менән торған, йонсоған бала шунда уҡ иҙрәп йоҡога сумды. Ҡойоп яутан йылы ямғырҙан күшегеп уянды Мөжәүир. Берәй ағас, йә ҡыуаҡ төбөнә барып ышыҡланыу булды тәүге уйы. Ямғырҙы өркөтөүҙән ҡурҡты ла, ҡуҙғалмай ята бирҙе. Үҙ алдына, тоҙ түгелмен әле, иремәм, тигән өләсәһенән ишеткән һүҙҙәрҙе ҡабатланы. Бер аҙҙан сарсаған ерҙе буйтым һуғарған ямғыр болотон дыуамал ел ары ҡыуҙы. 13 Күңеле шатлыҡҡа тулган малай тормаҫтан йәнә йоҡомһораны. Аҙаҡ ул йәнен дә, тәнен дә наҙлаган сикһеҙ кинәнестән уянды. Бер килке күҙҙәрен асырга баҙнат итмәй ятты, үҙе ниндәйҙер гәҙәттән тыш хәл буласагын һиҙенде. Бер аҙ ятҡас, ипләп кенә күҙҙәрен асҡайны, ни гәләмәт — аллы-гөллө йәйгор нуры эсендә ята икән дәһә. Әле күренгән хәлгә хайран ҡалган малай ҡарашын күк йөҙөнә йүнәлтте. Бына әкәмәт! Ҡибла ягынан йәйгор ҡалҡҡан да, икенсе осо нәҡ Мөжәүирҙең башы осона төшкән дәһә. Күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән мөгжизәгә тарыган малай башта ҡыбырларга ла ҡурҡып ятты. Бер аҙҙан, әҙерәк өйрәнгәс, тороп уҡ ултырҙы. Күңеле күтәрелде, хатта аллы-гөлло баҙыҡ төҫтәр менән уйнарга теләне. Башта уларҙы ҡуш усына йыйырга тырышты, тотоп ҡарарга итте. Ҡоласын йәйеп, ҡосаҡлап ҡараны. Иәйгорҙоң төҫтәре яҡындан бигерәк сагыу була икән дәһә: ҡыҙыл, зәңгәр, һары, йәшел, күк шәмәхә... Мөгжизәгә әкренләп күнегә барган малай хыял диңгеҙенә сумды. Уның йәйгор күперенән күтәрелгеһе, ете ҡат күктә ниҙәр барын белгеһе, күргеһе килде, һис югы, ҡошҡа әү7ерелеп, йәйгорҙоң анау иң бейек дугаһына ҡунып, һайраһа икән! Бәхетһеҙҙәр, зарлылар уның йырын ишетер ҙә күңелдәрен йыуатыр... Иң беренсе уның һеңлеһе Мөьминә ишетһен, етемлеген онотһон ине. Асыгыуын да оноттороп, Мөжәүирҙең йәнен илаһи шатлыҡ биләне. Ул үҙен берсә әкиәт батыры, берсә ни теләһә, шуны башҡара алыр йән эйәһе итеп тойҙо. Өләсәһенең йәйгор тәхет тураһында һөйләгәндәре иҫенә килеп төштө. — Беҙ, улым, ерҙең кендегендә торабыҙ. Ҡотло ерҙә. Борон был тирәлә ҙур-ҙур ҡалалар булган. Унда тик әүлиә, әмбиәләр йәшәгән, ти. Имеш, ана шул Хоҙайҙың изге күңелле бәндәләре Әхирәткә күскәндә йәйгор тәхеткә ултыра икән дә, шул ыңгайы йәне йәннәт эйәһенә әүерелә икән... Шулай йәйгор нурына сорналып, татлы хыялдарга сумып ултырганда эргәһенә йүгереп килгән Теүәлбайҙың сәрелдәк тауышы ишетелде. — Мөжәүир агай, агай! Тиҙ бул, тиҙ бул, ҡайта һал! Атайым әйтте, тиҙ булһын тине! 14 — Ни булды? Ипләп һөйлә! Ут сыҡтымы әллә? Й ән-фарман сабыуҙан тыны ҡурылган ҡустыһы өсөн борсолоп, Мөжәүир урынынан тора һалды ла ҡаршыһына атланы. — Беҙгә алыҫтан бер мулла агай килде. Ҡаланан, ти. һине таптыра, — тине ҡустыһы. — Көтөүҙе миңә ҡарауылларга ҡуштылар. — Килһә һуң, ниңә шул хәтле сабаһың? — Тиҙ булһын, тине атайым. Эләгә атыу икебеҙгә лә! — Ярай һуң, — тине Мөжәүир. — Хәҙер... Башта йәйгор менән хушлашырга теләгәндәй, баягы ергә боролдо. Әммә аллы-гөллө нурҙан ҡойолган дуга күренмәне. Ҡапыл Мөжәүиргә күңелһеҙ булып китте. Эх, бынау Теүәлбайҙы! Шундай саҡта йөрөмәй торһа ни була?! Ғәжәйеп серле мәлдең бәҫен ебәрҙе, ут бөрсәһе. Мөжәүир ашыҡмай гына өҫтөндәге еүешләнгән кейемен һыгып кейҙе, түбәтәйен ҡаҡты: — Ауылда ямғыр шәп яуҙымы? — тип һораны үҙенә сабырһыҙланып текәлгән ҡустыһына ҡарап. — Яуҙы, яуҙы. — Теүәлбайҙың ағаһы ығышлыгына тамам йәне көйҙө. — Тиҙ бул, тим дәһә. Мөғжизәле урындан киткеһе килмәгән Мөжәүир йәнә үҙен йәйғор иркәләгән ергә боролоп ҡараны, һыҙат-һыҙат нурҙарҙы йәнә күреренә өмөтөн өҙгәс кенә, тау түбәненә йүгерҙе. Ялан аяҡтарының һөйәлләнгән табандары гына ялт-йолт итеп ҡалды. Ихатага килеп еткәс, Мөжәүир өйгә инергә ашыҡманы. Кем икән ул? Ниңә уны эҙләтә? Ҡайҙан белә? Башынан төрлө-төрлө уйҙар үтте. Йәшенеп кенә ҡыҫыҡ ишектән өйҙөң эсен байҡаны. Урындыҡҡа ҡәҙерле ҡунаҡтар өсөн генә тотолган һугылган ашъяулыҡ йәйелгән. Түрҙә, йомшаҡ түшәк өҫтөндә, таныш түгел ҡаҡсараҡ бер кеше ултыра. Ыҫпай кейеменә, ҡупшы һаҡал-мыйығына, ҡарҙай аҡ сәлләһенә ҡ арағанда ҡунаҡ ябайҙарҙан түгелдер, ахырыһы. Өҫ-башының аламалыгынан оялган малай ишек төбөндә бер талай тапанып торҙо. Атай ҡушҡанды тыңламай булмай. Ул ҡыйыуһыҙ гына эскә атланы, тик ҡунаҡтан тартынып, ишек төбөнән ары үтмәне. 15 — Улым, кил, ҡунаҡ менән күреш, — тине Уйылдан агай. Күптән малай ишетмәгән йомшаҡ тауыш менән өндәште. — Ә -ә -ә , һинме ни, әле генә ямгыр яуҙырган көтөүсе малай?! — Ҡунаҡ етеҙ генә урындыҡтан төштө лә, күҙҙәренән йылы нур бөркөп, малайҙың ҡаршыһына атланы, күрешергә ике ҡулын һуҙҙы. — Әссәләмәғәләйкүм! — Вәгәләйкүмәссәләм! — Мөжәүир оялып ҡына ҡунаҡтың ҡулын ҡыҫты. Ишан һынлы ишандың урындыҡтан төшөп улына ҡаршы барыуы, йолҡош бер көтөүсене әллә кем итеп ике ҡуллап тороп күрешеүе Уйылдан агайга бик тә сәйер тойолдо. Ул ни эшләргә белмәне. Аптырағас: — Имам хәҙрәттәре, ҡуйыгыҙсы әле шуны, бала-саганы ул тиклем ҡупырайтып ни... — Үҙе хәҙрәттең аҫтындагы түшәкте ҡағып, йомшартып һалды. Өлтөрәп түргә — табынга са ¬ ҡырҙы: — Ошонда ултырыгыҙ. Сәйегеҙ һыуымаһын, имам хәҙрәт. Әммә Зәйнулла ишан Уйылдандың һүҙҙәрен әллә ишетмәне, әллә иғтибарга алманы, һаман Мөжәүир эргәһендә булышты. Малайҙың ҡулын усынан ыскындырмайынса уның менән әңгәмә ҡорҙо. — Исем-шәрифтәрең кем, улым? — Мөжәүир булам. — Мәслихәт. Исемең ни мәгәнә аңлатҡанын беләһеңме? — Юҡсы. — Уҡыусы, шәкерт тигәнде аңлата ул. Зәйнулла ишан малайҙың йәшкелт нур сәскән үткер ҡарашлы күҙҙәренә һынамсыл төбәлде. — Мәҙрәсәгә йөрөйһөңмө? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, малай саҡ әлепте таяҡ тип кенә белә. Ҡыҙарынды. Хәлен белеп торган ишан уның арҡаһынан һөйҙө. — Уҡырһың, улым, уҡытырбыҙ. Бынан түбән яҙмышың өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алам. Ниһайәт, ҡунаҡ баяғы урынына менеп ултырҙы ла эргәһенән Мөжәүиргә урын күрһәтте. 16 — Кил, улым, тамаҡ ялга, асыҡҡайһың бит. Мөжәүир, атаһы баш ҡагып рөхсәт иткәс кенә, күрһәтелгән урынга барып ултырҙы. Тәҡәтһеҙ асыҡһа ла, ризыҡҡа талымһыҙланып ынтылманы. Әүлиәлек һәләте аша баланың ныҡ йонсоганын да, етемлек үҙәгенә үтеүен дә һиҙеп-белеп ултырган ишан малайҙың алдына бал, май ягылган икмәк һалды. — Аша, улым! Зәйнулла ишан Уйылданга шелтәләп ҡараны. — Баланы ныҡ әрһеҙләгәнһегеҙ. Улың — өлөшлө бала. Бынан ары уны ҡаҡшатма, әрһеҙләмә. Үҙе ҡараштарын алыҫҡа төбәп, ниҙер иҫәпләп уйланып алды. — Мөжәүир кеүек бала, Аллаһы Тәғәлә ҡушыуы буйынса, ун-ун бер мөсәлгә бер тыуа донъяға. — Мөсәл тиһеңме? — Уйылдан ғәжәпләнеп улына ҡараны. — Эйе, мөсәл тим. Был 1 2 0 —130 йыл тирәһе тигәнде аң ¬ лата, ҡорҙаш. Ишан Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәтенән ҡәнәгәт ҡалып, йәнә м алайҙың һипкелле йөҙөнә, уйсанланып киткән күҙҙәренә төбәлеп ҡарай, арҡаһынан һөйөп ала: — Иманым камил, был нәҡ мин күрергә ашҡынып килгән баланың үҙе, — тине ҡыуанып. — Хоҙайға шөкөр! Зәйнулла ишанды пәйғәмбәр урынына күреп ихтирам иткән хужа үҙенә ҡунаҡтың һүҙ ҙә ҡушмауы, һаман итек башындай балага мөкиббән китеүе эсен бошорҙо. Ишандың иғтибарын үҙенә йәлеп итеү өсөн генә, ахырыһы, ҡысҡырыбыраҡ әйтте: — Ярар, ярар, ишан хәҙрәттәре, уҡытырмын, өҫ-башын да ҡараштырырмын. Балаларының күмәк булыуына һылтанып, аҡланырҙан, һүҙ башларга иткәйне, Зәйнулла ишан, Мөжәүир менән һөйләшеүен мөһимерәк һананы, ахырыһы, бөтә иғтибары тик балала булды. Йомшаҡ мөгәләмәнәи күңеле нескәргән Мөжәүир үҙенә шундай яғымлы ҡараған, бик аҡыллы күренгән ҡунаҡ агайга барлыҡ эс серен, аһ-зарҙарын һөйләп биргеһе килде. Әле генә 17 булган гәжәйеп хәлде, тау итәгендә йоҡлаганда йәйгорҙоң бер осо үҙенә килеп тоташыуҙы тасуирлап әйтеп бирергә, серен белешергә теләне. Тик усаҡ эргәһендә үҙенә бер сәбәпһеҙгә йәмрәйеп текләгән үгәй әсәнең зәһәр күҙҙәрен күреп, теле тотлоҡто. Мөжәүирҙең ни уйлаганын белеп-һиҙеп ултырган әүлиә малайҙың йәнә арҡаһынан һөйҙө. — Бирешмәҫһең, бала, ин шәәъ Аллаһ. Бөгөндән башлап һинең тормошоң ҡырҡа үҙгәрәсәк. Бар, өҫ-башыңды алыштыр ҙа һине мәсеткә алып барам. Унда ил ҡарттары йыйылган булыр. Бер ыңгай һине күрһәтеп, таныштырып китәйем. Өйҙән сыҡҡас, юлда барганда, Зәйнулла ишан Мөжәүирҙән нисек ямгыр яуҙырыуын һорашты. — Ямгырҙы мин яуҙырҙыммы ни? — тине сикһеҙ гәжәпләнгән малай. — Эйе, ямгырҙы һин яуҙырҙың. — Әйтәм дә аҙаҡ йәйгорҙоң осо өҫтөмә төшөп торҙо. — Йәйгорҙоң осо төштөмө? Бәрәкалла! — Зәйнулла ишандың йөҙө тагы ла яҡтырып, балҡып китте. — һиҙенеүем хаҡ булган. Бөгөн был изге төбәктә яңы әүлиә тыуган даһа. Бына ул бала! Эргәмдә бара. Мәсет алдында ишан йәш дуҫын туҡтатты ла: — һин, улым, ҙур көс-ҡөҙрәткә эйә буласаҡһың. Шуга күрә гел гәҙеллек, тогролоҡ юлынан бар. Донъя малына ҡыҙыҡма. Хоҙайга һыйын, һиңә ҡөҙрәт бирелеү менән бергә халҡыбыҙ яҙмышы өсөн оло яуаплылыҡ та йөкмәтелә. Ошо әйткәндәрҙе мәңге хәтерендә һаҡла, — тине лә, теле осонда әллә күпме һорауҙар торган баланы үҙе артынан мәсеткә саҡырҙы. Троицк ҡалаһындагы күренекле «Рәсүлиә» мәҙрәсәһенең өлкән мөдәррисе ишан-хәҙрәт Зәйнулла Рәсүлев ике йылга бер Муллаҡай мәҙрәсәһенә килеп, дин әһелдәре менән йыйылыш үткәрә, уҡыу-уҡытыу торошон белешә. Был юлы, биш йыл элек һалынып ҡулланыуға тапшырылған Манһыр мәсетенең хәлен дә белешеп ҡайтырга ниәтләне. Юлда барганда әүлиәлеге ошо төбәктә бер өлөшлө ир бала йөрөгәнлегем әшкәртте. Баланы күрергә ашҡынып килгән ишан шуга мәсеттән дә алда Уйылдандарга боролоп инде. Ниһайәт, ул 18 теләгенә иреште. Егерменсе быуаттың буласаҡ күренекле әүлиәһе, ана, эргәһендә килә. Зәйнулла ишан Мөжәүиргә горурланып ҡарай. Хәҙерҙән үк ямгыр яуҙырырлыҡ ҡөҙрәткә эйә ләһә уның йәш дуҫы. Мәсеткә инеп, үҙен сабыр гына көтөп ултырган аҡһаҡалдар, мулла, хәлфәләр менән күрешкәндән һуң, шатлыгы эсенә һыймаган Зәйнулла ишан Мөжәүирҙе алдарына килтереп баҫтырҙы һәм бөтә халыҡ ишетерлек итеп, асыҡлап әйтте: — Мөхтәрәм мосолман ҡәрҙәштәр, һеҙ ҡаршығыҙҙа бик даланлы, бик ө л ө ш л ө баланы күрәһегеҙ. Хоҙай Тәгәлә уга бөтмәҫ илаһи ҡөҙрәт биргән. Тик башта беҙгә уны уҡытырга кәрәк. Ҡөрьән Кәримде бала яттан белергә тейеш. Үҙе Мөжәүиргә ҡарап алҡышлан ып-алҡышлан ып фатихаһын бирҙе. — Аҡ күңелле, изге фигелле, илгә изгелекле бул, бала! Ғүмерең халҡыңа, тыуган ереңә хеҙмәт итеп үтһен, ин шәәъ Аллаһ. Ишан хәҙрәттәре шулай тине лә быга тиклем мәсеткә аяҡ баҫмаган баланы иң түргә, эргәһендә ятҡан мамыҡ түшәк өҫтөнә, ултыртып ҡуйҙы. Тик шунан һуң гына мәсеттең эш торошон һорашып, гәҙәти шөгөлөнә тотондо. Манһыр мәсетендә йыйылыш ябылыуы булды, бая Зәйнулла ишан әйткәндәрҙе иҫендә тотҡан дин әһелдәре бәләкәс Мөжәүирҙе уратып та алды. — Собхан Аллаһ, машалла, бирһен Хоҙай, — тине мөрәүәтле изге күңелле Ғ абдулла Сәйетов малайҙың арҡаһынан һөйөп: — Нисә йәш һиңә, улым? — Ун тулды. — Мөжәүир үткер йәшкелт күҙҙәре менән хәҙрәткә тултырып ҡараны. -- Баланың йөҙө нурлы, бар булмышынан ҡот күренә. Үҙен тотошо, ҡылыҡ-фигеле олпатлы. — Уҡыгың киләме, улым? — тип һораны Иҙелбай мәсетенең ҡарый хәҙрәте Фәтхетдин. — Беҙгә уҡырға кил. Беҙҙең өсөн мыуафиҡ бер эш булыр. Таулыҡайҙан Хәлил мулла ла һүҙгә ҡушылды: — Беҙҙең мәҙрәсәгә юллан, шат булырбыҙ. Зәйнулла ишандың малайға мөкиббән китеү сәбәбен күрергә теләгәндәй, Хәсәндән килгән йәш ахун Ғабдулла 19 Биишев та Мөжәүиргә ҡыҙыҡһынып төбәлде һәм ихлас ҡәнәгәтлек менән әйтте: — Остаҙыбыҙ юраганы юш килһен, ин шәәъ Аллаһ. Шул саҡ мәсет мөдәррисе мөтәүәллиһе менән эштәрен тамамлап, Зәйнулла ишан да былар эргәһенә килеп ҡушылды. — Мөжәүир улым, һин дә, әйҙә, беҙҙең менән, — тине. Уның малайҙы эргәһенән ебәргеһе килмәй ине. — Сәй эсеп алайыҡ та, Иҙелбай ҡарйаһына юлланырбыҙ, — тине мәҙрәсә хужаһы Әфтәхетдин ҡарый хәҙрәткә һораулы ҡарап. — Әҙерһегеҙме? — Рәхим итегеҙ, Зәйнулла хәҙрәт! — Унан һуң Муллаҡай, Таулыҡай мәҙрәсәләренә һутылырбыҙ. һин, Мөжәүир улым, беҙҙең эргәлә йөрөп, донъя күр, ил аталары менән таныша йөрө. Малай Иманай битләүендә ҡалдырган көтөүен иҫләне. Ҡустыһы Теүәлбай маллы таратып ебәрмәһә ярар ине лә. һорланды тыңлата алырмы? Шулай ҙа Мөжәүир мөхтәбәр шәхестең әйткәнен тыңламай булдыра алмай. Ул дәрт-дарманы ташып, бөтә тирә-яҡтатыларҙы үҙенә ҡаратып торган ир уртаһы Зәйнулла ишанды яҡын күреп өлгөрҙө. Мөжәүирҙең күңеле үҫте, илһамы артты. Ниндәй көн булды был! Бая ямгыр яуып, өҫтөнә йәйгор осо төшөп торҙо. Зәйнулла ишан уны мәсеткә етәкләп алып килде, төшөнә лә инмәҫ оло заттар менән осраштырҙы. Уларҙың йылы ҡарашын тойҙо, йомшаҡ, ягымлы һүҙҙәрен ишетте, һуңгы ваҡытта рәнйетелтән күңеле, туңгаҙыган йәне яйлап ирей, ҡыуанысҡа тулыша. Атаҡ, атаҡ, төшлөктәге ҡояш нәҡ ута ҡарап йылмая лаһа! Уҡ-сатҡылар уның битенә, ҡулына килеп ҡуна ла, Мөжәүирҙе нурта мансый. Ҡояш, ҡояш! һин дә мине яратаһыңмы әллә? Миңә бәхет юрайһыңмы? Ә ҡояш тагы нытыраҡ көләсләнә. Ҡашын һикертеп, шаяртып күҙен ҡыҫа. Эйе, эйе, мин һине яратам, тигәндәй башын һелкә. Эй, илаһым, донъя ниндәй ҙә матур. Мөжәүирҙең ошо ҡәҙерле, тәзиз ерҙә оҙаҡ-оҙаҡ йәшәгеһе килә. Яҙмышы нисек булыр? Зәйнулла ишан: «Илаһи ҡөҙрәт бирелеү — Хоҙай Тәгәләнең һиңә оло һ ы н ауы , о л о яуаплылыҡ ҡушыуы», — тигәйне. Ун йәшлек кенә Мөжәүир үҙендә ошо һ ы науҙарҙы үтеп сыгырлыҡ көс тойҙо. Бөгөн ул балалыҡтан сы гы п , и р -а т ҡорона, иман, мәғрифәт нуры таратыусылар рәтенә баҫты түгелме?
Дауамы бар
Читайте нас: