Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙҙең хаттар
9 Декабрь 2019, 17:30

Тәҡдир (дауамы)

Күңеле хәүефләнеп, йоҡлай алмай маҙаһыҙланып оҙаҡ ятҡандан һуң, саҡ күҙе эленгәйне, әйтерһең, йылан саҡты: Мөжәүир хәҙрәт ыргып уянып китте, һикереп торҙо. Ашыҡбошоҡ кейенә һалды ла, улы Варисты уятты. — Тиҙ генә тора һал! Ҡара айгырҙы ектер. Харис ҡоҙаның өйө ҡазаланырга тора. Дүрт ваҡ бала һәләкәт алдында. Атаһының әүлиәлеген яҡшы белгән улы «һә» тигәнсе кейенеп, сыгып та йүгерҙе. Хәҙрәт өйҙән сыҡҡанда ат ҡапҡа төбөндә егеүле ине. Олпат кәүҙәһе менән хәҙрәт санага еңел генә менеп ултырҙы ла, улына атты ҡыуырга ҡушты. Яңы яуган өрпәк ҡарҙы ярып, ун саҡрымды бер тынала үтеп, йән-фарманга сапҡан айгыр аҡ күбеккә батып Бишҡайын ауылына барып та инде. Хәҙрәт көткәнсә, ишек тыштан йоҙаҡлы. Өйҙә шәм яҡтыһы күренмәй. Тимәк, хужалары һаман ҡунаҡтан ҡайтмаган. — һай, башҡорттоң моңһоҙлого!

Тәҡдир

Күңеле хәүефләнеп, йоҡлай алмай маҙаһыҙланып оҙаҡ ятҡандан һуң, саҡ күҙе эленгәйне, әйтерһең, йылан саҡты: Мөжәүир хәҙрәт ыргып уянып китте, һикереп торҙо. Ашыҡбошоҡ кейенә һалды ла, улы Варисты уятты. — Тиҙ генә тора һал! Ҡара айгырҙы ектер. Харис ҡоҙаның өйө ҡазаланырга тора. Дүрт ваҡ бала һәләкәт алдында. Атаһының әүлиәлеген яҡшы белгән улы «һә» тигәнсе кейенеп, сыгып та йүгерҙе. Хәҙрәт өйҙән сыҡҡанда ат ҡапҡа төбөндә егеүле ине. Олпат кәүҙәһе менән хәҙрәт санага еңел генә менеп ултырҙы ла, улына атты ҡыуырга ҡушты. Яңы яуган өрпәк ҡарҙы ярып, ун саҡрымды бер тынала үтеп, йән-фарманга сапҡан айгыр аҡ күбеккә батып Бишҡайын ауылына барып та инде. Хәҙрәт көткәнсә, ишек тыштан йоҙаҡлы. Өйҙә шәм яҡтыһы күренмәй. Тимәк, хужалары һаман ҡунаҡтан ҡайтмаган. — һай, башҡорттоң моңһоҙлого! Был ваҡытҡа тиклем нимә ҡарап ултырырга? — тип һуҡранды ла хәҙрәт улына яра һугып тәҙрә аша өйгә инергә ҡушты, һәр минут ҡәҙерле ине. Хәҙрәттең яңы бойорого ишетелде: — Балаларҙы бында алып килә һал, — тине төтөн борлаган ярыҡ тәҙрә эргәһенә килеп. Варис, ҡара төтөнгә сәсәй-сәсәй, балаларҙы берәмләп тәҙрә эргәһенә ташып торҙо, атаһы күлдәксән сабыйҙарҙы толобона төрөп санага ултырта торҙо. Балаларҙы ҡотҡарып бөткәс, атаһы Варисҡа йәнә эш ҡушты. — Түр башында һыу барҙыр. Ш уны мейес араһында яна башлаган утынға һип! Көнө буйы ҡыҙыу яғылған мейес араһына киптерергә һалынган утын, ысынлап та, ҡуҙлана башлағайны. Ут хәҙер генә ҙур булмаған өйҙө ялмап алыр ҙа, күҙ асып йомғансы уны көл-күмергә әйләндерер ине. Өлгөрҙөләр бит, өлгөрҙөләр! Ике-өс биҙрә һыу утты һүндерергә етте. Үҙе төтөнгә сәсәй Варис, үҙе уйлап йөрөй: 47 — Ярай һыуҙары булды, — тип ҡыуана. — Атайым кешеләргә юҡҡа гына кистән йоҡларга ятҡанда өйөгөҙҙә бер-ике биҙрә һыу, ярты икмәк булһын, тип өйрәтмәй икән. Тәҙрәгә тамам әлһерәп килеп ҡапланган улын атаһы һөйрәкләп алды ла күтәреп санаға алып барып ултыртты. — Рәхмәт яуһын, балам, оло ҡазанан ҡотҡарҙың, — тине улын толоптоң осона төрөп. Үҙе өшөй башлаган балаларҙы күршеләргә индерә һалырга ашыҡты, үҙе һаман Харис ҡоҙаһын әрләне. — Дүрт баланды араҡыға алмаштырып ни, хәсис. Харистың күршеләре арыу кешеләр икән. Ш унда уҡ кейенеп сыгып балаларҙы күтәреп индерештеләр. Хужабикә самауырына йәбеште. — Хәҙрәт, сәй эсеп ҡайтыгыҙ, — тине. — Балалар ҙа һыуһагандарҙыр. Төтөнгә саҡ-саҡ тонсоҡмай ҡалган балалар, ҡурҡыуҙан, илау ҡеүәһен дә югалтҡандар. Ш аҡ ҡатып, өндәшә лә алмай ултыралар. Ҡоттары осҡан, меҫкендәрҙең. Хәҙрәт эргәләренә ултырып өшкөрөп алды. Әҙерәк йән ингәндәй булгас: «Иртәгә килеп хәлдәрен белермен тагы », — тип әйтергә итте лә күңелендәге бер һиҙемләү арҡылы, әйтер һүҙен өндәшмәй ҡалдырҙы. Бер аҙ балаларға текләп торҙо ла: — Ин шәәъ Аллаһ, былай ҙа бирешмәҫтәр, — тине. — Улым, әйҙә ҡайтабыҙ, — тип ойоп барган Варисты ҡуҙғатты. — Сәйгә туҡтамайбыҙ. Балаларҙы тәрбиәләй һалыгыҙ. Өйөнә етеп, әбейе эргәһенә йылы түшәккә сумгас та, Мөжәүирҙе оҙаҡ ҡына йоҡо алмай ыҙалатты. Ниндәйҙер хәүефле тойго һаман күңеленә тынғы бирмәне. Саҡ ойоп ҡына киткәйне, хәтәр төш күреп, йәнә уянды. Имеш, уны ҡоторған йыртҡыстар талай икән. «Был төш тигенгә булмаҫ, Хоҙай ниҙер әшкәртә», — тип уйланы ул. Бөтөнләй йоҡоһо осто. Тороп таң алдынан уҡыла торган догаларын уҡыны. Тәһәрәтләнеп, иртәнге намаҙга баҫҡанда әүлиә ниндәй хәүеф йәнен талағанын ап-асыҡ белде. Уға яуыз көстәр тарафынан мәкерле тоҙаҡ ҡорола. Иркенән мәхрүм итмәкселәр. Уны тотҡонлоҡ — төрмә көтә... Ни өсөн икәнлекте лә белә ул. 48 — Аллаһы Тәгәләнең ҡөҙрәте киң. Ни хәл итәһең, тыуганда маңлайыңа ни яҙылган, шуны күрмәй сараң юҡ, — тип уйланы гилем эйәһе, үҙенә ҡагыласаҡ гилләнең шауҡымы ҡайһы юҫыҡтан килерен тоҫмаллап. Халыҡты ил башлыҡтары үҙҙәре ҡаңгырта. Нахаҡ менән хаҡты, аҡ менән ҡараны айыра алмай, нишаналар, тип көйҙө. Ил башлыҡтарының хаттин ашҡан вайымһыҙлылыгына сыҙаша алманы: «Әллә ниңә ышаналар бит шул мәлгүн нәмәләргә? Немец фашистарының ҡара эсле иблис икәнен, әйтерһең, а ң л а м а й ҙ а р . Эх, ҡайһылай итеп кенә югары түрәләргә шул иманһыҙҙарҙың планын аңлатырга? Улар бит беҙҙең илде бер-ике ай эсендә борҡолдатып үҙҙәренә буйһондороп, ҡол итергә йыйына. Ай, белмәйҙәр шул, белмәйҙәр. Ышаналар, ышаналар!» Хәҙрәт тәрән уйга сумды. Әммә уйының осо-ҡырыйына сыга алманы. Илдәр яҙмышын күҙаллау бер-ике айырым кеше яҙмышын күҙаллау гына түтел шул. Хәҙрәттең олуг ҡөҙрәте, кирамәт әүлиәлеге лә байҡап бөтөрә алмай. Иң яманы — белгәнен әйтеп тә ышандыра алмай ҙаһа. Үҙенә Хоҙайҙан бирелгән ҡөҙрәттең ҡәҙерен белә лә бит. Әле лә көтөү көткәндә күргән әллә ҡасангы аҫыл йәйгорҙо иҫенә төшөрөп ултырҙы, Хоҙайҙан ярҙам һораны. Зиһене яҡтырып киткәндәй булды, алда ниҙәр булыры ап-асыҡ булып күҙ алдына баҫты. Эйе, нисек кенә теләмәһәк тә, тиҙҙән Гитлер беҙгә һутыш аса. Әҙер торорга ине. Юҡһа, ҡорбандар ифрат күп буласаҡ. Аңгартып та ҡарай ул, тик тәкәббер түрәләр ябай кешенең әйткәнен һис гәменә алырҙай түтел. Әле көс-ҡөҙрәте арта барһа ла, яңы властың бер килеп бөтәсәгенә иманы камил. Әүлиәлеге ап-асыҡ әшкәртә: яңынан 5 0 —60 йылдан илгә маңлайында иретелгән ҡургаш саҡлы миңе булган тамгалы батша киләсәк. Шул Сәүитте бөтөрәсәк. Юҡ, хәҙрәт яңы власты һис тә дошман күрмәй. Киреһенсә, яңы хөкүмәттең ыңгай яҡтары ла байтаҡ. Үҙенә лә файҙаһы тейеп тора. Ҡайһы бер закондары, әйткәндәй, әхлаҡи кодекс тигәндәре, әйтерһең, Ҡөрьәндән алынган. Гел гәҙеллекте, тогролоҡто, туганлыҡты алга һөрә, яҡшылыҡҡа өндәй. Тик ни гиллә менәндер, әллә үҙ башыпа ҡарышыпмы, был хөкүмәт Хоҙайҙың барлыгын, берлеген инҡар итә, динде танымай. 49 Шул тиҫкәре яғы уга оҙон гүмерле булырга ҡамасаулаясаҡ. Диндән яҙган әҙәм балаһының бәйеле аҙасаҡ, әҙәп, тәүфиҡ бөтәсәк. Өйрәтеп әйттеңме, «халыҡ дошманы»на әүереләһең... Эх, ниңә кешеләр законга ла, батшаларга ла түгел, бары тик бер Хоҙайга табынырга кәрәклекте онота! Яңылышалар, тәрән яңылышалар! Гонаһты уйламайҙар. Гонаһлы ерҙә Хоҙай афәт-ҡазаһын ебәререн аңлатып булмай кафырҙарга. — Йә, Хоҙай, бөтәбеҙҙе лә ярлыҡа. Аңһыҙ, динһеҙҙәрҙе кисер! Хәҙрәт тиҫбеһен тилберерәк тартты. Намаҙ уҡып бөткән абыстайына әкрен генә өндәште. — Әбекәйем, сәйеңде ашыҡтыр. Миңә берәй аҙналыҡ ризыҡ хәстәрлә. Ҡорот, талҡан, һары май кеүектән. — Ҡайҙа йыйындың? — тине аптыраулы Гөлйемеш, — алдан әйтмәгәйнең дәһә. Хәҙрәттең һаман асыгын әйткеһе килмәне. — Юлга сығам. Ҡышҡы йылы кейемдәрҙе ҡарап бир. Ныҡ аптыраута ҡалган абыстайына хәҙрәт йәлләп ҡарап ултырҙы, уның бер ярҙамһыҙ ҡаласагын уйлап йөрәгенә ҡан һауҙы. Тик ни хәл итһен, күрәсәкте күрмәй, әҙәм гүргә инмәй. Ысынлап та, закон һаҡсылары үҙҙәрен оҙаҡ көттөрмәне. Иртәнге сәғәт ундар тирәһендә өйгә хәрби кейемле ике кеше килеп инде. — Беҙ Н К В Д -н ан , — тинеләр. — һин, Мөжәүир Сиражетдинов, Совет власына яла яғыуҙа, законга ҡаршы эштәр башҡарыуҙа ғәйепләнәһең, һине ҡулға алырға бойороҡ бирелде. Йыйын! Хәҙрәт, әйтерһең, уны төрмәгә түгел, күрше ауылга аятҡа алырға килгәндәр, тыныс ҡына тауыш менән: — Мин әҙер. Йыйынып, һеҙҙе көтөп ултырам, — тине. — Алдан әҙерләп ҡуйган йылы көпөһөн, быймаһын кейеп, биштәрен ҡулына алды. Эштең ниҙә икәнен аңлап алған Гөлйемеш абыстай инә бөркөттәй ирен яҡлап, яу ҡуптарҙы. — Ҡартымдың уйлағаны яҡшылыҡ, эшләгәне изгелек. Быны бөтә тирә-яҡ белә, — тип ирен яҡланы. — Уның 50 Мөжәүир хәҙрәт гәзит уҡый сәүиткә ҡаршы булганы ла юҡ. Ниңә ҡаршы булһын ти, етемлектә үҫеп, саҡ яңы күҙен асҡан ярлы ҡаршы була тиме? — Ҡуйсы, Гөлйемеш, ҡаңғырма, — тине хәҙрәт әбейен тынысландырырға теләп. — Улар бит һалдаттар, бары приказ үтәйҙәр. Мине хөкөмгә алып бармаһалар, уларҙың үҙҙәренә эләгәсәк. Милиционерҙар икеһе лә Баймаҡ районынан булғанлыҡтан, хәҙрәттең әүлиәлек ҡөҙрәте тураһында хәбәрҙар ине. Гөлйемеш абыстайҙың хаҡ һүҙ һөйләгәнен дә аңлап торалар. Тик юғарынан приказ булғас, ҡушҡанды үтәмәҫкә хаҡтары юҡ. — Хәҙрәт, зинһар, беҙгә үпкәләмәгеҙ, — тине берәүһе ипле генә итеп. — Моғайын, һеҙҙе оҙаҡ тотмаҫтар, һеҙҙе белмәгән, ихтирам итмәгән кеше юҡ был тирәлә. Мөжәүир үҙенә мөлдөрәп ҡараған ҡатынының ҡулын ҡыҫып хушлашты, балаларын уятып тормай, арҡаларынан һөйөп сыҡты. 51 — Хуш, Гөлйемеш. Балаларҙы айырмай, һәйбәт көт, — тине. — Минең гәйебем юҡ. Шулай ҙа Хаҡ Тәғәлә ҡушҡанды күрермен инде. Иренең күңелен уйлап, хушлашҡанда Гөлйемеш күҙенән бер тамсы йәш сығарманы, тешен ҡыҫып түҙҙе. Башҡорт ҡатыны бит ул, кәрәк саҡта саҡматаштай. Ул тышҡа сыгып иренең артынан өшөгәнсе ҡарап ҡалды. Ш унан ҡапыл аңына килде: — Аһ-аһ, һапатам әйләнеп, аңшайып тик торамсы, — тип үҙен әрләп алды ла намаҙлыгын түшәй һалып намаҙга ултырҙы. Хоҙайҙан ялбарып-ялбарып ҡартының имен-аман әйләнеп ҡайтыуын һораны. Йоҡонан яңы уянған балаларына сәй ултыртып бирә һалды ла, яулыҡҡа мул гына күстәнәс төрөп алып, Хафизә әбейҙәргә йүгерҙе. Изге күңелле әбейгә юл хәйере биреп, иренең һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтыуын бергәләп теләргә ниәтләне.

Лира ЯҠШЫБАЕВА
Читайте нас: