Сысҡан йылы күк төҫ яратыусылар өсөн бигерәк тә ҡулай буласаҡ. Ни өсөнмө?Америкалағы Pantone төҫтәр институты белгестәре 2020 йылдың төп төҫөн һайлаған. Ул - ҡәҙимге күк төҫ. “Беҙ ышаныс һәм өмөткә мохтажлыҡ кисергән заманда йәшәйбеҙ. Ә ышаныс һәм өмөттө сағылдырған был төҫкә һәр саҡ таяна алабыҙ”, - ти институт етәкселеге.Pantone эксперттары 2000 йылдан алып һәр йылдың төп төҫөн билдәләй һәм бөтә донъялағы дизайнерҙарға һәм реклама хеҙмәткәрҙәренә үҙ эштәрендә ҡулланыу мөмкинлеген бирә.
Әйткәндәй, башҡорттар өсөн дә күк төҫө изгеләрҙән һанала, сөнки ул тыныслыҡ төҫө булараҡ танылыу алған. Күк төҫтө яратыусылар киләһе йылда рәхәтләнеп уны ҡуллана ала. Тимәк, хәҙерҙән үк ошондай төҫлө әйберҙәргә өҫтөнлөк биреү, уны һатып алыу һис тә ҡамасауламаҫ.