Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙҙең хаттар
10 Декабрь 2019, 12:22

Мөжәүир хәҙрәт (аҙағы)

Манһыр менән Баймаҡ араһындағы сана юлы һәйбәт кенә ине. Көрт-фәлән һалған убалар ҙа осрамай. А п -аҡ ҡар донъяга аҡлыҡ-паклыҡ бөркә, ынйылай емелдәп, күҙҙәрҙе ҡамаштыра. Әйтерһең, ерҙә илдең бәкәленә һуҡҡан 1939 йыл да түгел, гәҙелһеҙлек тә, ялған да, хөсөтлөк тә юҡ. Күпте күргән, донъяны зирәк аҡылы менән иңләп-буйлап сығырга һәләтле Мөжәүир юл буйы уйланып барҙы. Баш ¬ ҡорттоң гына түгел, бөтә Рәсәй иленең киләсәген күҙаллап, күңелен ҡаты борсоу баҫты. Бынан 6 0 —70 йылдан һуң ниҙәр булыры ла ҡаты ҡурҡыуга һала уны. Могайын, ер өҫтөндә эсер һыуҙар бысранып бөтөр, тупраҡ, ныҡ ағыуланыу сәбәпле, ундырышлылыгын югалтыр, һауа, шифалы үләндәр, һыуҙар бысраныр. Төрлө йоғошло аҙғынлыҡ сирҙәре күбәйер. Кешеләр, тәрегә табынған һымаҡ, мөйөшкә текәлеп ултырырҙар, ундағы «замана йәшниге»нән бөтә донъя әҙәпһеҙлек, ҡаты бәгерлелек, аҙгынлыҡ, әшәкелек сәселер. Кешеләр уның һайын «ҡумтага» мөкиббән китер. Шулай итеп, ахырызаманды, Ҡиәмәт көнөн кеше үҙе яҡынайтыр. Был афәттән ҡотолоу юлы ла бар: был — иман, әҙәп, тәүфиҡҡа ҡайтыу кәрәк. Иәнә кешеләр донъяһын, йәнә тәбигәткә һаҡсыл ҡараш ҡотҡарыр. Тик әҙәм әйткәнде аңлаймы ни? Ул, хәҙрәт, белгәнен бөтә донъяга иглан итергә бөгөндән әҙер. Тик аҙган динһеҙҙәргә уның һүҙе үтемле түгел шул. — һиҙәйәт (гәҙел юл) табырга, Хоҙайым, үҙең ярҙам ит! Ярлыҡа аңһыҙҙарҙы! Хәҙрәт юлда пәйгәмбәрҙәрҙең йәшәйеше тураһында ла уйланды һәм йәнә иртәнсәк үк аңына һалып ҡуйган, Хоҙай ҡушҡанды күрмәй форсатың юҡ, тигән фекерҙе ныгытты. Иблис көслө. Ул хатта изге пәйғәмбәрҙәрҙе юлдан яҙҙырырға, уларга хаслыҡ ҡылырга маташҡан. Ана, Әйүп пәйғәмбәрҙе, үҙ ҡотҡоһона бирелмәгәне өсөн иблис нисек ыҙалай. Башта малын, барлыҡ ниғмәтен тартып ала, юлдан яҙҙыра алмағас, ауырыуға һабыштыра, тәнен ҡортлата. Әммә Әйүп пәйғәмбәр Аллаһы Тәғәләгә тоғро ҡала. Тәҡдиренә буйһона. Хаҡлыҡ барыбер бер килеп еңеп сыга, ул һауыға. Нисек көслө тойолһа ла, иблис еңелә. Мөжәүир ҙә яҙмыш ҡушҡанды күрәсәк. Үҙен ҡулға алырга килеүселәрҙе, тылсым көсөн ҡулланып, ҡышҡы һыуыҡта аҙаштыра, ҡаршыһына йыртҡыс йәнлектәр пәйҙә итеп, ҡотон алып ҡурҡыта ла алыр ине. Әммә хәҙрәт үҙендәге Хоҙай биргән илаһи көстө, кирамәтлекте һис ҡасан урынһыҙ ҡулланмай, тәләфләмәй, гилеменә хилафлыҡ килеүҙән ҡурҡа. Теге бала саҡта Иманай битләүендә мал көткәндә Аллаһы Тәғәләнең йәйғор нуры аша үҙенә биргән көстө изге һанай. Хоҙай биргән ҡөҙрәтте бары тик изге эштәргә сарыф итергә нәҙер әйтте бит ул.

Манһыр менән Баймаҡ араһындағы сана юлы һәйбәт кенә
ине. Көрт-фәлән һалған убалар ҙа осрамай. А п -аҡ ҡар донъяга аҡлыҡ-паклыҡ
бөркә, ынйылай емелдәп, күҙҙәрҙе ҡамаштыра. Әйтерһең, ерҙә илдең бәкәленә
һуҡҡан 1939 йыл да түгел, гәҙелһеҙлек тә, ялған да, хөсөтлөк тә юҡ. Күпте
күргән, донъяны зирәк аҡылы менән иңләп-буйлап сығырга һәләтле Мөжәүир юл буйы
уйланып барҙы. Баш ­ ҡорттоң гына түгел, бөтә Рәсәй иленең киләсәген күҙаллап,
күңелен ҡаты борсоу баҫты. Бынан 6 0 —70 йылдан һуң ниҙәр булыры ла ҡаты ҡурҡыуга
һала уны. Могайын, ер өҫтөндә эсер һыуҙар бысранып бөтөр, тупраҡ, ныҡ ағыуланыу
сәбәпле, ундырышлылыгын югалтыр, һауа, шифалы үләндәр, һыуҙар бысраныр. Төрлө
йоғошло аҙғынлыҡ сирҙәре күбәйер. Кешеләр, тәрегә табынған һымаҡ, мөйөшкә
текәлеп ултырырҙар, ундағы «замана йәшниге»нән бөтә донъя әҙәпһеҙлек, ҡаты
бәгерлелек, аҙгынлыҡ, әшәкелек сәселер. Кешеләр уның һайын «ҡумтага» мөкиббән
китер. Шулай итеп, ахырызаманды, Ҡиәмәт көнөн кеше үҙе яҡынайтыр. Был афәттән
ҡотолоу юлы ла бар: был — иман, әҙәп, тәүфиҡҡа ҡайтыу кәрәк. Иәнә кешеләр
донъяһын, йәнә тәбигәткә һаҡсыл ҡараш ҡотҡарыр. Тик әҙәм әйткәнде аңлаймы ни?
Ул, хәҙрәт, белгәнен бөтә донъяга иглан итергә бөгөндән әҙер. Тик аҙган
динһеҙҙәргә уның һүҙе үтемле түгел шул. — һиҙәйәт (гәҙел юл) табырга, Хоҙайым,
үҙең ярҙам ит! Ярлыҡа аңһыҙҙарҙы! Хәҙрәт юлда пәйгәмбәрҙәрҙең йәшәйеше
тураһында ла уйланды һәм йәнә иртәнсәк үк аңына һалып ҡуйган, Хоҙай ҡушҡанды
күрмәй форсатың юҡ, тигән фекерҙе ныгытты. Иблис көслө. Ул хатта изге
пәйғәмбәрҙәрҙе юлдан яҙҙырырға, уларга хаслыҡ ҡылырга маташҡан. Ана, Әйүп
пәйғәмбәрҙе, үҙ ҡотҡоһона бирелмәгәне өсөн иблис нисек ыҙалай. Башта малын,
барлыҡ ниғмәтен тартып ала, юлдан яҙҙыра алмағас, ауырыуға һабыштыра, тәнен
ҡортлата. Әммә Әйүп пәйғәмбәр Аллаһы Тәғәләгә тоғро ҡала. Тәҡдиренә буйһона.
Хаҡлыҡ барыбер бер килеп еңеп сыга, ул һауыға. Нисек көслө тойолһа ла, иблис
еңелә. Мөжәүир ҙә яҙмыш ҡушҡанды күрәсәк. Үҙен ҡулға алырга килеүселәрҙе,
тылсым көсөн ҡулланып, ҡышҡы һыуыҡта аҙаштыра, ҡаршыһына йыртҡыс йәнлектәр
пәйҙә итеп, ҡотон алып ҡурҡыта ла алыр ине. Әммә хәҙрәт үҙендәге Хоҙай биргән
илаһи көстө, кирамәтлекте һис ҡасан урынһыҙ ҡулланмай, тәләфләмәй, гилеменә
хилафлыҡ килеүҙән ҡурҡа. Теге бала саҡта Иманай битләүендә мал көткәндә Аллаһы
Тәғәләнең йәйғор нуры аша үҙенә биргән көстө изге һанай. Хоҙай биргән ҡөҙрәтте
бары тик изге эштәргә сарыф итергә нәҙер әйтте бит ул.
Баймаҡ.
Мөжәүирҙән тәүге һорау алыу.
Милиция начальнигы, тәкәббер, ҡупырыш бер бәндә,
ауыҙынан папиросын алмай гына, теш араһынан ута екерҙе: — һине, ҡартлас, беҙҙең
Совет власына яла яга, тиҙәр. Был дөрөҫмө? — Нимә тип... Бәй... Әлхәм... —
Мәҫәлән, кешеләргә тиҙҙән немец Рәсәйгә һугыш башлай, тип әйтә икәнһең. Ә һин
беҙҙең Германия менән берберебеҙгә һөжүм итмәү тураһында Килешеү бар икәнлекте
беләһеңме, бабай? Аңра башың менән, юҡты һөйләп, властарга, Сталинга ҡаршы
сыҡҡанһың. Хәҙер провокация һөйләүенде аңланыңмы, ахмаҡ? Хәҙрәт үҙе
һөйләгәндәрҙән баш тартырга йәки танырга һис йыйынмай. Киреһенсә, уның югарыла
ултыргандарга шул белгәнен аңғартҡыһы килә. — Улым, — ти ул кеселекле генә
итеп. — Мин — әүлиә. Алдан күрәм. Миңә Хоҙай үҙе әшкәртә. Ап-асыҡ әйтәм:
германдар беҙҙең илде баҫып алыу планын ҡора. Миңә барыһы ла билдәле. Илебеҙҙе
шул афәттән ҡайһылай әрсәләү хаҡында кәңәшләшкем килгәйне, балам. Был ҡаршы барыу
түгел. Аңлағыҙ, мин илебеҙҙең халҡын уйлайым, — тине ул, уғата тулҡынланып. —
Тимәк, әйттең инде, ә? — Әйтеүем хаҡ, улым, әйттем, һиңә алып килеп яҡшы
иттеләр. Исмаһам, һин хәлде ил башлыҡтарына еткерерһең. Герман батшаһына аслан
ышана күрмәһендәр, харап булырбыҙ, тип әйтерһең. Милиция начальнигы Мөжәүир
хәҙрәттең ихлас яуабын берсә бер ҡатлылыҡ, берсә аҡылына зыян килеү күренеше
һымагыраҡ аңланы. Барлыҡ һөйләшкәнде эргәһендә ҡагыҙға теркәп ултырған
сәркәтибенә күҙ ҡыҫты: — Күрҙең,борода нимә ти? Гәйебен йәшермәй. Үҙе һөйләп
биреп тора. Хәҙрәт оло түрәнең килделе-киттеле һүҙен, әйтерһең, ишетмәне, һаман
үҙенекен ныҡыны. — Улым, үтенәм, югарыларға, зинһар, шуны еткерә күр, аңғарт
һис югы. һемәйеп ҡалмайыҡ, тим. — Етәр, ҡартлас! Надоел һин миңә, еткер ҙә аңгарт,
имеш. Беҙҙә лә баш бар. һинең һымаҡ алйығандарҙың хәбәрен еткерә башлаһаң, үҙ
башың ҡайҙа осоп барып ятырын белмәй ҡалырһың. Милиция начальнигы иҙән буйлап
кәттә генә арлы-бирле йөрөп алды. Хәҙрәттең үҙенә төбәлгән үткер ҡарашынан бер
аҙ албыргай төшһә лә, барлыҡ көсөн туплап, һорау алыуҙы дауам иттерҙе. — һин
Совет власын да бөтәсәк, ти икәнһең. Был дөрөҫмө? — Мин уны, балам, һис бер
Совет власына хаслыҡ уйлап әйтмәйем. — Ҡотҡо таратаһың инде, ә? Аҫтан ҡырҡаһың?
— Ю ҡ, юҡ, һис юҡ! Белгәнемде әйтеүем, киреһенсә, Совет власын ныгытырга кәрәк
тигән уйҙан. Алды-артты ҡарап йөрөргә кәрәк, тим. Сәүтттең 5 0 — 6 0 йылдан
бөтәсәген көҙгөлә күргән кеүек әйтәм. һорау алыуҙан ҡәнәгәт милиция начальнигы
хатта ҡулдарын ыуып алды. «Балыҡ»тың ҙурын эләктерҙе ләһә. Был аңра башты тагы
ла күберәк һөйләндереү фарыз. — Т әк-тәк, — үҙе тагы сәркәтибенә күҙ ҡыҫты. —
Яҙып өлгөрәһеңме? Барыһын да теркә. Протокол кәрәк булыр, — тине. һорау алыуҙы
тагы ла эшлеклерәк алып барырга теләне. — Совет власына ҡаршы ҡотҡо таратыусыларҙан
тагы кемдәрҙе беләһең? — Ниндәй ҡотҡо? — Хәҙрәт йәшкелт көрән күҙҙәрен ҙур асып
һорау алыусыга төбәлде. — Ни һөйләйһең? — Моғайын, яңгыҙың түгелдер. Кемдәр
һине хуплай? — Аңламайым. Нахаҡ һөйләргә йыйынмайым. — Ну, кемдәр ҡаршы беҙгә?
Уларҙы халыҡ дошмандары тип тә атайбыҙ. Әйт, исемләп әйт!? — Ниндәй дошман? —
Хәҙрәт гәжәпләнде. — Йәшермә, беләһең! — Ҡуй, улым, гонаһлы булма! һаташма, бер
ниндәй дошман да, ҡотҡо ла юҡ. — Молчать! — Начальник аяҡ үрә баҫты ла,
гәҙэтенсә, пистолеттың кобураһын һәрмәп ҡуйҙы. — Хватит! Мин һиңә ниндәй улың
булайым, алйыған ҡарт! Ҡамсы менән бер-икене тамыҙып алһам, белерһең. Телең дә
сиселер. — Ситтәрәк ултырғыста ятҡан сыбыртҡыһына ымланы. — Ана, күрәһеңме...
тел асҡысын? Хәҙрәт һаман уны ипкә килтерергә тырышты. 55 — Ҡуйсы әле, улым,
көфор булмаҫы. Минең һис гонаһым юҡ. Күңелем саф. Берәүгә лә зыяным теймәй,
киреһенсә, изгелек эшләргә генә әҙермен. Үҙенән-үҙе ярһып, буштан-бушҡа
күҙҙәренә ҡан һауа барган начальник, үҙен ни ҡылһа ла хаҡы бар тип иҫәпләй,
күрәһең. Тупаҫланғандан-тупаҫлана барган тауышы менән: — һинең һымаҡ ер
ҡорттарын, Совет власына ҡаршы йөрөүселәрҙе, тотоп берәмләп барыбер һытып
бөтәсәкбеҙ. — Тәүбәңә кил, мосолманһың даһа. — Тәүбәмә? Минме? Х а-х а-ха! һин
— борода алдындамы? Начальник күҙҙәренән йәше атылып сыҡҡансы хахылдап көлдө. —
Хәҙер тәүбәне күрһәтәм мин һиңә! Пистолет тоторға ҡулы ҡысып торган хөкөмдар
ҡоралын алды ла хәҙрәткә тоҫҡаны. — Ә быны күрәһеңме? Шалт и каюк! Ш унан икмәк
серетеүҙән туҡтайһың, и баста! — Ни һөйләйһең, улым? һин бит әҙәм балаһы!
Иблискә әйләнмә! Ҡуй, аҡылыңды юйма! — Молчать! Надоел! Был гәйептәрең өсөн,
белгең килһә, һиңә — явный расстрел! Шулай ҙа бер аҙҙан ажар түрә йомшарҙы.
Пистолетын да кобураһына кире тыҡты. Әллә иләҫләнеп, әллә хәле бөтөп,
креслоһына ултырҙы ла кнопкага баҫты. Бүлмәгә йәш кенә милиционер килеп инде.
Өйрәнелгән гәҙәте буйынса ҡулга алыныусыга шартылдатып быгау кейҙерҙе лә,
хужаһына яҡшатланырга теләгәндәй, бүлмәнән елтерәтеп алып сыгып та китте.
Хәҙрәт төнө буйы керпек тә ҡаҡмай сыҡты. Үҙ өммәтенән булган түрәгә ышанып
ҡарагайны ла, өмөтө аҡланманы. Зәрә лә вәхши әҙәм булып сыҡты. Иртәгеһен, ни
сәбәптәндер, Мөжәүирҙе ашыҡтырып Йылайыр төрмәһенә оҙатырга булдылар. Атын
егеп, юлга әҙерләнеп йөрөгән урта йәштәрҙәге башҡорт санага күпертеп бесән
түшәне, хәҙрәткә ҡыптыр тире тун ыргытты: — Өшөрһөң, кейеп ал! 56 Ҡуҙгалырга
тип торганда, уларҙың юлын бер хәрби бүлде, күрәһең, күсерҙең үҙ күргән
кешеһелер. — Ишеттеңме? — тине ул шыпырт ҡына. — Милиция начальнигы баҫҡыстан
ҡолап үлгән. — Нисек... ҡолап үлгән? — Иртәнсәк эшкә ауырып килгән, ти. Теле
көрмәлгән, бите салышайган. Баҫҡыстан тәгәрәп киткән дә йән биргән. — һап-һау,
бүгәйҙәй әҙәм ине. Вәт әй... — Эйе, иптәш, шулай. Бәйеле аҙмай башҡа бәлә
килмәй... Ныҡ шашынгайны, әйтәгүр. Быларҙың һөйләшкәнен ишеткән хәҙрәт ни
эшләргә белмәй ыуаланды. — Йә, Хоҙай, үҙең ярлыҡа! — тине кисәге допросты
хәтерләп. — Ҡаргамагайным да. Үҙен үтә әҙәпһеҙ тотто шул. Ҡаргау кәрәкмәй,
күңел рәнйей. Рәнйеш тиҙ төшә. Олоно оло тип белмәй, артыҡ шашынды шул...
Мөжәүир үҙенең теләһә — теләге үтәлерен, ҡаргаһа — ҡаргышы төшөрҙө күптән белә.
Тик уны кеше һайын иҫкәртеп йөрөп булмай ҙа баһа. Әҙәп, тәүфиҡ төшөнсәләренең
бала саҡта уҡ һәр кемгә һеңеүе фарыз. Хәҙрәт шулай хафаланып ултырган саҡта,
күсер сана янына килеп, ҡулына дилбегәһен алды. — Малҡай, әйҙә! Яҡты
күҙҙә Йылайырга етә һалайыҡ. Н -н -а -а -а ! Баймаҡтан сыгып байтаҡ баргас ҡына
күсер, үҙ алдына һөйләнгәндәй, әйтеп ҡуйҙы: — Без суда и следствия атырга миңә
право бирелде, тип шашына ине. Ҡотороуы үҙенең ҡара башына булды. Исеме әйтелмәһә
лә, Мөжәүир кем тураһында һүҙ барганын яҡшы аңланы. Тимәк, күсер ҙә уны
өнәмәгән икән. Башҡаса юл буйы бер-береһенә һүҙ ҡатышманылар. Ошаҡ, яла, хөсөт
берләшеп әҙәмдең ҡотон алган заманда кешеләр бер-береһенән ҡурҡа ине шул. Йөҙ
саҡрымды ете-һигеҙ сәгәттә үтеп, шәмгә ут алыр мәлдә генә Йылайырга инделәр.
Күсер атын төрмә урынлашҡан йортҡа табан борҙо. 57 Мөжәүир хәҙрәтте шунда уҡ
шөкәтһеҙ бер камерага яптылар. Аг башындай йоҙаҡ шалтыр-шолтор итеп ҡалды.
Манһырының шау сәскә еҫе аңҡытҡан һауаһына өйрәнгән хәҙрәт өсөн камера һауаһы
сыҙап торорлоҡ түгел. Яйлап күнекте. Таҡта түшәлгән һикегә ятып ҡараны.
Аяҡ-ҡулы, бөтә тәне ни саҡлы талсыҡҡан булһа ла, бөгөн дә күҙенә йоҡо ҡунманы.
Төрмә булһа ла, йәстү намаҙын уҡымаҡсы булгайны, тәһәрәтһеҙ икәнлеге иҫенә
төштө. «Н амаҙҙың үҙ ваҡытында уҡылыуы фарыз», — тип уйланы тотҡон. Ишектең
йоҙағын асып, тәһәрәткә сыгыу ута бер шайы ла түгел дәһә. Хәҙрәт бер өшкөрөп
ебәргәйне, ишек йоҙаҡтары үҙенән-үҙе асылды. Уга тәһәрәт яңыртып килергә
мөмкинлек тыуҙы. Бына, ниһайәт, хәҙрәт ҡиблаға ҡарап баҫып, ҡулын күкрәгенә
ҡуйҙы ла аҙан әйтеп, йәстү намаҙын укый башланы. — Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әлхәмдү-лил-ләһи Раббил галәмин... Намаҙын тамамлағас, ҡулына тиҫбеһен алды. —
Сүбхәнәл-лаһ, сүбхәнәл-лаһ, сүбхәнәл-лаһ... — Әлхәмдү-лил-ләһ, әлхәмдү-лил-ләһ,
әлхәмдү-лилләһ... — Аллаһу Әкбәр, Аллаһу Әкбәр, Аллаһу Әкбәр... Берәйһе ситтән
хәҙрәттең тиҫбе тартыуын ҡарап торһа, уның ҡулының тилберлегенә, нәҙек оҙон
бармаҡтарының камиллыгына хайран ҡалыр ине. Хоҙайга оҙаҡ ваҡыт тәсбих әйткәндән
һуң ул бер кешелек тар гына һикегә ҙур кәүҙәһен саҡ һыйҙырып, йомарланып
тигәндәй ятты ла, нисек тә әҙерәк серем итергә тырышты. Йоҡлап китер алдынан
тагы бер ҡат: «һорау алыусы артыҡ әшәке булмаһа ярар ине», — тип теләне. Ул
тагы рәнйеше төшөп, кемдеңдер үлеүен йә ауыр хәлгә ҡалыуын һис теләмәй. Әммә
Йылайырҙа һорау алыу Баймаҡтагынан ҡалышманы. Иң беренсе тәфтишсене бикле
ишектең серле рәүештә асылыуы ҡыҙыҡһындырҙы. Протокол яҙмалары менән танышып
сыҡҡан һорау алыусы Мөжәүиргә ысын «халыҡ дошманы» итеп ҡараны. Йыуан, һары
әҙәм һөйләшмәҫ борон уҡ күҙҙәрен таҫрайтты. 58 — Что за чертовщина? — тип
үкереп ебәрҙе ул бикле ишектең нисек асылыуын белергә теләп. Әммә хәҙрәт был
юлы дөрөҫөн әйтмәҫкә булды, не знай, тип белмәмешкә һалышты. — Бусурманская морда,
наңмен, захочу, так возьму да и расстреляю без суда и следствия! — тип янаны
ҡотһоҙ. Хәҙрәттең ҡулында тиҫбе күреп, шуга бәйләнә башланы. — Что, нас
колдовать пришел что ли, бабайка? — тип ҡулынан тартып алырга ынтылды. —
Ҡагылма бысраҡ ҡулың менән, — тине хәҙрәт, ҡулын этеп ебәрҙе. Шул саҡ һары
русты, әйтерһең, алмаштырҙы ла ҡуйҙылар. Тау ярырҙай аҡырган әҙәмдең теле
көрмәлде, уҫал ҡараган күҙҙәре гәрешкә терәлгәндәй йыуашайҙы, тын алышы
ауырлашты, быуындары кәрһеҙләнде. Өнө быуылып, саҡ тын алып ултырһа ла, әшәке
гәҙәтен ҡуймай, ҡатлы-ҡатлы итеп һүгенде. Тотҡоно алдында ҡапыл меҫкен хәлгә
ҡалып, бер ни ҡыла алмауына, эй, үкенде теге. Атып ҡына йыгыр ине — ҡулы
тыңлауһыҙга әйләнде. Тәфтишсе ҡарттың йәшкелт осҡон сәскән күҙҙәренә ҡараны.
Серле, үҙенә упҡындай убып алырҙай утлы ҡараш тәфтишсенең бар булмышын ялманы.
Шул саҡ, сиркәү юлынан ҡайтмаган олатаһы тәрбиәһендә үҫкән был әҙәм, ҡаршыһында
торган ҡарттың ябай кеше түгел икәнлеген һиҙеп ҡалды. Олатаһы һөйләгәндән, ул
бындай тылсым эйәләре тураһында ишеткәне бар ине. һары рус был үткер ҡарашлы
тиҫбеле башҡорттан нисек тә йәһәтерәк ҡотолоу ягын ҡараны. Инде ҡарттың бында
бер бөртөк сәсе төшмәһен, рәнйеп китмәһен. Шул гына. Бер нисә минуттан төрмә
хеҙмәткәре ҡәҙимге ипкә килде. Ҡыңғырау шылтыратып ярҙамсыһын саҡыртты ла ҡулы
менән ымлап тотҡондо алып китергә бойорҙо. Үҙе шунда уҡ, ултырган еренән йәмһеҙ
хырылдап, йоҡлап китте. Иртәгеһен майлаган кеүек булган Йылайырҙың һары русы
хәҙрәтте йәһәтләп оҙатыу тураһында гына уйланы. Бәләһенән баш-аяҡ, тине, бугай.
Яйы ла сыҡты. Ошо арала «атыу» статьяһына хөкөм ителгән бер төркөм тотҡон Өфөгә
оҙатылырға тейеш. Тәфтишсе, милиңия н ачальнигы менән һөйләшеп, Сиражетдинов
Мөжәүирҙе шулар 59 менән ҡуша оҙатырға кәрәк тапты. «Шәреле юлдан йәйәүләп
барып эт күрмәгәнде күрһен әле, икенсе тапҡыр шауҡымы теймәҫкә яҡшы булыр», —
тип тә уйланы хәйләкәр. Йылайыр төрмәһенең йышылып бөткән хеҙмәткәрҙәре
Баймаҡтан килгән допрос протоколын күсереп кенә яҙҙылар ҙа, ҡабат һорау алып
тормай, ҡултамга ҡуйҙылар, һәм «айырыуса ҡурҡыныс енәйәтсе», «Рәсәй йөмһүриәте
енәйәттәр ҡанунының 5 8 -се матдәһенә бинаэн» тигән мөһөр буйынса Мөжәүир
хәҙрәткә «вышка» — атыу тейеш буласаҡ. Март баштары. Яҙ айы булһа ла, көндәр
һыуыҡ. Ҡар ҡышҡы кеүек шыгырлап ята. Атырга хөкөм ителгән ун бишләгән тотҡондо
икешәрләп бығаулап, Өфө юлына табан ҡыуаланылар. Үлемгә хөкөм ителгәндәр
араһында Мөжәүир балалыҡ дуҫы Хәсәнов Ғибаҙулланы ла күреп ҡалды. Үҙ заманы
өсөн бик уҡымышлы, Аенинградта тау институтын тамамлаған, Совет власы өсөн
йәнен бирергә әҙер, шахта начальнигы ла, рудасылыҡ инженеры ла булып эшләгән
был кеше нисек эләкте икән һуң? Баҡһаң, уға «халыҡ дошманы» мөһөрөн
рационализатор тәҡдиме индергән өсөн генә сәпәгәндәр. Йәнәһе, Совет власы менән
ҡәнәғәт түгел, ризаһыҙлыҡ белдерә була. Был власть Ғибаҙулланы ла аямағас...
Ҡуй инде. Мөжәүир менән Ғибаҙулла берғәрәк йөрөргә тырышты. Алдан да, арттан да
һыбайлы конвой «халыҡ дошмандары»н ҡарауыллай. Аяҡтарын саҡ һөйрәп, йән көскә
атлаган ошо тотҡондар ҡара репрессияның иң аяныс яҙмышлы ҡорбандарының береһе
булғандыр. Былай ҙа юл аҙабы — гүр газабы, тиҙәр. Ә был меҫкендәрҙең ғазабын
һөйләп тә килештерерлек түгел. Берҙән, һыуыҡ үҙәктәренә үтә, икенсенән — аслыҡ.
Быгаулы ҡулдар зәңкеп өшөй, ышҡылып сейләнгән урындар тәҡәтте ҡоротоп
ауырттыра. Йәлләүсе юҡ, тотҡондарға ярҙам итеү ҡәтги тыйыла. Мыҡты кәүҙәле,
тәбиғәттән һауһаҡ Мөжәүир ҡапылда әллә ни бирешмәне. Ә бына ҡаҡса гына кәүҙәле
Ғибаҙулла йонсой. Бер аҙҙан ауыр быгауҙы һөйрәп атларға кәре етмәй башлай.
Етмәһә, ҡупшы хром итек аяғын ҡанатҡансы ҡыра. Аптырағас, бер ауыл аша үткәндә,
хәҙрәт Ғибаҙулланың ҡим60 мәтле итеген систереп сабатага алыштыра. Эстән йөн
ойоҡ, тыштан сылгау урап кейеп алгас, йонсоған тотҡонга йән ингәндәй була.
Сабата сабата инде, үҙе еңел, үҙе уңайлы. Әммә тәү баштан йонсоп ҡалган
Ғибаҙулла күҙгә күренеп шиңә. Стәрлетамаҡты үткәс, ул бөтөнләй аяҡтан яҙа.
Мөжәүир офицерға әйтеп, уны обозға ултыртып ҡарай. Бер йонсоһа, ирҙәр күтәрелә
алмай, тиҙәр. Ғибаҙуллаға ылау өҫтөндә лә еңеллек килмәй. Бер аҙ баргас, мәрхүм
булып ҡала. Хәҙрәт ҡарауылсыларға әйтеп, тотҡондарҙы туҡтаттыра. Вафат булган
яҡташын Ашҡаҙар ярына ерләй. Яҡташы ғынамы? Иҙелбайҙа, Муллаҡайҙа әллә нисәмә
йылдар бергә уҡыган йән дуҫы. Теге ваҡыт Айҙарлы приискыһында эшләгәндә Закир
Рәмиев иң ҙур теләгенде әйт, үтәйем, тигәс: «Ғибаҙулланы мәгдәнселек
училищеһына ебәрергә кәрәк», — тигәйне. Ысынлап та, дуҫы тырышып-тырмашып уҡып
сыҡты, тәүге белгестәрҙең береһе булып абруй менән эшләп йөрөнө. Улар араһында
һәр ваҡыт туганлыҡ хисенә оҡшаған бер тойго булды. Бына инде тәҡдире үҙ ҡулдары
менән ерләтте ҡәҙерле кешеһен. — Иәнең йәннәттә булһын, — тип теләне хәҙрәт,
мәрхүмдең ҡәбере өҫтөнә услап ер һалып. Мөжәүир өсөн донъя буп-буш булып ҡалды.
Хатта башынан сыҡмаған балалары ла артҡы планга күсеп торҙо. Эх, Ғибаҙулла,
Ғибаҙулла, ниңә иртә киттең? Сәмләнеп эшләргә, заманса йәшәргә ярата торғайның.
Күңелеңдең уты ҡапыл һүнде лә ҡуйҙы. Аяныслы ла һуң был тормош! Ғибаҙулланан да
Совет власына ихлас хеҙмәт иткән кеше булмағандыр. Үҙ тырышлыгы менән уҡып
сыҡты, янып-көйөп эшләне. Хатта ошо власҡа ярар өсөн йәпдәй дуҫы Мөжәү^ир менән
дә һирәк осрашты. Муллаға ҡатнаша тип, бәйләнеп ҡуйырҙарынан ҡурҡты. Хәҙрәт
хәсрәтенең иге-сиге булманы. Әллә ҡайғы миктәтте, Талбазы тирәһенә етеп
килгәндә, үҙенең дә рәте китә барыуын тойҙо. Төркөмдән тагы ике кеше үлде. «Хәйләһеҙ
— донъя файҙаһыҙ», — тип уйлап та ала хәҙрәт. Артабан былай барһа, аяҡты
һуҙырга ҡала. Итәк тулы балалары атайһыҙ ни эшләр? 6 1 Ҡатыны һарыга һабышыр.
Бер аҙ атлагас, башлыҡ урынында барган өлкән һыбайлыға мөрәжәгәт итте: — Улым,
мине ылауга ултыртырға ҡуш әле. Күреп тораһың, рәт бөттө. Үҙе, тылсымлы күҙ
ҡарашы менән тәьҫир итергә теләп, офицерға төбәлә. Йотлоғоп ҡарау үҙенекен итә.
Башта ыңғайлағыһы килмәгән һыбайлы ҡапыл гына риза булды ла ҡуйҙы. Хатта
тыңлаусан, күндәм бер әҙәмгә әйләнде. — Эй, Юлайка! Бабайҙы санаңа ал. Хәле
бөткән. Үҙе әмеренең үтәлеүен көтөп ҡарап тора. Ошо ултырыуҙан Өфөгә барып
еткәнсе ылауҙан төшмәне хәҙрәт. ...1 9 3 9 йылдың яҙы. Өфө төрмәһе «халыҡ
дошмандары» менән лыҡа тулы. Уларҙан хатта һорау алып өлгөрә алмайҙар. Йылайырҙан
егерме көн тигәндә ыҙалап саҡ килеп еткән ете тотҡондо урынлаштырырға камера
етмәү сәбәпле, һорау ҙа алып тормай, судһыҙ-ниһеҙ сыгарып аттылар. Бары Мөжәүир
хәҙрәткә генә ҡагыла алманылар. Әммә һорау алыу протоколдарын уҡып, уны
«Айырыуса ҡурҡыныс енәйәтсе» тип атайҙар һәм айырым камераға бикләргә ҡушалар.
Мөжәүирҙән бер нисә ҡат һорау алгас, ниһайәт, суд көнө лә билдәләнә. —
Сиражетдинов Мөжәүир! — Надзирателдең ҡоро, талапсан тауышы яңғырай. — На
выход! Ҡурҡыныс енәйәтсене хөкөм итеүҙе ҡарарға байтаҡ кеше йыйыла. Алғы рәттә
ултырыусы илленән ашыу кешене геүаһ итеп әҙерләгәндәр. Бына судья аяҡ үрә баҫып
судтың башланыуын иглан итә. Халыҡ дошманының енәйәттәре тураһында оҙон гына
итеп телмәр тотҡас, һүҙҙе шаһиттарға, йәғни, геүаһтарға бирә. Әммә сыгыш яһарға
әҙерләнеүселәргә, әйтерһең, зәхмәт ҡагыла: йә телдәре тотлоға, йә фекерҙәре
сыуала, йә әйтер һүҙен онота. Геүаһтар йүнле хәбәр һөйләй алмай оятҡа ҡалғас,
һүҙ һорап залдан йәнә ике кеше тороп баҫа. — Беҙ Мөжәүир хәҙрәттең яҡташтары, —
тиҙәр улар. — Әйтер һүҙебеҙ бар. Бәй, былар ни, Бишҡайын ауылындағы Харис
ҡоҙаһы менән бер ваҡыт сәхнәлә үҙен әләкләп уйнаған әртис Бәхтийәр ҙәһә. Ул
әртистең мәҙәктәрен иҫләп, хәҙрәт мыйыҡ аҫтынан гына көлөмһөрәне. 62 ...Ул
саҡта йәштәр араһында спектакль уйнау таралган була. Әртисләнергә яратҡан әлеге
Бәхтийәр тас хәҙрәт булып кейенеп, сәхнәгә килеп сыга ла тамашасыны көлдөрөргә,
тип ҡылана башлай. Уның бәйһеҙлеге хәҙрәттең зитына тейә. Тылсым көсөн һис
ҡасан кәрәкмәгән юҫыҡҡа ҡулланмаган әүлиә, тота ла мәҙәксенең үҙен ҡыҙыҡ итә.
Өҫтөндәге барлыҡ кейемен систертә һәм шәп-шәрә көйө сәхнәлә теләһә нимә
ҡыландырып йөрөтә башлай. Бәхтийәрҙең ҡылығын оҡшатмай ултырыусы ауылдаштары
тәгәрәп ятып көлә, ә ғәрлегенән буҙарған Бәхтийәрҙең бисәһе ирен нисек
туҡтатырға белмәй. Иң ахырҙа Мөжәүир алдына килеп ялбара. — Балаларым хаҡына
үтенәм, зинһар, иремде ипкә килтерегеҙсе, — ти. — Икенселәй улайтмаҫ. Ҡатын
илап ебәрә. Шул саҡ үҙ аңына килгән кәмитсе кейемен эләктереп ала ла клубтан
сыгып һыҙа. Иҫендә, аҙаҡ килеп гәфү үтенде. Әңгәмәсел, йор һүҙле Мөжәүир
рәхәтләнеп бер көлә лә: — Ҡуйсы әле, юҡты ни, — ти. — Тапҡанһың ғәфү үтенер
нәмәне. Бер ҡыҙыҡ булды. Ауыл һаман һөйләп кинәнә. Ана шул кеше, әртис
Бәхтийәр, бөгөн судҡа шаһит булып килгән тиң, ә?! Харисына тейеш инде, теге
ваҡыт янғындан ҡотҡарып алып ҡалды. Әлеге лә баяғы, шул күрәҙәселеге
әшкәрткәйне. Хәҙрәт белә, улар икеһе лә уны ҡотҡарыр өсөн йөрөй. Башлап Харис
һүҙ алды. Ул хәҙрәттең кешеләргә ярҙамсыл булыуын, үҙенең өйөн яна яҙыу тарихын
түкмәй-сәсмәй һөйләп, тыңлаусыларҙың һушын алды. Күптәр ышанманы. «Әкиәт», —
тинеләр. Бәхтийәр ҙә әртистәрсә матур итеп хәҙрәттең тирә-яҡта иң абруйлы кеше
булыуын раҫланы. Уның ысын әүлиә булыуына бер нисә дәлил килтерҙе. — Хәҙрәт
беҙҙең закондарҙы ихтирам итмәһә, бөгөн бында ултырмаҫ ине. Уның ҡөҙрәте
икһеҙ-сикһеҙ, — тине. — Ул бөтәһен дә алдан белә. Бар нәмәне, хатта ни
уйлағаныңа тиклем үтә күрә. Хәҙрәт тәү ҡарашҡа гына ябай күренә. Зирәклектә,
аҡыл ҡеүәһендә уга тиңдәш юҡ. Берҙән-бер мөғжизәләр тыуҙырырға һәләтле кеше.
Хәҙрәттең ләғнәтенән, бәлдога63 һынан ҡурҡырга кәрәк. Мине бында халыҡ ебәрҙе,
һиңә ышанабыҙ, хәҙрәт тураһында барлыҡ дөрөҫлөктө һөйләп бир, тинеләр үәт.
Бәхтийәр ултырщ. Уның сығышы күптәрҙең күҙен асты. Икеләнеп ҡалған судья ла
хөкөм ҡарары менән ашыҡмаҫҡа булды. Урал аръягы халҡы күтәрелеп сығыуҙан
ҡурҡты, ахырыһы. «Күренеп тора: был Сиражетдинов ябай әҙәм түгел», — тип
һығымта яһаны ул. Уйлап эшләргә кәрәк. Оҙаҡ ҡына кәңәшләшкәндән һуң судья
Мөжәү^ир Сиражетдиновтың үлем язаһын ун йыллыҡ һөргөн менән алыштыра. Суд
әһелдәре артабан хәҙрәткә ҡаты бәрелеүҙән тыйыла. Ят ярлыҡамаҫ, үҙендеке
үлтермәҫ. Бәхтийәргә тиклем яҡ ­ лашып тора. Ҡайҙан, ҡайҙа, нисек килеп
еткәндәрҙер? Хәҙрәттең күңеле тулды, күҙҙәренә йәш эркелде. Тыуган яғының изге
кешеләренә кү^ңеленән алҡынып-алҡышланып рәхмәттәр уҡыны ул. Шулай итеп,
яҙмышына буйһонорға ниәтләгән хәҙрәт өсөн оҙаҡ йылдарга һуҙыласаҡ тотҡонлоҡ
тормошо башлана. Мәгәр һаман да уны камерала күҙ ялыҡтырмай күҙәтәләр. Бәлки,
халыҡ дошмандары менән бәйләнешенең берәй осо килеп сыгыр, тип эргәһенә
үҙҙәренең кешеһен ултыртып ҡарайҙар. Йәнәһе, тотҡон берәй мөһим хәбәр әйтеп
һалмаҫмы? Эргәһендәге әҙәмде үтә күргән тотҡон теге бәҙрәфтән сыҡмаҫлыҡ итеп
ҡыла ла ҡуя. Бер нисә көн эсе киткәс, хәлдән тая меҫкен. Ш унан гына шымсыны
камеранан сығаралар. Хоҙай Тәғәләнең изге ҡөҙрәтенә йәне-тәне менән ихлас
ышанган хәҙрәт биш ваҡыт намаҙын, төрмә булһа ла, ихлас үтәй. Уга тәһәрәт өсөн
сығыу ҡыйын булмай, кәрәк саҡта бер доғаһы етә: йоҙаҡ үҙенән-үҙе асыла.
Сыҡҡанда ҡомғанын ҡулынан төшөрмәй. Кистән бикләнгән ишектең иртән тороуға асыҡ
тороуына надзирателдәр ҙә күнегә. Хәҙрәттең хикмәттәре тураһында ишетеп йөрөгән
төрмә начальнигы бер көнө уны үҙенә саҡыртып ала. — Ултыр, — тип урын күрһәтә,
башҡорт икәнлеге йөҙөнән күренеп торған урта йәштәрҙәге, хәрби кейемле ир. 64
Хәҙрәт уның үҙенә ҡарата мәрхәмәтле уйҙа булыуын белеп, йомшаҡ ҡына итеп, үҙ
күреп өндәште: — Улым, ауырыңҡырап тораһың бит, — тине. — Ҡана ҡулдарыңды бир
әле. Ысынлап та, ҡатыны т ө н ө буйы ауырып, йоҡо төҫө күрмәй килгәйне ул бөгөн
эшкә. Ниндәй генә табиптарга күрһәтеп ҡараманы ул быума сирле ҡатынын. Был
ауырыу алдында медицина көсһөҙлөк күрһәтә. Әле хәҙрәтте саҡыртып алыуы ла
аптыраган көндән. — Ҡан баҫымың үҙгәргән. Ныҡ ҡына көйәләнгәнһең,
йоҡламағанһың, — тине хәҙрәт тегенең ҡулдарын усынан ыскындырмайынса. — Хәҙер
үтер, хәҙер тынысланырһың... Хәҙрәт төрмә начальнигының булмышын үтәнән-үтә
күрҙе. Йәшәү ауыр был аҡыллы кешегә. Төрмә хужаһы булғыһы килмәй. Хәҙрәт уның
әле ниңә саҡыртҡанын да аңлап тора. һөйөклө ҡатынының ауыр хәле мәжбүр итә. Тирә-ягың
яу булһын, өйөң эсе һау булһын, тимәҫтәр ине бит. Әҙәмде өй эсендәге,
яҡындарына ҡагылышлы ҡайгы бөтөрөүсән. Начальник бер аҙҙан еңел һуланы,
әйтерһең, башын ауырттырып һыҡҡан ҡоршау һүтелде. Барлыҡ тәненән һалҡын тир
бәреп сыҡты, хатта арҡа үҙәге буйлап агып биленә төштө. Ошонан һуң күҙҙәре
асылып ҡалды, бар тәнендә еңеллек һиҙҙе. — Зәхмәтеңде ҡыуып сығарҙым, улым, —
тине хәҙрәт һәм үҙенә бая күрһәтелгән урынга күсеп ултырҙы. — Эшеңде яратмайһың
икән, — тип һүҙен дауам итте ул. — Яйы сыҡһа, икенсе урынга күс. «Ҡайҙан
бөтәһен дә белеп тора? Иҫ китмәле!» — тип уйланы төрмә начальнигы, хәҙрәткә ҙур
ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап. Үҙенә һиҙҙермәҫкә тырышып, уны һынаны. Оҙонсараҡ яҫы
йөҙлө, бейек маңлайлы, аҡ сырайлы йөҙөндә иң башлап киң ҡара ҡашы күҙгә ташлана.
Әйтерһең, ҡыйғыр бөркөт ҡанаты. Түрәнең һынағаны бар, бындай ҡаштар, ғәҙәттә,
бик көслө ихтыярлы шәхестәрҙә, йә ҙур етәксе кешеләрҙә генә була торган.
Барыһынан да бигерәк начальникты хәҙрәттең күҙҙәре хайран итә. Уларга тура
ҡарап булмай, эс-бауырында ни ятҡанын үтә күрер төҫлө. Күҙҙәрҙә үҙенә һурып
алырҙай серле зиһен көсө бар икәнен тоя ул. 65 Ҡулдары ла үтә үҙенсәлекле.
Уҫлаптай ҙур ҡулдарҙың бармаҡтары шундай нәфис, әйтерһең аҡһөйәк ҡулы, йәиһә
пианистыҡы: үҙе нәҙек, үҙе оҙон. Тырнаҡтары ла оҙонсаланып миндаль емешенә
оҡшап тора икән дәһә. Начальник был серле ҡарттың холоҡ-фигелен дә
тоҫмалламаҡсы итте. һис шикһеҙ, күпте күргән, күпте кисергән, йәшәгән илендә
абруйлы кешелер. Ныҡ рухлы, камил аҡыллы, зирәк зиһенле. Иң мөһиме ышаныслы,
тогро күренә. Бер аҙ шулай бер-береһен һынап ултыра торгас, начальник һүҙ
башлап, төп йомошон әйтте. — Быума сирлене йүнәлтә алаһыңмы, хәҙрәт? — Тотҡоно
әллә ни уйламаһын өсөн өҫтәне. — Минең яҡын танышымдың ҡатыны шулай сирләй. —
Алып килегеҙ. Ҡулдан килгәнсе тырышырмын. — Ю ҡ, ул үҙе бында килеп тора алмаҫ,
һеҙгә барып дауаларга тура килер. — Мин риза, — үҙе һиҫкәнеп ҡуя. — Әллә ошо
ҡатынды һауыҡтырыр өсөн йөрөттөмө уны тәҡдире? Булыр, булыр. Үҙендән башҡаны
әүлиә тип бел, ти нәсихәт. Ошо һөйләшеүҙән һуң, төрмә начальнигы яйын сыгарып,
хәҙрәтте өйөнә алып ҡайтты. Сибәрлеге һушты алырлыҡ йәпйәш ҡатын табын
хәстәрләп йөрөй. Күрәһең, хәҙрәтте башта ҡунаҡ итмәкселәр. Үҙ милләтенең
йолаһын тоталар, хуп. Табын артында ултырғанда: «Ошо ҡатын ауырый», — тип ҡуйҙы
күҙҙәрендәге әрнеүле ҡарашҡа игтибар итеп. Етмәһә, балага ла уҙа алмай икән.
Йәлләү хисе күңеленән сайпылырҙай булган хәҙрәттең ҡатынды хәҙер үк бәхетле
иткеһе килде. — Ҡатыныңдың сире ҡурҡыныс түгел, уны һауыҡтырып була, туганым, —
тине ул үҙ-үҙенә ышанған тауыш менән. Әҙерәк үҙе тураһында ла һөйләүҙе кәрәк
тапты. — Мине табиплыҡҡа мәшһүр Ғабдулла Сәиди уҡытты. Иҫ киткес белемле
тирә-яҡта бер хәҙрәт ине. Быума сирен тик имләү, өшкөрөү аша һауыҡтырып була,
ти торгайны. Мин өшкөргәндән һуң мөслимәнең ауырыуы ҡабатланмаҫ, ин шәәъ Аллаһ.
Хәҙрәт ҡатын менән икәүһен генә ҡалдырыуҙы һораны. Өшкөрҙө, имләп ауырыуҙы
ҡыуҙы, бетеү яҙып бирҙе. 66 — Бәпәй теләйһең икән? — тине хәҙрәт. — Уны ла
имләп була. Тик бер юлы ике ауырыуҙы ҡарау кәрәкмәҫ. Тағы килермен, Аллаһ
бойорһа... Хәҙрәттең һуңғы һүҙҙәре ҡатынды тамам шаңҡытты. Әйтмәйенсә лә ҡайҙан
белеп тора бөтәһен дә? Ул хәҙергә хәҙрәткә рәхмәтен генә әйтә алды. Быума сире,
ысынлап та, башҡаса ҡабатланманы. Ай-ай ярым ваҡыт үткәс, ауырға ла ҡалды.
Бындай оло бәхетшатлыҡтан үҙенә ҡанаттар үҫкәндәй хис иткән йәш ҡатын, бер
көндө иренә әйтте: — Хәҙрәткә ниндәй рәхмәттәр әйтһәм дә аҙ булыр. Төрмәнән
азат итер инең уны һис югы. — Мин дә шул турала уйлап йөрөйөм. Ҡапыл эшләнә
торган эш түгел шул ул, ҡәҙерлем. — Тыуасаҡ балабыҙ хаҡына, зинһар, тырыштыр, —
тине ҡатын иренә ялбарып. — Уның өшкөрөүе килешеп, Хоҙай Тәгәлә һаулығымды
ҡайтарҙы лаһа. — Дөрөҫ әйтәһең, ошондай затлы кеше төрмәлә әрәм булып ятырға
тейеш түгел. Аллаһ бирһә, ҡулдан килгәндең барыһын эшләрмен. Ошо хәлдәрҙән һуң
хәҙрәткә төрмәлә мөнәсәбәт ҡырҡа үҙгәрҙе. Надзирателдәргә: — Хәҙрәткә теймәгеҙ.
Йөрөһөн үҙ яйына, — тигән бойороҡ бирелде. — Ҡасып китер булһа, күптән ҡасҡан
булыр ине. Табиплыҡ даны таралған хәҙрәтте шыпырт ҡына төрлө ергә алып йөрөтә
башланылар. Мәҫәлән, соҡорға ҡолап, аяҡһыҙ ултырган ун ике йәштәр тирәһендәге
бер ҡыҙҙы күрһәттеләр. — Соҡорҙа аяғыңды бер нәмә тарттымы? — тип һорай хәҙрәт.
— Эйе, — ти ҡыҙыҡай, — аяғымды саҡ-саҡ һурып алдым, һөйрәп, аҫҡа тартты. —
Ҡәбер емерелеп, ҡәбергә төшкән бит аягың. Зәхмәтле урын булган. Ыңгайы дога
уҡып төкөрһәң, сир улай йәбешмәҫ ине лә. Белмәгәнһең шул, эй, бала... Ҡыҙҙы
хәҙрәт өс ҡат өшкөрҙө. Күҙгә күренмәгән заттарҙы Ҡыуҙы: 67 — Ҡышш-ҡышш,
мәлгүндәр, ҡалдырыгыҙ баланы, югиһә, затыгыҙҙы ҡоротормон, — тип төкөрә-төкөрә
әрләне. Башта һауыгыуына әллә ни ышанмаган әсә, ҡыҙы аягына баҫып атлап киткәс,
хәҙрәттең аяҡтарын ҡосаҡлап иланы. Табиптың был тиклем дә алҡышланыуҙы
беренсегә күреүе ине. — Ҡуйсы, ҡуйсы, улай тимә, ханым, һеҙгә файҙам тейә ал ыу
г а шатмын. Кемдең балаһын имләп һауыҡтырыуын хәҙрәт аҙаҡтан гына белде.
Баҡһаң, судьяның ҡыҙы булган икән. Бәхетле әсәгә гилем эйәһе шуны әйтте.
Ҡыҙыгыҙ дин юлынан барһын. Бәхете асылыр. Май урталары ине, хәҙрәтте төрмә
начальнигына с а ­ ҡырттылар. — Мөжәүир агай, беҙ күмәкләп һине төрмәнән
срогындан алда сыгарыуҙы юлланыҡ. Эшебеҙ барып сыҡты. Документтар әҙер. Ошо беҙ
биргән справканы күрһәтһәң, һине берәү ҙә тотмаҫ, — тине түрә. — Ҙур рәхмәт,
әүлиә, яҙмышыма рәхмәт беҙҙе осраштырған өсөн. Тиҙҙән бәпәйебеҙ буласаҡ.
Кәләшем көн дә һеҙгә рәхмәт уҡый. — Мин дә рәхмәтлемен һеҙгә, — тине Мөжәүир
хәҙрәт. — Балаларығыҙ күп булһын, изгелектәрен күреп, ҡыуанып, тиңтигеҙ
йәшәгеҙ. Төрмә начальнигы хәҙрәттең ҡулына бер сумка тотторҙо: — Ҡатыным юлга
аҙыҡ һалғайны. — Кеҫәһенән алып ҡағыҙ аҡса һондо. — Иҫән-һау ҡайтып етегеҙ.
Шулай итеп, ун йылға хөкөм ителгән хәҙрәт, дүрт йыл ултырғандан һуң, иреккә
сығарылды. Иә, Хоҙай, ниндәй ғәйептәре өсөн ошо тиклем ғазаптар кисерҙе һуң ул?
Әллә, югиһә, бында үҙе сирҙән ҡотҡарган кешеләрҙе һауыҡтырыу өсөн ебәрҙеме бында
Хоҙай Тәгәлә? Әллә ныҡлыҡҡа, Хоҙайға тоғролоҡҡа һынау булдымы? Төрмә ишеген
тыштан япҡас, ул иркен тын алды. Ошо көндөң тиҙҙән килерен алдан һиҙеп йөрөһә
лә, нисектер ышанып етмәгәйне. Аллаһҡа шөкөр, ул иректә! Төрмә еҫенән, тәмһеҙ
ашынан, һоро төҫөнән тамам биҙрәгән хәҙрәт ҡайтыу ягына ҡоштай талпынды.
Ҡайтыу Эй, илаһым, иректә тормош ҡайһылай ҙа йәмле!
Көн матурлыгына кинәнеп атлаган хәҙрәт, ниһайәт, ҡала ситенә етте. Ана, Стәрле
юлы күренеп ята. Ҡасандыр Йылайыр төрмәһенең атыуға хөкөм ителгән тотҡондары
менән ауыр бығауҙарҙы шалтырата-шалтырата шәреле ошо юлдан Өфөгә килеп
ингәйнеләр. Мөжәүирҙең йөрәге әрнеп ҡалды. Ун биш кешенән бер яңгыҙы кире
ҡайтып килә. Ул үҙенең иҫән ҡалыуына, иреккә сыгыуына бер килке ҡыуана ла
алмай, баш баҫып атланы. Зәңгәр күк аҫтында һәр кемгә лә урын етәрлек тәһә.
Хоҙай биргән ошо яҡты донъяны ниңә башҡаларҙан ҡыҙғанырға? Ниңә кешеләр
һәүетемсә генә йәшәмәй? Бербереһенең алҡымынан ала, йәнен ҡыя? Ниңә әҙәм балаһы
бер-береһенә ҡаныға? Яһилдар намыҫлыларға, йыуаштарға көн күрһәтмәй. Үҙҙәрен
Хоҙай Тәгәләнән дә югары ҡуя. Үлгәс кешегә ике аршин ер етеүен аңламай улар.
Бәндәнән бәндә һис кәм түгел, тәҡдирҙәр генә төрлөсә. Ҡайһы берәүҙәр, хәленән
килһә, ҡояшты тик үҙе өсөн генә яҡтыртып ҡуйыр ине. Әммә Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң.
Ул булган нәмәһен һәр кемгә тигеҙләп ө л ә ш ә . Яһил, тәкәббер әҙәмдәрҙе
Әхирәттә ҡаты һорау алыу көтә. Шуны ишетә-белә тороп, күптәрҙең насар
ғәҙәттәрен ҡуймауын, тамуҡ киҫеүе булыуҙан ҡурҡмауын аңлай алмай хәҙрәт. Ҡуйсы,
ҡуйсы, бынау тиклем хозур донъяның бәҫен ебәреп, ниңә гел күңелһеҙ нәмәләрҙе
уйлап бара әле? Ул юл ситендәге ап -аҡ сәскәгә төрөнгән муйылдан бер бәләкәс
ботаҡ һындырып алды. Эх, хуш еҫкәйҙәре! Тәмле, тәмле! Ана, арыраҡ умырзаялар
йылмайыша. Улар саф сабый күҙенә оҡшаш таждарын ҡояшҡа төбәгән. Ярай, уны матур
мәлдә сығарҙылар төрмәнән. Яҙ — яҙ инде. Күңелдәрҙе елкендереүгә, йәшәүгә дәрт
уятыуга һәләтле миҙгел. Бер аҙ баргас Мөжәүир ҡаҡы өҙөп ҡапты. Ана, улар бер
аҡлан. Иәш ҡуҙгалагы, мине лә өҙөп ҡап тигәндәй, ялпылдатып ҡул болгай. Эх, ошо
матур мәлдә ҡош ҡына булып Манһырына ҡайтып инһәсе! Балаларын, Гөлйемешен
өҙөлөп һагынды бит. Олпат Урғаҙаһын, шаян Шүрәлеһен, Сусаҡтауҙа бесән 69 Ҡьни
ырташ тауы сапҡандарын хәтерләү хистәрен баҙратты, аҙымдарын да ҡыҙыулатты.
Әммә тиҙ ҡайтыу мөмкин түгел шул. 6 0 0 саҡрым лап араны йәйәү үтеүгә ай самаһы
ваҡыт кәрәгер. Ярай, ҡайтып етер, иң мөһиме, ул иректә, ин шәәъ Аллаһ. Башта
Мөжәүир төрмә начальнигы биргән төйөнсөктәге ризыҡты самалап ашап барҙы, аҙаҡ
үләндәргә, ризыҡҡа яраҡлы тамырҙарга күсте. Аҙаҡ, ныҡ йонсой башлагас, юл
буйында осраған ауылдарга туҡтап, аят уҡыны, ауырыуҙарҙы дауалап, өшкөрөп,
имләп тамаҡ туйҙырҙы. Ашыҡһа ла, Стәрлегә боролоп инеп, Ғибаҙулла дуҫының
ҡәбере өҫтөндә аят \гкыны. Хоҙайҙан уның йәненә тыныслыҡ һораны. Төрмә
начальнигы биргән аҡса шул көйө әле. һаҡлабыраҡ килә. Бәлки, ҡайтып етер
алдынан арттырып, өйҙәгеләргә күстәнәс-маҙар алыр. Ниһайәт, оҙон-оҙаҡ юл үтеп,
июнь урталарында ул 70 Баймаҡҡа инде. Арып-талып өс саҡрымда ятҡан Иҙелбай
ауылында төпләнгән ике туган ҡустыһына килеп йыгылды. — Атаҡ-атаҡ, Мөжәүир
ҡайнага, был һинме? — тип бер килке таный алмай торҙо Райхана килене. — Ҡуйсы,
ҡуйсы, Хәмиҙулла, Хоҙай үтенесебеҙҙе ишеткән бит, — тип ҡыуанысынан ҡайнағаһын
ҡайҙа ултыртырға белмәне, өлтөрәп йөрөп табын әҙерләргә тотондо. Мунса яҡтырҙы.
— Уй, ҡайнағамды гына! — Берсә балалай күреп арҡаһынан тупылдатып алды, берсә
тәтелдәп ғаиләһенең, тугантыумасаһының хәлен һөйләне. Хәмиҙулла ла, ҡатын-ҡыҙ
кеүек ялпылдап тормаһа ла, агаһының иҫән-һау ҡайтып килеүенә сикһеҙ шат. —
Немец фашистары һуғыш асырга әҙерләнә, тип алдан күреп әйткән өсөн ултыртҡан
булдылар. Йә, хаҡ булманымы ни? Ана, нисек ҡоторона дошман. Көн дә бер өйгә
ҡара ҡагыҙ килеп кенә тора. Ирҙәр бер аҙ фронттағы хәлдәр тураһында һөйләшеп
алды. — Агай, был һуғыш ҡасан бөтөр икән? — тип һораны Хәмиҙулла. — Ике йыллап
барыр. Шулай ҙа һуғыш беҙҙең еңеү менән тамамланасаҡ. Беҙҙең һалдаттар немецты
хатта өңөнә алып барып дөмбәҫләр. — Ысынмы, агай? Өйҙәгеләр әүлиәнең һүҙен
ишетеп, ныҡ шатланды: «Бирһен Хоҙай! Көнө-төнө теләгебеҙ шул», — тине Райхана
ла һүҙҙе йөпләп. Хәҙрәт тугандарына өйҙән сыгып киткәндән алып ҡайтып килгәнгә
тиклемге хәлдәрҙе бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. Төрмәлә һәйбәт кешеләрҙе осратыуы,
шулар ярҙамы аша ҡотолоуын әйтте. — Ун йылга хөкөм иткәйнеләр. Төрмә начальнигы
үҙе юллап, ғәйепһеҙ икәнде иҫбатлап, бына дүрт йыл тигәндә иреккә сығарҙылар, —
тине хәҙрәт. Хәмиҙулла агаһын бер нисә көнгә ҡалырға димләне. — Хәл ал әҙерәк,
юҡһа таный алмай торорҙар, — тип агаһын йәлләп, ниндәй хөрмәт күрһәтергә
белмәне. 7 1 Иртәнге сәй эсеп ултырғанда Мөжәүир хәҙрәт әйтте: — Имен-аман
әйләнеп ҡайтһам, ни һораһаң, шуны биреп, теге Мысыр иленән алып ҡайтылған
Ҡөрьән китабыңды алырмын, тигәйнем. Хәмиҙулла ҡомартҡыны агаһының алдына
килтереп тә һалды: — Бер нәмәң дә кәрәкмәй, агай, ал Ҡөрьәнде, ул һиңә фарыз.
Иҫән-һау ҡайтыуыңа ҡыуанып, бүләк итәм. Былай ҙа ул һиңә тейешле аманат ине, —
тине. Аҫыл ҡомартҡы ҡулына килеп эләккәс, хәҙрәт ат менгәндәй ҡыуанды. Был изге
китапта ахырызаман ғәрәсәттәренән һаҡланыу юлдары өйрәтелгәйне. Әҙ-әҙләп кешеләргә
әшкәртә йөрөр. Дингә күндереү юлдарын табыр. Рухы ныгып етмәгәндәргә — аҡыл,
рухи көс, майырыҡтарга, һәүректәргә — үҙүҙенә ышаныу хисе бирер. Ф ән һәм динде
бер бөтөн итеп ҡарау тураһында фекер тупларға теләй ул. Кешелек донъяһын
һәләкәттән барыбер дин ҡотҡарасагына ла уның иманы камил. Ошолар тураһында
хәҙрәт Хәмиҙулла туганы менән оҙаҡ һөйләште. Уларҙың һүҙҙәре килешә, фекерҙәре
бер иш. Иҙелбайҙа ике-өс көн ял итеп, әҙәм төҫөнә ингәс, күңеле ҡайтырға
атлығып торган хәҙрәт юлга сығырга булды. — Атым булһа, «һә» тигәнсе алып барып
килер инем, — тине ҡустыһы үкенеп. — Агай, йәйәү ҡайтарғанға гәйеп итмә инде,
зинһар. Кискә табан ҡайтып инерһең. Хәҙрәт Баймаҡ менән Манһыр араһын — 25
саҡрымды йәйәү барыуына хатта ҡыуанып та ҡуйҙы. Йәненә ғәзиз тыуған ягы шау
сәскәгә күмелгән саҡ. Шүрәле йылгаһы буйлап барыуы үҙе бер гүмер. Ниндәй хозур
уның йәнтөйәге! Аҫты тулы хазина, өҫтө тулы байлыҡ. Ана, ҡыуаҡлыҡтары, шау
ҡарағатлыҡ, балан ояһы, муйыллыҡ. Олоһаҙ ҙа күренде. Тимәк, ауылына ҡул
һуҙырлыҡ ҡына ара ҡата. Мең ғазаптар күреп, ниһайәт, үҙ иленә ҡайтып еткән
хәҙрәттең йөрәге күкрәгенән сыга яҙып типте. Тирәһендә аллы-гөллө күбәләктәр
өйөрөлә, әйтерһең, шатлыҡ хисен уртаҡлаша. Баш осонда өҙҙөрөп бер ҡошсоҡ һайрап
ебәрҙе. Хәҙрәт уга өндәште: 72 — Ҡошсоғом, эй, бәләкәсем, бар әле, ос әле
Манһырга! Гөлйемешемдең тәҙрәһенә ҡун да һайра әле! Мөжәүирең ҡайтып килә тиң.
Ҡошсоҡ, 1ҮЙӘ, уны аңланы. Йәһәтләп Манһырга табан йомолдо. Хәҙрәт тә аҙымдарын
ҡыҙыулатты. Чабан Миңлеғол Әүлиәлек ҡөҙрәте аша ла, гәзит-журналдарҙан уҡып та
илдең тын алышын, донъя күләмендәге хәл-әхүәлде белеп ултырган Мөжәүир хәҙрәт
Рәсәй юлбашсыһы Сталиндың етәкселек итеүенән ҡәнәгәт түгел ине. Илде күрәләтә
ҡанга батырыусы мөрәүәтһеҙҙе иблис тип атаны, йә гифритҡа тиңләне. Уның хөкөм
һөрөүе күпкә бармаҫын белгән әүлиә, Сталиндың үлеүе хаҡында ишеткәс, еңел
һуланы, әйтерһең, өҫтөнән тауҙай гәм төштө. — Ниһайәт, илде бөлдөрөүсе гонаһ
шомлогонан ҡотолдоҡ, — тине. — Артыңа ҡарама көлө. Дәүләт башлыгына ҡаты
нәфрәтен кешеләргә былай тип аңлатты: — Халыҡ араһынан һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ
шикелле нәгеҙҙәрен һыпырып алып түктерҙе. Әҙәмдәргә аяуһыҙ, рәхимһеҙ. Хоҙай
Тәгәләнең барлыгын, берлеген таныманы, иблис ялсыһы булды. Гел ҡаргыш, рәнйеш
алды. Анды-тондо аңлап етмәгән бер ҡатлыраҡ әҙәмдәргә: — Ю ҡҡа балауыҙ һыҡмагыҙ.
Әҙерәк ваҡыт үтһен әле, күҙегеҙ дөрөҫлөккә асылыр. Уның кем икәнен белерһегеҙ
ҙә үҙегеҙ үк ул хаинга ләгнәт уҡырһығыҙ, — тип тә өҫтәне. Ҡаты күңелле Сталин
тарафынан өркәккә әйләнеп бөткән халыҡ хәҙрәт әйткәндәрҙе өндәшмәй генә
хупланы. Сәүит тирәһендә үҫкән йәштәрҙең ҡайһы бере ул әйткәндәрҙе өнәмәне,
ҡаршы сыҡты. — Сталин — беҙҙең атабыҙ. Ул — даһи. Юлбашсыбыҙҙың аҡылы менән
яуыз Гитлерҙы епдек, — тип һүҙ көрәштерҙе үҙен донъя тотҡаһы итеп һиҙгән партия
агзаһы, тәкәббер чабан 73 Миңлегол да. — Иҫкелек ҡалдығы, тюремщик Мөжәүир
мулла нимә һөйләмәҫ? — Үҙең нимә һөйләгәнеңде беләһеңме, молокосос, — тине уга
яу юлын үткән оло йәштәге ир. — Әллә һуғышта булдыңмы? Белә-белгең килһә, һинең
яһил даһийың илде үҙ ирке менән утҡа тотторҙо. Хатта ул яуызды, немец армияһы
сикте боҙоп инде, тип килеп әйткән берәүҙе аттырып торган, тип тә ишеттек.
Бындай бәхәстәрҙән һуң хәҙрәттең дә күңел яралары ҡанһырай башлай. — Йәмәғәт,
мине төрмәгә енәйәт ҡылған өсөн ултыртманылар. Тиҙҙән герман Әрәсәйгә һугыш
аса, беҙ ҙә әҙерләнәйек, тигәнемде оҡшатманылар. Йә, дөрөҫ булманымы ни?
Фашистар йоҡлап ятҡан ерҙән килеп баҫты бит. Хәлемдән килһә, туҡтатыр инем ул
ҡоторган эттәрҙе. Йөҙәр меңгә ҡаршы торорга ҡөҙрәтемдән килмәне. Әйткәнгә ҡолаҡ
һалһалар, был тиклем ҡыйралыш, ҡан ҡойош булмаҫ ине. — Хәҙрәт үткер ҡарашын
Миндеголга төбәне. — Икенсе уйлап һөйлә, улым, йәме. һикһәнгә етеп килгән
хәҙрәтте, тормоштан артта ҡалганга иҫәпләгән Миңлегол, эстән генә мыҫҡыллы
йылмайҙы: «Белемсе, байғош...» Хәҙрәт һүҙен дауам итте: — Ҡара иҫәп менән
һанайыҡ: репрессия ҡорбандары Ватан һуғышында шәһит киткәндәрҙекенә тиңәлә.
Рәсәй халҡын Сталин менән Гитлер ҡырҙырҙы. Хәтер һандыгына һалып ҡуйығыҙ, бер
саҡ, бәлки, 1 0 —2 0 йыл үткәс, үҙҙәре әйтер. Хәҙрәттең бындай хәбәрҙәрен,
Сталинға тел тейҙереүен, колхоз хисапсыһы Сәләй хөсөт тә ишетеп ҡалды. Ошаҡ
ташып, ғәйепһеҙ кешеләргә яла яғыуҙан йәм тапҡан был әҙәм, Мөжәүир хәҙрәттең
теле тотлоҡҡан ҡыҙын һауыҡтырыуын да иҫәпкә алып тормай, иртәгеһенә үк юҡ
йомошон бар итеп, район үҙәгенә юл тотто. Көнө буйы көтөп ултырып булһа ла,
район башлығы Мәҡсүтовтың үҙенә инде. — Мөжәүир хәҙрәт Сталин менән булыша, —
тине ул шыпырт ҡына, — халыҡты уга ҡаршы ҡоторта. Чабан Миңлего.лдап башҡаһы
уға эйәрә... 74 Был кешенең әүлиәлек ҡөҙрәте тураһында хәбәрҙар Вилким Сабирович
күтәрелеп һугылманы, тыныс ҡына итеп: — Ҡуйыгыҙ әле, туҡтатыгыҙ оло кеше менән
булышыуыгыҙҙы, — тине, — ошаҡ килтергән әҙәмдең ярамһаҡ оҙонса й ө ҙ ө н ә
ҡарамаҫҡа тырышып. Эстән: «Әпкәләй, сволочь, — тип уйланы. — Бына шулай итеп
башҡорт башына башҡорт етә лә инде. Әүлиә хәҙрәт һинең ни эшләп йөрөүеңде
һиҙеп, әшәке телендән яҙҙырһа, белер инең ҡәҙерен...» Ысынлап та, бер нисә
көндән район хужаһы бухгалтер Сөләймәндең телдән ҡалыуын, һөйләшә алмауын
ишетте. Хәҙрәттең хикмәттәре тураһында аҙым һайын ишетеп йөрөһә лә, был хәл уны
хайран итте. — Әллә минең ни уйлағанымды белдеме икән? Вилким Сабировичтың
хәҙрәткә ихтирамы артты. «Йылайыр» совхозы директоры әйтеп, уны һәр төрлө
һалым, недоимкаларҙан азат иттерҙе. Бөтә халыҡ һөйөүен яулаған аҡһаҡалдың
үтенесенә ҡолаҡ һалып ауыл тирәһендәге ерһыуҙы әрһеҙләтмәне: ферма-фәлән
һалдыртманы, ҡылганлы далаһын һөрҙөртмәне. Манһыр тирәһе йәм-йәшел сирәм булып,
йөҙәр гектарға етеп, йәйрәп ята бирҙе. Аралтау, Иманай битләүҙәре, Ҡыҙылъяр,
Сусаҡтау итәктәре, Шүрәле, Ургаҙа буйҙарында иһә, хәҙрәттең иң яратҡан малы —
йылҡыга хөрриәт хәҙер. Ярым ҡырагайга әйләнгән йылҡы өйөрҙәрен көгөүсе лә,
иҫәбе-һанын белеүсе лә булмай. Талымһыҙ хайуанга күп кәрәкме, ҡылған булһа, шул
етә. Ошо йылда бәләкәй генә колхозды совхоз бүлексәһе итеп теркәнеләр, әммә
етәкселәр барыһын да хәҙрәт теләгәнсә эшләне. Йәш совхоз был йылдарҙа
игенселек, орлоҡсолоҡ менән күтәрелә башлай. Директор итеп таҫыллы етәксе Яхин
Рәхимйәнде тәгәйенләп ҡуйгас, эштәр бигерәк йәнләнә. Ишелеп уңган иген тау-тау
ята, мал-тыуар илереп үрсей, емеш-еләк баҡсаһы булдырыла, йәшелсә мул... Уттай
эш ваҡытында ла, берәй форсатын табып, Рәхимйән Хәйретдинович Манһырга һугылып
киткеләй. Совхоз өсөн янып-көйөп ултырган хәҙрәткә яңылыҡтарҙы һөйләп,
кәңәш-төңәш игә. Турһығына һаумал ҡымыҙ алып, юлын дауам итә. — Яндырайлыгын
ауыҙлыҡлаһа, был кеше югары күтәрелер, — тип юрай хәҙрәт, уга һаулыҡ, совхозга
уңыштар теләп. Бер шулай арып-талып Рәхимйән Хәйретдинович юл ыңгайы,
ғәҙәтенсә, Манһырга боролоп инә. Лупа тотоп, гәзит уҡып ултырган Мөжәүир
хәҙрәтте күреп, хайран ҡала. — Донъяла ниндәй яңылыҡтар бар? — тип һорауы була,
хәҙрәт: — Тиҙҙән Йылайыр совхозына ҙур хөкүмәт наградаһы тапшырасаҡтар, — ти. —
Гәзиттә бармы әллә? — тип Рәхимйән ынтыла. — Юҡ, үҙем беләм. Йылайырҙың
киләсәге зәһәр өмөтлө, — ти хәҙрәт. — Еребеҙ изге беҙҙең. Ҡыуанысынан арыуын да
онотҡан Рәхимйән хәҙрәтте ҡосаҡлап ала. — Ауыҙыңа балда май, йөҙ йәшә, хәҙрәт,
— ти. Ысынлап та, көҙгөһөн уңыш байрамында Өфөнән килгән ҙур түрә Йылайыр
совхозына Ленин ордены тапшыра. — һөйөнсөһөнә ауылыңа движок ҡуйҙыртам! — ти
Рәхимйән һәм һүҙендә тора. Дүрт өйлө ауылга ниңә кәрәк ул, тип дау ҡуптарган
баш инженерга ҡаты бойора: — Иртәгә үк Манһырга күсереп йөрөтмәле бәләкәй
двигатель ултырттыр. Унда бөйөк аҡыл эйәһе, бөйөк әүлиә йәшәй. Бейәнән ала ла
тыуа, ҡола ла тыуа тимәҫтәр ине. Әҙәмдең дә төрлөһө бар. Гонаһ шомлоҡтарҙы ла,
ни гиллә менәндер, замана үҙе барлыҡҡа килтерә. Яңы власть ҡотҡоһона бирелеп,
был саҡтарҙа, Аллаһты ла, мулланы ла һанламаусылар ҙа күбәйә. Әҙәпле, тәүфиҡлы
булыгыҙ тип өйрәтеүселәр, замандан артта ҡалыусылар һымаҡ күренә. «Тәүфиҡ»
һүҙен ҡулланыуҙан төшөрөп ҡалдырырга итәләр, уның мәгәнәһен аңламамышҡа
һалышалар. Анау чабан Миңлеголдо гына алайыҡ. Олоно — оло, кесене кесе тип
белмәй. Мин партийный, партбилетымды көтөү көткәндә лә йөрәк тәңгәлендә — түш
кеҫәмдә йөрөтәм, тип шапырына. Яңгыҙ йөрөгәндә эт-ҡошҡа, бәлә-ҡазага тарып 76
ҡуймаһын тип, бисәһе Мәхмүзә хәҙрәттән бетеү яҙҙыртып алып, иренә һиҙҙермәй
генә, эс яҡтан бишмәт ягаһына тегеп ҡуйҙы. Ш уны ҡайҙандыр белеп, Миңлегол өйҙә
дау ҡуптарҙы. Бетеүҙе утҡа яҡты ла: — Мине, партия ағзаһын, позорить итеп
йөрөйһөң. Бынан һуң хәҙрәттең өйөнә ике аягындың берен баҫаһы булма! — тип
екерҙе. Миңлегол хәҙрәт арҡаһында ауылдашы Ғабдрахман менән дә тәмһеҙләште.
...Ирҙәр тәмәке көйрәтеп торган ерҙә Ғабдрахман Миңниса апаһының ҡыҙы Райхана
менән булган хәлде һөйләне. — Педучилищела уҡып йөрөгән ҡыҙ бала тышта, йәшел
сирәмдә, имтиханга әҙерләнгән. Йоҡоһо килеп, ятып торган. Өҫтөнән ниндәйҙер
имәнес һалҡын нәмәнең шыуышып үтеп барыуына һиҫкәнеп уяна. Ни күҙе менән
күрһен, йылан, ти. Ҡото осҡан ҡыҙыҡай шул ерҙә һушһыҙ ҡолай. Иҫенә килһә,
телдән яҙган. Күпме тырышһа ла, бер һүҙ әйтә алмай ҙа ҡуя икән. Ата-әсәһе шунда
уҡ дауаханага алып бара быны. — Беҙҙең ҡулдан килмәй, ҙурыраҡ ергә алып барып
күрһәтегеҙ, — тип ҡайтаралар. — Тороп торогоҙ әле, — ти ҡыҙҙың өләсәһе, — ниңә
уны йонсотоп, әллә ҡайҙа алып китергә? Ана, хәҙрәткә алып барыгыҙ, шул ыңгайы
ейәнемә һөйләшеү ҡеүәһе ҡайтыр. Ата-әсә оло кешенең һүҙен йыҡмай, Райхананы
Манһырга алып китә. — Ҡыҙымды көтәүелләп сыгып китмәй торҙом, — тип ҡаршылай
уларҙы табип хәҙрәт. Бындай сибәр, укытыусы буласаҡ баланы нисек ҡарамайһың.
Хәҙрәт дога уҡып, баш-күҙенә өрә, ҡулы менән сәстәренән һыйпай, ауырыуҙы алып
ыргытырга теләгәндәй, серле хәрәкәттәр яһай. Бер аҙҙан ҡара күҙҙәре менән үҙенә
мөлдәрәп ялбарып караган ҡыҙға өндәшә. — Йә, балам, олатай, рәхмәт,
һауыҡтырҙың, — тип әйг әле. һөйләшә алмау хәленә күнегеп барган ҡыҙыҡай, башта
ышанмай тора. Шулай ҙа хәҙрәт әйткәндәрҙе ҡабатларга була. 77 Тауышы элеккесә
ғөрөлдәп тора. Ҡыҙ илап та ебәрә. Ата-әсәһе хәҙрәткә ни алып, ни бирергә белмәй
шатлана, рәхмәттәр әйтә. Ғабдрахман һөйләп бөтөр-бөтмәҫтән әлеге лә баягы чабан
ырғып сыҡты. — Чушь! — тине. — Демагогия! Хәйер-саҙаҡаны йыйыу өсөн таратҡан
әкиәт. — Көфөр булма, Миңлегол, — тине тыңлап тороусыларҙың береһе, — хәҙрәт —
ысын табип ул. — Ниндәй көфөр булыу, ти. Ана, минең бисә Рәмил улым ныҡ илағас,
алып барган икән. Йәнәһе, күҙ теймәнеме, тигән. — Ш унан, шунан? — Улыңа күҙ
теймәгән, ауыртҡан ере лә юҡ. Бәләкәй бала — әүлиә. Ул ҡайгырып илай, тигән.
Үҫкәс, йәнәһе, минең малай сит ерҙә йәшәй була. Үҙ телендә һөйләшә алмай зарыга
булыр. Йә, ҡайһыныгыҙ шуга ышаныр? Алты айлыҡ баланың алдан ҡайгырып илауын
ишеткән-күргәнегеҙ бармы? Кешеләрҙең өндәшмәй һүҙһеҙ ҡалыуын үҙенсә аңлаган М и
ң л е го л фәлсәфә ауын ныгыраҡ йәйелдерҙе. — Хәҙрәт тотҡан була ла, һыуҙы
тәләфләмәгеҙ, гонаһ була, ер өҫтөндә эсер һыу ҡорой, ти. Чистый әкиәт! Ер
шарының өстән ике өлөшө һыуҙан тороуҙы ул наҙан ҡайҙан белһен! Йәнә тагы. Ахырызаман
етеп килгәндә бәндә мөйөшкә текәлер ҙә ултырыр, айырып алып булмаҫ, ти. Йә,
анлы кеше шуга ышанырмы? Ул аферистың һүҙен тыңлай башлаһаң... — Хәҙрәт менән
булышып, үҙеңә гонаһ алма. Уның һиңә ни зыяны тейҙе? — тине лә Ғабдрахман китә
башланы. Уның артынан башҡалар ҙа таралышты. Миңлегол бер яңгыҙы баҫып ҡалһа
ла, сер бирергә теләмәне. Китһендәр әйҙә, тип уйланы. Береһенә лә ялынысы юҡ.
Типһә, тимер өҙөрҙәй, баҫһа, баҡыр иҙерҙәй. Колхоздың абруйлы чабаны әле ул.
Яңыраҡ съезга барып ҡайтты. Эше — эш, донъяһы — донъя. Әлбиттә, яңы замандың
яңы кешеһенә, бер мәл Мөжәүиргә килеп баш эйермен, тигән уй килеп тә сыҡманы.
Ысынлап та, чабан Миңдеголдоң эштәре көйлө барҙы. Йәйгеһен ваҡ мал көтөүҙең
артыҡ ыҙаһы юҡ. һарыҡтарын тау битләүенә ебәреп, этенә тапшыра ла, үҙе берәй
күләгәлә ятып 78 ял итә. Кәрәк саҡта үҙ эше менән дә булыша. Ана, ҡыш сыгырлыҡ
бесәнен дә сабып күбәләне. Кәртә-ҡураһына һайгауын да әҙерләп ҡуйҙы. Алдынгы
чабан үҙе менән китаптар ҙа алып йөрөтә, һарыҡтарҙы фәнни нигеҙгә таянып
тәрбиәләү мәсьәләләрен өйрәнә, йәнәһе. Көҙгөһөн, ваҡ күҙле ямғырҙар йышайғас,
ыжгыр елдәр иҫкәндә башлана көтөүсегә бәйнәт. Ел иҫеп ебәрһә, аңра мәхлүктәр,
күҙен алган күгәүен кеүек, ҡайҙа барганын белмәй, зыулап, унда-бында олага. Бер
көндө, шулай, Миңлеғолга кәбәнен алып ҡайтырга трактор табылды. Ул һарыҡтарын
ялан кәртәгә бикләне лә үҙ эшенә һыпыртты. Бесәнен алып ҡайтып, төштән һуң
килһә, отаранан елдәр иҫкән. Был ни гиллә? Сәбәләнеп тирә-яҡты байҡай һалды,
һарыҡтарының эҙееле лә юҡ. Совхоз хужаларына дөрөҫөн әйтергә ҡыйыулыгы
етмәйенсә, башта яңғыҙы эҙләп маташты. Эш сыгара алмағас, артыҡ йәшереп
булмаҫты аңлап, управляющийга хәлде һөйләп бирҙе. — Мин партийный, тип гел
күкрәк һуҡҡас, эшкә яуаплы ҡарайҙыр, тип һиңә ышанып, иң ҙур отараны биреп
ҡуйҙым. Өйөң бейек, өйрәң шыйыҡ булып сыҡты. Унан Миңлеғолга халыҡ дошманына
ҡарагандай уҫал текләп: — Белеп ҡуй, көтөүҙе тапмаһаң, башыңды төрмәлә
серетермен, — тине. Зоотехнигы ла сәүек эт кеүек ләңкелдәп ҡуштанланды. —
Съездарга ебәреп шаштыргас ни, һауаланды. Управляющий әйткәнгә риза булһа ла,
зоотехникка эстән рәнйене чабан. Ғаилә менән ҡатнашалар. Ҡатындары әхирәт.
Былтыр бер трактор санаһы бесән сабып бирҙе. Хәҙер килеп ни һөйләп тора? Шул
әҙәмгә ышан инде. Миңлегол һарыуы ҡайнауҙан яңаҡ тештәрен шытырлатты, әммә
өндәшмәне, ғәйебе булгас, түҙҙе. Ҡайта һалып рюкзагына аҙыҡ тултырҙы ла, атына
атланып, йәнә бер яңгыҙы югалган һарыҡтарын эҙләп китте. Иң башта Урғаҙаны
буйланы. Ҡыҙылъяр тауын, Сусаҡты үтте. Ғәли ауылына барып етте. Тапманы.
Управляющийҙың: 79 «Баш ың төрмәлә серер», — тигәне ҡолағында ныгыраҡ яңгыраны.
Ураҡсыларҙы заманында бер кило арыш урлаганы өсөн Н КВД ете йылга тиклем
иркенән мәхрүм иткән. 1932 йылда Сталин сыгарган закон һаман үҙ көсөндә. Бер
көтөү, тимәк, биш йөҙ һарыҡ өсөн тиренде тереләй тунамаҫтар тимә. Ҡаҙаҡтар
ҡыуып алып китһә, бөттө баш. Миңлеголдоң арҡа үҙәге буйлап һалҡын тир аҡты.
Өйөнә ҡайтып та тормай, Ғәленән Фәйзуллаға сыҡты. Шүрәле йылгаһы буйлап үрләне,
йөрөмәгән ерҙе ҡалдырманы. Ике көн тигәндә саҡ ҡайтып инде. Малдар табылманы.
Өсөнсө көнөнә быҫҡаҡлап ваҡ күҙле ямгыр һибәләне. Арып ахмалга төшкән Миңлегол
атын гына алыштырҙы ла Байыш, Ҡарамалы яҡтарына йүнәлде, һәр үҙәкте,
ҡыуаҡлыҡтарҙы тентеп сыҡты. Малҡайҙар һыу төбөнә төшкәндәрме ни? Тагы буш ҡул
ҡайтып инде. Ҡатыны Мәхмүзә малын эҙләп хәлдән тайган ире өсөн ҡайгырып, ни
эшләргә белмәне, һыуланып, саҡ аягын һөйрәп ҡайтып ингән иренә бер көн
ялынып-ялбарып әйтте. — Миңлеғол хәҙрәткә барып ҡараһаңсы... Башта әсе телең
өсөн гәфү үтен. Әүлиә кенә тотмай, шунда уҡ дөрөҫөн әйтер, ни эшләргә кәрәклекте
өйрәтер. Ана, Сөләймән хөсөт тә, баш эйеп, ялбарып баргас, һауыҡтырып сыгарып
ебәргән, ти. Хәҙер һин дә мин һөйләшеп йөрөй. Хәҙрәтте теленән төшөрмәй маҡтай
икән. һарыҡ көтөүенең табылырына тамам өмөтөн өҙгән Миңлегол хәҙрәттең дә ярҙам
итә алырына ышанманы. Мәхмүзәнең һүҙен йыҡмаҫ өсөн генә сараһыҙҙан барырга
күнде. Төрмәгә ебәрһәләр, мин әйткәнде тыңламаны, тип үпкәләмәҫ, исмаһам. Чабан
Миңлеголдоң килерен алдан белгән хәҙрәт, уны ҡапҡа тышына сыгып ҡаршыланы.
Атынан төшөп, эргәһенә килергә иткән Миңлеголга: — Бар, ана, һарыҡтарыңды алып
ҡайта һал. Иҫән-һауҙар. Ел ыңғайына ки геп, бер кәбән төбөндә торалар, — тине
ҡулын һуҙып ҡайһы йүнәлешкә барыуҙы күрһәтте. — Хәүефһеҙ урында торалар,
ҡайгырма, — тип өҫтәне. 80 Хәҙрәт хаҡында гел тиҫкәре һөйләп йөрөгән Миңлегол,
уга күтәрелеп ҡарарға ҡыйманы. Башын баҫып, күҙҙәрен йәшереп, ел ыңгайына атын
ҡыуаланы. Ысынлап та, ни күҙе менән күрһен — ауыл осонан өс-дүрт саҡрымда, ҙур
кәбән төбөн уратып алып, һарыҡтары бесән ашап тора. Ышанһаң — ышан, ышанмаһаң —
юҡ тигәндәй, һарыҡтарҙы күргәс, Миңлегол, шатлана ла алмай, шаҡ ҡатты. Ниндәй
мөгжизә, ниндәй хикмәт был?! Ошо тирәнән ҡырылмаһа ҡырҡ үтте ләһә. Нисек
күрмәгән? Көтөүҙе табырына тамам өмөтөн өҙгән, суд-фәләнгә эстән әҙерләнеп
бөткән Миңлеголдоң бите буйлап бөрсөк-бөрсөк күҙ йәштәре тәгәрәне. Үҙе иҫ
белгәндән иламағанды, әле килеп сыҙай алманы. Әсе булмай икән шатлыҡ, кинәнес
йәштәре... һарыҡтарын ялан кәртәгә килтереп бикләгәс, көн кисләүгә ҡарамаҫтан,
М и ң л е го л ойөнә лә инеп тормай, тура хәҙрәткә йүнәлде. Башына ап -аҡ
сәллә, аҡ күлдәк кейгән хәҙрәт түрҙә, урындыҡ өҫтөндә, ниҙер уҡып ултыра ине. —
һине көтөп ултырам, мөртәт, — тине шаян йылмайып. — һарыҡтарың теүәлме? —
Әүлиәлегеңә ышанмагайным, хәҙрәт. Булдыра алһаң, мине гәфү ит, — тине Миңлегол
тәкәбберлеген ҡуйып. — һөйөнсөһөнә, ана, һутымга тип һимертелгән тайымды ал. —
Кәрәкмәй. Мин саҙаҡа өсөн ярҙам итмәнем. Хоҙай бәндәһемен. Ерҙә кешеләргә
изгелек итергә тәгәйенләнгәнмен, — тине. Бер аҙ үпкәләберәк өҫтәне: — Тыңлар
булһаң, үтенесем бар. — Әйтегеҙ, хәҙрәт, тыңлармын. — Миңлеголдоң тауышы үтә л
ә ихлас яңгыраны. — Аллаһы Тәгәләнең барлығына, берлегенә ышан. Иблисте айыр,
таны, мөртәт булма. Ныҡ йонсоган, шунлыҡтан, ахыры, йөҙөндә иман нуры пәйҙә
булган, эшкә тырыш был кешегә хәҙрәт тагы бер нисә кәңәшен бирергә булды. —
Иәнә ҡатыныңды һис бер йәберләмә. Ифрат изге күңелле мөслимә. Улың хаҡында
әйткәндәремә лә рәнйемә. Рәмилең Себерҙең бер ҡалаһында йәшәр. Ғаиләһе,
балалары булыр. Тик ул тыуган ерен, туган телен, йыр-моңон һагынып 81 зарыгыр.
Сабыйың шуны алдан белә. Ысынлап та, сабый бала әүлиә була. һүҙҙәрем хаҡ. —
Хәҙрәт, — Миңлеголдоң тауышы ҡалтыранды, — изгелегегеҙҙе, әйткәндәрегеҙҙе мәңге
онотмам. Балаларыма, ейәндәремә васыят итеп әйтермен, Аллаһ бирһә. Үҙ гүмерендә
тәүге тапҡыр тәкәббер холоҡло ирҙең ауыҙынан «Аллаһ бирһә» тигән һүҙ ишетелде.
Ин шәәъ Аллаһ, яйлап булһа ла, илгә иман ҡайта, Аллаһҡа шөкөр. Хәҙрәт үҙе лә
илаһи ҡөҙрәт менән, исмаһам, бер кешене хаҡ юлга төшөрөүенә сикһеҙ ҡыуанды.
Әүлиә аманаты Мөжәүир хәҙрәт бөгөн дә иртәнге намаҙҙы Манһыр ауылы ҡаршыһындағы
тауҙың үҙе яратҡан иң бейек еренә менеп уҡырга, таңды аят менән ҡаршыларга
ниәтләне. Йылы йәйге төн үтеп, таң һарыһы беленә башлаган саҡ. Аягына еңел
ситек, өҫтөнә ебәк елән, башына йәшел бәрхәт түбәтәй кейгән олпат кәүҙәле
хәҙрәт үҙе кәлепләп һалган берләм һуҡмаҡ менән атлай. Киң шыма таштарҙы түшәп,
намаҙ уҡырга ҡулайлаштырылған еренә килеп еткәс, ул ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырған
бәрхәт намаҙлығын ергә түшәне лә ике ҡулын ҡолаҡ йомшаҡлығы тапҡырына ҡуйып,
ҡиблаға ҡарап баҫты. Башта аҙан әйтте, унан ҡулын күкрәгенә ҡаушырып иртәнге
намаҙын ниәтләне, ике рәҡәғәт сөннәт, ике рәҡәғәт фарыз намаҙын уҡыны. Оло
ихласлыҡ менән башҡарылған намаҙҙан һуң илһамланған хәҙрәт кеҫәһендә ятҡан
хөрмә төштәренән тәфсилләп теҙелгән, йылдар үтеү менән шымарып бөткән тиҫбеһен
ҡулына алып, оҙаҡ итеп Хоҙайга тзсбихтәр әйтте, аяттар уҡыны. Арыуыҡ ваҡыт
үтте. Тиҙҙән моронлап ҡалҡасаҡ ҡояштың тәүге алтын нурҙары икһеҙ-сикһеҙ булып
йәйрәп ятҡан Ирәндек итәгенә һибелә башланы. Уйсанланып, ҡалҡып килгән ҡояш
нурҙарына бер талай ҡарап торган дан һуң, Мөжәүир хәҙрәт урынынан ҡалҡты.
Намаҙлығын ҡағып бөкләп, ни хикмәт менәндер бында килеп ятҡан дүрткел һандыҡташ
өҫтөнә һалды ла тау 82 ситенәрәк барып баҫты. Ана, уның ауылы, Манһыры!
Атабабаларының изге төйәге! Ана, Ургаҙа йылгаһының ярында гына ултыра өйө.
Арыраҡ мәсет күренә. Кейәү үләне еҫе һеңгән һауаны һулап, аҡ сәсле ҡылгандарҙың
әкрен иҫкән таң еленә тирбәлеүен күҙәтеп, ҡояштың тәүге нурҙарын сәләмләп,
хәҙрәт байтаҡ торҙо. Йөрәге тыуган еренә ҡайнар хис менән мөлдөрәмә тулышты. Ул
ҡиблаға табан төбәлеп, теҙ сүҡте. Ҡулдарын алдында тотоп, Хоҙайга ялбарҙы: —
Йә, Раббым, Аллам! Уҡылган намаҙҙарымды ҡабул ҡыл. Йәннәттәй хозур гәзиз
ерҙәребеҙҙе мәңгелек ит! Илйорттарыбыҙҙы афәт-ғәрәсәттәрҙән һаҡла, үҙең
ҡурсалаусы бул! Хәҙрәт, офоҡтағы күтәрелеп килгән ҡояшҡа ҡарап, һандыҡташҡа
килеп ултырҙы, әйтерһең, иртәнге баҙыҡ нурҙарҙан үҙенә көс ала ине. Күк Ирәндек
ҡуйынына һыйынған Манһыр ауылын үҙенә гүмерлек төйәк иткәненә гел ҡыуанып
йәшәне. Бөтә тирәяҡты хайран иткән кирамәттәр тыуҙыра алырлыҡ көскә эйә
булараҡ, һәләт-ҡөҙрәтен тейешле юҫыҡҡа йүнәлтһә, әллә ниндәй ҙур ҡалаларҙа
йәшәргә, бөтә уңайлыҡтары булган һарайҙай йорттарҙа маҙрап йәшәргә лә хәленән
килер ине уның. Омм;) ул Манһырын, ата-балалар һөйәге ятҡан, тамыры ереккән ерҙе
ташлап китергә теләмәй. Киреһенсә, ул бындагы тау-йылганан, сәскәле
болондарҙан, емеш-еләкле Ирәндек тауы үҙәктәренән, өйөр-өйөр йылҡы йөрөгән киң
далаһынан, бала саҡта көтөү көткән йәйгорло ерҙән башҡа йәшәүен күҙ алдына
килтерә алмай. Тыутан тәбигәттән ул үҙенә көс ала, тыуган ере энергия, ҡеүәт
сығанағы икәнеп ул белә. Мөжәүир ултырган таштан тороп, тау башынан таҫмалай
булып күренеп ятҡан оло юлға баҡты. Тиҙҙән ошо юлдан уга бер һуҡыр ҡыҙҙы алып
киләсәктәрен һиҙҙе. Мосафирҙар бик алыҫтан юлланған булырға оҡшай. Беҙҙең
өммәттеке лә түгелдәр. Булһын. Хәҙрәт милләт айырмай. Әүлиәлек кирамэтлеге уга
килеүселәрҙең ихласлығын, үҙенә сикһеҙ ышаныс менән ҡарауҙарын әшкәртә. Быны
һиҙеү хәҙрәттә ярҙам итеү теләген тагы косәйтә. Ул йәнә ҡиблага ҡарап дога ҡылды.
83 — Миңә күҙ терәп, ғажиз булып килеүсе бәндәләргә ярҙам итерлек, һуҡыр
баланың күҙер асырлыҡ ҡөҙрәт бир, Хоҙайым, — тине ялбарыулы йомшаҡ тауыш менән.
Ошоларҙы әйтте лә, тиҙ генә йыйынып, намаҙлығын алып, ҡайтыу яғына атланы.
Ҡояштың тәүге иркә нурҙарына ҡойонған ысыҡлы үләндәрҙе кисә-кисә барыу уга
сикһеҙ рәхәт ине. Хәҙрәт аҙымдарын ҡыҙыулатты. Алыҫтан килеүселәр дәрәжәле
кешеләр булмаҡсы. Улар килгеләгәнсе, йортҡураны ҡараштырып, әҙерләнеберәк
торорга кәрәк. Хәҙрәт ҡайтып инеү менән иртәнге сәйҙе ултыртып йөрөгән
хужабикәгә фарман бирҙе. — Әбей, ҡунаҡтар ҡаршыларға әҙерлән. Мунса яҡтыр. Ҙур
еҙ самауыр ҡайнап ултырһын. Сәй эскәс, бер һарыҡты һуйып ҡуяйым. Киленгә әйтеп,
тултырма яһаттыр. Ул сыгып тәһәрәтен яңыртты ла, самауырҙың боҫо борҡорап
ултырған табынга яҡынланы. Урындыҡҡа менеп, аягын салып, яҫтыҡ өҫтөнә ултырҙы.
Күңелендә иренә оло ихтирам, һүнмәҫ мөхәббәт хисе һаҡлаған Гөлйемеш абыстай
ихлас йылмайып, хәҙрәт алдына сәйле касаны ҡуйҙы, аҡы эшкәртеп әҙерләнгән
ризыҡтарҙы яҡыныраҡ этәрҙе. Хәҙрәт көткән мосафирҙар төшкә табан килеп етте.
Ҡапҡа төбөнә туҡтаган еңел машинанан башта башына — эшләпә, өҫтөнә бөгәрләнмәй
торган һоро төҫтәге затлы туҡыманан тегелгән костюм кейгән һиммәтле бер ир
килеп төштө. Ул артҡы ишекте асты ла, унан бөхтә генә кейенгән һары бөҙрә
сәсле, бойоҡ сырайлы ҡатын күренде. — Доченька, Настенька, приехали, — тине ир
һәм 1 2 —13 йәштәрҙәге ҡыҙыҡайҙы машинанан етәкләп төшөрҙө. Шунда уҡ һәрмәнә
һалып әсәһенә йәбешеп барыуынан, баланың кеше ярҙамынан тыш атлай алырлыҡ түгел
икәне аңлашылды. Ҡатып ҡалган ҙур зәңгәр күҙҙәрҙең хәрәкәтһеҙ бер нөктәгә
төбәлеүен шәйләгән иғтибарлы һәр кем шунда уҡ уның тома һуҡыр икәнлеген аңлар
ине. Оло улы юлаусыларҙы эйәртеп өйгә алып ингәндә, өҫтөнә ап-аҡ күлдәк, башына
ап -аҡ сәллә кейгән хәҙрәт урындыҡ түрендәге яҫтыҡ өҫтөндә тиҫбе тартып тыныс
ҡына ултыра ине. 84 Имсүселәр һәйкәл кеүек туп-тура ултырган ҡарттың
эсбауырында миҙәр ятҡаным үтә күрерҙәй үткер ҡарашын күреп баҙап ҡалдылар.
Үтергә батырсылыҡ итмәй ишек төбөндә туҡтап тапанган мосафирҙарга хәҙрәт ягымлы
өндәште: — Әйҙүк, үтегеҙ, мин һеҙҙе баянан бирле көтәм. — Көтәһегеҙ? — Юлаусы
ир ныҡ гәжәпләнде. — Беҙ килеүебеҙ тураһында алдан хәбәр итмәгәйнек шикелле
бит. — Күңеленә йылы ингән юлаусы хәҙрәткә һаулыҡ һорашырга тип ҡулын һуҙҙы.
Иренән күрмәксе ҡатын да килеп күрешергә иткәйне, хәҙрәт ҡулын бирмәне. Ул,
беҙҙә ирҙәр ҡатын-ҡыҙга ҡул биреп күрешмәй, тине. Ишек төбөндә таш һын һымаҡ
ҡыймылдамай ҙа торган ҡыҙга мөрәжәгәт итте. — Ҡыҙым, һин дә үт, кил әле бында,
— тине ул үҙенең һурып алырҙай үткер ҡарашым һуҡыр ҡыҙга төбәп. Әсә ҡыҙын
хәҙрәт янына алып килде. — Исемең кем? — тип һораны Мөжәүир хәҙрәт баланың
нәҙек оҙон бармаҡлы йомшаҡ ҡулдарын ҙур усына алып. — Анастасия. — Матур исем.
Ҡыҙыҡайҙың ҡулын һаман ебәрмәй тотҡан ҡартҡа текләп һүҙһеҙ ҡалган әсә бер аҙҙан
хәҙрәттең кире ҡаҡҡыһыҙ ҡәтги тауышын ишетте. — Был балага ныҡ күҙ тейгән.
Күҙҙән ҡатҡан, бахырҡай. Музы кантмы? — Эйе. — Ҡыҙыгыҙ данлыҡлы пианистка
буласаҡ. — Әллә инде. — Әсә ауыр көрһөндө. — һуҡыр көйө был мөмкинме һуң?
Хәҙрәт Анастасияның ҡулдарын ысҡындырҙы ла толомлап үргән сәстәренән,
арҡаһынан, аяҡ-ҡулынан һыйпап, имләп сыҡты. Дога уҡып, өрөп тә ҡуйҙы. —
Сүбхәнәл-лаһ, ин шәәъ Аллаһ, төҙәлер ҡыҙыбыҙ, — тине, йөҙөнә ниндәйҙер
ҡәнәгәтлек билдәһе сыгарып. — Был баланың төҫ-башы гына түгел, холоҡ-фигеле лә
күркәм икән, — тине ниндәйҙер эске бер һиҙемләү менән уның бөтә булмышын үтә
күреп. — Итәгәтле бала. Ш унан Настяга ҡараны: 85 — Бар әле, ҡыҙым, сыҡ та,
лапаҫтан бер ҡосаҡ утын алып ин, — тип ҡушты. Ҡыҙҙың әсәһе шунда уҡ һикереп
торҙо. — Она не сможет! Простите ради боға, она ведь совсем ничего не видит. —
Борсолма, ҡатын кеше, — тип әсәне тынысландырҙы хәҙрәт, үҙе тағы ҡыҙ яғына
боролдо. — Бар, балам, бар, ҡурҡма! Әйткәнде үтә. Ҡыҙыҡай урындыҡтан тороп
ишеккә йүнәлде. Уны һәрмәләп табып асты ла тышҡа сығып китте. Таныш булмаған
ерҙә эләгеп ҡолап ҡуймаһа ярар ине, тип ҡоттары осҡан атаәсә, һикереп тороп,
ҡыҙҙары артынан йүгерерҙәй булып ултырһалар ҙа, хәҙрәттән уңайһыҙланып,
урындарынан ҡуҙгалманылар. Бер-ике минут та үтмәне, тупһала утын ҡосаҡлаған
Анастасия күренде. Күҙҙәре зәңгәрһыу нур бөркөп яна. Иөҙө ҡояштай балҡыган, ә
үҙе бер туҡтауһыҙ һөйләнә: — Атай, әсәй, мин күрәм, күрәм, — тине ҡыҙыҡай
ҡосагында утын барлыгын да онотоп. Осоп ҡына китер ине үҙе — ҡанаттары гына юҡ.
Ата-әсә көтөлмәгән мөгжизәнән ни әйтергә белмәй торган арала, хәҙрәттең
илтифатлы тауышы ишетелде. — Ҡыҙым, утыныңды көлдөксә алдына алып барып һал
инде, үҙең түргә үт. һәр төрлө дауаханаларга, данлыҡлы табиптарга йөрөтөп тә
һауыҡтыра алмаган һуҡыр күҙҙең шулай ҡапыл, бер ниндәй көсәнеүһеҙ- ниһеҙ асылып
китеүе һәм күрә башлауына һаман ышана алмаган ата-әсә ныҡышып төпсөндө. —
Ысынмы, Настенька? Ысынлап күрәһеңме? — Күрәм, атай, асыҡ күрәм, әсәй! — тине
ҡыҙ үҙе лә оло ҡыуаныстан ни ҡылырга белмәй. — Дедушка в белом! Ведь он мне
помог? — тине ҡыҙ һәм баҫалҡы йылмайып ҡәнәгәт ултырган хәҙрәттең эргәһенә
йүгереп килде. Рус халҡына хас гәҙәт буйынса ҡосаҡлап, битенән уңлы-һуллы өс
тапҡыр үпте. Ҡыҙҙарының сикһеҙ ҡыуанысын күргән ата-әсә өсөн дә, гүйә, күк
ҡабагы асылды. 86 — һеҙ — Аллаһ, — тине ныҡ тулҡынланган әсә кеше. — Улай
тимәгеҙ, ярамай, — тип ҡатындың һүҙен бүлдерҙе хәҙрәт. — Әҙәми затты Аллаһы
Тәгәләгә тиңләү — ҙур гонаһ. Ярамай. Мин бары әүлиә. Күрәҙәсе тиһәң дә була.
Ауырыуҙарҙы һауыҡтыра алам. — Ҡөҙрәтегеҙҙе ишетеп, һеҙгә ныҡ ышанып килдек һәм
яңылышманыҡ. Рәхмәт, — тине ир кеше. Үҙ-үҙен тотошонан, ҡылыҡ-фигеленән ҙур
урында эшләгәне күренеп торган Мәскәү кешеһе һүҙен дауам итте. — Берәй ҙур
ҡаланан квартира алып бирҙертәйемме? Машина кәрәкме? Ни теләйһегеҙ, ни һораһагыҙ
ҙа ҡыуанаҡыуана үтәргә ризамын. Үҙ гүмерендә сирҙән ҡотолоп, һауыҡҡандан һуң ни
алырын, ни биререн белмәй ҡыуанган әҙәмдәрҙе күп күргән хәҙрәттең иҫе китмәне.
— Үҙегеҙгә рәхмәт, ҡәҙерле ҡунаҡтар, һеҙгә игелек итә алыуыма шатмын. Миңә бер
нәмә лә кәрәкмәй. Донъя етеш. Барына Хоҙай бәрәкәт бирһен, — тине. Был хаҡта
һөйләшеүҙе тамам һанап, һүҙҙе икенсе юҫыҡҡа борҙо. — һеҙ алыҫтан килгәнһегеҙ.
Арып, асыгып бөткәнһегеҙҙер. Инде тамаҡ ялгап алһаҡ та була. Унан ял итерһегеҙ.
Мунса ла әҙер. Ҡунаҡ ир тагы гәжәпләнде. — Ҡайҙан килеүҙе әйтмәгәйнек түгелме?
— Хоҙай әшкәртә, — тине әүлиә ипле генә итеп. — Бына әле лә берәү ашыга. Тик
эсергә яратҡан әҙәм икән. Агас төбөнә шешәһен йәшерҙе. Йәнәһе, хәҙрәтте алдай
була, шилма. Килгән ҡунаҡтар әле ишеткән һүҙҙәргә ышанырга ла ышанмаҫҡа ла
белмәй, сикһеҙ гәжәпләнеп йәнә хәҙрәткә ҡараны. — Әйҙәгеҙ, шул әҙәм килеп
еткеләгәнсе табынга ултырышайыҡ. Ҡартының күҙенә генә ҡарап торган Гөлйемеш
абыстай ҙа уның һүҙен ҡеүәтләне. — Әйҙүк, ҡунаҡтар, түрҙән уҙыгыҙ. — Ҡыҙым, кил
әле эргәмә, — тине хәҙрәт, Настенькага үҙенең эргәһенән урын күрһәтеп. Әбейе
ашъяулыҡҡа ит, бишбармаҡ алып килеп ултыртҡылагансы, ауыҙ эсенән ниндәйҙер 87
догалар уҡын, ҡыҙыҡайҙың күҙҙәренә, битенә, ҡолагына, сәстәренә йәнә өрҙө. —
Бынан ары сирең ҡабатланмаҫ. Күҙ тейеүгә бирешмәҫһең, ин шәәъ Аллаһ, — тине ул
тантаналы тауыш менән. — Бына дога яҙылган бетеү. Ошоно һис югалтма, гел
эргәңдә йөрөт. Ул саҡта Хоҙай Тәгәлә һине һәр төрлө бәлә-ҡазаларҙан, яуыз
бәндәләрҙең хаслыгынан да үҙе ҡурсалар. Ул арала Гөлйемеш абыстай ашҡа рәхим
итеүҙе һораны. — Бишбармаҡты һыуытмайыҡ, — тине, үҙе агас ҡалаҡ менән табаҡтан
өс-дүрт бөртөк һалма һөҙөп алып, ҡабып ебәрҙе. Алыҫ юлдан килгән ҡунаҡтар
боҫорап ултырган бишбармаҡтың тәмле еҫенән тәҡәтһеҙләнеп китһәләр ҙә, ашҡа
талымһыҙланып йәбешмәнеләр. Хәҙрәт алдында әҙәп һаҡлап, иң тәүҙә ипле генә итеп
икмәктән ауыҙ иттеләр. Тәрилкәләргә бүлеп һалынған һимеҙ бишбармаҡты тәмләп
ашай гына башлаган бер мәлдә, ишек асылды һәм унан күп әсеүҙән шешмәкләнгән
йөҙлө ир кешенең ялбыр башы күренде. — Хәҙрәт өйҙәме? — тине лә тупһанан аша
атлап өйгә инде. — Сыбыртҡыһы сәйҙәме? — тип өҫтәне хәҙрәт инеүсенең яртылаш
иҫерек ҡиәфәтенә һынсыл ҡарап. Эскән кешене тере биреһе күргән хәҙрәт уны
табынга саҡырырға ла ҡул биреп күрешергә лә кәрәк тапманы. Етмәһә, ҡатынына ҡул
күтәреп, ғаиләһен ҡаңгыртыуын да һиҙенә әүлиә ҡарт. — Агас — емешенән, әҙәм
ҡыланышынан билгеле, — тип һүҙ башланы хәҙрәт түренән төшмәй генә. — Нимә,
ҡатының ташлап ҡайтып киттеме? — Эйе, — тине яңы килгән ир илай яҙып. — Шул
бисәне алып ҡайтырга миңә ярҙам итегеҙ. Тоҙ булһа ла өшкөрөгөҙ. Тыусамды бирәм
хәйеренә. — Кәрәкмәй бер нәмәң дә! Эсмә! Эскән иргә ниндәй ҡатын сыҙаһын. Йәнә
ҡулыңды тый. Бар ана, ағас төбөнә йәшереп киткән шешәңде барып алып,
эсендәгеһен түк, шунан башҡаса ул шайтан эсемлеге ягына әйләнеп тә ҡарама.
Ҡатының да кире ҡайтыр, тормошоң да яйга һалыныр. Бисәнән уңғанһың, ҡәҙерен
бел, — тип килеүсенең башҡа хәбәрен тыңлап та тормай, бороп сыгарып ебәрҙе. 88
Эсеп килеүселәр менән һөйләшергә яратмай ине шул әүлиә Мөжәүир. Бая хәҙрәт ошо
әҙәмдең килерен аңғартҡанды белгәс, Мәскәү ҡунаҡтары шаҡ ҡатты. — Вот чудо! —
тине Настя ла сикһеҙ гәжәпләнеп. — Ҡайтҡас иптәштәремә һөйләһәм, береһе лә
ышанмаҫ... Әүлиә табын артында ултырыусыларга вәгәз һымаҡ итеп әйтеп ҡуйҙы. —
Минең һеҙгә бер генә үтенесем бар. Аллаһы Тәғәләнең барлыгына һәм берлегенә
ихлас ышаныгыҙ. Әҙәпле, тәүфиҡлы булыгыҙ. Донъяны ҡаты афәттәрҙән, мәҫәлән, һыу
баҫыуҙан, ер тетрәнеүҙән, дауыл-гәрәсәттәрҙән бары, әҙәп менән тәүфиҡ ҡына
ҡотҡарыр. Йөрөгән ерегеҙҙә әҙәмдәргә шуны төшөндөрөгөҙ. — Рәхмәт, табип, — ҙур
түрә әүлиәгә ихтирамын белдереп, башын эйҙе. — һеҙҙең йөҙҙә мосолман халҡының
гәҙеллеген, ихлас күңеллеген күреп хайран ҡалдыҡ. — Хоҙай Тәгәлә бөтәбеҙ өсөн
дә берәү, ин шәәъ Аллаһ, — тине хәҙрәт. Ҡайтыр алдынан хушлашҡанда: — Мин бында
тағы килермен әле, — тине ҡунаҡ. Ысынлап та, бер ике-өс ай үттеме, юҡмы, Мәскәү
ҡунаҡтары йәнә килде. Был юлы улар ҡыҙы Настеньканың ҡыуанысын уртаҡлашыу, йәнә
рәхмәт әйтеп, саҡ ҡына булһа ла ризалатыу һәм быума сире менән яфаланган дуҫының
ҡыҙын да әүлиәгә күрһәтеү ниәте менән йөрөй ине. Был сирҙе лә хәҙрәттең еңеренә
ышаныстары ҙур ине һәм улар яңылышманы. Бала күҙ а л д ы н д а
ипкә килде лә ҡуйҙы. Хәҙрәт ҡунаҡтарҙы оҙатырга тип ишек алдына сыҡҡайны,
өр-яңы «Урал» мотоциклын күреп, уңайһыҙланды. — Ҡуйыгыҙсы. Мин әжере өсөн
түгел, Аллаһ хаҡы өсөн һауыҡтырам, — тине. Шулай ҙа үҙенең күңеле ҡыуаныс менән
тулды. Бер уйлаһаң, хеҙмәтенә күрә хөрмәте ләһә. Ҡунаҡ хәҙрәттең бүләкте кире
ҡағып ҡуйыуынан ҡурҡып: «Үҙегеҙ йөрөмәһәгеҙ, улдарыгыҙҙың береһенә бүләк
итерһегеҙ. Баш тартмағыҙ, зинһар», — тине ныҡышып. Хәҙрәт мосафирҙың үтә
ихласлыгын күреп, уларҙы рәнйетергә теләмәне. 89 — һеҙҙең аманатты, донъяны
афәттән әҙәп менән тәүфиҡ ҡотҡарыр, тигән һүҙҙәрегеҙҙе гел иҫтә тотабыҙ.
Ҡыҙыбыҙ ҙа шул юлдан тайпылмаҫ, — тине ир кеше хушлашҡанда. — Ин шәәъ Аллаһ,
шулай була күрһен. Хәҙрәт уларға изге юл теләп, оҙатып ҡалды. Миһырбанлыҡ ы й ы
л ы ш һайын: «Шәп механизатор, әүҙем коммунист», — тип телгә алынып,
урынлы-урынһыҙга ҡупырайтыуга, бүләкләүгә өйрәнеп алган Әсҡәт йәнә эсеп ҡайтты.
Төн уртаһы тип тормай, үҙен борсолоп көтөп ултырган ҡатынына бәйләнә башланы. —
Нимә, һәпрә, мине көтәһеңме? Әйттем бит, өйөр көсөктәреңде ал да мин ҡайтыуға
өйҙән шыл, тинем. Аңламаныңмы? Игеҙ бала табыуҙан башҡага эшкинмәгән бисә миңә
ни бысағыма? Үҙемә достойныйга әйләнәм. Ысынлап та, бөтә совхозды хайран итеп,
ошо айҙай түңәрәк йөҙлө, ҡаҡса кәүҙәле, баҫалҡы ҡатындың ике пар игеҙәк
балалары үҫеп килә. Тәүгеһе — малайҙар, Ғаяз менән Нияз, уларга өсәр йәш,
икенсеһе — ҡыҙҙар, Әлиә, Зәлиә, икешәр айлыҡ ҡыналар. Шулай итеп, әҙәм ышанмаҫ
әйтһәң, егерме ике йәшлек кенә әсәнең дүрт балаһы бар. Яҡындан белеүселәр
Гөллирәне бик ярата. Донъяга әсә булыр өсөн генә килгәндәй күрәләр. Сибек кенә
тауыш менән балаларына ягымлы өндәшеүе, сабыйҙарҙың ирәбе, отҡор булып үҫеп
килеүе, ауырыуҙарга бирешмәүҙәре — бөтәһен дә ҡасаба халҡы күреп тора, оҡшата.
Тик бына Әсҡәткә генә Гөллирә һис ярай алмай. Эсеп ҡайта ла тотона
көйһөҙләнергә. Ҡул күтәреүе лә йышайҙы. Сабыр холоҡло ҡатын, балалар аталы үҫһен
тип, баш баҫып түҙгән һайын, теге әҙәм ныгыраҡ ҡоторона. Әле лә, гәҙәтенсә,
тупаҫ һүҙҙәрен эскә йотоп, Гөллирә ирен әүрәтергә, тынысландырырға итте. —
Асыҡтыңмы? Ваҡ бәлеш бешерҙем, әйҙә ашап ал! — Юхаланма, кәнтәй! Кит бынан! 90
Нимәгә бәйләнергә белмәй ҡырсынган ир юлындагы ултыргысты тибеп осорҙо.
Балаларын уятыуҙан ҡурҡҡан әсә, йәне көйһә лә, һиҙҙермәне, ипле өндәште. —
Арыныңмы? Ял ит! Әйҙә, ятайыҡмы? — Телеңә һалышма! Мин һиңә нимә тинем?
Минҡайтыуга өйҙә әҙең булмаһын, тинем. — Ҡыш өҫтөнән ҡайҙа барайыҡ? — Эшем юҡ.
һинең арҡала әҙәм мәсхәрәһенә ҡалдым. — Нисек? — Гөллирә ҡурҡып китте. — Ҡайҙа
барма, бөтәһе лә көләләр. Инде ҡатының, күрше ауылдагы Сәмига кеүек, өсәрләп
тапһын, Гиннесс рекорды китабына инергә тырышыгыҙ, тиҙәр. — Тиһендәр. — һиңә рәхәт,
әҙергә — бәҙер, ир елкәһен генә кимереп ятаһың. Минең һымаҡ йәйен-ҡышын
тракторҙан төшмәй эшләп ҡара. — Әҙерәк түҙ. Әлиә менән Зәлиәне аяҡҡа баҫтырайым
да эшкә төшөрмөн. — Төштөң ти, төшмәй ҙә. Былары күҙен асыута яңылары готовый
торор. — Хоҙай ҡушҡанды күрербеҙ. — Ә -ә-ә, һин шулаймы, кәнтәйкә? Туйманыңмы,
һаман игеҙ кәрәкме? Әсҡәт йоҙроҡтарын төйнәп бисәһенә боролдо: — Сыгып кит.
Иҙмәндеиҙәм. — Дүрт бала менән ҡайҙа барайым? — Эшем юҡ унда. Мин бүтәнгә
әйләнәм. — Әле һөйәркәңдә булдыңмы? — Гөллирә иренән ҡото осоп ҡурҡһа ла,
һорамай түҙмәне. — Эйе булдым, һеҙҙең һыҡрагыгыҙҙы еҫкәүҙән надоел! Культурно
йәшәргә теләйем. Аҙарынган ҡатын һаман ялбарҙы: — Әсҡәт, балаларҙы етем итмә!
Ташлама! — Көсөктәреңде ал да һыпырт тим, бар, күҙемә күренмә! Әсҡәттең тауышы
ҡырҡыуланды. Аҡырыр-баҡырыр ҙа арып туҡтар, тип өмөт иткәйне йәш ҡатын, ул
уйлаганса 91 булманы. Әпәүләгән һайын шашына. Йәне көйгән катын да уйындағыһын
әйтергә йөрьәт итте. — Игеҙәктәр өсөн, белгең килһә, үҙең гәйепле. Врачтар
әйтте, үәт! — Ә -ә -ә , шулаймы, албаҫты? Мине гәйепле итергә булдыңмы? Туйып
һикерәһеңме, етем быҙау?! Әсҡәт бисәһенә киҙәнеп һугып ебәрҙе. Меҫкенкәй әллә
ҡайҙа осоп барып төштө. Торорға тип ҡуҙғалғайны, бәғерһеҙ ир типкеләргә
тотондо. Ҡатынының ауыҙ-морононан ҡан китеүҙе күреп, угата йыртҡысланды. —
Үлтермәҫ элек һыпырт! Бынан булыр, тип уйланы иренең холҡон белгән ҡатын.
Ҡасырга кәрәк, тик нисек? Үҙе яулыгын сисеп ауыҙ-моронон - дағы ҡанды
һөртөштөрҙө, үҙе нисек сыгып ҡасыу планын ҡорҙо. Ғаяз менән Нияз бирешмәҫ.
Уларға өсәр йәш. Илаһалар — ҡарар, үҙ атаһы лаһа. Ике бәләкәсте эләктерә һалып
алырға ла... Сабыйҙарын имеҙергә ваҡыт еткәнде белдереп әсәнең имсәгенә һөт
тиртте. Эх, бәләкәстәрен алдына алып тыныс ҡына ултыртып имеҙергә ине. Хут
бирәме ни ата йораты? Ул арала асыҡҡан сабыйҙарҙың илауы ишетелде. Әсә түҙмәне,
йән асыҡҡа һикереп тороп, сәңгелдәккә ташланды. Эскән ир уны-быны аңғаргансы
игеҙәктәрен тырнап алып күкрәгенә ҡыҫты ла, ялан аяҡ, ялан баш көйө өйҙән сыгып
та йүгерҙе. Шығырлап ятҡан аҡ ҡар өҫтөндә ҡатындың ҡанлы аяҡ эҙҙәре генә ярылып
ятып ҡалды. Ҡайҙа барырға? Сабыйҙарҙы ҡайһылай итеп өшөтмәҫкә? Балалар йортонда
тәрбиәләнеп үҫкән Гөллирәнең совхозда, исмаһам, морон төртөр туганы юҡ. Шул саҡ
изге күңелле Хәфизә әбей иҫенә төштө. Килеп балаларын ҡарашып, ярҙам иткеләп
китә. Моғайын, индерер. Балаларын өшөтмәҫкә теләп күкрәгенә ныгыраҡ ҡыҫҡан әсә
йән-фарман шунда сапты. Әсҡәт, бисәһен енләнеп ҡыуһа ла, ул сыгып ҡасҡас, оторо
ҡоторҙо. Шарт та шорт йөрөнө. Тик ятҡан бесәйҙе һугып осорҙо, әшәке һүгенде,
һыу эсергә тип ҡулына алған бокалды иҙәнгә яра бәрҙе. Бына ул Ғаяз менән Нияз
улы йоҡлап ятҡан урындыҡ ситенә килде, ҡотороноп екеренде: 92 — Был көсөктәрен
ниңә ҡалдырган? Миңәме? Кәрәкмәй! Имәнес тауышҡа һиҫкәнеп уянған сабыйҙар
ҡурҡып илай, әсәһен таптыра башланы. — Ә сә-ә-ә-әй ! Ә -ә-әй! Әсҡәт йәнә
ажғырҙы: — Етәр һеҙгә! Йәнде көйҙөрһәгеҙ, тышҡа сыгарам да ырғытам. Йәмһеҙ
тауышты ишетеп, игеҙәктәр оторо ярһыбыраҡ иланы. — Ә сә-ә-ә-әй ! Ә -ә-әй! —
Туҡтамайһығыҙмы, көсөктәр? Талағы ташҡан ирҙе иблис үҙе ҡоторттомо ни? Урындыҡта
ятҡан балаларҙы икеһен ике ҡулына эләктереп алды һәм елтерәтеп ишектән тышҡа,
өтөп алып барған сатнама һыуыҡҡа сығарып быраҡтырҙы. — Илап бөткәс инерһегеҙ, —
тине һәм ишекте япты. Үҙе инеп, бая алып ҡайтҡан яртыһынан бер стакан араҡы
ҡойоп эсте, тәнтерәкләп диванға барып туңҡайҙы. Тышҡа сығарып ебәргән
сабыйҙарын да онотоп, хырылдап йоҡлап китте. Иҫереккә диңгеҙ тубыҡтан. Ныҡ
ҡурҡыуҙан һыны ҡатҡан, илай ҙа, ҡысҡыра ла алмаган, бер-береһен ҡосаҡлап таш
һынға әйләнергә торган сабыйҙарҙың икеһен бер юлы уҫлаптай кәүҙәле кешенең
хәстәрлекле ҙур ҡулдары ҡармап алды ла ҡалын йылы тундың эсенә тыҡты. Балаларҙы
үлемдән ҡотҡарған әҙәм өй яғына әйләнеп тә ҡарамай, ҡапҡа төбөндә ҡалдырған
егеүле атына табан ашыҡты. Санаһына ултыра һалды ла, ашығып дилбегәһен ҡаҡты. —
Әйҙә, малҡай, ҡыҙыулат әле... Үҙе йылы эҙләп ҡуйынына нығыраҡ һырылған
сабыйҙарҙы эскә ҡымтыны. Сәғәт тә үтмәне, толпар булып осҡан тимер күк айғыр
уларҙы Манһырга индерҙе лә Мөжәүир хәҙрәттең ҡапҡа төбөнә килтереп туҡтаны.
Сабыйҙарҙы ҡотҡарыусы, дилбегәһен ҡаҙыҡҡа элгәс, өйгә ашыҡты. — Өлгөрҙөм,
әбекәйем, — әүлиә үҙен ашҡынып көтөп ултырған абыстайына ҡуйынынан бер-бер
артлы ике малайҙы 93 сыгарып тотторҙо. Ах та ух килеп ҡапылда ни эшләргә белмәй
албырап йөрөгән әбейенә кәңәштәр бирҙе. — Тәндәрен эспирт менән ыуырбыҙ. Үлән
сәйе әҙерлә, ҡурай еләге, бал кәрәк. Дебет шәлдәрең ҡайҙа, урай һал. Мин —
хәҙер... Хәҙрәт өҫ кейемен һалып, ҡулын сайҙы ла, ат тугарыуын да ҡалдырып
тороп, сабыйҙарҙы тубыгына алды. — Ҡоттары осҡан. Илай алмайҙар, меҫкендәр, һыуыҡ
алдыргандарҙыр, күлдәксән, ялан аяҡлы сабыйга күп кәрәкме ни? Меҫкен әсәнең
үҙенә ялбарған, гәзизкәйҙәремде һауыҡтыр, хәҙрәт, тигәндәй ҡарашын тойғандай
булды ҡотҡарыусы. Гөллирәгә яуап биргәндәй, ышаныслы әйтте. — Ин шәәъ Аллаһ,
һауыҡтырырбыҙ. Быгаса ҡулдан килмәгән сир булманы. Теле үҙенән-үҙе Әсҡәтте
битәрләне, әрләне. — Йыртҡыс, вәхши икәнһең. Ю ҡ, юҡ, йыртҡыстың йыртҡысы үҙ
балаһын аяй. һин унан да яманыраҡ. Төнө буйы бер уянмай хырылдап йоҡлаған Әсҡәт
иртәнсәк илереп килеп торҙо. Ниңә ул диванда ята? Бисәһе ҡайҙа? Тетмәһен
тетергә кәрәк. Ниңә торгоҙоп, сисендереп, йомшаҡ түшәккә һалмаған, бер байғош
кеүек диванда төнәгән? — Эй, һәпрә, һин ҡайҙа? — тип һөрәнләне ул. Әммә ута
яуап биреүсе булманы. Башҡа ваҡытта сыр-сыу килеп гөрләп торган өй эсе мәйет
сыҡҡандай шомло тойолдо. Ҡапыл кисәге ыҙгыш, бисәһен өйҙән ҡыуып сыгарыуы иҫенә
гөштө. Ә Ғаяз менән Нияз улы ниңә күренмәй? Улары ҡайҙа? Әсҡәт йылан саҡҡандай
тертләне. Ах, шайтан алгыры! Ир, гәҙәтенсә, әҙәпһеҙ һүгенде. Әсәһен таптырып
илағас, әҙерәк ҡурҡытып алайым тип, тышҡа сыгарып торғайны лаһа, ах инәңде...
Ул тышҡа сығып йүгерҙе. — Берәй мөйөшкә һырығып туңып ҡатҡандарҙыр инде,
бахырҙар, — тип уйланы хафаға төшкән ата ишараты. Күңелен йәлләү хисе семетеп
алды. Өйгә кире инеп, өҫ-башына кейенде лә, йәнә тышҡа сыҡты. Балаларҙың туңған
кәүҙәһен тиҙерәк табырға кәрәк. Гөллирә ҡайтмаҫ элек. Эсҡәттең эҙләмәгән ере
ҡалманы. Ю ҡ, бер ерҙә лә юҡ! Ҡайҙа булырга мөмкин? 94 Әсәләре алып киткән
тиһәң, алдан сыҡты. Ул кире әйләнеп килмәҫ ике имсәк балаһын ҡалдырып. Әллә
туңган мәйеттәрҙе эттәр алып киттеме, югиһә? Холоҡһоҙ ирҙең сәстәре үрә торҙо.
Ни эшләргә, тигән уй мейеһен ярып үтте. Балаларҙы табыуға өмөтөн өҙгән йыртҡыс
ата бынан ары уйлап эш итергә кәрәк, тигән фекергә килде. Әгәр уның этлеге
арҡаһында икәнде белеп ҡалһалар, үҙен аҫып ҡуйыр уҫал совхоз халҡы. «Эштең
нисек булғанын һис кемгә белдермәҫкә! Белмәмешкә, күрмәмешкә һалышырға. Барлыҡ
гәйепте бисәгә япһарырға. Балалы бисәгә гәйеп йоҡмай ул, — тип план ҡорҙо яуыз.
— Ауырыу, тиер. Психикаһына зыян килгән, тиер. Үәт, үәт, ана шулай башты
эшләтһәң, яйы ла сыгыр әле». Ул арала Әсҡәт юлда ҡанлы аяҡ эҙҙәрен күреп ҡото
осто. Бисәһенең ялан аяҡлы эҙе. Кеше-ҡара күреп ҡалмаҫ элек тип, көрәккә
йәбеште. Иғтибарлап ҡарағайны, йәнә бик сәйер эҙҙәргә юлыҡты. Ҡапҡа төбөндә
егелгән сана, ат эҙҙәре ярылып ята. Ҙур аяҡлы кеше ишек төбөнә килеп боролған.
Был ни икән? Кемдең эҙе? Әсҡәттең ҡото осто, күҙҙәре аҡшайҙы. Тимәк, уларга
кемдер килгән, бөтәһен дә белгән. Балаларҙы, бәлки, шул әҙәм алып та киткәндер.
Кем булыр икән? — Ах, сволочь! — Әсҡәт йәнә әшәке һүгенде. — Бөттө баш! Барыһы
ла бөттө! Ул әле эргәһендә һөйәркәһе торһа, билләһи, ергә һеңдерә һугыр ине.
Кисә, юрамал ҡылангандай, эй һыйланы, эй эсерҙе, һырпаланды, ҡуштанланды,
бисәһе Гөллирәнеңтөҫөнә ҡарамаҫлыҡ итеп, юҡ-бар хәбәр һөйләне. Әсҡәт, айыуҙай
ир, ундай гына әсеүгә бирешмәй торгайны. Әллә, югиһә, теге ваҡыт совхоздың баш
агрономын тилерткән кеүек, тилебәрән орлоғо һалып яһаған самогонын эсерҙеме?
Булыр ул шайтанбикәнән. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәҫлек булып тилермәҫ ине ләһә,
югиһә. Артабан ни эшләргә, ни уйларға белмәй аптыраган ир ҡабат өйгә инде.
Стаканды тултыра ҡойоп араҡы һалып эсте. Баш төҙәтәм, тип аҡланды үҙ-үҙенә. Иән
аяулы, баш ҡәҙерле. Әсҡәттең эскәне башына сыҡманы. Аҡылы теүәл ҡалды. Ул тагы
ныгыраҡ уйланды. Күрәләтә, аңра һарыҡ һымаҡ, үҙең барып элмәккә эләгергә
ярамаҫ, тип уйланы ул. Бында хәҙер 95 хәйлә, мәкер кәрәк. Ни тиһәң дә, ул бит
партия агзаһы. һөйәркәһе лә ярҙам итер. Табибә кешегә тейешле справканы яҙып
биреү ҡыйын булмаҫ. Күпме уйлаһаң да, иң ҡулайы — бөтә гәйепте Гөллирәгә
япһарыу. Йәнәһе, икенсе игеҙәктәрҙе тапҡандан һуң, яңылышып ауырый, ни
эшләгәнен белмәй китә, төптө юҡтан алйотлана. Ауырыуы ҡотороп, төндә, Әсҡәт
йоҡлап ятҡанда, балаларҙы алып, өйҙән сыгып киткән. Нияз менән Ғаязды яңылышып
тышта ҡалдырған, үҙе ҡайҙалыр барып йоҡлаган. Ышандырырлыҡ бит, ә? Әсҡәт
ҡәнәгәт ҡиәфәттә ҡулдарын ыугылап алды. Тагы һалып эсергә иткәйне, үҙен тыйҙы.
Айныҡ булыу кәрәгер, тип уйланы. Әсҡәт түҙемһеҙләнеп бисәһенең ҡайтыуын көттө.
Төш етеп килгәндә Хәфизә әбей биргән кейемдәрҙе кейеп, Гөллирә ҡайтып инде.
Йөрәге ниҙер һиҙенгәндәй, инеү менән: «Ғаязым менән Ниязым ҡайҙа?» — тип өйҙө
урап сыҡты. Әсҡәт үҙен алдан уйлаганса тотто, иҫе китмәгәнгә һалышты. — Үҙең
менән алып сыгып киттең дәһә. Мин иҫерек инем. Яттым да йоҡланым. Йөрәге ярыла
яҙып аптырап торган әсәгә боҙоҡ әҙәм үҙе һөжүмгә күсте: — Ҡайҙа минең улдарым?
Игеҙәктәремде ҡайҙа иттең? Мин уларҙы һагындым. Психик атакаһының отошло икәнен
күргән ир әшәкелеген дауам итте. — Аҙып-туҙып сыгып киттең дәһә... Әллә берәй
кешең бармы? Мин көнө-төнө эштә. Ишеткәндәренән ҡойолоп төшкән меҫкен ҡатын
башта ире юрый гына шаярта, тип уйланы. — Ҡуйсы, улай тимә, — тигән булды. —
Ҡана, тамаҡ бешерә һалайым. Асыҡҡанһығыҙҙыр. Әсҡәт, гәҙәтенсә, тупаҫ өндәште,
артынса йәмһеҙ һүгенде: — Кем шаярта, аңра бәрән?! Минме? Инәнде... Ҡайҙа минең
улдарым? Тап, хәҙер үк тап, алҡымыңдан алам. — Ир йоҙрогон төйнәп, Гөллирәгә
йәбешергә ҡырсынды. Башына тагы мәкерле уй килде. Кисәге күгәргән урындарын
йәшереү өсөн бер-икене бөгөн дә тамыҙып алыу кәрәк. Йәнәһе, баланы таптырып
һуҡҡан була. Бер гәйепһеҙ бисәһенең яңагына тондорҙо. 96 — Ҡайҙа балалар? Тагы
табырмын әле тип, берәй нәмә э т ­ ләттеңме? Аптырап, ни уйларга белмәгән
ҡатын, һаман аҡланып маташты. — Улар өйҙә йоҡлап ҡалды бит. Мине үҙең ҡыуҙың.
Әлиә менән Зәлиә Хәфизә инәйҙә әле. — һин яңылышаһың. Мин ҡыуманым, һин ни
һөйләгәнеңде, ни эшләгәнеңде белмәйһең. Күптән һиҙәм, ауырыйһың. Психбольной
һин, белдеңме, псих, ненормальныйһың. Күҙҙәрен ҙур асып, үҙенә текләгән
Гөллирәнең аптыраулы ҡарашын күрмәмешкә һалышып, яуыз ир кейенә башланы. — Мин
был хәл тураһында срочно милицияға хәбәр итергә тейешмен. Ире сыгып китеү менән
Гөллирә үҙе улдарын эҙләргә тотондо. Бәлки, ҡурҡып йәшенгәндәрҙер ҙә йоҡлап
киткәндәрҙер. Өйҙөң аҫтын өҫкә әйләндерҙе, тапмағас, тышҡа сыгып йүгерҙе.
Балалар... ғәйеп. Ауыр ҡайгынан һыгылып төшкән йәш ҡатын ҡатты ла ҡалды. Таш
һынга әйләнгәнгәме, күҙенән, исмаһам, бер бөрсөк йәше тәгәрәмәне. Улдары менән
бер-бер хәл булһа, йәшәй алмаясаҡ. Ул саҡта яңы тыуган сабыйҙары, Әлиә менән
Зәлиәһе, ни эшләр? Әсәнең күкрәк һөтөнән башҡа улар ҙа йәшәй алмаҫ бит. — Эйе,
мин ғәйепле, — тип асырғанды йәш ҡатын, сәстәрен йолҡорҙай булып. — Ниңә шул
йыртҡысҡа ышанып балаларҙы ҡалдырҙым? Тагы икеләнде. — Үгәй түгел, үҙ атаһы
лаһа. Ирҙәр бисәһе менән асыуланышҡан көндә лә уландары өсөн йән атып тора
торгайны. Участка милиционеры тиҙ килде. Күренеп тора: ул Әсҡәт һөйләгәндәргә
тулыһынса ышанган. Гөллирәгә асыулы ҡараны ла, шелтәле тауыш менән һораша, яҙа
башланы. Балаларығыҙ ҡайҙа? Ниңә өйҙән сығып киттең? Игеҙәк малайҙары, игеҙәк
ҡыҙҙары хаҡында белеште. Өйҙөң эсен, ишек алдын ҡараштырҙы ла, Хафизә әбейҙәргә
барып тикшереп килмәксе булды. Әлиә менән Зәлиә ысынлап 97 шундамы икән?
Гөллирәнең күгәреп шешмәкләнгән йөҙөнә лә күҙ һалды. Бер-береһенә ҡара дошманга
әүерелгән ир менән ҡатын, ни эшләргә белмәй торган мәлдә, ҡапыл ишек асылды һәм
унан Мөжәүир хәҙрәт килеп инде. Туҡһанга етеп килгән, ныҡ ҡартайган был ил
ҡартын өйҙән сыгып йөрөмәй, ауырыуҙарҙы ла һирәкләп кенә ҡарай икән, тиҙәр ине.
Нисек ул бында, шул тиклем ыҙгыш-талашлы өйгә килергә булган? Тиккә түгелдер.
Әсҡәттең күңелен ҡаты ҡурҡыу, ә Гөллирәнекен өмөт солгап алды. Хәҙрәт үткер
ҡараған йәшел күҙҙәренән зәһәр ут сәсеп Әсҡәткә төбәлде, бер генә һүҙ әйтте: —
Хәсис, исмаһам, гәйебеңде ҡатыныңа япһарма, яуыз бәндә! Унан Гөллирәгә боролдо:
— Ҡыҙым, улдарың өсөн ҡайгырма, улар әле беҙҙә, — тине йомшаҡ ҡына итеп, —
һау-сәләмәттәр, ин шәәъ Аллаһ. Мөжәүир хәҙрәт эштең нисек булганын һөйләмәһә
лә, әсә кеше улдарының ниндәйҙер илаһи ҡөҙрәт, әүлиәнең тыслым көсө менән
иҫән-һау ҡалыуын төшөндө. — Рәхмәт, хәҙрәт олатай, рәхмәт, әүлиә! Гүргә ингәнсе
һиңә рәхмәт уҡырмын! Үҙе шатлыгынан күңеле тулып ҡысҡырып илап ебәрҙе,
әйтерһең, һыны ҡатҡан ерҙән кире терелде. — Ила, ҡыҙым, ила, ҡай саҡ күҙ йәштәре
дауа ул, — тине хәҙрәт Гөллирәнең арҡаһынан һөйөп. Улдарын туңып үлеүҙән хәҙрәт
ҡотҡарганын белгәс, Әсҡәт шаҡ ҡатты. Ҡорган хәйлә-мәкерҙәре юҡҡа сыгыуҙы
аңланы, сөнки белә: әүлиә үтә күрә. Ни уйлағаныңды, ни эшләгәнеңде хәҙер теҙеп
әйтеп бирәсәк. Тимәк, уның гәйебе фашланасаҡ. Әсҡәт, оятһыҙлыҡҡа бер башын
һалгас, был юлы ла мәкер менән алдырырга ниәтләне. — Өйөмдән хәҙер үк сыгып
кит. Мин — партия агзаһы. Ю ҡ-бар һөйләп, кеше алдап йөрөгән
мулла-монтагайҙарҙы енем һөймәй, — тип урынынан торҙо һәм ишекте асты. — Бар,
бар. Юҡһа хәҙер милиция саҡыртам. Ун биш суткага ултырып сыҡҡың килмәһә, атла.
98 — Әстәгэфирулла тәүбә, тәүбә, шулмы рәхмәтең, мөртәт! — тип аптыраны Мөжәүир
хәҙрәт. Был тирә кешеләренең тик ихтирамын, рәхмәтен ишетеп йәшәгәнлектән,
Әскәттең ҡылыгын башына һыйҙыра алманы, оятһыҙлыгына иҫе китте. — һин Дәжжәл
һымаҡ ҡыланма, мәлгүн. Бик шәррир икәнһең. Үҙ сабыйҙарыңды ла аямагас!
Хәләлеңде ни хәлгә төшөргәнһең, иблис, — тине. — Партиялы берәү. Партия ла
яуызлыҡҡа өйрәтмәйҙер, уга һылтанма... Мәкруһлыгыңа ярлыҡау юҡ! Әсҡәт һаман
өйҙән сыгырга ыңгайламаган хәҙрәттең иңенә килеп йәбеште, һөйрәкләп ишектән
ыргытырга теләне. Ләкин хәҙрәт уга гына бирешерҙәй түгел ине. Тегенең ҡулдарын
иңенән алып ыргытты ла, утлы ҡарашын әҙәм аҡтыгына төбәне. Был ҡараштан
бөршәйеп ҡалган боҙоҡ үҙен бәләкәйләнгәндән-бәләкәйләнеп ҡалгандай хис итте,
күңелен ҡурҡыу тойгоһо солгап алды. Шулай ҙа шомло хискә бирешмәҫкә тырышып,
Әсҡәт туҡһан йәштәге ҡартҡа йәнә ынтылды. Хәҙрәт үҙ ғүмерендә тәүләп аңлы
рәүештә кешегә йыга ҡараны. Был ҡараш Әсҡәттең тәнен үтәнән-үтә өткәндәй булды.
Ултырган еренән ир гөрһөлдәп иҙәнгә ауҙы. — Әстәгәфирулла тәүбә! — тине хәҙрәт
был тиклем ҡатырганыуына Хоҙайҙан гәфү үтенеп. — Ҡабат яуызлыҡ ҡыла алмаһын
өсөн генә булды. Белеп тораһың, төрмәләрҙә ултырҙым, әсирҙәр булдым, яманын да,
яҡшыһын да күп күрҙем. Рәнйешем төшһә, төштө. Берәүгә бер ҡасан насарлыҡ
эшләмәнем, — тине. Хәҙрәт Гөллирә ягына боролдо. — Ҡыҙым, һин борсолма, ул
берәй сәғәттән иҫенә килер. Бөтөнләй икенсе кеше булып уяныр. Үҙ яуызлыгына үҙе
гәжәпләнер. Гәфү итә алһаң, гәфү итерһең. Үҙ иркеңдә. — Ю ҡ, мин уны гәфү итә
алмам, һеҙгә ҡул күтәрҙе ул. Улдарымды харап итә яҙҙы. — Мәйелең. Балаларыңды
нисек аҫрап үҫтерермен тип тә борсолма, һәр бала Хоҙайҙан үҙ ризыгы, үҙ өлөшө
менән тыуа. Мөжәүир хәҙрәт был йәш мәгсүм ҡатындың холоҡ-фигелен үтә күрә, шуга
ла ихтирамы көслө ине. Ипле, итәгәтле ҡатынга: 4 * 99 — Ҡыҙым, — тип ягымлы
өндәште. — Улдарың берәй аҙна беҙҙә булһын. Өшкөрөп, дауалап һауыҡтырғас, үҙем
алып килермен. — Рәхмәт, мең рәхмәт. — Гөллирәнең күҙҙәренән йәше атылып сыҡты.
— Ҡыҙым, бәпәйгенәләрең асыҡты, ахырыһы, бара һалып имеҙеп кил, — тине үҙ
балаһындай яҡын күреп. — Мин дә ҡуҙғалайым. Ысынлап та, йәш имсәкле әсәнең
күкрәге тиртеп, һөтө агып киткәйне. Сәй эсереп, ҡунаҡ итә алмауыма үкенәм, —
тине йәш ҡатын уңайһыҙланып. — Булыр, сәй эскән саҡтар ҙа булыр, — тине хәҙрәт
ишеккә йүнәлеп. — Алда гүмер бар әле. Хәҙрәтте оҙатҡас та Гөллирә, күңеле
тынысланып сабыйҙары эргәһенә йүгерҙе. Улар сығып китеп, бер ни тиклем ваҡыт
үткәс, иҫенә килгән Әсҡәт уянып, күҙҙәрен асты. Тәне һыҙлай, әйтерһең, ныҡ
туҡмалған. Сыҙап торғоһоҙ эсе боша, ғүмере булмаганса йәне әрнеп-әрнеп иңрәй.
Ни хикмәт был? Әсҡәт ярты тәүлек эсендә булган хәл-ваҡиғаларҙы кинолағы кеүек
бәйнә-бәйнә күҙ алдынан үткәрҙе. Үҙе ҡылгандарға үҙе аптыраны. Оят, оят! Хәҙер
нисек бисәһенең, балаларының күҙенә ҡарар? Иң яҡшыһы — өйҙән сыгып тайыу,
башҡаса бер ваҡытта ла күҙҙәренә күренмәү, тип уйланы ҡыҙыулыгы менән. Ул бер
бит ҡағыҙ алды ла, бер аҙ уйланып ултыргас, яҙҙы: «Гөллирә, балаларым! Мин,
йүнһеҙҙе, ғәфү итегеҙ. Бынан ары күҙегеҙгә тура ҡарай алмам. Хушығыҙ. Мин күҙ
күрмәҫтәй, ҡолаҡ ишетмәҫтәй ергә китәм. Эҙләмәгеҙ». Ашыҡ-бошоҡ кейенде лә
күңелен сикһеҙ оялыу ғазабы солган алган Әсҡәт, өйҙән сыгып, оло юлга табан
атланы. Яңгыҙ әсә дүрт баланы нисек ҡарар, нимә ашатыр, ни кейҙерер, — был
турала ла уйлар хәлдә түгел ине ул. Ул үҙенән-үҙе ҡасырга теләне. Күңелендә
бары бер тойғо — оялыу ине. 100 Сая килен Эре-эре бүрәнәләрҙән һалынган өйө
артындагы артһыҙ эскәмйәлә йәш сагында үткерлеге, саялыгы менән тирә-яҡтың
һушын алган, инде хәҙер ологайыуы етеп миктәгән Фәйрүзә ултыра. Әбей ҙур итләс
ҡулдары менән һыҙлаган тубыҡтарын ара-тирә ыугылаштырып ҡуя ла байыуга юл алган
ҡояшҡа ҡарап, талыҡҡан тауышы менән һуҙып көйләй: — һ ә-ә-ә -әй , ү ә-ү ә-ү
ә-ә-ә-әй !.. Артынса үҙ алдына көнөнә йөҙ ҡабатлаған теләктәрен теҙә: —
Зиһендәремдән яҙҙырма, Хоҙайым. Бәндәләргә бәндә итеп тилмертмә! Ҡәҙерле
сатымда гүреңә ала күр. Эргәһендә — уң яҡ урамдаш күршеһе һөйәрбикә апай. Ул
баянан бирле берсә кейәүенең, берсә килененең тетмәһен тетә. Күпте күргән,
зирәк аҡыллы Фәйрүзә әбей уны тыңлауын тыңлай, тик хуплаймы, юҡмы — белеп
булмай, һүҙ юҫыгын аңламаған кешеләй, үҙенекен һөйләй: — һай, Мөжәүир хәҙрәттең
алтын аҡылдары! Нәгеҙҙәрҙән-нәгеҙ зат ине. Кейәүеңде — улындай, киленеңде
ҡыҙыңдай күр, икеһе лә үҙ балаң булыр, ти ине. Ин шәәъ Аллаһ, аҡыллының
әйткәнен ныҡ тоттом. Туҡһандың өҫтөндәмен, күреп тораһың, һөйәрбикә күрше,
кейәүҙәрем дә, килендәрем дә «әсәй» тип кенә өндәшә. Алламдың биргәненә шөкөр.
Тирә-яҡта телдән телгә күсеп маҡталган әүлиәнең исемен ишетеүе була, һөйәрбикә
тел сарлауҙан шып туҡтай. — Эй, илаһым, хәҙрәтте бер күрергә яҙманы миңә... Бер
районда йәшәнек, — тип үкенесле тауыш менән әбейҙең һүҙен күтәрмәләп ала: —
һин, Фәйрүзә апай, ҡайһылай бәхетлеһең. Күреү генә түгел, хәҙрәттең ауылына
килен булып төшкәнһең дәһә. — Алламдың биргәненә мең-мең шөкөр, тап шулай, —
йөҙө яҡтырып киткән Фәйрүзә әбей, тәмләп-тәмләп хәҙрәт тураһында белгәндәрен
күршеһенә бәйән итә. — Урыны йәннәт түрендә уның. Сөнки гел изгелеккә өйрәтте.
Ғөрөф-гәҙәтте ныҡ тотто. Беҙгә, йәш килендәргә: «Ҡояштан алда торогоҙ ҙа,
тупһагыҙҙы һепереп, тәҙрә пәрҙәләрегеҙҙе асыгыҙ. Ҡояштың тәүте нуры менән
донъягыҙга ырыҫ-бәхет килер, Хоҙай үҙегеҙгә һаулыҡ, муллыҡ бирер», — ти торгайны.
101 һуңгы ваҡытта дингә ылығып, намаҙ уҡый башлаган һөйәрбикә күршеһенең
ауыҙынан сыҡҡан һәр бер һүҙҙе йоторҙай булып тыңлауын күреп, Фәйрүзә әбей тағы
ихласыраҡ дауам итә. — Күп йәшәнем, күп күрҙем, әммә хәҙрәткә тиң аҡылды,
зирәклекте күрмәнем. Ярҙамсыл, тоғро булды. Өшкөртөр, имләтер өсөн ҡайҙан гына
килмәнеләр! Хатта быума сирлеләр һауығып ҡайта торғайны. Беҙҙең ергә биргән
Хоҙай Тәгәләнең оло рәхмәте өсөн яралған зат булды ул хәҙрәт. Тормош юлын,
үткәндәге күргән барлыҡ хәсрәт юшҡынын, күкрәгенән һыгып сығарырга теләгәндәй,
әбей тагы, ғәҙәтенсә, һуҙып ебәрҙе: — һ ә-ә-әй , үәй-үәй-үәй... — Фәйрүзә апай,
йәш, сая саҡтарыңды һөйлә әле, — тип үтенде һөйәрбикә, Мөжәүир хәҙрәт
тураһындағы һөйләшеүҙе дауам иттергеһе килеп. Бөгөн күңеле болоҡһоп торһа ла Фәйрүзә
әбей күршеһенең һүҙен йыҡмаҫҡа булды. Оло кешегә йөрәк түрендә йөрөткән күңел
сәхифәләрен әйтеп ҡалдырыу фарыз даһа. Үткән гумер менән ҡалган хәт ер, Ҡ
айтмай, һыуҙар кире аҡһа ла... — тип, йәнә бер әй-үәйләп алды ла күршеһенә
тормошоноң иң сагыу биттәрен асып бирҙе әбей. * * * — Фәйрүзә, күк күгәрсенем,
яусы ебәрһәм, миңә сығырға риза булырһыңмы? Бешкән еләктәй еткән ҡыҙ ризалығын
һүҙ менән әйтергә ҡыйманы. Күптән һибәткә тип исемен яҙып сиккән ҡулъяулығын
алып бирҙе лә, оялып, аҫҡа ҡараны. — Тимәк, ризаһың, Фәйрүзә! Зимагорҙар менән
бергә старатель булып эшләгән егет ебеп ҡала торғандарҙан түгел. Ул ҡыҙҙы
ҡосагына ҡарманы ла, биттәренән үбеп тә а л д ы . Манһырҙың был аҫыл егетен
күптән оҡшатып йөрөгән үткер ҡыҙ артыҡ ҡырыҫлыҡ күрһәтмәне. 102 Ургаҙаныц
шифалы һыуы Һөйгәне менән бергә булырга ашҡынған егет өйләнешеүҙе оҙаҡҡа
һуҙмаҫҡа булды: бер йомала барып әйттерҙеләр, икенсеһендә оҙатып та алдылар.
Ниһайәт, һомгол буйлы, бөгәренә етеп торган ебәк толомло, аҡ йөҙлө, ынйы тешле,
күрмәлекле ҡыҙ — уның хәләл ефете. Холҡо ла башҡа ҡы ҙҙарҙыҡыңа әллә ни
оҡшамаган кеүек, һәр эшендә сая тәүәккәллек, ҡатынҡы булдыҡлылыҡ һиҙелә,
һибәткә ҡыҙҙагы был сифаттары айырыуса оҡшаны. Уңган килен ул табыр тигәндәй,
йыл да үтмәне, гаиләлә бәхет өҫтөнә бәхет өҫтәп, ир бала тыуҙы. Был ике аралагы
мөхәббәтте тагы көсәйтте, һибәт улының кәләшенән күҙен ала алмай өҙөлөп тороуы
ҡәйнә кешегә генә ниңәлер оҡшамай башланы. — Күрәләтә шашындыра Фәйзулла
ҡупырышын. Былай ҙа шытып сыгып килгән нәмәне боҙом ҡына ҡуя инде, — тип көйҙө һынсыл
Ғәйшә әбей. Төҫкә сибәр, эшкә тилбер, 103 кәрәгендә ирәбе, кәрәк саҡта сая
булган Фәйзулла ҡыҙҙары уны элек-электән шикләндерә торғайны. «Килендең
теҙгенен бушатырға ярамай», — тип уйлаган әбей, йөрөй торгас, тегене әҙерәк
уҡытып алырга булды. Иртәнге сәйҙе эскәндә: — Ҡоҙалар һагындырҙы. Саҡырып
алайыҡ, тим. Бабай, һин Фәйзуллага барып, килендең ата-әсәһен алып ҡайт, —
тине. Ш унда уҡ, әбейе әйткәнгә риза булған ҡарт, аты, санафәләнен ҡараштырырға
сығып китте. Илап уянган сабыйын имеҙеп ултырган киленгә лә әбей бойороҡ бирҙе:
— Беҙҙең Манһырҙа ҡәҙерле ҡунаҡтарға баш ите ашатыу йолаһы бар, — тине. — һин
анау һыйыр башын бешерергә һал. һалма йәй. Мөжәүир хәҙрәттәргә лә әйтербеҙ, —
тип өтөлмәгән, таҙаланмаган баш янына төртөп күрһәтте. Иртәнсәк болгап, мейес
соҡалына ултыртылған ҡамырға ла ымланы. — Ә быныһын баҫа һал. Ҡабарып сыҡҡас,
бешерерһең. Килене башты ҡайһылай итеп тәрбиәләп бешереү хаҡында һорашып өлгөрә
алмай ҙа ҡалды, ҡәйнә кеше йәһәтләп ишеккә табан атланы: — һибәтемә башалтай
өлгөртә һалайым. Ғәтифә әхирәттәргә барып бер аҙ ултырып ҡайтам. Әтеү өйҙә эш
ырамай, — тине бәйләмен көпө кеҫәһенә тыгып. «Киленгә килен булмай торайым
әле», — тип аҡланы ул үҙенең ҡылыгын. Әлегә тиклем бер ҙә мал башына тотоноп
ҡарамаган йәш килен иң тәүҙә ни эшләргә белмәй аптыраны. Зирәк Фәйрүзә
ҡәйнәһенең хәйләһен дә һиҙмәй ҡалманы: ата-әсәһе, ауылдың абруйлы аҡһаҡалы
Мөжәүир хәҙрәт алдында оятҡа ҡалдырырга самалағанын төшөндө. Югиһә, ниңә нәҡ
шундай саҡта өйҙән сыгып китә? Хатта йәш имсәкле икәнен дә иҫәпкә алмай. Иәш килен
бирешмәҫкә булды. Башты, туҙ яндырып, апаруҡ өтәҫләне, тырышып йыуҙы. Унан
ҡаҙан тултырып тураҡлап һалып ебәрҙе. Иәнә бәпәйен имеҙеп ятҡырҙы. Ул арала
ҡамыры ла ҡалҡып сыҡты. Мейесте яғып, икмәкте әүәләй һалып ултыртты. Кискә
табан Ғәйшә әбей әхирәтенән һыңар башалтайҙы бәйләп бөгөп ҡайтып инеүгә Фәйрүзә
килендең ата-әсәһе лә килеп еткәйне. Ҡунаҡ янына саҡырылған Мөжәүир хәҙрәт
менән Гөлйемеш абыстайҙар ҙа көттөрмәне. 104 Бына өлтөрәп йөрөгән Ғәйшә әбей
ҡунаҡтарҙы табын янына саҡырҙы. Иәш килен түңәрәк еҙ батмусҡа өйөп һалынган баш
итен килтереп ашъяулыҡ уртаһына ҡуйҙы. — Рәхим итегеҙ, был юлы килен үҙе
бешерҙе, үҙенә ихтыяр иттем, — тине ҡәйнә, батмустагы күрмәлекһеҙ ит
киҫәктәренә хәйләкәр ҡарап. Йүнләп өтөлмәгәнлектән, төктәре ундаһанда
тырпайышып торган ҡойҡа, урыны-урыны менән ҡара көйгән көйө булгас,
табындагылар аптырашып ҡалды. Етмәһә, ҡойҡа бешеп етмәгән ине. Күрәһең, килен
уны ит ыңғайына бешә тип уйлаған да, бер-ике сәғәт тирәһе генә бешергәндер.
Ҡойҡаның оҙаҡ бешеүен йәш ҡатын ҡайҙан гына белһен инде. Ҡунаҡтар сәйерһенеп,
иткә ынтылырға аптырап ултырғанда, ҡәйнә кеше тагы нығыраҡ ҡыҫтарға тотондо,
һәр кемдең алдына өлөшләп һөйәкле итте һалып сыҡты. — Ашағыҙ, ҡунаҡтар,
һыйланығыҙ, баш ите беҙҙә тик ҡәҙерле ҡунаҡтарға, — тине. Берәү ҙә алдына ҡуйылған
иткә ҡағылмағанды күреп Ғәйшә әбей шартына килтерә башланы: — Бына беҙҙең килен
шулай, эш мәйеле белмәй. Ҡоҙағый, үҙең күрҙең, — тине. — һәлкәү... Баянан бирле
Фәйрүзәһе өсөн берсә борсолоп, берсә оялып ултырған әсәһе өнһөҙ ҡалғас, Фәйрүзә
шаршау аҫтына боҫто. Үлемдән оят көслө. Инде ни хәл итергә? Сабыйын төрөп алып
сыгып ҡасыргамы? Ҡыш өҫтөнән ҡайҙа барырға? Шулай ҙа килен кеше тешен ҡыҫып
түҙергә булды. Ул арала Мөжәүир хәҙрәттең көр яғымлы тауышы ишетелде. — Ҡуй,
Ғәйшә еңгәй, аш хурлама — ҡоҫторор, йәште хурлама — боҫторор. Киленде йәштән
генә алғанһығыҙ. Белмәгән ерен үҙең ипләп өйрәт. Башты таҙалап бешерергә күп
аҡыл кәрәкмәҫ. Татыу булығыҙ. Килен ҡәйнә буҫагаһынан, ти. Ҡыҙым тиһәң, ул һиңә
әсәй, тиер. Бар, табынга саҡыр киленеңде. Оялышынан бурлаттай булган килен,
ҡәйнәһе артынан табын эргәһенә килеп урынлашты. — Иәш саҡта төрлөһө була ул.
Берәү ҙә белеп тыумай. Киленебеҙ ҙә өйрәнер. Ана, Гөлйемеш абыстайығыҙ ҙа
килгәндә бишбармаҡ бешерә белмәй ине. Хәҙер унан да оҫтаһы юҡ. 105 һүҙгә
ҡушылырга берәү ҙә баҙнат итмәгәс, хәҙрәт д а ­ уам итте. — Утыҡһын әле
киленебеҙ. Баҫҡан ерендә ут сәсрәтер. Күрерһегеҙ саялыҡта берәүгә ал бирмәҫ, ин
шәәъ Аллаһ, — тине л ә алдындағы итте ҡырҡып алып ҡабып ебәрҙе. — Ашагыҙ,
йәмәгәт, аштан оло булмагыҙ. Баянан бирле ҡатынын ҡурсалагыһы килеп, үҙенә урын
таба алмай ултырган һибәт тә итте ашарга тотондо. Ата-әсәгә лә йән инде. Улар
ҙа итте өҙөп алып сәйнәштерә башланы. Ғәрләнгән Фәйрүзә генә иткә ҡагылманы ла.
Ул сәмләнеп: «һәр бер эштең айышына төшөнөп алмаһам, исемем Фәйрүзә булмаһын»,
— тип уйланы. Үҙе лә бер яйын сыгарып, тупһыҙ ҡәйнәне аҡылга ултыртырга
ҡәһәтләнде. Уйлауы булды, әйтерһең, асыулы киленкәйҙең уйҙарын уҡыны хәҙрәт,
йәнә телгә килде: — Аслан ҡәйнәң әйткәнде ауырга алып, ҡырын тартып үпкә һаҡлап
йөрөмә, килен. Иҫәр — еңдем, аҡыллы — ҡуйҙым, тиер. Оло кеше әйтер ҙә ҡайтыр.
Хәҙрәттең киҫәтеүен ҡабул итте килен. Бөгөнгө табындан ул үҙенә байтаҡ һабаҡ
алды. Хәҙрәт саялыҡ тигән һүҙгә баҫым яһаны. Нимә була икән ул саялыҡ?
Мәгәнәһен бөткәнсә аңлап етмәһә лә, Фәйрүзәгә ошо ят, танһыҡ һүҙ, ниңәлер,
оҡшап ҡалды. Күңеленән уны ҡ ат-ҡ ат ҡабатланы, яңгырашы сихырланы.
Ата-әсәһенең аяулы балаһы булып, иркә үҫкән ҡыҙ тормоштоң ауырлыгын,
ҡатмарлыгын күреп белеп бөтмәй шул. Үҙенең бер саҡ ҡатын-ҡыҙ иңе күтәрә алмаҫтай
хәлдәргә тарырын да, шуларҙан һуң сая гына түгел, ажарга әйләнерен дә күҙ
алдына килтермәй әле киленсәк. Бер көндө һибәте эштән һуңлабыраҡ бошонҡо
ҡайтты. Иөҙө үтә етди ине. — Ултыр, әле, кәләш, — тине. — һөйләшәһе һүҙ бар.
Фәйрүзәһе эштең ниҙә икәнен шунда уҡ һиҙенде, әммә башлап һорашманы, һибәт тә
йәш кәләшен йәлләп, байтаҡ өндәшә алмай торҙо. Тик әйтер һүҙе йәшерә
торгандарҙан түгел ине. 106 — Мине һуғышҡа ебәрәләр, Фәйрүзә, повестка
бирҙеләр, һуғыш үлемесле бара тиҙәр. Приискылагы эш мөһим булһа ла, һаман
ебәрәләр. Шахтерҙар аҙайҙы. Иренең ошо һүҙен көн дә көткән, хатга йәшереп кенә
уга барлыҡ кәрәк-ярағын йүнәтеп ҡуйған Фәйрүзә, сәбәләнеп һибәтен ҡаңгыртманы,
ҡайһы бер бисәләр кеүек илап йығылманы. Күпте күрғән башҡорт ҡатындарына хас
фиғел менән тыныс ҡына һораны: — Ҡасан китәһегеҙ? — Иртәгә. — һибәт өнһөҙ
торган кәләшен ҡосаҡланы. — һағынырмын инде. Улымды хатта күреп тә туя алманым,
һине һөйөп тә хатта танһыҡтарым ҡанманы... — Илгә килгән афәт. Аңлайым, һин
унан ситтә тороп ҡала алмайһың, — тине тауышы үҙгәреп, ҡатырғанып киткән ҡатын.
— һеҙ бирешмәҫһегеҙ. Атайым, әсәйемдәр бергәһегеҙ. Старатель гаиләһе итеп
яҙҙырттым. Улым менән икегеҙгә паек алып торорһогоҙ. — Беҙ нисек тә йәшәрбеҙ.
Үҙең генә иҫән-һау йөрөп ҡайт, — тине Фәйрүзә, тыныс булырға тырышып. Ул ире
алдында һулҡылдап илап, бәлйерәп төшөүҙән ҡурҡты. Нисек тә түҙергә ҡарар итте.
һөйөшөп туя алмаган ике йәш йөрэк һуңгы төндө Ургаҙа буйында үткәрҙе. Серләшеп
серҙәре, һөйләшеп һүҙҙәре, яратып наҙҙары бөтмәне уларҙың. Яңы гына гөрләтеп
донъя көтә башлаған ғаиләнең бәхетенә немец фашистары арҡыры төштө. — Ләғнәт
яуһын, ҡороп ҡалығыҙ, ҡороғорҙар, — тип ҡарганы уларҙы Фәйрүзә. Йөрәге ярһып,
күкрәгенән атылып сыгырҙай булган һибәт, ҡатынына бер нәмәне ныҡыны. — Көт
мине, күк күгәрсенем, көт, йәме. Хатта үлем ҡагыҙына ла ышана һалма.
Тамуҡтарҙан юл ярып булһа ла барыбер һиңә ҡайтырмын. Күңелемдә һиңә һүнмәҫ
мөхәббәт дөрләй. Ул мине һаҡлар, — тине. Тамуҡтарҙан бында юлдар юҡлыҡты
аңларға теләмәй ине шул ярһып һөйгән ике йәш йөрәк. һибәт тә яҡындарын, тыуған
ерен мәңгелеккә ҡалдырыуын белмәй ине шул. 107 Ирен һутышга оҙатҡас, Фәйрүзәгә
донъя буп-буш булып ҡалды. Бары эш менән күңелен баҫты. Баш ҡалҡытмай бесән
сапты, күбәләне, кәбәнен ҡойҙо, һибәтен һагыныуҙан тәҡәт тапмаган саҡтарҙа,
улын алып, Ургаҙа буйҙарына сыгып йөрөнө. Кистәрен ултырып иренә оҙон-оҙон
хаттар яҙҙы, йырҙар теҙҙе. Ҡулымдаш мәрйенемде Әҙәмен дә т еҙәм ен. һагынамын,
һаргаямын, Ьагынһам да түҙәмен. Герман ҡыҙы сәсеп тарап, Үрмесләп үрер әле.
Беҙгә күрһәткән нужаны Ул да бер күрер әле, — тип шигырҙар сығарҙы. Егәрле
ҡайныһы, киленен эргәһендәрәк йөрөтөп, һәр төрлө ирҙәр эшенә өйрәтте. Мал
ҡарау, ат егеү, тугарыу, бесән хәстәрләү, утын ташыу кеүек эштәрҙә һауһаҡ йәш
килен ҡайныһы өсөн ҙур терәк булды. Ат егеп, дилбегә тота белгән Фәйрүзәгә эш-көш
табылып торҙо. Иң тәүҙә Баймаҡтан биш көнгә бер барып, старатель ғаиләләре өсөн
паек алып ҡайтырға ҡуштылар. Был йомошто арыу башҡарыуын күреп, бригадир уны
тагы яуаплыраҡ эшкә күсерә һалды. Фәйрүзәгә Симон аръягындагы Пригородный тигән
утарҙан йәшелсә ташыу эшен йөкмәттеләр. Йәш ҡатын арбаһына кәбеҫтә, кишер,
һутан тултырып тейәп ала ла, Баймаҡҡа алып барып тапшыра. Бер көн шулай Фәйрүзә
Баймаҡтан ҡайтышлай Ф әй ­ зуллаға һуғылып, әсәһен күреп ҡайтмаҡсы булды. Атаһы
гүр эйәһе булгас, меҫкен әсәһе көнө-төнө илай. Ҡәҙерле кешеһен йыуатып, әҙ-мәҙ
күстәнәс алып барып, күңелен күргеһе килде уның. Бер-ике каса сәй эскеләгәнсе
көҙгө көн кисләй ҙә һалды. Әсәнең Фәйрүзә ҡыҙын төнгә ҡаршы юлга сыгарып
ебәргеһе килмәй ине. 108 — Оло һаҙҙа ҡасҡындар йәшенеп ята икән, тиҙәр. М
алтыуар ҙа юғалғылай. Әллә, ҡыҙым, төнгә ҡаршы ҡуҙгалмайһыңмы? — тине ул. —
Улым көтөр бит. Йоҡламай, мине таптырыр, — тине йәш әсә өҙәләнеп. — Ҡайның,
ҡәйнәң, баландан күҙ яҙлыҡтырмай, бер төнгә бер ни ҙә булмаҫ. — Ҡуй, әсәй,
борсолоп бөтөрҙәр. Атым шәп, һаҙҙа һаҫып ятҡан ҡасҡындарҙы гына еткермәҫ әле, —
тине Фәйрүзә атының ҡамытын рәтләштереп. — һигеҙ саҡрымды ни, һә тигәнсә ҡайтып
инермен, — тине лә атын Манһыр юлына борҙо. Шулай ҙа Олоһаҙга етәрәк Фәйрүзәнең
йөрәге шомланды. Ысынлап та, бынауындай ҙур ҡалын һаҙлыҡта ниҙәр булмаҫ!
Күңеленә шик төшкән ҡатын таҡыр арба юлынан атын шәберәк ҡыуаланы. Бер аҙ
баргас, ерәнсәй ат ҡаты бышҡырып ебәрҙе лә, әйтерһең, ниҙер аңғартырға теләне,
артына боролоп хужаһының күҙҙәренә ҡараны. Былай ҙа күңеле һеркелдәп килгән
ҡатын ҡорт саҡҡандай тертләп, ялт итеп артына әйләнде. Ни күҙе менән күрһен,
башына пилотка, өҫтөнә таушалып бөткән йәшел китель кейгән ике һалдат арбаға
йәбешә яҙып килә. Берәүһе етеп йәбеште хатта. Ҡасҡынға арбаға һикереп менеп
ултыраһы гына ҡалды. Айбарланған йәш ҡатын баҙап торманы, ҡулындағы сыбыртҡыһы
менән тегегә шартылдата һутып ебәрҙе лә үҙе йән асыҡҡа «һайтһайт»лап атын тағы
шәберәк ҡыуҙы. Ҡатындан бындай ҡыйыулыҡты көтмәгән ҡасҡын сабылған ҡамыштай
ергә ҡоланы ла саңлы юлда ятып ҡалды. Ә икенсеһе тагы нығыраҡ ғәйрәтләнеп
баҫтырырға тотондо. Ярһыған атын Фәйрүзә лә ашыҡтыра төштө. Тегеләр ике-өс
саҡрымдай баҫтырғас, тороп ҡала башлан ы. Фәйрүзә Манһыр түбәләсенә менеп еткәс
кенә атын атлатырға йөрьәт итте һәм артына боролоп ҡараны. Хурлыҡҡа ҡалған үсле
һалдаттарҙың береһе һүгенеп йоҙроғон күрһәтте: — Ах, сука, догадалась, а то мы
бы тебя!.. Бары шунда гына Фәйрүзә үҙенең ниндәй бәләнән ҡотолоуын асыҡ аңланы,
күңелендә был икәүгә нәфрәт уянды. «Б еҙ109 ҙең ирҙәр яу ҡырында ҡан ҡоя, ә былар
һаҙҙа ҡасып ятып, мал һуйып ашап, һимереп ята», — тип уйланы. Ҡай саҡ ул хатта
ҡатын-ҡыҙ булһа ла, фронтҡа китергә тип уйлап ҡуйҙы. Улын гына йәлләй. —
Рәхмәт, ерәнсәйем, тогро атым, — тип бышылданы ул өйөнә етеп килгәндә. Ҡапҡа
төбөнә килеп туҡтагас та ялдарынан иркәләп һөйөп алды. Ауыр көсөргәнеүҙән
хәлһеҙләнгән аяҡтарын саҡ һөйрәп ҡапҡа асырга ынтылһа, үҙен көтөп торган
ҡайныһын күрҙе. Аттың дилбегәһен уга тотторҙо. — Атаҡ, балам, Ерәнсәйҙе аҡ
күбеккә батырғанһың даһа, ҡалай ныҡ ҡыуғанһың, — ти әле бер ни аңламаған
ҡайныһы. Килененең агарынып киткән йөҙөнә ҡарагас, ниҙер булганын һиҙенә.
Фәйрүзә: — Ҡамытты алмай тор, ҡайным, башта ат һыуынһын, — ти ҙә өйгә атлай.
Уның тиҙерәк улын күргеһе, йән киҫәген күкрәгенә ҡыҫҡыһы килә. Сәй эсергә
ултыргас ҡына, өйҙә үҙен көтөп ултырыусыларға Манһыр менән Фәйзулла араһындағы
баяғы хәтәр мажараны һөйләп бирә ул. — Уй, киленкәйем, бәпәйем, — тип ҡәйнәһе
зыулап илай башлай, ә ҡайныһы ирҙәрсә тота үҙен, күтәрелеп һугылмай, ипле генә
итеп: — Оло ҡазанан ҡотолганһың, ҡыҙым, Хоҙай аралаган, — тине. — Өйҙән сыгып
киткәндә былай ҙа ҡыҙғанып ҡала инем. Дилбегә тотоп йөрөү ҡатын-ҡыҙ эшеме ни
ул? һуғыш бәкәлгә һуҡты, һибәтең өйҙә булһа, һис кенә лә әрһеҙләмәҫ ине лә бит
үҙеңде, — тип һугышты ҡәһәрләне. — Иртәгә иртәнсәк хәҙрәткә хәйер бир, килен, —
тине уга ни алып, ни биререн белмәй киткән Ғәйшә әбей. Килеп берсә арҡаһынан
һөйҙө, берсә йәшен һөрттө, берсә йоҡлап ятҡан ейәнен ҡараштырҙы. Фәйрүзә
килгәндә Мөжәүир хәҙрәт, кемделер көткәндәй, бөхтә кейенеп, түр башында тиҫбе
тартып ултыра ине. Киленсәктең һүҙ башлауын да көтөп тормай: — Белеп ултырам,
балам, бөтәһен дә белеп ултырам, — тине. — Зирәк күренә, могайын, аңғарыр, тип
атыңды бышҡырттым, боролтоп ҡараттым. Ин шәәъ Аллаһ, һиҙгерһең. 110 Йөрәклеһең,
килен, саяһың! һине кафырҙарҙан рәнйеттермәҫ инем барыбер. Бер сараһын күрәйем
инде, тип кенә йыйынгайным, үҙең өлгөрҙөң. Шәплеһең, килен! Хәҙрәт саҙаҡаны
алып, айырым бер ихласлыҡ менән дога ҡылды. — Могайын, хәҙер килер тип, бынау
бетеүҙе яҙып әҙерләп ҡуйҙым үҙеңә, — тине лә өскөлләп тегелгән әйбер һуҙҙы. —
Югалтып ҡуйма, ҡәҙерләп йөрөт. Унда изге дога яҙылган. Хоҙай Тәгәләгә һыйынып
йөрөһәң, юлың уңыр, ин шәәъ Аллаһ. Рәхмәт әйтеп, ишеккә йүнәлгән ҡатынга йәнә
бер аҙга туҡтарга ҡушты: — Бер кәңәшем бар, тыңлаһаң, — тине. — һин — ҡатынҡыҙ.
Дилбегә тотоп, ирҙәр эшендә йөрөү килешмәҫ. Атыңды һыйырга алыштырһаң, яҡшы
булыр. Байыштан Хөснулла ҡорҙаш ат эҙләй, ти ине. һыйыры һөтлө икән. — Рәхмәт
кәңәшеңә, хәҙрәт. Ҡайнымдар ни тиер? — Улар ҙа һин әйткәнде раҫлар. Мөжәүир
хәҙрәттең аҡылын тоттолар. Фәйрүзә атының мал ҡәҙерен белгән Тәпей Хөснулла
ҡарт ҡулына барып эләгеүенә ҡыуанып, уның ҡыҫҡаҡ ботло лапаҡай һыйырын етәкләп
ҡайтты ла ҡуйҙы, һыйыр, ысынлап та, һөтлө булып сыҡты, һауган һайын бер биҙрә!
Үҙе ҡаймаҡлы. Ҡәйнәһе кинәнеп аҡты эш итте, ә Фәйрүзә колхоз мәшәҡәттәренә
сумды. һугыш йылдарында, әллә һунарсылар юҡлыҡтан, бүреләр гәләмәт үрсей. Хатта
бер пары ауылдан өс саҡрымда гына ятҡан Олоһаҙга эйәләп, шунда көсөкләгән икән,
тигән хәбәр таралды. Ваҡ малга көн күтһәтмәүе етмәй, ҡорогорҙар, һыйырҙарга ла
ынтыла, тинеләр. Кешеләр төндә генә түгел, көндөҙ ҙә тышҡа сыгырга ҡурҡа
башланы. Кисләтеп кенә ҡайтмай ҡалган һыйырын эҙләргә сыҡҡан Гилминиса әбей
югалгас, бының баягы бүреләр эше икәненә берәү ҙә шикләнмәне. Шул ук ваҡытта
йыртҡыстың артынан төшөүсеһе лә табылманы. Ноябрь баштары ине. Ҡара көҙ булһа
ла, ҡурага ингеләгәнсе ер еҫкәп, бауыр аҫтынан ел үткәреп йөрөштөрөп ҡайтһындар
тип, кешеләр малын ҡырга ҡыуҙы. Кис етеп килә. Лапаҡҡайы һаман күренмәгәс,
йорәгенә түҙмәгән Фәйрүзә, малын эҙләп, һыртҡа сыгырга булды. Бүре-фәләнгә
осраһам тип, оҙон таяҡ башына ҡалын итеп туҙ ураны, шырпы һалып алды. Зыяратты
үтеп, һыртҡа күтәрелгәйне генә, ауылга табан йән-фарман сапҡан һыйырҙарҙы
шәйләп алды. Килен шунда уҡ аңланы: малдар ҡото осоп ниҙәндер ҡурҡҡан. Төркөм
араһында Лапаҡҡайын абайламаган ҡатындың йөрәге дерелдәне. Ҡыҫҡа ботло һыйыр
артта ҡалгандыр, тип үҙен йыуатып, ул ары йүгерҙе. Бер аҙ барып, икенсе һөҙәк
һыртҡа күтәрелгәйне, Фәйрүзәнең күрелгән хәлдән йөрәге ярыла яҙҙы. Лапаҡҡайын
бүре өйөрө уратып алган! Ике ҙуры, атаһы менән инәһелер, ике яҡлап һаҡсы кеүек
саба. Ике балаһы ике яҡлап муйыныма йәбешкән, икәүһе ике яҡлап еленен талай,
берәүһе ҡойроҡҡа ынтыла. Ҡапыл аңы сыуалып киткән Фәйрүзәгә бүре өйөрө немең
һалдаттары, ә үлемесле яраланган Лапаҡҡайы һибәте булып күренде. Аҙарынган йәш
ҡатын ҡурҡыуын да онотоп: — Эй Аллам, фашист, харап иттең дәһә йәндәй күргән
һәүкәшемде, Аллаһтың ләгнәте төшкөрө, — тип яр һалып ҡысҡырып ебәрҙе. Бүреләр,
тағы ла ямапыраҡ ырылдашты, һыйыр эргәһенән китергә уйламаны ла. Алдан ҡайын
туҙы урап әҙерләгән таяҡҡа килен кеше ут ҡабыҙҙы. Дөрләп янган туҙлы таяҡты
ялпылдата болгап, сая ҡатын бер үҙе бүре өйөрөнә ҡаршы атланы. Уттан ҡурҡҡан
йыртҡыстар теләр-теләмәҫ кенә юлдан боролдолар ҙа урман эсенә инеп югалдылар.
Тамам хәлдән тайган, ҡаны субырлап аҡҡан Лапаҡҡайҙы Фәйрүзә ихатага саҡ
килтереп еткерҙе. Ишек алдына инеүе булды, меҫкен һыйыр йән дә бирҙе. Хатта
салырга ла олгөрә алмай ҡалдылар. Яратып һауған, күлдәй һөт биреп торған
һыйырының күҙ алдында харап булыуын күргән Фәйрүзә килен, иламаҫҡа тырышып,
ҡанатҡансы ирендәрен тешләне. Күҙ алдында бүре-фашистар араһында ҡалгап ире
һибәт торҙо. Ю ҡ, былай ҡалдырмаясаҡ, үс аласаҡ ул йыртҡыстарҙан, үс аласаҡ.
Үлемгә — үлем, ҡанга — ҡан. Шунһыҙ яуызлыҡты еңеп булмаясаҡ. Ире һибәттән,
күпме тилмереп көтһә лә, күптән бирле хатхәбәр юҡ. Төштәре лә сыуала. Ҡанга
ҡаныҡҡан йыртҡыстың 112 нәфсеһе туйыуҙы беләме ни, тамаҡлауын, ҡырыуын белә.
Илдең йөрәгенә ынтыла. Эх, һибәт, һибәт! «Хәлгенәйенде иҫкән елдәр аша булһа ла
белгертһәңсе», — тип уйланы йәш ҡатын, күңелен билдәһеҙ хәүеф солгап алды. Ю ҡ,
юҡ, күрәләтә һыйырының башына еткән бүреләрҙе ул ерҙә йәшәтмәйәсәк. Әйҙә,
Манһыр килененең кем икәнен бөтә йыртҡыстар белһен, был яҡҡа аяҡ баҫырга ҡурҡып
торһондар. Кистән үсле ҡатын ҡайныһының келәттәге урындыҡ аҫтында ятҡан
мылтыгын ҡараштырып, һөртөштөрөп ҡуйҙы. Әҙер яһауҙарҙы кеҫәһенә һалып алды.
һибәте уга мылтыҡ тоторга, атырга өйрәткәйне. Бына һәнәрҙең кәрәге лә тейҙе.
Ҡатын төнө буйы уйланып план ҡорҙо. Иртәнсәк торгас, төндәге уйҙарын
урыны-еренә еткерә башланы. Иң тәүҙә үлгән һыйырының бер һанын умырып арбага
тейәне лә зыярат һыртындагы теге юлга сыгарып һалды. Могайын, йыртҡыстарҙы
ҡанлы ит еҫе тартыр. Үҙе кискәрәк, ҡоролган мылтыгын алып, юлдан йөҙ-йөҙ илле
аҙымдагы ҡарагай йәйегенә менеп боҫто. Бына эңер етте. Көҙгө һыуыҡ електәргә
үтә. Әммә Фәйрүзә һаман көтә, күңеленә тегеләр барыбер килер һымаҡ. Ысынлап та,
темеҫкенеп бүре өйөрө кисәге табышлы ергә бөгөн дә һугылмай үтә алманы. Ит
киҫәген күреп ҡалган инә бүре көсөктәрен эргәһенә саҡырҙы. Улары шунда уҡ
емтекте өҙгөсләргә тотондо. Фәйрүзә мылтыгын балалары һогаланып ашаганды
кинәнеп күҙәткән инә бүрегә тоҫҡаны, һауаны шартлау тауышы ярҙы. Ҡатын мылтыгын
ҡора һалып йәнә тәтегә баҫты. Был юлы ла атыу ҡоро булманы. Йәҙрә ҡасып барган
көсөктө ҡыуып етте лә инәһенән саҡ ҡына ары тәгәрәтте. Ҡалгандары алдын-артын
ҡарамай урманга һыпырҙы. Өйгә ҡайтҡас, сая килен ике атҡанда ике бүре алыуын
һөйләгәйне, ҡайныһы менән ҡәйнәһе ышанырга уйлап та ҡараманы. — Кит, башты
ҡатырма, һаташып бараһыңмы әллә? — тине ҡайныһы. — Әҙәм ышанмаҫты ысын булһа ла
һөйләмә, тиҙәр. Туҙга яҙмаганды ни, бисәләрҙең бүре атып алғанын ҡасан, кем
күргән? — тип килепе әйткәндәргә ыжламаны ла. 4 > - ^ Л /Г* Ь Ч . I 1
"]*/ 1 1 ‘ * *, > ~ * , 4 ' ^7 ^ ^ ^ ^ 1 М г г - -.ү ^.г''.: г ’ , \ .
.> . '• ;\и-лХл+>\ сЛл , 4» - . - ^ • ‘ ‘7* '»Ү г V- * * • - - ; : . ~
< г >л^у>^\л !*-•-> I ; > . , - г" ' - - * - ' >* 4^1 /
’ I ’ * » ' » - — •-,. . . ^ с и * ^ * I 1 " / ** > , * # ^ > и о ^
> Ш ^ Ц ^ * !4Т ? .^ '> М ^ Д /Э Д ’ >П: ^ Игтчк|)ар догәһы 114
Күрше-тирәһенә әйтеп, иртәнсәк бүреләрҙең тиреһен һыҙырып алын ҡайтҡас ҡына,
ҡайныһы өнһөҙ ҡалып, бот сапты. — Ай-һай, килен, йөрәклеһең! — тине һоҡланып,
шул уҡ ваҡытта ҡото осоп яу ҡорҙо. — Йә инде, шундай хәтәр ерғә яңғыҙ сығалар
тиме ни? Уйында булгас, исмаһам, үҙемә әйтер инең, икенсе аслан улай итмә,
килен, — тине шелтәләп, хатта асыуланып. Ҡәйнәһе лә иламһырап: — һибәтемде
кәләшһеҙ ҡалдырып, мәхрүм итә яҙҙың даһа, килен. Ейәнемде уйлаһаңсы, исмаһам.
Икенселәй артыңдан ҡалмай, күҙ яҙлыҡтырмай йөрөмәһәмме? — тип әрләне, үҙе
килененең арҡаһынан тапап һөйҙө: — Бәпәйгенәмде, хас үҙемдең йәш сагым. Хәҙрәт:
«Килен ҡәйнә буҫағаһынан», — тип хаҡ әйткән икән теге саҡта. Фәйрүзә
өйҙәгеләрҙе йыуатырға ашыҡты. — Хәҙрәт миңә утты-һыуҙы бәлә-ҡазаһыҙ үтә торган
бетеү бирҙе. Ш уға мин хәҙер ҡушйөрәк, ҡәйнәм, — тип Фәйрүзә лә бирешмәне. Бүре
атыу тураһындагы хәбәр ауылға йәшен тиҙлеге менән таралды. Төшкө сәйгә
ултырырға торғанда уларға борсолған хәҙрәт килеп инде. — һүҙ юҡ, ир йөрәклеһең,
балам, ажарһың, — тине ул килендең саялығына, мәргәнлегенә хайран ҡалып. — Миңә
бүреләр өйөрө немец фашистары булып күренде. Ш уга ла нәфрәтемдең иге-сиге
булманы. — Боронғолар көслөнән ҡурҡма, үсленән ҡурҡ, тигән. Балам, мин биргән
бетеү һине һаҡлауын һаҡлар. Тик үҙең дә һаҡлыҡты онотма. Бүре хаслыҡлы, үсле
йыртҡыс. Ишеттегеҙме, төнө буйы ата бүре һыҡтап, олоп сыҡты? Ишен юғалтыуға
ҡайғырҙы. Беҙгә ата бүрене тиҙерәк юҡ итергә кәрәк. Хәҙер ул үтә ҡурҡыныс,
малдарҙы ҡурага инеп ҡырыр, кешеләргә ташланыр. Ҡалган бүреләрҙең ауылға зыян
килтереү ихтималын башына ла килтермәгән Фәйрүзәнең, сәстәре үрә торҙо. «Әҙенән
килеп, улына тейеп ҡуймаһын ул дәжжәл!..» Йөрәге ярыла яҙған килен хәҙрәткә
төбәлде: — Олатай, беҙгә тиҙерәк өйрәтегеҙ. Ни эшләйек? 115 — Иң башта ауыл
менән сыгып Олоһаҙҙан ҡыуып ҡ арайыҡ. Унан, барып сыҡмаһа, күҙ күрер. Ошо уҡ
көндө, төш ауғас, көрәк-һәнәк, суҡмар менән ҡоралланган манһырҙар Олоһаҙга
йүнәлде. Мылтыҡлы Фәйрүзә ҡайныһы менән йәнәшә атланы. Инәһеҙ ҡалган бүре ояһын
борҡолдатыу әллә ни ауыр булмай икән. Кисәге шаңҡыуҙан һиҙгерлеген юйган
бүреләр өңөндә ине. Көтмәгән ерҙән кешеләрҙе күреп ҡалган ата бүре, көсөктәрен
яҡларга кәрәклекте лә онотоп, оянан ҡасырга ыргылды. Сабып барган бүрегә
Фәйрүзә мылтыгын тоҫҡаны һәм уңайлы мәлде тап итеп, тәтегә баҫты. Атыу тауышы
оло һаҙлыҡты яңгыратты. Йыртҡыс тырпырап ҡаулан үләнгә ауҙы. — Ә -ә-ә,
дөмөктөңмө, фашист, хәҙер минең улыма тейә алмаҫһың, — тине Фәйрүзә тамам үсе
ҡанып, һәм күңеле булып, еңел һуланы. Үҙе хәлһеҙләнеп ергә сүгәләне, һибәтенә
ябырылган йыртҡыстар төркөмөн әлән-борхан килтергәндәй һиҙҙе ул үҙен. Өс бүре
атып алған киленгә колхоз бер бот он, бер һарыҡ бирҙе. Тапҡыр телле Манһыр
кешеләре уны «Бүре алган Фәйрүзә» тип тә йөрөтә башланы. * * * Иренән хат
килмәүгә ныҡ ҡайгырган килен түҙмәйенсә бер көндө хәҙрәткә кәңәшкә килде. —
һугышҡа ебәреүҙәрен һорап ҡарайыммы әллә, хәҙрәт олатай? һибәтемә ҡанат ябып
булһа ла йөрөр инем, — тине. — Ҡуй, улай итмә, киленкәй, сабыр ит. һуғыш һеҙҙең
зат эше түгел. Ҡатын-ҡыҙ донъяға әсә булыр, бала тыуҙырыр өсөн ярала,
һибәтендең төҫө — улың ҙурайып килә. Уны үкһеҙ етем итмә, — тине. Фәйрүзә уның
тел төбөнән үҙе өсөн ҡот осҡос хәҡиҡәтте аңланы. Ире, тимәк, яҡты донъяла
түгел. Хәҙрәт ныҡып дауам итте, ҡабатлап әйтте: — һин, ҡыҙым, бында кәрәкһең.
Улынды йәтимһерәтмә, ишет шуны. 116 һибәтен югалтыуҙы төшөнгән ҡатын, хушлашып,
тышҡа сыҡты. ...Тимәк, һибәтен, йән киҫәген, ысынлап та, фашистбүреләр харап
иткән. Ул өйҙәренә тура ҡайта алмай, һуңгы тапҡыр бергә булган Ургаҙа буйына
төшөп китте. Шул саҡта ғына ул күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Бөтә нәмәнең дә аҙагы
булган кеүек, ниһайәт, ҡанлы һугыш та тамамланды. Миллион-миллион ҡорбан биреп,
илдә Еңеү таңы атты. һибәттән бер хәбәр ҙә юҡ. Фәйрүзә йәнә хәҙрәткә килде. —
Әйт, олатай, дөрөҫөн әйт, һибәтем тереме? Хәҙрәт һүҙҙе уратып башланы. — Яҙмыш
һине, ыуыҙ гына көйө, эй, һынаны балаҡайым, — тине. — Бирешмәнең, сая, үткер
булыуың арҡаһында, ауырлыҡтарҙы еңә килдең. Дөрөҫөн әйтмәй булмай. Тормошоң ал
да гөл булмаҫ, һынауҙар күп булыр. — Ниндәй һынау, хәҙрәт олатай, әйтегеҙ? —
Тәүге һынау шул. һибәтендән күптән ҡара ҡагыҙ килгән. Сельсовет һеҙҙе йәлләп,
ҡапылда әйтергә баҙап тора. Иренең ысын хәлен асыҡлап ишеткәс, һаман да берәй
мөғжизәгә өмөт итеп уны көткән Фәйрүзә таш һынға әүерелде лә ҡуйҙы. Исмаһам,
күҙенән бер бөрсөк йәше сыҡманы. Күҙ алдына Лапаҡҡайын тамаҡлаған бүреләр өйөрө
килеп баҫты. Ана, улар һыйырҙы түгел, һибәтен талайҙар. Иң ҙуры богаҙына
йәбешкән. Фәйрүзә ни эшләп ҡатып ҡалған? Ниңә, ирен я клап бүре өйөрөнә
ташланмай? Ҡурҡаҡ бисәме ни ул? — А -о -а -а ! Йыртҡыстар! һибәтем! Китегеҙ
бынан, хәҙер үҙем һеҙҙең менән көрәшәм. Хәҙер мин һеҙҙе ҡырып һалам... Күҙҙәре
аҡайып, ни ҡыланғанын белмәй сәбәләнгән киленкәй ҙең хәлен хәҙрәт шунда уҡ
аңлап алды. Ир бирмәк — йән бирмәк. Меҫкен киленкәй, ҡара ҡайғыны күтәрә алмай,
ахырыһы, алмашына башланы. Хәҙрәт барлыҡ ҡөҙрәтен ҡулланып, Фәйрүзәне урындыҡҡа
алып килеп ултыртты ла, күҙ ҡарашы менән арбап, ты ­ нысландырҙы. Уның ҡайғыһын
ҡыуырҙай доғалар уҡып, оҙаҡ итеп өшкөрҙө. Йәненән, тәненән ҡара ҡайғыны һыпырып
алып ырғытты. Йәш ҡатындың киләсәге алда әле. Яңынан 117 тормошҡа сыгып,
балалар үҫтерер, ин шәәъ Аллаһ, уларҙың сая килене. Әлеге хәле башҡаса һис
ҡасан да ҡабатланмаҫ. Зирәк аҡылы, үткер зиһене ҡартайғанса юлдаш булыр. М
өжәүир хәҙрәт үҙе шулай әмәл ҡылды. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Фәйрүзә күҙҙәрен
асты. Бөтәһе лә хәтерендә, әммә йөрәген һары һагыш таламай ине. Нимә булған
уга? Ҡаршыһында серле йылмайып ултырган хәҙрәтте күргәс, ул барыһын да аңланы.
— Рәхмәт, хәҙрәт олатай, йәнемде афәттән ҡурсалап алып ҡалдығыҙ, — тине. —
Ҡыҙым, һибәтем юҡ, тип, ҡайны-ҡәйнәңде ташлап ҡайтып китмәй тор, — тип өйрәтте
Мөжәүир хәҙрәт уга. Кесе улдары армиянан ҡайтҡанды көт. Яу ҡырында ятып ҡалган
һибәтендең хаҡын уйла. Үлгән ирендең изгелеге һиңә гүмер буйы тейер. Артабан,
яугир гаиләһе һаналып, хөкүмәттән ярҙам күреп йәшәрһең, ин шәәъ Аллаһ. Хәҙрәт
әйткәнде тыңлап, Фәйрүзә һаулығы ныҡ ҡаҡшаған ҡайны-ҡәйнәһен кесе улдары
һалдаттан ҡайтҡанса ҡәҙерләп көттө, төпсөктәре ҡайтыуға сикһеҙ ҡыуанған әбей
менән бабай: — Еңгәңә өйлән. Киленде әсәһенә кире ҡайтаргыбыҙ килмәй. Ул беҙгә
ғәзиз балабыҙҙай, — тип тырышып ҡараһалар ҙа, Фәйрүзә башҡаса Манһырҙа тороп
ҡала алманы. Асыҡ белә, ҡәйнешенең яратҡан ҡыҙы бар. Әйҙә, исмаһам, улар
бәхетле булһын. — Тағы бер һынауҙы үттең, — тине хәҙрәт киленгә. — Кеше
бәхетенә ымһынмай дөрөҫ эшләнең. Өлөшөңә төшкән көмөшөң осрар, сабыр ит. Хәҙрәт
Фәйрүзәне оҙатҡанда үҙе килде. — Хоҙай Тәгәлә һиңә балалар бәхете бирер.
Ҡартайған көнөндә ҡәҙерле булырһың, — тине. Артынан доғаларын уҡып, Хоҙайҙан
йәш киленгә изге иман, бәхет, тәүфиҡ һораны. Йылдар үтте. Ҡасандыр саялыгы
менән дан алған Фәйрүзәнең дә ҡулдарының кәре, күҙҙәренең нуры ҡайтты. Ебәктәй
оҙон толомдары үрмескә ҡалды, ынйы тештәре һарғайҙы. Әммә йылдар уны тагы
аҡыллыраҡ итте. Балалар әсәһе, ҡәйнә, ҡоҙағый, күптәрҙең яратҡан инәһе ул. Ауыр
эшкә 118 барымы бөткәс, бәйләм бәйләп өй алдындағы эскәмйәлә ултыра. Ҡайғылының
ҡайғыһын уртаҡлаша, ярҙам кәрәктәрғә ярҙам итә. — һ ә-ә-ә -әй ,
үәй-үәй-үә-ә-әй, — тип көйләп һуҙып ебәрә лә, күпте күргән, күпте кисергән ил инәһе
йәштәргә белгәнен өйрәтә. — Яҡшылыҡтан — яҡшылыҡ, аҡылдан — аҡыл ярала, — ти
ул. — Боронғоларҙың аҡылына етеү ҡайҙа! һай, Мөжәүир хәҙрәттең алтын аҡылдары!
Әүлиә ине. Әҙәм ыңғайлы, ябай булды. Берәүҙе хәленән килгән ярҙамынан мәхрүм
итмәне. Фәйрүзә әбейҙең хәтер һандығының хазиналары бының менән генә бөтөрлөк
түгел. Ул шулай бәйнә-бәйнә, шәлкемшәлкем итеп һөйләй. Унан һөйәрбикә күршеһе
генә түгел, бик күптәр аҡыл эҫтәй. Фәйрүзә инәйҙе мин дә ныҡ ихтирам итәм.
Хәҙрәттең холоҡ-фиғелен, икһеҙ-сикһеҙ аҡыл-ғилемен йәш быуынға еткереүселәрҙең
береһе тип иҫәпләйем үҙен. Йәйғорҙан туҡылған тәхет Унынсы тиҫтәгә аяҡ баҫҡан
Мөжәүир хәҙрәт ныҡ ҡартайыуҙан миктәпе, быуындарының кәре ҡайтып, хәлһеҙләнде.
Тик зиһене элеккесә үткер, йәшел ут сәскән күҙҙәре осҡор булып ҡалды һәм күңел
һиҙгерлеген юғалтманы. Үҙ хәлен асыҡ белгән әүлиә яҡындарын алдан борсомаҫ
өсөндөр, түшәк тартып бик ятмаҫҡа тырышты. Таягына таяна-таяна, әкрен генә
атлап, Иманай итәгенән йыуа йыйып алып ҡайта, балтырғанынан аш бешертә. Бер
көндө ап -аҡ муйыл сәскәһенә күгмелгән Шүрәле йылгаһын урап әйләнде. Иртәгеһенә
Урғаҙа буйына сыгып баланлыҡтарын гиҙеп ҡайтты. Сәскәгә тумалған ҡыуаҡтарҙы
күргәс, быйыл уга баҙрап ултырган баландарҙы тиреп ашау насип булмаҫын аңлап,
күңелен һағыш биләп алды. Емеш-еләктән айырыуса баланды ярата торғайны. Көҙ
байында йыйып, бер нисә көбөгә һалып туңдырыр ҙа, ҡыш буйы быҡтырып ашап сығыр
ине. Ургаҙа буйы . М ож ә үи р хәҙрәттгң йорто ошо (‘р:рц алыс; туп-л Ҡайһы бер
көн хәҙрәт Ургаҙа буйындағы үҙе яратҡан тирәк төбөнә сыгып ултыра. Тиҫбеһен
тарта-тарта, ҡошта]) һайрауын тыңлап кинәнә. Барса тере йән эйәһенең телен
белгән әүлиә ялҡмай-йыбанмай шулай сәгәттәр буйы ултыргылай. Яҙ — йыл
миҙгеленең йәшлек осоро. Тәбигәттәге барлыҡ тереклек йәшәү дәрте менән яна,
ҡояшҡа, яҡтылыҡҡа ынтыла, һәр береһе үҙенә иш таба, ҡушагы менән оя ҡора, нәҫел
ҡалдырырга ашыга. Әйтерһең, ерҙәге тормоштоң мәңгелек икәнен раҫлай. Июнь
урталары ла етте. Ерҙә бирелгән көндәренең иҫәпле ҡалыуын, ҡасан китерен асыҡ
белгән әүлиә эргәһенә үҙенең иң яратҡан улын — Мөхәммәтте саҡырып алды. —
Янымда бул, улым, — тине Йософ пәйгәмбәрҙәй матур күрмәлекле улының арҡаһынан
һөйөп. — Гел белем эстәп ситтә йөрөнөң, исмаһам, күргәндәй булайымсы. Хәҙрәт
яңылышманы. Үҙенең йәш сагына ике тамсы һыу кеүек оҡшаған Мөхәммәт угата ипле,
угата мәрхәмәтле. Ул 120 атаһының һәр уй-теләген күҙ ҡарашынан һиҙеп,
хәл-әхүәлен тын алышынан тойҙо. Ҡайтҡас та, борон атаһы үҙенә килгән
ауырыуҙарҙы гел аҡтан кейенеп ҡаршылауын иҫләп, әсәһенә аҡ күлдәк, аҡ ыштан
хәстәрләргә ҡушты. Еңгәһенә әйтеп, мунса яҡтырҙы. Атаһын балалай тәрбиәләргә
тотонған Мөхәммәт, башта Иманай ҡылганындай салланып һирәгәйгән сәстәрен
рәтләне, унан шырт баҫҡан һаҡал-мыйығын тәртипкә килтерҙе. Ипле генә тотоноп
ҡыу агастай булып ҡалған аяҡ-ҡулының тырнаҡтарын киҫте. Мунсаға индергәс,
Мөжәүир улынан: — Ҡайын миндеге менән танһыҡтарымды ҡандырғансы сабындыр әле, —
тип үтенде. Мәтрүшкә ҡушып бәйләнгән ҡайын миндегенең хуш еҫе менән тулышҡан
тәмле һауа мунса яратҡан оло кешегә килеште: тын юлдарын иркенәйтте, һулыш
алыуы еңеләйҙе. Йәне-тәне рәхәтлектә иҙрәне. — Рәхмәт, улым, тәнемде
пакландырҙың, — тине хәҙрәт мунсанан сыҡҡас йыуыныуҙан ҡәнәғәт ҡалып. Тымбаҙап
ятҡан еренән иҙрәп күҙҙәрен йомдо. Атаһы гел генә: — һәр мөъмин-мосолман ысын
донъяға күсер алдынан таҙарыныу фарыз, — ти торғайны. Бына үҙенең дә киң
яурынлы мыҡты кәүҙәһе баланыҡы кеүек ҡуранысланды. Ите төшөп, тире менән ҡаҡ
һөйәккә ҡалды. Тотһа тимер бөгөрҙәй ҡулдарҙың да кәре ҡайтты, тубыҡ быуындары
мөсһөҙләнде. Беләк-ҡулының ҡан тамырҙары, ана, йолҡолган ағас тамырындай
күгәрешеп тарбаҡланған. Элек күптәрҙе хайран иткән музыканттыҡы кеүек нәҙек
оҙон бармаҡтар ҙа ҡыу ботаҡҡа оҡшап ҡалған. Миндаль сәтләүеге емешенә тартым
оҙонсаланып түңәрәкләнгән тырнаҡтар ҙа кителеп кимтелгән, төҫһөҙләнгән. Тик ни
ғиллә менәндер һис үҙгәрергә теләмәгән күҙҙәр генә тәрән йыйырсыҡ менән
һырланған йөҙҙә элеккесә йәшкелт нур сәсеп донъяға үтә ҡарай. Зирәк зиһене,
камил аҡылы әүәлгесә, үҙгәрешһеҙ. Әҙерәк серем итеп, күҙҙәрен асҡан хәҙрәт,
эргәһендә Мөхәммәтте күреп, күңеле нескәрҙе. — Фатихамды бирәм, балам, ризамын,
— тине, алҡышланып дога уҡыны. Үҙе туймаҫтай булып улының ҡот уйнап торган
нурлы йөҙөнә һөйөп ҡараны. 121 — Замана зәхмәттәренә, шайтан-иблис ҡорган
хәйлә-мәкерҙәргә ҡаршы тора алһаң, ил ағаһы булырһың, ин шәәъ Аллаһ, — тине хәҙрәт,
улын ҡурсалагыһы килеп. — Кафыр көстәр минән ала алмаған үсен һинән алырга
тырышыр. Уларҙы, ныҡ булһаң, дөрөҫ йәшәһәң, еңерһең. Хоҙайга һыйын, Аллаһтың
барлыгына, берлегенә ышан. Бирешмәҫһең. Әүлиә, күп һөйләүҙән талсыгып, күҙҙәрен
йомдо. Атайым тынсып ял итһен тип уйланы Мөхәммәт. Тороп китергә генә иткәйне,
хәҙрәт йәнә күҙҙәрен асты, телгә килде. — Ултыр әле, улым. Минең илгә әшкәртер
оло аманатым бар. Ш уны һиңә әйтеп ҡалдырайым, тим. Ҡөрьән китабының ситтәренә
лә яҙғанмын да ул. Минең яҙыуҙы таныган кеше уҡып белә алыр. Хәҙрәт үтә мөһим
хәбәр әйтергә теләгәнлектән, тороп уҡ ултырҙы, ҡарашын тәҙрәнән алыҫҡа төбәне.
— Манһыр менән Кәрешкә араһында ятҡан күк һыртлы Ҡыңгырташ тауын беләһеңме? —
Эйе. — Уның йәшел зөбәржәт ташына ҡыҙыгыусылар бихисап ине. — Шулай тиҙәр. — К
и л ә с ә к т ә л ә күп булыр. Таш, йымылдап кешеләрҙе әүрәтер, арбап, үҙен
ҡулға алдыртырга итер. Аслан ҡыҙыҡмаһындар, аслан ул таута теймәһендәр. Ул
зәхмәтле тау. Ҡуйынында әҙәми затҡа зарарлы көс-нур һаҡлана. Үҙем иҫән саҡта
унда берәүҙе лә яҡын ебәрмәгәйнем. Инде Хоҙай саҡырган теге донъяга китергә күп
ҡалманы, шул Ҡыңгырташты һаҡлауҙы, улым, инде һиңә ҡалдырам. Мөхәммәт хикмәтле
тау серен асыгыраҡ белгеһе килде, ахырыһы, төпсөндө. — Тейһәң, нимә була? — тип
һораны. — Афәт була. Тауҙан илгә ҡаты ауырыу таралыр. Кеше ҡырылыр. Үлемдең
ниҙән икәнен белеүсе булмаҫ, дауаһын тапмаҫтар. Хәҙрәт, үҙенә генә ишетелгән
серле тауыштарҙы-ауаздарҙы тыңлагандай, күҙҙәрен йомоп, иғтибарын тупланы. Бер
аҙҙан әйтте: 122 — Ергә бер саҡ яңы әүлиә килер. Ауырыуҙан ҡотолоу серен ул
өйрәтер. Тик был хәл тиҙ арала булмаҫ. — Ҙур эш йөкмәттең дәһә, атай! Мине
тыңларҙармы? — Тыңларҙар. Мөжәүир әүлиә әйтте тиһәң, тыңларҙар. Ике ҙур серен
әйткәс, хәҙрәткә еңел булып ҡалды. Әҙерәк тыныслангандай итте. Иәнә бер аманаты
ҡалды. Шуны ла әйтһә, ерҙәге бурысын үтәр, ин шәәъ Аллаһ. Югарынан үҙенә
тапшырылған эштәрҙе атҡарып бөтөр. Әҙәм балаһы фани донъяла ҡунаҡ ҡына. Ғүмер
араһы күҙ асып йомгансы. Әруахҡа әүерелеп, баҡыйлыҡҡа күскән йәндәр генә
мәңгелек. Ана, үҙенә лә кисә Аллаһы Тәгәлә әшкәртте, Әхирәттә урыны әҙер,
көтәләр, ти. Б ы на-бы на Ғазраил, гәләйһис-сәләм, фәрештә осоп килер ҙә, уның
йәнен ысын донъяга алып та китер. Мөҙҙәте етте. Хәҙрәт тагы телгә килде. — Күҙ
ҡараһындай һаҡлар ер ҡото бер күл бар. Күлтабан эргәһендәге Яугүл күле...
һуғыштан алда, әйткәнде тыңламайынса, эргәһендә сусҡа үрсеткәйнеләр. Күл
ҡороно. Район хужаларына аңлатып әйткәндән һуң, сусҡаларҙы унан алдылар. Бер
йыл тигәндә Яугүл йәнә һыу менән тулды. Тирәйүненә ҡото ҡайтты. Хәҙрәт хозур
Яугүл тирәһен күҙ алдынан үткәреп бер талай өнһөҙ ятты. Тымыҡ саҡтарында
ҡаршылагы Сагылтауҙың күләгәһе күлгә төшөр ҙә хәс тә көҙгөләге кеүек сагылыр
ине. Яры тулы төрлө-төрлө өйрәктәр, ҡаҙҙар булыр, сыр-сыулап аҡсарлаҡтары осор,
яр буйлап утыҙ ике ҡаҙаҡлыҡ тугаҙаҡ елдереп үтер, батҡаҡлы, һаҙлыҡлы күл
ситтәрендә торналар бәпкә сыгарыр ине. Таллыҡта «әүирләү-әүирләү» тип әүирләү
ҡошо саҡыра. Ожмах ҡоштары тоҡомонан булган, инде бөтөр сиккә еткән әүирләүҙе
ныҡ һаҡларга ине. Бөгөнгө көн менән йәшәүсе әҙәмдәр уны уйлаймы? Тәмле ашап,
үҙе рәхәт йәшәһә булды. Киләсәк быуынды ҡайғыртамы ни ундай бәндә? —
Ахырызаманды еткермәү кешенең үҙенән тора, — тине хәҙрәт, байтаҡ уйланып ятҡас.
Ете ҡат ерҙе, ете ҡат күкте, тауурмандарҙы, йылга-күлдәрҙе бөтә гәм халҡы
бергәләп 123 һаҡларға тейеш. Яугүл кеүек ҡотло урындарға айырыуса иғтибар
кәрәк. Был эште ил башлыҡтарына атҡарыу фарыз. Хәҙрәт олатай йәнә талсыҡҡан
күҙҙәрен йомдо. Әммә йоҡламай ине. Әле генә әүлиәлек кирамәте әшкәрткән хәлдәр
менән хәбәрҙар аңы уны тиҙҙән буласаҡ ваҡигалар менән таныштырҙы. Әлбиттә,
зирәк аҡыл эйәһе бөтәһен дә белеп-һиҙеп йөрөнө йөрөүгә. Үҙе бала саҡта мал
көткән Иманай тауының нилектән быйыл шау сәскәнән кейенеүен дә белде. Йөрөгән
юлдарына йомшаҡ йәшел хәтфә келәм түшәлеү сәбәбен дә аңланы. Кистәрен мең төрлө
тугай сәскәләренең хуш еҫе хушбыйҙай татлы еҫ аңҡытып, ауыл өҫтөнә тарала.
Хәҙрәт ятҡан өй эсе һулап туйгыһыҙ хуш еҫкә тулыша. Ана, бөтә ауылдаштарын
хайран итеп, Урғаҙа буйындагы ҡыуаҡлыҡтарға күрелмәгән аҫыл ҡоштар килеп
ҡунган. Ағаслыҡтан көнө-төнө һандуғас моңо агыла. Йөҙйәшәр тирәктә кәкүк
саҡыра, ҡайҙандыр әүирләү ҡошоноң һағышлы тауышы ҡолаҡҡа салынып ҡала. Ҡоштар
бөтәһе лә алҡышланып хәҙрәткә маҡтау яуҙыра. Был күренештәрҙең барыһының да
тиккә түгеллеген асыҡ аңлай олуғ аҡыл эйәһе. Эйе, күренеп тора: Манһыр тәбиғәте
тантанаға әҙерләнә. Хушлашыу йәки хәҙрәттең изге йәне ысын донъяга күсеү
тантанаһына. Бына йәй миҙгеленең иң гүзәл мәле етте. Бөгөн дә, ғәҙәтенсә,
Мөжәүир хәҙрәт таң һарыһынан уянды. Тороп тәһәрәтләнде, иртәнге намаҙын уҡыны, шунан
йылдар үтеү менән йышылып шымарган хөрмә төштәренән теҙелгән тиҫбеһен ҡулына
алды. Шул саҡ ул ниндәйҙер серле көс ишаралауға буйһоноп Иманай яғына боролоп
ҡараны һәм ғәжәйеп мөғжизәгә тап булды. Күк ҡабағын ҡап уртаға ярып, ҡибла
яғынан йәйғор ҡалҡҡан. Нәҡ хәҙрәт ҡараған мәлдә генә һауала йәйгор төҫөндә
аллы-гөллө тәхет пәйҙә булды. Бына Хоҙайҙың хикмәте! Малай сагында көтөү көткән
урыны лаһа был. Кисәгеләй хәтерендә, шул йәйгор нуры аша үҙенә әүлиәлек ҡөҙрәте
бирелгәйне бит. Йәйгор урта төш еренән семәрләп бөгөлгән дә ике яҡлап тәхеткә
килеп тоташҡан. Талғын иҫкән таң еле, ни ғиллә менәндер һауала эленеп торган
баягы аллы-гөллө ғәжәйеп тәхетте әкрен генә тирбәлтә, 124 әйтерһең сәңгелдәктә
бәүетә. Тәхеттән тирә-йүнгә аҫыл нур сәселә. Бына мөгжизә, бына гәләмәт донъя,
ә!? Күпте күргән, күпте белгән олуг аҡыл, олуг тылсым эйәһе хәҙрәтте лә хикмәт
хайран итте. Серле тәхеттән күҙҙәрен айыра алмай торганда, хәҙрәттең сос
ҡолагына гәжәп бер серле тауыш килеп ҡаҡлыҡты: — Әүлиә гали йәнәп, киттек, —
тине. Тауыш эйәһе, күҙгә күренмәгән зат, уны етәкләп алды ла әлеге нурҙан
ҡойолган тәхеткә табан әйҙәне. — Ерҙә ҡылган бөтә изге эштәрен, хаҡына һин
бөгөндән йәйгор тәхет эйәһе булаһың, — тине лә күренмәгән зат күҙ асып йомган
арала уны осортоп тәхеткә алып барып та ултыртты. Сикһеҙ рәхәт булып китте.
Хәҙрәт йәтешләнеп ултырыуга баягы тантаналы тауыш уга тәүге һорауҙы бирә лә
һалды. — Әүлиә гали йәнәп, ҡөҙрәтеңде кемгә ҡалдыраһың? Мөжәүир уйга ҡалды.
Балалары, ейәндәре, бүләләре, туган-тыумасаһы бихисап. Береһенә ҡалдырһа,
икенсеһе үпкәләр. Ни эшләргә? Тауыш эйәһе уны ашыҡтырмай, ныклап уйларга форсат
биреүелер. Бер аҙҙан әүлиә хәҙрәт тамаҡ ҡырҙы, үҙенең яуап бирергә әҙер
икәнлеген аңгартты. — Тартынма, гали йәнәп, — тине тауыш. — Әйт. — Мин үҙемдең
ҡөҙрәтемде гәзиз халҡыма, тыуып үҫкән еремә һебә ҡылам, — тине хәҙрәт. —
Ерем-һыуым мәңгелек булһын. Мәңге ахырызаман гәрәсәтен күрмәһен. Халҡым
көсәйһен. Башҡорттар араһынан донъяла эҙ ҡалдырыр данлы заттар, әүлиәләр,
гилем, аҡыл эйәләре үҫеп сыҡһын. Сәнгәте, йыры, бейеүе, әҙәбиәте менән дә
донъяны хайран ҡылһын. Ер-Һыуҙы һаҡларҙай иманлы быуын алышынып торһон.
Ерәсәбеҙҙе барлыҡ афәт-ҡыйралыштарҙан әрсәләр батыр ирҙәр тыуһын. Хәҙрәт
ошоларҙы әйтте лә тәхет бейеклегенән тыуган-үҫкән еренә күҙ һалды. Уны еренең,
киләсәге өсөн хәүефләнеүтойгоһо солгап алды. Ҡыңгырташҡа гына тейә күрмәһендәр!
Иәнә лә ер ҡото Яугулде ныҡ һаҡлаһындар. Ерҙең юрганын тишкеләргә ярамағанды
хәҙер галимдар үҙҙәре лә аңланы, һыуҙы ла 125 һаҡларға тырышалар. Ин шәәъ
Аллаһ, еребеҙ йәшәр! Аманатым үтәлер. Ул арала баягы тауыш йәнә ишетелде. —
Хуплайым яуабыңды. Теләгең изге, гали йәнәп. Ул тиклем үтенгәс, теләгең ҡабул
булыр. Халҡың ерҙең кендегендә мәңге йәшәр. Күңеле күтәрелеп киткән хәҙрәт йәнә
телгә килде. — Мин һорау бирә аламмы? — Йә, һора! — Ергә ҡасан яңы әүлиә тыуыр?
— һинең донъяга тыуыуыңа 131 йыл тигәндә, күктә йәйгор ҡал ҡы р. Бер аҙҙан күк
ҡабағы асылыр. Бөтә ғаләм нурга сумыр. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ ғәм халҡы араһынан шуны
тик берәү күрер. Ана шул аҫыл зат һинең ҡөҙрәткә эйә булыр, һинең мәсет
таяғынды уға тапшырырҙар. Тәүге һорау-яуап шуның менән тамамланды. Донъя
һиллеккә сумды. Тәхет, сабый ятҡан сәңгелдәк кеүек талғын тирбәлә, ете төҫтәге
буй-буй аҫыл һыҙатлы йәйгор нурҙары йым-йым йымылдаша, күҙҙе һәм йәнде иркәләй.
Бер аҙҙан хәҙрәт Иманай итәгенә ағылган халыҡ төркөмөн күрҙе, һәммәһе лә матур
кейенгән. Йөҙҙәре иманлы, илһамлы. Бары күҙҙәрендә генә йөрәк түренән сыҡҡан
югалтыу һағышы сағыла. — Бәхил бул, хәҙрәт, — ти килеүселәр, әүлиә алдында
баштарын эйеп. — Улымды үлемдән ҡотҡарҙың! — һауыҡтырҙың, табип! — Яҙып биргән
бетеүенде күҙ ҡараһылай һаҡлармын! — Бәлә-ҡазаларҙан әрсәләнең, изге йән! —
Сихырҙы ҡайтарҙың, багымсы! — Оло дин әһеле! — Күрәҙәсе! — Арҙаҡлы шәхес! —
Әүлиә! Мөжәүирҙе ер кешеләре гәрешкә күтәреп маҡтаны ла маҡтаны. Бөтмәҫ рәхмәт
яуҙы ла яуҙы. Фәрештәләр изге йәндең барлыҡ изге эштәрен яҙып алды. 12г> М ө
ж ә ү и р хәҙрәт ҡәбере Бер аҙҙан барлыҡ тереклек, бөтә тәбигәт йыназа уҡырга
тотондо. Уларҙың күптән-күп, суҡтан-суҡ рәхмәт ауаздарын ишетеп хәҙрәттең йәне
йәнә кинәнде. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, үләндәр, сәскәләр, Урғаҙаһы, иркә
ҡолонсаҡ Шүрәлеһе, муйыллы, баланлы ҡыуаҡтар, аҡ ҡайындар хәҙрәткә баш эйеп
бәхилләште. — Йәнең йәннәттә булһын, ерҙең олуг әүлиәһе! Кешеләрҙең иблискә
эйәргәндәре генә бөгөн бында килмәй ҡалды. Сөнки шайтан ҡолона әүерелеп, ниндәй
изге йән вафат булыуын абайламай, аңлай ҙа алмай ҡалды улар. Йылдар үтер. Бер
саҡ уларҙың да хәҡиҡәтҡә күҙе асылыр. Үкенерҙәр. Тик һуң булыр. Барыһы менән
бәхилләшеп, аманлашып бөткәс, ерҙә ҡалғандарға изге фатихаһын биреп, ҡөҙрәтен
ҡалдырып, Хоҙай Тәгәләнең ҡашҡаһы Мөжәүир Уйылдан улы, фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа
юлланды. Йәне ниндәйҙер оҙон ҡараңғы торбаларҙан осоп үтеп нурлы донъяға барып
сыҡты. Ни күҙе менән 127 күрһен, ҡараһа ҡаршыһында Иманай тауы. Йәйғорҙан
туҡылған тәхет тә һауала эленеп тора. Таныш тауыш Мөжәүир хәҙрәткә өндәште. —
Әүлиә гали йәнәп, йәйгор тәхетеңә килеп ултыр, изге эштәренде дауам иттер.
Бында ла беҙгә һеҙҙең кеүек изге йәндәр бик кәрәк. Әйҙүк, рәхим ит йәннәткә!
Иән дауаһы Оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер иткән һөйөклө ҡатынын ерләгәс, йөрәк
әрнеүҙәренә тәҡәте ҡороган Ғәҙелгәрәй берҙәнбер көндө әүлиәлек даны тирә-яҡҡа
таралган, күптән гүр эйәһе Мөжәүир хәҙрәттең ҡәберенә килеп теҙләнде. — Олатай,
зинһар, ейәнеңә ярҙам итсе?! Имләсе яралы йәнемде! Мин йәшәүҙән туйҙым. Ни
эшләргә? Ҡарап тороуға тирәктәй буй-һынлы урта йәштәрҙәге ирҙең бите буйлап ике
бөрсөк күҙ йәше мәрмәр менән кәпләнгән ҡәбер ташына тамды. — Олатай, йәнем
ауырый! Төштәрем бутала! Күҙемде йомһам, һаташам. Ни эшләргә миңә, олатай?
Ғәҙелгәрәй бала сағынан олатаһының табиплыҡ ҡөҙрәте, әүлиә булыуы тураһында
ишетеп үҫте. Тере сағында меңәрләгән кешене һауыҡтырып, аяҡҡа баҫтырған, ти.
Хәҙер уның ҡәберлеген, ҡәбер убаһындағы тупраҡты ла изге тиҙәр. Килеүселәр
услап-услап һалып ала. Әүлиә ҡәберенә килеү, уны иҫкә алыу, ярҙам һорау,
айырыуса, Ғәҙелгәрәй һымаҡ, йәшәү мәғәнәһен юғалтыусыларға файҙалы икән.
Күңелдәргә өмөт осҡоно һалып, йәшәүгә дәрт уята. Күптәр ҡәбергә йән тыныслығын
ҡайтарыу өсөн дә ағыла. Әле лә ҡатынынан башҡа йәшәүҙән йәм тапмаган
Ғәҙелгәрәйҙең, ысынлап та, әжәл тотҡаһына үрелгеһе килде. Ҡәҙерлеһенең гүр
эйәһе булыуына йыл үтте. Ә ире уны бер сәғәткә лә иҫенән сығара алмай. Ҡатыны
теп-тере һымаҡ күҙ алдында баҫа ла тора. Йәиһә аш-һыу бүлмәһенән йылмайып сыга
ла: — Йәнем, бишбармаҡ әҙер, әйҙә ашарга! — тип ҡулынан һөйрәй, йә ҡосағына
һарыла ла шашып үбергә тотона: 128 — Яратам, Ғәҙелем, үлеп яратам, — ти,
ҡосаҡлап эргәһенә ятҡырырга итә. Йә, имеш, түшәктә ята, асырганып ялбара: —
Ирем, балаларым минһеҙ ни эшләр? Йәллә, Хоҙай! Ғүмеремде алма, Аллам! — ти. Әле
лә, ана, былай табан килә ята лаһа. Атламай, йөҙөп килә. Зәңгәр күлдәген
кейгән, сәстәрен икенән үреп төшөргән. Аһ, йәнем! Әҫәрләнгән ир тубыҡланган
еренән һикереп торҙо ла, ҡатынының ҡаршыһына йүгермәксе булды. Ҡапыл шул саҡта
күктә көслө итеп ҡысҡырған ҡош тауышы ишетелде. Ғәҙелгәрәй, әйтерһең, йоҡонан
уянды, һиҫкәнеп күккә ҡараны. Төпһөҙ зәңгәрлектә ҡаңгылдап һыңар аҡҡош осоп
бара лаһа. Ҡоштоң тауышы үтә лә зарлы, әллә уның да ҡушагын югалтып, ҡаңгырып
йөрөүеме? Аҡҡоштар ишен югалтһа, мәңгелеккә яңгыҙ ҡала, башҡаны ярата алмай,
зарығып үлә, тигәнде ишеткәне бар ине Ғәҙелгәрәйҙең. Яңгыҙ аҡҡош уға бигерәк
йәл тойолдо. Үҙе лә һиҙмәҫтән: «Ишенде тап, аҡҡошҡай!» — тип ҡул болғаны. Көн
кискә һарҡығайны. Тиҙҙән анау түбәләс аръягындагы юлдан Сибайға автобус уҙасаҡ.
Манһырга инеп, тугандарын күреп сыгырга тигән ерҙән, ир ҡапыл ҡайтырга булып,
автобус туҡталышына ашыҡты. Ш әп-шәп атлап, туҡталышҡа табан барган ирҙең
артынан әкрен генә йылы ел иҫте, әйтерһең, мулланың өшкөргәндәге тыны. Талғын
ел Ғәҙелгәрәйҙең ҡуйы бөҙрә сәстәренән, арҡаһынан һыйпап үтте, ҡуйынына тулды.
Танауына дала сәскәләренең иҫерткес хуш еҫе бәрелде. Шул саҡ, нисектер, донъя
һил ҡалғандай тойолдо Ғәҙелгәрәйгә. Ул баягы елдең тагы-тагы иҫеүен теләне.
Әммә ел ҡабатланманы. Ш улай ҙа юлаусыга сикһеҙ еңел булып ҡалды, күңеле
күтәрелде, аҙымдары дәртләнде. Автобус оҙаҡ көттөрмәне. Салонға ингәс,
Ғәҙелгәрәй берәүгә лә күтәрелеп ҡарамаҫтан, бер буш урынга сумды ла, йоҡоһо
килгән кешеләй, күҙҙәрен йомдо. Йәнәш ултырған мөләйем йөҙлө ҡатын, юлдашы өсөн
борсолоп, уга һирәк-һаяҡ күҙ һала килде. Сыҙаманы, ҡулына ҡағылды: — һеҙгә
ҡыйынмы әллә? Әллә ауырыйһығыҙмы? Ниңә өндәш мәйһегеҙ ? 5 - 2.1>212.0.4 129
һорауҙарының яуапһыҙ ҡалыуы ҡатынды угата борсоно. — Ҡәҙерлем, ошо дарыуҙы
ҡабыгыҙ әле. Зыян булмаҫ. — Үҙе йәнә һаҡ ҡына ирҙең ҡулдарына ҡагылды.
Юлдашынан яуап ала алмагас, ҡатын уның ризалыгын көтөп тормаҫҡа булды, үҙе
дарыуҙы ауыҙына ҡаптырҙы. Ирендәренә хәстәрлекле иркә бармаҡтары ҡагылып үтте.
— Тел аҫтына һалығыҙ. — Нимә ул? — Иән дауаһы. Ҡатын көтмәгәндә-уйламаганда тап
Ғәҙелгәрәй эҙләгән һүҙҙе әйтеп һалды. Ул ҡасандан бирле йән дауаһы эҙләй ҙәһә.
Олатаһы ҡәберлегенә нәҡ шуның өсөн килеүе. Күршеһе, һиҙгән кеүек, төпсөнөүен
дауам итте. — һеҙҙең йәнегеҙ ауырый, эйеме? Хәҙрәттең ҡәберенә барҙыгыҙ, йән
тыныслығы эҙләйһегеҙ, шулаймы? Ир йоҡомһорап килгән еренән уянды, ҡыҙыҡһыныуҙан
күҙҙәре ҙур асылды. — Ҡайҙан белдегеҙ? — Үҙемдең дә шулай булганы бар. — Нимә,
әллә һеҙ ҙә?.. — Эйе. — Ә? — Ыһһһ... Ыһһһы-һы-ы... Бер-береһен, ғәжәп шикелле,
ярты ауыҙҙан аңлаған юлдаштар шымып ҡалды. Эй, Аллаһ, ҡайгылаштар икән дәһә.
Бер аҙ баргас ҡатын һорап ҡуйҙы. — Балаларығыҙ бармы? — Бар. Уларҙың... үҙ
ғаиләләре. — Минекеләрҙең дә шулай. Ошонан һуң улар, һәр кеме үҙ уйына сумып,
бер-береһенә һүҙ ҡатманы. Бары тик күңелендәге йәлләү хисе наҙга әйләнә барган
ҡатын, юлдашына яҡыныраҡ шылып, терәлеп ултырҙы. Әйтерһең, күңелендә уянган
туғанлыҡ хисен хәсрәтле ирҙең йәненә күсерергә теләне. Туңгаҙыган йөрәген
иреткеһе, күңелен йыуатҡыһы килде. Шулай инде, был донъяла берәүҙең дә һарайы
буш түгел. Ҡайғы агас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй. Иән 130 һөйгәнеңде
югалтыу газабының ни икәнен үҙе кисергәндәр генә аңлай. Бер-береһенең әллә тән
йылыһын, әллә күңел йылыһын тойоп, ойобораҡ барган юлсылар автобус йөрөтөүсенең
көр тауышын ишетеп һиҫкәнде. — Килеп еттек. Сибай. Ҡайҙалыр ашыҡҡандай,
автобустан төшә һалып, шәп-шәп атлап, үҙенән алыҫлаша барган ҡатындың
Ғәҙелгәрәй бары миһырбанлы күҙ ҡарашын, һөйкөмлө ап -аҡ түңәрәк йөҙөн, наҙлы
иркә бармаҡтарын гына хәтерләп ҡалды. Олатаһы Мөжәүир әүлиәгә зыярат ҡылыу,
рухы менән осрашыу, ысынлап та, Ғәҙелгәрәй күңеленә еңеллек килтергәндәй булды.
Мәрхүмә ҡатыны элекке кеүек, күҙенә күренеп йонсотмай, йоҡоһо тыныс. Кешеләр
юҡҡа гына әүлиә ҡәберенең юлын таҡырлатмайҙыр, хатта тупрагының хәсиәте бар,
тиҙәр бит. Былтыр ҡәбер өҫтөндәге ер буйтым кәмегәс, дин әһелдәре менән
кәңәшләшеп, өлкән улы Варис тупраҡ өҫтәтте лә өҫтөнә мәрмәрҙән плитә һалдырҙы.
Шулай итеп, изге урынды мәңгеләштерҙе. Бөтә халыҡ шатланып: — Рәхмәт,
Ғабделварис уҙаман, былай булгас, балаларыбыҙҙың балалары, быуаттар үтһә лә,
килеп, әүлиәгә зыярат ҡылыр, — тинеләр. Ғәҙелгәрәйҙең әүлиә ҡәберенә килеүенә
ун биш көн үтеп тә китте. Ҡатыны күҙенә күренеүҙән туҡтаны, уны юҡһыныу тойгоһо
ла әкренләп кәмей барҙы. Тик, ни гәжәп, ирҙең күңелен ниндәйҙер билдәһеҙ бүтән
хис биләне. Быныһы — йәнә ҡәберлеккә барыу теләге ине. — Барып, олатайыма аят
уҡып, хәйер һалып ҡайтайым, — тип уйланы улан һәм бер ялды йәнә Манһыр ягына
юлланды. Автобустан төшөп, йәйәү атлаган арала, ялан сәскәләренән ҙур гына
гөлләмә йыйҙы. Ҡәберлеккә етеп килгәндә Ғәҙелгәрәй унда бер аҡ күлдәкле ҡатынды
күреп, туҡтап ҡалды. Артабан барырғамы? Ҡамасау булмаҫмы? Әллә киткәнен көтөп,
ошонда йөрөп торорғамы? Әммә ниндәйҙер билдәһеҙ ҡөҙрәт уны алға әйҙәне. —
һаумыһығыҙ?! — Иҫәнмеһегеҙ?! 131 Ғәҙелгәрәй ипләп ҡарагас, зыярат ҡылыусыла
теге ваҡыт автобуста осратҡан ҡатынды таныны. — Бәй, был һеҙме? Нисек... һеҙ
бында? — тине ир ҡатындың хәстәрлекле, миһырбанлы күҙ ҡарашы менән осрашып. —
һеҙҙе осратыуга өмөтөмдө өҙгәйнем... Ул теге ваҡыт автобуста ҡатындың йомро
гына кәүҙәһе менән үҙенә һыйынып ҡына ултырыуын һаман хәтерләй. Юлдашының
булмышынан бәрелгән наҙ ипкененән уянган яҡынлыҡ тойгоһо күңелендә әле лә
йәшәй. Ҡатындың исемен, адресын һорап ҡалмауына, эй, үкенгәйне аҙаҡ. Донъяла
мөгжизә юҡ тиң. Бына бит, насип булғас, осраштылар. Икеһе лә, осрашыуҙары өсөн
ныҡ шатлангангамы, тулҡынланыуҙанмы, бер килке һүҙ башлай алмай торҙо. Ҡатын
баҙнатлыраҡ булып сыҡты. — Ныҡ ҡыйын булғанда, йәшәүҙең йәмен тапмаган мәлдәрҙә
ошонда киләм, — тине ул башын ҡалҡытмай ғына. — Мин дә, — тине ир. һүҙгә яйлап
һүҙ ялганды. — Хәҙрәтте тылсым эйәһе булган тиҙәр. Бер Щибря тигән кеше уны
самородокка, ҙур алтын киҫәгенә оҡшата. Мөжәүир хәҙрәт кеүектәр ергә бик һирәк
тыуа, ул — әүлиә, ти. — Ҡатын үҙен өндәшмәй генә игтибарлы тыңлаусыга һирпелеп
ҡараны ла дауам итте: — Йәл, иҫән сагында үҙен күрергә форсат теймәне. Бик
матур, аҡыллы кеше булған, тиҙәр. Әңгәмәсел, йор һүҙле ине, тип тә хәтерләйҙәр.
— Хәҙрәтте миңә лә оҡшатып ҡуялар ул, — тине ир кеше, үҙенең йөҙөндә эске бер
ғорурлыҡ сағылды. — Ысынлапмы? Ниңә? — Сөнки, ул — минең олатай. — Олатай? —
Ҡатындың гәжәпләнеүенең иге-сиге булманы. — Китсе, ысынмы? «Булыр ҙа, — тип
уйланы ул. — Бынауындай олпат кеше юҡты һөйләмәҫ». Ҡатын эргәһендәге күрмәлекле
ирҙең буйһынына, уйсан серле күҙҙәренә, илһамлы матур йөҙөнә һынап ҡараны. —
Хәҙрәттең ейәнен осратырмын тип һис бер көтмәгәйнем. Былай булгас, һеҙ миңә
кәрәк кешенең тап үҙе ләһә, — йөҙө тамам яҡтырҙы ҡатындың. 132 — Ниңә улай
тиһегеҙ? — Мин бит хәҙрәт тураһында китап яҙырга йөрөйөм. Тормош юлын өйрәнәм.
Уга ҡағылышлы һәр бер нәмә минең өсөн оло әһәмиәткә эйә. — Был изге эштә һеҙгә
ярҙамсы була алһам, шатланыр инем. — Рәхмәт. — Ҡулдан килгәндең барыһын да
эшләрмен. Тик исемегеҙҙе белмәйем бит әле. — Мин дә. Ғүмер буйы бер-береһен
белгән кешеләр кеүек рәхәтләнеп баянан бирле һөйләшкән ир менән ҡатын икеһе бер
юлы ихлас көлөштө. — Ҡарлугас, — тине ҡатын башлап һәм күрешеү өсөн ҡулын
һуҙҙы. — Мин — журналист. — Ә мин — Ғәҙелгәрәй. Табипмын. Исемемде олатайым ҡушҡан.
Гел тогро, ғәҙел юл менән йәшәһен, тигән. — Мин һеҙҙе, Ғәҙелгәрәй, күргәс тә
тап шундайҙыр тип уйлағайным, һеҙгә алдашыу, хыянат, икейөҙлөлөк һымаҡ сифаттар
яттыр, тигәйнем. — һеҙ ҙә... үтә күрәһегеҙме әллә, Ҡарлугас? — Булғылай. Ҡатын
менән оҙағыраҡ һөйләшкән һайын уны нығыраҡ оҡшата барган Ғәҙелгәрәйҙең теле
сиселгәндән сиселде. Хатта байтаҡ хәтирәләре яңырҙы зиһенендә. — Беҙ бәләкәй
саҡта олатайымды һирәк күрә торғайныҡ. Ул күпселек ваҡытын үҙенә күренергә
килгән сирлеләрҙе дауалап үткәрҙе. Йә булмаһа Сусаҡтау, Ҡыҙылъяр буйҙарында
шифалы үләндәр йыйып йөрөр ине. Таштар йыя, уларҙың серен өйрәнә, беҙ торган ер
бер саҡ икенсе Мәккәгә әүерелеүе ихтимал, ти ине. Был төбәктә бик борон
замандарҙа гел изгеләр, пәйгәмбәр, әүлиә, әмбиәләр йәшәгән, ти торгайны. Ғәҙелгәрәй
олатаһы гүмер иткән ауыл ягына ҡарап ҡулын һуҙҙы: — Ана, күрәһеңме йылғаны?
Ургаҙаул. Олатайымдың өйө шуның ярында ине. 133 — Туҡтап тор әле. — Ҡарлугас
Ғәҙелгәрәйҙең ҡулына ҡагылды. — Мин хәҙер. Сумкаһынан кескәй диктофон алып,
һөйләп тороусының ауыҙына микрофонын терәне. — Яҙып алайым, рөхсәттер? —
Ҡуйыгыҙсы, зинһар. Әҙәмсә һөйләшкәндә ниңә ул? — тип ир ризаһыҙлыҡ белдерҙе. —
Тауышыгыҙ иҫтәлеккә ҡалһын, тигәйнем. — һеҙ минән улай еңел ҡотолормон
тиһегеҙме? Тауышым - ды, теләһәгеҙ, көн дә ишетерһегеҙ. Ҡарлугас: — Журналист
гәҙәте буйынса, — тип көлөп алды ла диктофонын кире һалды. Үҙе өҙөлгән һүҙҙе
ялгап ебәрерлек кенә һорау бирҙе. — Ургаҙа яры буйлап ауырыуҙар көтөп ултыра
торгайны тиһегеҙме? — Эйе, күптәр ат егеп, арба менән килә. Ҡайһы бере шунда
усаҡ ягып, ашарга бешерә, ҡайһыныһы самауыр ҡайната. Яр буйы гөрләп тора.
Килеүселәр ни, сират ҙур булгас, ике-өс көн көтөп ята торгайны. Хәҙрәт
тураһында мөмкин тиклем күберәк белеп ҡалырга теләгән хәбәрсе һорау артынан
һорау яуҙырып ҡына торҙо. Әллә тыңлаусының ихласлыгы, әллә олатаһының һагыныу
хисе әңгәмәне ҡуйыртҡандан-ҡуйырта, һүҙгә һүҙ сылбырҙай ялган ды. — Олатайым
ахырызаман тураһында йыш телгә алыр ине. Ф ән үҫкән һайын, кешеләрҙең тормош
шарттары еңелләшкән һайын, ерҙең гүмере ҡыҫҡарыр. Кешелек донъяһы тау дәүмәле
боҙ ҡаяһына табан ашыгып йөҙгән корабль һымаҡ үҙ һәләкәтенә ашыга. Эйе, ашыга.
Ваҡыт етмәүгә зарлана. Ул алдагы боҙ тауына барып бәрелеп, селпәрәмә килерен дә
белә, әммә һәләкәтенә уның һайын шәберәк йөҙә, ти торгайны. — Күктең ерҙе һаҡлап
торган юрганын тишәләр, шул тишектән ургылган аяуһыҙ нурҙар бер саҡ килеп
ерҙәге бар тереклекте ҡороторон уйламайҙар, — тип ныҡ көйә ине. — Кешелек
донъяһы өсөн ҡотолоу юлы бар: был — ны ­ ҡышмалы күмәк әхлаҡи көс, — тиергә
яратты. — Бының өсөн һәр кемдең дөрөҫ йәшәүе мөһим, тәбигәтте һаҡлауы фарыз. Ә
әшәкелеккә этәргән күңел асыуҙарҙы туҡтатыу кәрәк. Әҙәм 134 балаһы үҙен ергә
мәңгелеккә килгәндәй ҡылана. Тыуымдан ҡалмагас, үлемдән ҡалмаҫын уйламай. Ерҙә
изгелек, яҡшылыҡ ҡына мәңгелек. Ә изгелек, яҡшылыҡ — ул Ер-әсәне һаҡлау. Әсәнде
йәлләгән кеүек йәлләү, яратыу. Ерҙәге иң ҙур әҡиҡәт бына шул, — тиер ине
олатайым. Эйе, кешеләрҙе һауыҡтырып ҡына ҡалмай, йәшәйешебеҙҙең киләсәге
тураһында ла төптән уйлаган икән әүлиә. — Олатайым кеше айырмаған, милләт айырмаган.
Бары тартҡан, эскән әҙәмдәрҙе һөймәгән... Ғәҙелгәрәй эргәһендәге ҡатынга ҡарап
ҡуйҙы. — Уны ң әңгәмәләре күп. Сурытып һөйләп, ялҡытып ташламаһам?.. — һөйлә,
Ғәҙелгәрәй, һөйлә! Мин көнө-төнө тыңларға әҙер. — Баягы әсеүҙе яратмауына
ҡағылышлы бер ҡыҙыҡты гел иҫләйҙәр. ...Олатайыма ниндәйҙер йомош менән бер ир
килә. Араҡыһынь ҡайтышлай эсермен тип, ағас төбөнә йәшереп ҡалдыра. Йомошон
йомошлап сыгырға торганда йор һүҙле хәҙрәт тегегә: — Агас төбөндәге теге
нәмәңде онотоп ҡуйма, — тип көлә. Онотоу ҡайҙа, ти. Араҡыга әүәҫ ир өйҙән сыгыу
менән теге ағас төбөнә ашыға. Үләнде ике яҡҡа айырып, инде алайым ғына тип
үрелһә, ни күҙе менән күрһен, шешәгә ҡара йылан уралып ята, ти. Күҙҙәрен
секрәйтеп, башын сәкәйтеп быга ҡарап тора, имеш. Ҡото осҡан әҙәм алдын-артын
шәйләмәй һыпырта. Ошонан ары «араҡы» һүҙен ишетергә лә теләмәй. Әшнәләренә: «М
иңә хәҙрәт үҙе эсмәҫкә ҡушты», — тип һөйләп йөрөгән, ти. — Әүлиәне көслө табип
та булган тиҙәр, — тине Ҡарлугас тағы берәй фәһемле нәмә ишетергә теләп. — Был
шулай. Уның табиплыҡ һәләте ифрат йогонтоло булган. — Тимәк, һеҙ, табип
булараҡ, олатайыгыҙ һәнәрен дауам иттерәһегеҙ? Бәлки, һеҙҙә лә ҡөҙрәт барҙыр. —
Ю ҡ миндә, юҡ. Бөтә нәҫелебеҙгә Хоҙай Тәғәләнән тейешле ҡөҙрәт беҙҙә бер кешегә
тупланып бирелгән — олатайыма. Ҡалгандарыбыҙ өлөшһөҙ ҡалган, ахырыһы. Беҙҙә ул
гына кеше күңелендә йәшеренгән уй-фекерҙе белә, ни булырын алдан күрә,
кирамәттәр күрһәтергә һәләтле. Шулай бер кеше олатайыма: «Ошо Байсураның,
исмаһам, бүреһе лә юҡ», — тигән. Кирамәтле олатайым: «Ә, шулаймы ни?» — тигән
дә тегенең юлына бер өйөр бүре сығарған. Меҫкен юлсы ҡото осоп ни эшләргә
белмәй, хатта ҡысҡырырға тауышы ла сыҡмай торғанда, бүреләр үҙенән-үҙе юҡ
булган. Шул саҡ әллә ҡайҙан тылсымсы килеп сыҡҡан да: — Бүреләр юҡ тиһең,
күрҙеңме инде? — тип көлгән, ти. Ш аян холоҡло, әңгәмәсел булган олатайым. —
Ғәҙелгәрәй берсә иҫе китеп тыңлаган хәбәрсе ҡатынға, берсә күк йөҙөнә ҡараны.
Ҡояш ашығып офоҡҡа тәгәрәй. Ир сәгәтенә күҙ һалды. — Автобусҡа күп ҡалманы,
Ҡарлуғас, ҡуҙғалайыҡ. Йән дауаһы эҙләүсе ике яңгыҙҙы, шулай итеп, хәҙрәт
һуҡмағы осраштырыу гына түгел, ҡауыштырып та бәхетле итеүе тураһында ишеттек. Ш
аңдау — Эһе-һе-һе-һе-һәй! Табын ырыуының ихлас балаһы! һине эҙләп киләм. Тороп
тор, китмә. Мин һиңә киләм. Көслө тауыш ҡаршылагы тауҙарға барып ҡаҡлыҡты ла
шаңдау булып кире килде. — Ихлас балаһы... Китмә! Киләм! Ҡайҙа, кем эҙләй мине?
Иманай тауы битләүендә шифалы үләндәр йыйып йөрөгән ерҙән боролоп тауыш килгән
яҡҡа ҡарайым. Бер кем дә күренмәйсе. Тауыш йәнә ҡабатлана. — Табын башҡорто,
рухташым. Быуат аша өндәшәмен һиңә! Ишетәһеңме? Мин һине күрергә атлыҡтым. —
Кем һуң һин? — Мөжәүи - и - и - ир әүлиә! Ҡапылда аңгармай һорайым: — Ниндәй
Мөжәүир әүлиә? — Ошо китабында яҙған әүлиә Мөжәүир! Баҫҡан ерҙә ҡаҡҡан ҡаҙыҡтай
иҫемә килә алмай өнһөҙ торғанда, ҡаршымда йәйғор нурынан юлаҡ хасил булды. Шул
136 саҡ ни күрәйем, башына ап-аҡ сәллә ураган, өҫтөнә аҡ сапан кейгән ялан
аяҡлы, оло йәштәрҙәге һөйкөмлө бер әҙәми зат пәйҙә булды. Сапаҡ йөҙө, ҙур
йәшкелт көрән күҙҙәре таныш та кеүек, әммә тәгәйен, күргән кешем дә түгел.
Ҡыҙыҡ, бик ҡыҙыҡ! Баягы серле зат яҡты юлаҡ буйлап, әйтерһең, елкәнле кәмәлә
йөҙҙө, эргәмә яҡынлашты һәм телгә килде. — һиңә рәхмәт әйтергә килдем, Табын
балаһы! — тине. — Ырыуҙаштарымдың мине мәңге онотмаҫын белә инем. Әммә һинең,
бүтән ырыу затының, мине былай ҙурларын көтмәгәйнем. Әүлиә бер аҙ өнһөҙ торҙо,
ниҙер хәтерләргә итте, бутай. Икенсе һөйләмендә ул әле генә үҙе әйткәнгә үҙе
ҡаршы килде. — Эйе, эйе, бер килеп һис югы ҡәберемә баш эйерһең, тип көттөм
көтөүгә. Сөнки һиңә изгелегем күп тейҙе, бары тик был турала үҙең генә белмәй
торгайның. Илаһи затҡа хайран ҡалып төбәләм. — Нисек уйлай? — Йәшәйешеңде
күптәнән күҙәтәм, рухи туганым! Кәрәк саҡта һаман ярҙам итәм, яҡлайым да
ҡурсалайым. Мөжәүир әүлиә әле генә әйткәнен иҫбатларға теләгәндәй тулҡынланып
дауам итте. — Иҫеңдәме, Еҙем йылғаһында һыу ингәндә бата яҙғайның. Тәрәнгә
йөҙөп индең дә хәлең бөттө. Манһырҙа көйө мин шуны белдем һәм Хоҙай Тәғәләнән
һиңә ярҙам итеүен ялбарҙым. Ярға сығып еткәнеңсә күҙәттем. — Иҫемдә, иҫемдә!
Хәлем бөтөп, ағым ыңгайына аға башлағайным, ниндәйҙер көс мине ярга етәкләне. —
Иҫендәме, бер саҡ һин ултырып китеп барган замана арбаһы юлдан тайып китеп,
ике-өс ҡат әйләнеп, тәкмәсләп барып төштө. Арбагыҙ йәнселде, тимер-томоро
йәмшәйҙе, тәҙрәләре селпәрәмә килде. Ә эсендәге кешеләр зыян күрмәне.
Ғәжәпләнеп бер-берегеҙгә ҡараштығыҙ, һин дә мин көйөһөғөҙ. Ш атлыгығыҙҙың сиге
булманы. — Ҡуйсы, ҡуйсы, иҫемдә, олатай, иҫемдә! — Еләк-емешкә йөрөргә яраттың,
эйеме? Бер саҡ Ирәндектә сейә йыйғанда бер ҙур ҡара йыланға тап булдың, һин уны
үҙен, күрмәй ҡалдың, юлыңдан алып, агыулы йән эйәһен икенсе юҫыҡҡа бороп
ебәрҙем. — Иҫ китмәле! Шулай булды шул. Аҡ кейемле изге йән ҡолаҡҡа ятышлы
ягымлы тауыш, тәмле тел менән һөйләне лә һөйләне. Ә мин арбалгандай уга
баҡҡанмын да тыңлайым да тыңлайым. — Иҫендәме, һиңә минән ярҙам килер көндө
ниәт иткән юлыңа сыгып китә алманың. Сумканда ятҡан билетыңды таба алмай
аптыраның. Ә бер ни тиклем ваҡыт үткәс, уның урынында ятҡанын күреп хайран
ҡалдың. — Эйе, эйе. Бына ул нисек булган икән дәһә, — тим. — Әкиәткә оҡшаган
күренешкә хайран ҡалам, берсә ошо күренеш оҙағыраҡ булһа ине, тип теләйем. —
Хәҙрәт, һеҙҙе халыҡ телдән төшөрмәй, ихлас ярата. — Беләм. Ризамын. Халҡы ма
иман ҡайта. Изге йән ашыгыбыраҡ дауам итте. — Ырыуыңдың аҫыл заты — Әбйәлил
мулланы, Сабир хәҙрәтте күреп йөрөнөм. Ул да — йәйгор тәхет эйәһе, һинең
әҡрәбәң икән. — Күреп йөрөйөм тиһеңме? Бы на мөгжизә! — тим, ауылымдың арҙаҡлы
муллаһын хәтерләп. — Эйе, күреп йөрөйөм. Улар һеҙгә бәхет юрай. һөйләшеүҙән
тамам илһамланып, хәҙрәткә мин үҙем өсөн иң мөһим булган һорауҙы бирергә
батырсылыгым етте. — Хәҙрәт, ергә яңы әүлиә киләсәк тип көтәләр. Шул дөрөҫлөккә
тап киләме? — Эйе, Ерҙе ахырызаман афәттәренән ҡурсалау өсөн ергә яңы әүлиәләр,
ҡөҙрәтле затта ебәреләсәк. Айырыуса Манһыр, Баймаҡ, Ғәҙелша кеүек мәғдәнгә бай
ерҙәргә тәгәйенләнә улар. Мин тыуғандан һуң йөҙ ҙә утыҙ бер йыл тигәндә 1 0 —12
йәштәр тирәһендәге бер ир балага Хоҙайҙан илаһи ҡөҙрәт бирелер. Ул шундай көскә
эйә булыр: теләһә, ерҙе туфан һыуынан әрсәләр, теләһә, ялҡыны тауҙай янгынды һүндерер.
Заман сирҙәрен, эскелекте, иҫте-һушты алып миңрәүләтер әфиунсылыҡты бөтөрөр.
Әммә ҡара көстәр, иблис ялсылары уга хөсөтлөк ҡылмаҡсы. Кешеләр шул йәш әүлиәне
көсҡөҙрәтенә тулышҡансы ныҡ һаҡлаһын ине. 133 — Нисек танырбыҙ? — Эйе, башта
кешеләр уны белмәҫ. Йонсоу ғына булыр, ярҙамға мохтаж, йәлләүес күренер. Кемдәр
мәрхәмәтле, кемдәр дөрөҫ йәшәй, күҙәтеп һынағас, шуларҙы изге эшенә йәлеп итер.
— Ғали йәнәп, йәйғор тәхет эйәһе! — Йыһандан гөрһөлдәүгә оҡшаш тауыш килде. —
Күңелең булдымы? һеҙҙе унда юғалттылар. Ни күҙем менән күрәйем, Иманай тауы
итәгенә йәйғорҙан йәнә юл һалынды. Нәҡ урта тошонда нурҙан гына туҡылған йәйғор
тәхет пәйҙә булды. Илаһи нурга сорналған аҫыл йән эйәһе ҡәнәғәт ҡиәфәттә әлеге
тәхеткә ултырҙы, шул уҡ мәлдә күҙҙән дә югалды. Артынан бары ап -аҡ нур һыҙылып
ҡалды. Ни булды был? Өнмө, төшмө? һөйләһәң, әҙәм ышанмаҫ! Йәшәйеше мөғжизәнән
туҡылған олуг гали йәнәптең күҙгә күренеүе, һүҙҙәре быуаттан быуатҡа һаҡланып
шаңдау булып ҡайтыуы хикмәтленең йәнә бер хикмәте булғандыр. Ҡабатланмаҫ,
берҙән-бер, шанлылыҡта тиңдәшһеҙ Мөжәүир әүлиә! Изге рухың гәзиз еребеҙгә
шаңдау булып ҡына булһа ла гелән шулай ҡайтып ураһын.
Лира ЯҠШЫБАЕВА
Читайте нас: